Список материалов
СИНТЕТИК БУЯУҘАР
СИНТЕТИК БУЯУҘАР, төрлө (күбеһенсә сүсле) материалдарға һәм изделиеларға төҫ биргән органик берләшмәләр. Буяуҙың төҫө молекулала хромофор төркөм булыуына бәйле [эйәртеүле икеләтә бәйләнешле__үҫешкән система һәм уға бәйләнгән электрон донорлы һәм (йәки) электрон акцепторлы төркөмдәр етә]. Хромофор системанан...
СИНТАКСИС
СИНТАКСИС (гр. syјntaxis — теҙелеү, тәртип), 1) конкрет телдәргә хас булған телмәр берәмектәрен булдырыу саралары һәм ҡағиҙәләре; 2) грамматиканың телмәрҙе тыуҙырған процестарын: һөйләм эсендә һүҙҙәрҙең ярашыу һәм килеү тәртибе, ш. уҡ телдең автоном берәмеге һәм фекерҙең текстың өлөшө булараҡ һөйләмдең...
СИНОПТИК МЕТЕОРОЛОГИЯ
СИНОПТИК МЕТЕОРОЛОГИЯ, метеорологияның макромасштаблы атмосфера процестары үҫешен һәм уларҙың үҙгәреү законлыҡтарын һауа торошон прогнозлау ысулдарын уйлап сығарыу өсөн өйрәнеүсе бүлеге. С.м. һауа массалары һәм атмосфера фронттары м‑н тығыҙ бәйләнештә булған циклондарҙың һәм антициклондарҙың барлыҡҡа...
СИНОНИМДАР
СИНОНИМДАР (гр. synōnymos — бер исемдәге), мәғәнәләре тулыһынса тап килгән йәки бер‑береһенә бик яҡын булған, бер үк һүҙ төркөмөнә ҡараған һүҙҙәр. С. мәғәнәһен сағыштырыу өсөн һүҙҙең лексик‑семантик варианты алына; күп мәғәнәле һүҙ бер нисә синонимик рәткә (парадигма) инергә мөмкин. Һәр бер синонимик...
СИНИЦЫН Василий Иванович
СИНИЦЫН Василий Иванович (12.12.1918, Өфө губ. Стәрлетамаҡөйәҙе Мәләүез а., хәҙ. Мәләүез ҡ., — 14.10.1971, Новозыбков ҡ.), лётчик, капитан. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби‑һауа көстәренең Юғары осоу‑тактика мәктәбен тамамлаған (Липецк ҡ., 1947). 1935 й. алып — БАССР халыҡ...
СИНЕНКО Вера Сергеевна
СИНЕНКО Вера Сергеевна (28.11. 1923, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Дим разъезы ҡсб, хәҙ. Өфө эсендә, — 18.2.2007, Өфө), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1972), проф. (1973). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1977). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1944) 1997 й. тиклем БДУ‑ла эшләгән (1953—54...
СИНЕГЛАЗОВ ҠУРҒАНДАРЫ
СИНЕГЛАЗОВ ҠУРҒАНДАРЫ, б.э. 9—10 бб. археологик ҡомартҡыһы. Силәбе ҡ. 15 км алыҫлыҡта Синеглазов күленең көньяҡ‑көнбайыш ярында урынлашҡан. С.А.Гатцук һәм Н.К.Минко тарафынан 1906 й. асыла һәм 1908—09 йй. өйрәнелә, 1959 й. В.С.Стоколос тикшерә. Ҡурғанлы (диам. 10—15 м, бейеклеге 0,5 м) ҡәберлектәргә...
СИНҒӘТУЛЛИН Ринат Сәйет улы
СИНҒӘТУЛЛИН Ринат Сәйет улы (20.8.1942, Ульяновск өлк. Боровко а. — 24.5.1993, Өфө), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1988), проф. (1989). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1990). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1965) шунда уҡ эшләгән. 1981 й. алып Өфөлә: БДПИ‑ла уҡыта, 1988 й. башлап теоретик физика каф. мөдире....
СИНГАРМОНИЗМ
СИНГАРМОНИЗМ (гр. syјn — бергә һәм harmonía — ярашыу), морфонология күренештәренең береһе, һүҙҙәге һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙең бер төрлө яңғырашы. Күберәк агглютинатив телдәргә хас; флектив телдәрҙә һүҙ баҫымы булып, һүҙ компоненттарының бүленмәүен, уларҙың бөтөнлөгөн һәм айырымлығын тәьмин итә. С....
СИНӘҒӘТУЛЛИН Илгиз Мирғәлим улы
СИНӘҒӘТУЛЛИН Илгиз Мирғәлим улы (13.7.1954, Бәләбәй ҡ.), педагог. Пед. ф. д‑ры (1995), проф. (1998). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2001), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2004). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) 39‑сы урта мәктәптә (Өфө), 1977 й. алып БДПИ‑ла эшләй. 1980 й. башлап БДУ‑ның Бөрө...
СИНАГОГА
СИНАГОГА (гр. synagōgḗ — йыйын), иудаизмда ғибәҙәт йорто, дин һәм община үҙәге. С. Фәләстанда (б.э.т. 4 б.) һәм Мысырҙа (б.э.т. 3 б.) барлыҡҡа килә; һуңынан йәһүд диаспораларында асыла башлай. С. архитектур стилдәре төрлө. Дөйөм һыҙаттары: тура мөйөшлө форма, 3 йәки 5 нефлы, Тәүрат төргәктәре һалынған...
СИМФОНИЯ
СИМФОНИЯ (гр. symphōnía — аһәңлелек), башлыса симфоник оркестр өсөн, ҡағиҙә булараҡ, соната- цикл формаһындағы муз. әҫәр. Ғәҙәттә, 4 өлөштән тора; күберәк йәки аҙыраҡ, хатта бер өлөшлө С. була. Ҡайһы берҙә С. солистар, хор индерелә. Башҡ. музыкаһында С. барлыҡҡа килеүе Р.Ә.Мортазин ижадына бәйле. 1—4‑се...
СИМФОНИК БЕЙЕҮ
СИМФОНИК БЕЙЕҮ, хореография сәнғәтендә сәхнә бейеүе төрө. Симфоник музыка м‑н оҡшашлығы бар, был лирик‑драматик йөкмәткенең ижади дөйөмләштерелеүендә, полифоник структурала, темаларҙың эшкәртелеүендә һәм форма композицияһының үҫешендә асыҡ күренә. Балетта С.б. ваҡиғаларҙың хореографик образын барлыҡҡа...
СИМОНОВА Элеонора Рауфовна
СИМОНОВА Элеонора Рауфовна (19.5.1939, Өфө), музыка белгесе. Сәнғәт ғилеме д‑ры (2007). БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2018). Урал консерваторияһын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1964; А.К.Агте класы) Өфө сәнғәт уч‑щеһында, 1973 й. алып ӨДСИ‑лә (1998 й. башлап камера‑концертмейстер сәнғәте каф. мөдире)...
СИМОНОВА Надежда Ивановна
СИМОНОВА Надежда Ивановна (11.10.1947, БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Көршәк а.), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (1998), проф. (2000). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) 1977 й. тиклем, 1980—83 йй. (өлкән ғилми хеҙм‑р, 1981 й. алып лаб. мөдире һәм бүлек мөдире), 1997—2005 йй. (фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары) Өфө хеҙмәт...
СИМОНОВ Юрий Гаврилович
СИМОНОВ Юрий Гаврилович (17.3. 1923, Өфө), географ- геоморфолог. Геогр. ф. д‑ры (1968), проф. (1969). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1989). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1950) шунда уҡ эшләй: 1960 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1965 й. — уҡытыусы. Фәнни эшмәкәрлеге ғәмәли география...
СИМОНОВ Юрий Гаврилович
СИМОНОВ Юрий Гаврилович (17.3.1923, Өфө — 14.8.2019, Мәскәү), географ‑геоморфолог. Геогр. ф. д‑ры (1968), проф. (1969). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1989). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1950) шунда уҡ эшләй: 1960 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1965 й. — уҡытыусы. Фәнни эшмәкәрлеге...
СИМОНОВ Константин Михайлович
СИМОНОВ Константин (Кирилл) Михайлович (15.11.1915, Петроград — 28.8.1979, Мәскәү), яҙыусы. Соц. Хеҙмәт Геройы (1974). “Һинең менән һәм һинһеҙ” (“С тобой и без тебя”; 1942), “Дуҫтар һәм дошмандар” (“Друзья и враги”; 1948) мөхәббәт һәм гражданлыҡ лирикаһы йыйынтыҡтары; “Тереләр һәм үлеләр” (“Живые и...
СИМОНОВ Вадим Дмитриевич
СИМОНОВ Вадим Дмитриевич (3.9. 1916, Киев — 16.7.2004, Өфө), химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (1976), проф. (1977). РСФСР‑ҙың (1984), БАССР‑ҙың (1966) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың почётлы химигы (1974). Киев индустриаль ин‑тын тамамлағандан һуң (1940) Рубежное химия комб‑тында эшләй. 1941 й....
СИМОН, дин әһеле, священномученик
СИМОН (донъяуи исеме Шлеёв Семён Иванович; 1873, Сембер губ. Явлей а. — 18.8.1921, Өфө), дин әһеле, Охтенский епискобы; священномученик. Дини тәғлимәт канд. (1899). Архимандрит (1918). Священник дәрәжәһен (1900), монахлыҡ (1918) ҡабул иткән. Түб. Новгород дини семинарияһын (1895), Ҡазан дини акад. (1899)...