Список материалов
ДАУАЛАУ ФИЗКУЛЬТУРАҺЫ
ДАУАЛАУ ФИЗКУЛЬТУРАҺЫ, махсус һайланған физик күнекмәләр, тәбиғәт факторҙарын ҡулланып ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, ауырығандарҙы дауалау һәм мед. реабилитациялауы ысулдарын эшләүсе медицина бүлеге. Д.ф. үҙ эсенә механотерапия, хеҙмәт терапияһы һәм дауалау массажын ала. Д.ф. төрҙәре: гигиеник, дауалау һәм...
ДАУАЛАУ-ИҪКӘРТЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ
ДАУАЛАУ-ИҪКӘРТЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ. Д.‑и.у. ололар һәм балалар өсөн дауаханалар һәм поликлиникалар, диспансерҙар, әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау учреждениелары, ҡан менән тәьмин итеү хеҙмәте, ашығыс медицина ярҙамы станциялары, һуғыш ветерандары госпиталдәре, медицина үҙәктәре, клиникалар (вуздар һәм ҒТИ‑лар...
ДАУАР, һаҙлыҡ
ДАУАР, Ағиҙел й. басс. һаҙлыҡ. Краснокама р‑ны Николо‑Берёзовка а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 1004 га, торф ҡатламының уртаса ҡалынлығы 2,7 м, иң ҡалыны — 8,5 м. Ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Бүленгән эт дегәнәге, тимгелле һаңғырау кесерткән, уҫаҡ,...
ДАУАХАНАЛАР
ДАУАХАНАЛАР, халыҡҡа стационар ярҙам, поликлиникаһы булғанда дауахананан тыш медицина ярҙамы күрһәткән дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары. Д. терр. принцип б‑са – респ. (өлкә), ҡала, үҙәк район, район, участка, линия (һыу һәм т. юл транспортында); күрһәткән хеҙмәт төрҙәре б‑са – күп профилле, махсуслаштырылған...
ДАУАХАНАНАН ТЫШ МЕДИЦИНА ЯРҘАМЫ
ДАУАХАНАНАН ТЫШ МЕДИЦИНА ЯРҘАМЫ, халыҡҡа поликлиникаларҙа, амбулаторияларҙа, диспансерҙарҙа, ҡатын‑ҡыҙҙар консультацияларында һәм бала табыу йорттарында, ауыл фельдшер‑акушерлыҡ пункттарында, сәнәғәт пр‑тиеларының һаулыҡ һаҡлау пункттарында, ашығыс медицина ярҙамы станцияларында, ш. уҡ мед. хеҙм‑рҙәре...
ДАУҠАЕВ Марат Фуат улы
ДАУҠАЕВ Марат Фуат улы (12.9.1952, Өфө), балет артисы. РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1983). Пермь хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1973; педагогы Ю.И.Плахт) БДОБТ, 1974 й. алып Пермь опера һәм балет театры, 1977 й. – Мариин театры (С.‑Петербург) солисы. 1997 й. башлап АҠШ‑та йәшәй һәм эшләй.
Д. бейеүенә...
ДАУЫТ ЙӘНАЛИН
ДАУЫТ ЙӘНАЛИН, мәғдән белгесе һәм мәғдән эҙләүсе. Нуғай даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттарынан. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1759 й. Исәт провинцияһының Щуково а. һәм Верхнеурал ҡәлғәһе тирәһендә мәғдән ятҡылыҡтары аса. Тикшеренеүҙәр мәғдәндә марганец, аҡ ҡурғаш һәм көмөш барлығын асыҡлай. Башҡорт ихтилалын...
ДАУЫТ-ҠАЙЫП, Күгәрсен р‑нындағы ауыл
ДАУЫТ-ҠАЙЫП, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Теләүембәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнб. 54 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.-Көнс. табан 80 км алыҫлыҡта Боҙйылға (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 340 кеше; 1920 — 439; 1939 — 305; 1959 — 363; 1989 — 158; 2002 — 187; 2010 — 141 кеше. Башҡорттар...
ДАУЫТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл
ДАУЫТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Асҡар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 3 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 50 км алыҫлыҡта Иҙәш й. (Оло Ҡыҙыл й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 284 кеше; 1920 — 303; 1939 — 213; 1959 — 212; 1989 — 224; 2002 — 306; 2010 — 352 кеше. Башҡорттар...
ДАУЫТЛАР, Борай р-нындағы ауыл
ДАУЫТЛАР, Борай р-нындағы ауыл, Кәшкәләү а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 26 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 94 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 824 кеше; 1920 – 1113; 1939 – 857; 1959 – 853; 1989 – 373; 2002 – 293; 2010 – 220 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...
ДАУЫТОВ Әкрәм Сөнәғәт улы
ДАУЫТОВ Әкрәм Сөнәғәт улы [17.11.1914, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Йәрмөхәмәт а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 9.1.1986, Туймазы ҡ., Ҡандра ҡсб ерләнгән], йырҙар авторы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1964). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1947 й. алып Ҡандра ҡасабаһының 2‑се урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1964 й. башлап...
ДАУЫТОВ Зиҡәф Нәби улы
ДАУЫТОВ Зиҡәф Нәби улы (1.5.1935, БАССР‑ҙың Яңауыл районы Бәҙрәш а. — 3.1.2020, Өфө ҡ.), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1971). 1954—98 йй. Өфө НЭЗ‑ында эшләй: 1966 й. алып өлкән оператор, 1986—88 йй. өлкән мастер. 8-се биш йыллыҡ планды ваҡытынан...
ДАУЫТОВ Нур Әсғәт улы
ДАУЫТОВ Нур Әсғәт улы (5.1.1956, БАССР-ҙың Бәләбәй р-ны Пахарь ҡсб, хәҙ. БР-ҙың ш. уҡ р-ны Пахарь а.), композитор. БР‑ҙың (1993) һәм РФ‑тың (2007) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1992). ӨДСИ‑не тамамлаған (1986; З.Ғ.Исмәғилев класы). 1982 й. алып Башҡ. филармонияһының муз. етәксеһе,...
ДАУЫТОВ Рөстәм Хәзит улы
ДАУЫТОВ Рөстәм Хәзит улы (28.11.1965, Өфө), спортсы. Шахмат б-са халыҡ-ара гроссмейстер (1989). “Зенит” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Р.Н.Васильев, Х.М.Дауытов, В.И.Лойша), 1996 й. алып Германия йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай. Германия асыҡ чемпионаты еңеүсеһе (1996), Бөтә донъя шахмат олимпиадаһының...
ДАУЫТОВ Салауат Булат улы
ДАУЫТОВ Салауат Булат улы (1.5.1956, БАССР-ҙың Бүздәк р-ны Ҡаҙаҡлар‑Ҡобау а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2001). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) 1984 й. тиклем Учалы үҙәк район дауаханаһында, Өфө һәм Бәләбәй ҡҡ. дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында эшләй. 1996 й. алып БДМУ‑ла уҡыта, бер үк ваҡытта...
ДАУЫТОВ Шаһиәхмәт Мөхәмәтдин улы
ДАУЫТОВ Шаһиәхмәт Мөхәмәтдин улы [15.4.1894, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Сермән а. (БР‑ҙың Белорет р‑ны) — 15.11.1937, Өфө], дәүләт эшмәкәре. 1917 й. дек. — 1918 й. окт. һәм 1919 й. июненән РКП(б) ағзаһы. 2 йыллыҡ уҡытыусылар курсын тамамлаған (1925). 1915—17 йй. һәм 1919 й. апр.—июнендә рус армияһында,...
ДАУЫТОВА Дилә Рәхим ҡыҙы
ДАУЫТОВА Дилә Рәхим ҡыҙы (15.2.1908, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Ғәҙелша приискыһы ҡсб — 21.7.1990, Өфө), актриса. БАССР‑ҙың халыҡ артисы (1957). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1946). 1931—33 йй. Башҡ. сәнғәт техникумында, 1933—36 йй. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында уҡыған. 1925—30 йй. Башҡ. Күсмә...
ДАУЫТОВА Земфира Әхиәр ҡыҙы
ДАУЫТОВА Земфира Әхиәр ҡыҙы (11.11.1955, Октябрьский ҡ.), офтальмолог. Мед. ф. д‑ры (2000). БР‑ҙың атҡ. табибы (2004), РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1999). БДМИ‑ны тамамлаған (1979). 1980 й. алып Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда эшләй: 1993 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 2001 й. — дир. урынбаҫары, 2002 й. —...
ДАШКОВТАР
ДАШКОВТАР, ағалы-ҡустылы земство эшмәкәрҙәре, меценаттар. Дворяндарҙан. Дмитрий Дмитриевич Д. (25.12.1831 — 1.10.1901, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Благовещен заводы а., хәҙ. БР‑ҙың Благовещен ҡ.), С.‑Петербург ун‑тының тарих‑филол. ф‑тын тамамлаған. 1868—76 йй. Рязань губерна земство йыйылышы гласныйы,...
ДАЯН Ҡадир Хәким улы
ДАЯН (Даянов) Ҡадир Хәким улы [14.2.1910, Пермь губ. Шадринск өйәҙе Ҡоншаҡ а. (Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны) – 19.10.1975, Өфө], яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1969). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1938). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1933) Стәрлетамаҡ...