Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПЕЙЗАЖ

ПЕЙЗАЖ (фр. paysage), һынлы сәнғәт жанры, ш. уҡ үҙ булмышындағы йәки кеше тарафынан үҙгәртелгән тәбиғәтте һүрәтләгән айырым рәсемдәр. П. ҡайһылыр урындың (мәҫ., диңгеҙ — марина), ҡалаларҙың (ҡала архитектураһы П. — ведута) һәм айырым архитектур ҡоролмаларҙың күренештәре, һирәгерәк уйҙағы ландшафттар...

ПЕЙДЖИНГ ЭЛЕМТӘҺЕ

ПЕЙДЖИНГ ЭЛЕМТӘҺЕ, текст йәки цифрлы мәғлүмәт пейджерға (мәғлүмәтте ҡабул итер өсөн тәғәйенләнгән ҡоролма) тапшырыла торған һәм тиҙ урынлаштырмалы бер яҡлы радиоэлемтә төрө. Тауыш (абонентҡа саҡырыу хәбәре дерелдәү, тауыш йәки яҡтыртыу ярҙамында ебәрелә), цифрлы (цифрлы хәбәр дисплейға сығарып күрһәтелә,...

ПЕЙВЕ Александр Вольдемарович

ПЕЙВЕ Александр Вольдемарович (9.2.1909, Псков губ. Семенцово а. — 21.12.1985, Мәскәү), геолог. СССР ФА акад. (1964), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1946). Соц. Хеҙмәт Геройы (1979). Мәскәү геол. разведка ин‑тын тамамлаған (1930). 1960 й. алып СССР ФА‑ның Геол. ин‑ты (Мәскәү) директоры. Фәнни эшмәкәрлеге...

ПЕДИАТРИЯ

ПЕДИАТРИЯ (гр. páis — бала һәм iatreáia — дауалау), балалар организмының анатомик‑физиол. үҙенсәлектәрен, балалар ауырыуҙарының үҫеш сәбәптәрен һәм механизмдарын өйрәнгән, уларҙы диагностикалау, дауалау, иҫкәртеү ысулдарын эшләгән медицина өлкәһе. Башҡортостанда П. формалашыуы 20 б. 20‑се йй. 2‑се ярт....

ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕЛАРЫ

ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕЛАРЫ, уҡытыусыларҙы, тәрбиәселәрҙе һ.б. әҙерләгән урта махсус уҡыу йорттары (ҡара: Музыка белеме биреү, Педагогик белем биреү). Революциянан (1917) һуң уҡытыусылар мәктәптәре һәм семинариялары (ҡара: Благовещен уҡытыусылар семинарияһы, Бөрө башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар мәктәбе,...

ПЕДАГОГИЯ УНИВЕРСИТЕТЫ

 ПЕДАГОГИЯ УНИВЕРСИТЕТЫ. 1967 й. Өфөлә Башҡ. дәүләт пед. ин‑ты булараҡ асыла, 2000 й. алып хәҙ. статусын йөрөтә, 2006 й. — М.Аҡмулла ис. Башҡ. дәүләт пед. ун‑ты. Университет составына 9 ф‑т (башҡ. филол., тәбиғи‑геогр., сит телдәр, психология, соц.‑гуманитар, физика‑матем., физик культура, филол., художество‑графика);...

ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ №2

ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ №2, 1958 й. 1‑се Өфө мәктәпкәсә пед. уч‑щеһының музыка‑пед. бүлеге базаһында музыка‑пед. уч‑щеһы булараҡ асыла, 1963 й. алып 2‑се пед. уч‑щеһы, 1992 й. — 2‑се Өфө пед. колледжы. 2013 й. башлап 2‑се П.к. һәм Һөнәрселек‑педагогия колледжы базаһында БДПУ колледжы булараҡ Педагогия университеты...

ПЕДАГОГИКА ИНСТИТУТЫ

ПЕДАГОГИКА ИНСТИТУТЫ, Б а ш ҡ о р т о с т а н   ғ и л м и ‑ т и к ш е р е н е ү   п е д а г о г и к а   и н ‑ с т и т у т ы, 1932 й. ғин. Өфөлә Тимирязев К.А. исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының педология өлкә кабинеты һәм Башҡортостан ғилми‑тикшеренеү институтының педология‑пед. секцияһы...

ПЕДАГОГИКА

ПЕДАГОГИКА (гр. paidagógiké), 1) кешене тәрбиәләү һәм уҡытыу т‑дағы фән; 2) тәрбиә биреү, белем биреү һәм уҡытыу м‑н бәйле булған фәнни тикшеренеүҙәр өлкәһе; 3) тәрбиә биреү, уҡытыу, белем биреү стратегияһына, маҡсаттарына, йөкмәткеһенә һәм тактикаһына бәйле идеялар, фекерҙәр, ҡараштар (дини, ижт.,...

ПЕДАГОГИК БЕЛЕМ БИРЕҮ

ПЕДАГОГИК БЕЛЕМ БИРЕҮ, педагогика өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Бөтә типтағы уҡыу йорттары (ҡара: Юғары белем, Башланғыс профессиональ белем, Урта профессиональ белем, Мәғариф) өсөн пед. кадрҙар әҙерләү һәм яңынан әҙерләү б‑са бер‑береһе м‑н үҙ‑ара бәйле учреждениелар...

ПЕГОВ Виктор Николаевич

ПЕГОВ Виктор Николаевич (6.11.1938, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Урыҫ‑Юрмаш а. — 22.10.2018, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), рәссам. РФ‑тың (2011) һәм БАССР‑ҙың (1988) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Рәссамдар союзы ағзаһы (1970). Ҡазан художество уч‑щеһын (1962), Сыуаш пед. ин‑тын (Чебоксар, 1980) тамамлаған. 1962—2016 йй....

ПЕГОВ Валентин Алексеевич

ПЕГОВ Валентин Алексеевич (1.1.1950, БАССР‑ҙың Өфө районы Урыҫ‑Юрмаш а.), тренер. Дзюдо буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1987), Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2006), бөтә Союз категориялы судья (1978). БР‑ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2000). П.Ф.Лесгафт исемендәге Ленинград...

ПЕГИШЕВ Юрий Петрович

ПЕГИШЕВ Юрий Петрович (2.1.1939, БАССР‑ҙың Бөрө р‑ны Пономарёвка а., хәҙ. Бөрө ҡ. составында, — 1.9.2005, Бөрө), Хеҙмәт Даны орд. тулы кавалеры. 1962—94 йй. “Бөрө‑1” ПМК АЙ‑нда эшләй: ташсы, 1963 й. алып бригадир, 1987 й. — мастер. П. ҡатнашлығында малсылыҡ, иген эшкәртеү комплекстары, мал аҙығы етештереү...

ПЕГАНОВ Николай Леонидович

ПЕГАНОВ Николай Леонидович (30.12.1948, Мәскәү — 30.6.2006, шунда уҡ), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (1997). Рәссамдар союзы ағ‑ заһы (1980). 1968—70 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыған (педагогтары Р.М. Нурмөхәмәтов, Э.М.Сәйетов). В.И.Суриков ис. Мәскәү художество ин‑тын тамамлағандан һуң (1977; педагогы...

ПАШКОВТАР

ПАШКОВТАР, завод хужалары. Дворяндарҙан. Билдәлеләре: Александр Ильич П. Ҡатыны Д.И.Мясникованың (ҡара: Мясниковтар) бирнәһе сифатында Белорет заводын, Верхотор заводын, Воскресенка заводын, Тирлән заводын ала. Улдары: Иван Александрович П. (1768, Мәскәү — 1828, шунда уҡ), подполковник. Белорет тау...

ПАШКОВ Сергей Афанасьевич

ПАШКОВ Сергей Афанасьевич (3.4. 1959, Новосибирск өлк. Обь ҡсб), хирург. Мед. ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. табибы (2007). БДМИ‑ны тамамлаған (1982). 1983 й. алып Ҡырмыҫҡалы р‑ны Прибельский участка дауаханаһында (1986 й. башлап баш табип), 1987 й. алып БДМУ‑ла (1991 й. башлап операциялар блогы һәм клиника...

ПАШКОВ Алексей Фёдорович

ПАШКОВ Алексей Фёдорович (17.3. 1920, АСБР‑ҙың Дыуан‑Ҡошсо кантоны Атау а. — 17.1.1998, Өфө), артиллерист, капитан. Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Сталинград танк уч‑щеһын (1945), офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын (1949) тамамлаған. 1940 й. алып Совет Армияһында. 1943...

ПАШКЕВИЧ Алексей Васильевич

ПАШКЕВИЧ Алексей Васильевич (24.12.1916, Петроград губернаһы Александровка ҡсб — 28.8.1967, Ленинград ҡ.), лётчик, генерал‑майор (1957). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында һәм 1950—53 йй. Корея һуғышында ҡатнашыусы. К.Е.Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академияны тамамлаған (Мәскәү ҡ., 1955)....

ПАШИРОВ Валентин Дмитриевич

ПАШИРОВ Валентин Дмитриевич (21.8.1924, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Топорнино а., хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а., — 6.11.1943, Украина ССР‑ының Хотив а. ерләнгән), танкист, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан хәрби танк уч‑щеһын тамамлаған (1943). 1941 й. алып...

ПАШИН Сергей Тимофеевич

ПАШИН Сергей Тимофеевич [11.6.1946, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Приют ҡсб (БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны)], тау инженеры. Иҡт. ф. д‑ры (2001), проф. (2005). БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (2004), РФ яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙм‑ре (2000), РФ‑тың почётлы төҙөүсеһе (2001). ӨНИ‑не тамамлаған (1975). 1968 й. алып...