Список материалов
ҠАРА КҮБӘЛӘК
ҠАРА КҮБӘЛӘК (Nymphalis antiopa), күбәләктәр отрядының күп төҫлө күбәләктәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Төньяҡ ярымшарҙың уртаса киңлектәрендә таралған. Ҡанатының ҡоласы 70—90 мм, ата күбәләктеке ҡарағусҡыл көрән, инә күбәләктеке асыҡ көрән төҫтә, киң асыҡ һары (ҡышлаған күбәләктәрҙә — аҡ) ҡаймалы, күк...
ҠАРА КҮБӘЛӘКТӘР
ҠАРА КҮБӘЛӘКТӘР (Anthrax), бызылдаҡтар ғаиләһенә ҡараған себен заты. 300‑ҙән ашыу төрө билдәле, киң таралған. Башҡортостанда Ҡ.к. һәм күмер Ҡ.к. осрай. Кәүҙә оҙонлоғо 9,5—11 мм. Тәне ҡыҫҡа, мыҡты, ҡара төҫтә, күкрәгендә аҡ төк шәлкемдәре, ҡорһағында тәңкәләр бар. Мороно ҡыҫҡа, алға сығып тора. Антенналары...
ҠАРА ҠАУҘЫ
ҠАРА ҠАУҘЫ (Ciconia nigra), ҡауҙы һымаҡтар отрядының ҡауҙылар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Көнбайыш, Урта һәм Көнсығыш Азияла, Урта һәм Көньяҡ Европала, Африканың төньяҡ-көнбайышында таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 100 см тиклем, ауырлығы 3 кг яҡын, ҡанатының ҡоласы 205 см тиклем. Ҡауырһын ҡапламы ҡара,...
ҠАРА МЕТАЛЛУРГИЯ
ҠАРА МЕТАЛЛУРГИЯ, металлургияның мәғдән сеймалын сығарыу, байыҡтырыу һәм киҫәкләү, ҡара металдар (домнала, ҡорос иретеп, прокатлап), торбалар һәм металл эшләнмәләр етештереү б‑са тармағы. Коксохимия сәнәғәте продукттары, ферроиретмәләр һәм утҡа сыҙам материалдар етештереү өсөн мәғдән булмаған сеймал...
ҠАРА ТӨЙЛӨГӘН
ҠАРА ТӨЙЛӨГӘН (Milvus migrans), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла, Африкала, Австралияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 55—60 см, ауырлығы 630—950 г, ҡанатының ҡоласы 160—180 см. Ҡауырһын ҡапламы ҡуйы көрән. Башы, ҡанатының яурын өлөшө асыҡ төҫтә. Суҡышы ырғаҡ...
ҠАРА ТУПРАҠ
ҠАРА ТУПРАҠ, болонло дала һәм дала үҫемлектәре аҫтында карбонатлы делювиаль һәм элювиаль-делювиаль балсыҡта һәм ҡомло балсыҡта йыуылмаған йәки ваҡыты-ваҡыты м‑н йыуылған һыу режимында һәм дым етешмәгәндә уртаса континенталь йәки континенталь климат шарттарында барлыҡҡа килгән тупраҡ тибы. Башҡортостанда...
ҠАРА УПҠЫН
ҠАРА УПҠЫН, йыһан есеме. Ҡояш ауырлығынан 2,5 тапҡырға ҙурыраҡ массалы йондоҙҙар эволюцияһының аҙаҡҡы стадияларында гравитация коллапсы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. 20 б. башында Ҡ.у. барлығы немец астрофизигы К.Шварцшильд тарафынан дөйөм сағыштырмалылыҡ теорияһы нигеҙендә алдан әйтелә; уның иҫәпләүҙәре...
ҠАРА ҺОЛО
ҠАРА ҺОЛО (Аvena fatua), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған бер йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, төкһөҙ, шыма, бейеклеге 50—120 см. Япрағы ҡыяҡлы, яҫы, төкһөҙ йәки төбөндә керпек төксәле, аҫҡы япраҡтарының еңсәһе ғәҙәттә төклө; телсәһе 4 мм тиклем оҙонлоҡта. Башағы 2—3 сәскәле, башаҡ тәңкәләре бысаҡ формаһында,...
ҠАРА ЯҠУП, Шишмә р‑нындағы ауыл
ҠАРА ЯҠУП, Шишмә р‑нындағы ауыл, Ҡара Яҡуп а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 8 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 702 кеше; 1920 — 728; 1939 — 747; 1959 — 623; 1989 — 429; 2002 — 448; 2010 — 513 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ...
ҠАРА-СЫБАР ТОҠОМ
ҠАРА-СЫБАР ТОҠОМ, һыйыр малының һөт йүнәлешле тоҡомо. Үҙәк (урта Рәсәй), Урал һәм Себер популяцияларынан тора. 20 б. 50‑се йй. СССР‑ҙа урындағы малды остфриз, ҡара‑сыбар швед һ.б.голланд сығышлы тоҡомдар м‑н ҡушып сығарылған; 1959 й. раҫланған. Һаны б‑са Рәсәйҙә 1‑се урында тора.
Башҡортостанда урындағы...
ҠАРАБАЙ, Борай р‑нындағы ауыл
ҠАРАБАЙ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡайынлыҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 23 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 91 км алыҫлыҡта Өйә й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 944 кеше; 1920 — 1232; 1939 — 838; 1959 — 627; 1989 — 334; 2002 — 320; 2010 — 239 кеше. Башҡорттар...
ҠАРАБАЛЫҠТЫ
ҠАРАБАЛЫҠТЫ, таш быуат — энеолит археологик ҡомартҡылары комплексы. Б.э.т. 10—3‑сө мең йыллыҡтарға ҡарай. Әбйәлил р‑ны Ташбулат а. эргәһендәге Ҡарабалыҡты күле буйында урынлашҡан. 1961 й. Г.Н.Матюшин тарафынан асыла һәм 1961—76 йй. өйрәнелә, 1991 й. Ю.А.Морозов тикшерә. Тораларҙан ғибәрәт (20‑гә яҡын;...
ҠАРАБАЛЫҠТЫ, күл
ҠАРАБАЛЫҠТЫ, Урал й. басс. күл. Әбйәлил р‑ны Ташбулат а. эргәһендә Башҡортостандың Урал аръяғының урта өлөшөндә урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 2,6 км2, уртаса оҙонлоғо 2,1 км, уртаса киңлеге 1,2 км, уртаса тәрәнлеге 3,5 м (макс. — 6 м), һыу күләме 9,1 млн м3, һыу йыйыу майҙаны 18,3 км2. Тектоник күл,...
ҠАРАБАШ ТУРҒАЙҘАР
ҠАРАБАШ ТУРҒАЙҘАР (Paradoxornithidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. 19 төрө билдәле, төньяҡ ярымшарҙа таралғандар. Башҡортостанда мамыҡас йәшәй. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 14—17 см, ауырлығы 7—10 г, ҡанатының ҡоласы 17—20 см. Ҡауырһын ҡапламы йомшаҡ, ҡабарынҡы, ҡуйы. Башы һәм кәүҙәһенең...
ҠАРАБАШ, Илеш р‑нындағы ауыл
ҠАРАБАШ, Илеш р‑нындағы ауыл, Ҡарабаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 10 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 117 км алыҫлыҡта Ишйылға (Баҙы й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 791 кеше; 1920 — 1015; 1939 — 904; 1959— 745; 1989 — 630; 2002 — 680; 2010 — 613 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта...
ҠАРАБОЙҘАЙ
ҠАРАБОЙҘАЙ (Fagopyrum), ҡарабойҙай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 16 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙа таралған.
Башҡортостанда 2 төрө үҫә: татар Ҡ. һәм сәсеү Ҡ. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы, йәшел йәки ҡыҙғылт төҫтә, бейеклеге 60— 120 см тиклем. Япрағы өсмөйөш‑йөрәк формаһында. Сәскәһе...
ҠАРАБОЙҘАЙ ҺЫМАҠТАР
ҠАРАБОЙҘАЙ ҺЫМАҠТАР (Polygonaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 30 заты, 800‑ҙән ашыу төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Үлән, ярым ҡыуаҡлыҡ, ҡыуаҡлыҡ, һирәк осраҡта ҙур булмаған ағас. Башҡортостанда 5 заттан 32 төр үҫә.
Бер, күп йыллыҡ үлән, һирәгерәк ваҡ ҡыуаҡлыҡ....
ҠАРАБУЛАТОВ Рәсүл Рафиҡ улы
ҠАРАБУЛАТОВ Рәсүл Рафиҡ улы (18.3.1968, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Урта Муйнаҡ а.), ҡурайсы, актёр, йырсы. БР‑ҙың халыҡ (2004) һәм атҡ. (1997) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1987; А.М.Айытҡолов класы), ӨДСИ‑не (1991; Р.В.Исрафилов курсы) тамамлаған. 1989 й. алып “Каруанһарай” фольклор‑эстрада төркөмө солисы,...
ҠАРАҒАЙ
ҠАРАҒАЙ (Pinus), ҡарағай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәте тауҙарында таралған. Башҡортостанда ғәҙәти йәки урман Ҡ. үҫә. Яҡтылыҡ яратҡан мәңге йәшел ылыҫлы ағас, 300—350 йәшкә етә. Сатыры йомортҡа рәүешле, йәйенке, ботағы...
ҠАРАҒАЙ, Ғафури р‑нындағы ауыл
ҠАРАҒАЙ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Имәндәш а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 50 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 56 км алыҫлыҡта Мәндем й. (Еҙем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.Халҡы: 1906 й. — 382 кеше; 1920 — 556; 1939 — 431; 1959 — 286; 1989 — 293; 2002 — 312; 2010 — 297 кеше. Башҡорттар йәшәй...