Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИГНАТЕНКО Сергей Николаевич

ИГНАТЕНКО Сергей Николаевич (3.11.1955, Өфө ҡ.), рәссам. РФ‑тың (2022) һәм БР‑ҙың (2004) атҡаҙанған рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1991). ӨДСИ‑не тамамлаған (1982). 1993—2002 йй. “Сәнғәт” галереяһы рәссамы, 2004 й. алып Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы.   Хәҙерге һынлы сәнғәттәге концептуаль ағым...

ИГНАТЕНКО Светлана Владиславовна

ИГНАТЕНКО (Евсеева) Светлана Владиславовна (20.12.1956, Өфө), сәнғәт белгесе. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2003). Рәссамдар союзы ағзаһы (1996). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) БДХМ‑да эшләй: 1982 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1992 й. башлап фән б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге Нестеров М.В. исемендәге...

ИГНАТ ҒИБӘҘӘТХАНАҺЫ

ИГНАТ ҒИБӘҘӘТХАНАҺЫ, Игнатий ғибәҙәтханаһы, Ямаҙыташ, палеолит археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 14—13‑сө мең йыллыҡтарға ҡарай. Игнатий мәмерйәһе (оҙонлоғо яҡынса 630 м, коридор тибында, ауыҙы көньяҡ‑көнсығышта) исеме м‑н аталған. Силәбе өлк. Серпиевка а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 8 км алыҫлыҡта Эҫем й....

ИГЛИНСКАЯ МЕСТНАЯ

ИГЛИНСКАЯ МЕСТНАЯ, болон тимофеевкаһының урындағы селекция сорты. Һабағы цилиндр рәүешендә, бейеклеге 100 см тиклем, ҡыуағы кәүшәк, төҙ. Япраҡлылығы 50%‑ҡа тиклем. Ҡыяҡ япраҡлы. Сәскәлеге — һепертке башаҡ (солтан). Орлоғо ваҡ, оҙонса овал формала. 1000 орлоғоноң ауырлығы 0,4—0,5 г. Һуң өлгөрөүсән, уртаса...

ИГЛИНСКАЯ

ИГЛИНСКАЯ, тәкә һаҡалы сорты. 20 б. аҙ. М.М.Аҡсурин (БР ФА‑ның Умартасылыҡ селекцияһы үҙәге), Ғ.Ҡ.Зарипова (БНИИСХ) тарафынан Умартасылыҡ ҒТИ (Рыбное ҡ.) һәм В.Р.Вильямс ис. Бөтә Рәсәй мал аҙығы ҒТИ‑ның (Лобня‑5 ҡ.) сорт өлгөләренән оҙайлы күп тапҡыр һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Һабағы 80—155 см...

ИГЛИН, ауыл, Иглин р-ны үҙәге

ИГЛИН, ауыл, Иглин р‑ны (1935—63 йй., 1964—65 йй. һәм 1966 й. алып) һәм Иглин а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Өфөнән Т.-Көнс. табан 49 км алыҫлыҡта, Бәләкәс й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында, Өфө—Иглин—Красная Горка, Иглин—Архангел автомобиль юлдарында, Куйбышев т. юлында (Өфө—Кропачёво участкаһы) урынлашҡан....

ИГЛИН ҮЛСӘҮ ЗАВОДЫ

ИГЛИН ҮЛСӘҮ ЗАВОДЫ, ААЙ. Составына механизмдар йыйыу цехы (1961 й. нигеҙләнгән); эксперименталь инструменттар, штамплау (икеһе лә — 1961), электрон һәм ҙур габаритлы үлсәүҙәр етештереү (2005) участкалары инә. 2010 й. 130 кеше эшләгән. Үлсәү сиге 50‑нән 3000 кг тиклем булған төрлө модификациялы механик...

ИГЛИН УРТА МӘКТӘБЕ №1

ИГЛИН УРТА МӘКТӘБЕ №1, Иглин р‑ны. 1861 й. сиркәү‑мәхәллә мәктәбе булараҡ асыла, 1919—23 йй. һәм 1925 й. 1‑се баҫҡыс, 1924 й. һәм 1926 й. алып 2‑се баҫҡыс (7 йыллыҡ) мәктәп, 1934 й. 1‑се тулы булмаған урта мәктәп, 1935 й. башлап өлгөлө урта мәктәп, 1937 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Йорт хужалығы...

ИГЛИН РАЙОНЫ

ИГЛИН РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Нуриман р‑ны, көнсығышта — Силәбе өлк., көньяҡ-көнсығышта — Архангел, көньяҡ-көнбайышта — Ҡырмыҫҡалы, көнбайышта — Өфө, төньяҡ‑көнбайышта Благовещен р‑ндары м‑н сиктәш. 1935 й. 31 ғин. БАССР‑ҙың Өфө р‑нын бүлеү һөҙөмтәһендә ойошторола (ҡара:...

ИГЛИН ЙӘНЛЕКСЕЛЕК ХУЖАЛЫҒЫ

ИГЛИН ЙӘНЛЕКСЕЛЕК ХУЖАЛЫҒЫ, 1959 й. Иглин р‑ны Оло Теләк а. Оло Теләк йәнлекселек хужалығы булараҡ ойошторола, 1999 й. алып ЯСЙ, 2000 й. — МУАХП, 2002 й. — “Башҡортостан” ҡошсолоҡ ф‑каһының “Иглин” йәнлекселек бүлексәһе, 2004 й. — “И.й.х.” ААЙ, 2010 й. ябыла. Составына көлһыу ҡара төлкө, вуалле аҡ төлкө,...

ИГЕНСЕЛЕКТЕҢ ТУПРАҠ ҺАҠЛАУ СИСТЕМАҺЫ

ИГЕНСЕЛЕКТЕҢ ТУПРАҠ ҺАҠЛАУ СИСТЕМАҺЫ, тупраҡты эрозиянан һаҡлау б‑са үҙ‑ара бәйле ойоштороу, агротехник, урман‑мелиорация, гидротехник саралар комплексын ҡулланыуға нигеҙләнгән игенселек системаһы. БР‑ҙа һәр ауыл хужалығы зонаһы өсөн эшләнә. Һыу эрозияһына дусар булған тау‑урман зонаһында, төньяҡ‑көнсығыш...

ИГЕНСЕЛЕК СИСТЕМАҺЫ

ИГЕНСЕЛЕК СИСТЕМАҺЫ, 1) игенселек өлкәһендә хужалыҡ итеүҙең тарихи барлыҡҡа килгән органик-технологик формаһы; 2) ерҙе рациональ файҙаланыуға, тупраҡтың һәм а.х. культураларының уңдырышлылығын күтәреүгә йүнәлтелгән ойоштороу‑хужалыҡ, агротехник, мелиоратив саралар йыйылмаһы. И.с. хужалыҡта һәм ер терр‑яһында...

ИГЕНСЕЛЕК

ИГЕНСЕЛЕК, 1) а.х. культураларын үҫтереү һәм юғары тотороҡло уңыш алыу өсөн тупраҡҡа тәьҫир итеү ысулдары системаһы. Тотороҡло (төрлө а.х. культураларын уңайлы тупраҡ-климат шарттарында үҫтереү), ҡоро йәки тотороҡһоҙ (дым етешмәгән һәм һауа торошо тотороҡһоҙ булған райондарҙа) И., һуғарыулы игенселек,...

ИГЕНСЕЛӘР, Ғафури р‑нындағы ауыл

ИГЕНСЕЛӘР, Ғафури р‑нындағы ауыл, Үтәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 18 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 46 км алыҫлыҡта Ҡарлыман й. (Егән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 304 кеше; 1959 — 189; 1989 — 123; 2002 — 104; 2010 — 107 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 20 б....

ИГЕНСЕ, Саҡмағош р-нындағы ауыл

ИГЕНСЕ, Саҡмағош р-нындағы ауыл, шул уҡ исемле а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 4 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 71 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 271 кеше; 1959 — 177; 1989 — 125; 2002 — 129; 2010 — 110 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 30‑сы йй. нигеҙ һалына, 50‑се йй....

ИГЕН КУЛЬТУРАЛАРЫ

ИГЕН КУЛЬТУРАЛАРЫ, иген алыу өсөн үҫтерелгән бажат һымаҡтар ғаиләһе үҫемлектәре һәм ҡарабойҙай һымаҡтар ғаиләһенән ҡарабойҙай. И.к. ашлыҡ (арпа, арыш, бойҙай, кукуруз, тритикале, һоло һ.б.), ш. иҫ. ярма культуралары, һәм ҡуҙаҡлы иген культураларына бүленә. Үҫеш төрө б‑са И.к. ужым культураларына (арыш,...

ИГЕЛЬСТРОМ Иосиф (Осип) Андреевич (Отто Генрих)

ИГЕЛЬСТРОМ Иосиф (Осип) Андреевич (Отто Генрих), Игельстрём И.А. (7.5.1737 — 1817, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 18.3.1823, Лифляндия губ. Гарсден ҡ.), барон, дәүләт эшмәкәре. Ген.‑адъютант, инфантериянан ген. (1790—96 йй. ген.‑аншеф). Изге Рим империяһы графы (1792). 1768—74 йй. рус‑төрөк һәм 1788—90 йй....

ИГЕҘЙӘНОВА Нажиә Заһир ҡыҙы

ИГЕҘЙӘНОВА Нажиә Заһир ҡыҙы (1.9.1946, БАССР-ҙың Ҡыйғы р-ны Абзай а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1998). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993). БДУ‑ны тамамлаған (1988). 1974 й. алып “Һәнәк” ж., 1982 й. — “Башҡортостан ҡыҙы” ж., 1983 й. — БАССР Яҙыусылар союзы, 1986—2002 йй. “Ағиҙел” ж. хеҙм‑ре (1991 й....

ИГЕБАЙ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

ИГЕБАЙ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Ибрай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 10 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 56 км алыҫлыҡта Иртөбәк й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 140 кеше; 1920 — 201; 1939 — 210; 1959 — 223; 1989 — 172; 2002 — 173; 2010 — 172 кеше. Башҡорттар...

ИГЕБАЕВ Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы

ИГЕБАЕВ Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы [2.7.1930, БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Күсей а. (БР-ҙың Баймаҡ р‑ны) — 27.9.2016, Өфө], шағир. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2010). РФ-тың (1991) һәм БАССР-ҙың (1980) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1963). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1950), М.Горький ис....