Список материалов
ДУБОВИК Ирина Евгеньевна
ДУБОВИК Ирина Евгеньевна (13.3.1952, Сталинград ҡ.), альголог. Биол. ф. д‑ры (1998), проф. (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) БДПИ‑ла эшләй; 1976 й. алып БДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге антропоген факторҙарҙың эпифит һәм тупраҡ ылымыҡтарының үҫешенә йоғонтоһон, төрлө кимәлдә эрозияланған һөрөнтө...
ДУБКИ, Өфө р-нындағы ауыл
ДУБКИ, Өфө р-нындағы ауыл, Булгаков а/с ҡарай. Өфөнән К. 32 км һәм Өршәк т. юл ст. К. табан 11 км алыҫлыҡта Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 102 кеше; 1959 – 181; 1989 – 142; 2002 – 188; 2010 – 219 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002).
Ауылға 20 б. 30‑сы йй. А.Д.Цюрупа ис....
ДУБИНСКИЙ Леонид Шулимович
ДУБИНСКИЙ Леонид Шулимович (3.7.1956, Могилёв-Подольский ҡ.), архитектор. РФ‑тың (2010) һәм БР-ҙың (1993) атҡ. архитекторы. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1985). Свердловск архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң “Башкиргражданпроект” ин‑ты архитекторы, 1985 й. алып архитекторҙар төркөмө етәксеһе, 1989 й. —...
ДУБИН, һаҙлыҡ
ДУБИН, Сирмеш й. (Кама й. ҡушылдығы) басс. һаҙлыҡ, Краснокама р‑ны Николо-Берёзовка а. көньяҡ-көнсығышҡа табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 398 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 2,2 м. Башлыса яуым-төшөм м‑н туйына. Боросло ҡымыҙлыҡ, еңсәле мамыҡбаш күрән, ҡара ҡарағат, тал, ябай...
ДРУЖИНИНА Наталья Анатольевна
ДРУЖИНИНА Наталья Анатольевна (10.8.1951, Өфө), педиатр. Мед. ф. д‑ры (2005), проф. (2006). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1999). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1974) Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһында эшләй. 1983 й. алып БДМУ‑ла, 1999 й. — БДМУ‑ның дипломдан һуң белем биреү ин‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге...
ДРОЗДОВ Николай Михайлович
ДРОЗДОВ Николай Михайлович (22.5.1911, Түбәнге Новгород губ. Большие Поляны а. — 6.11.1999, Өфө), актёр. РСФСР-ҙың (1972) һәм БАССР‑ҙың (1955) атҡ. артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1948). Новосибирск “Ҡыҙыл факел” театры эргәһендәге актёрҙар студияһын тамамлағандан һуң (1934) Новосибирск, Томск...
ДРОЗДОВ Николай Андрианович
ДРОЗДОВ Николай Андрианович (23.12.1897, С.‑Петербург — 8.10.1981, Ленинград), агроном. А.х. ф. д‑ры (1939), проф. (1939). Ҡырым ун‑тын тамамлағандан һуң (Симферополь ҡ., 1923) Краснодар ҡ. һәм Төньяҡ Кавказ крайының, 1932 й. — Ленинградтың, 1934 й. алып Мәскәүҙең ғилми-тикшеренеү учреждениеларында...
ДРИНФЕЛЬД Владимир Гершонович
ДРИНФЕЛЬД Владимир Гершонович (12.12.1954, Харьков ҡ.). Физика-матем. ф. д‑ры (1988). МДУ‑ны тамамлаған (1974). 1978—81 йй. БДУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре солитондар теорияһының, һандар теорияһының алгебраик аспекттарына арналған. Д. калибрлау ҡырҙары теорияһында дөйөм рациональ сығарылыштар конструкцияһын,...
ДРЕЧИН Семён Владимирович (Вульфович)
ДРЕЧИН Семён Владимирович (Вульфович) (24.12.1914, Минск — 1.8.1993, шунда уҡ), балет артисы, балетмейстер. Белорус ССР‑ының халыҡ артисы (1954). 1933—41 йй. һәм 1945 й. алып Белоруссия Ҙур опера һәм балет театры (Минск) балетмейстеры, 1941—44 йй. СССР‑ҙың Ҙур театры солисы, 1963—66 йй. Һарытау опера...
ДРЕНАЖЛАУ
ДРЕНАЖЛАУ, ҡоролмаларҙы һәм ауыл хужалығы ерҙәрен киптереү, ер өҫтө һәм ер аҫты һыуҙарының ағыуын һәм оптималь кимәлдә тороуын булдырыу саралары (архитектура-планлаштырыу, төҙөкләндереү, конструктив, мелиорация һәм гидротехника) комплексы. Конструктив үҙенсәлектәре б‑са вертикаль, горизонталь һәм ҡатнаш...
ДРАЦКИЙ Николай Григорьевич
ДРАЦКИЙ Николай Григорьевич (1.6.1930, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Гавриловский ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Гавриловка а., — 19.5.1982, Әлмәт ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1950 й. алып “Бавлынефть”, 1953 й. — “Татбурнефть” тресында, 1961—72 йй. һәм 1975 й. башлап “Татнефть” берекмәһенең Әлмәт...
ДРАМАТУРГИЯ
ДРАМАТУРГИЯ. Милли Д. барлыҡҡа килеүе 19 б. аҙ. тура килә, ул осорҙа башҡ. һәм татар яҙыусыларының тәүге драма әҫәрҙәре ижад ителә. Өй шарттарында һәм мәҙрәсәләрҙә ҡуйылған был пьесаларҙың күбеһе баҫтырылмаған һәм беҙҙең көндәргә килеп етмәгән. 20 б. 10-сы йй. наҙанлыҡ, әхлаҡ һ.б. мәсьәләләргә ҡағылған...
ДРАМА
ДРАМА (гр. drama — хәрәкәт), драматургияның төп жанрҙарының береһе (комедия һәм трагедия м‑н бер рәттән). Башлыса кешенең шәхси тормошон йәмғиәт йәки үҙе м‑н киҫкен конфликтлы, әммә, трагедиянан айырмалы рәүештә, өмөтлө мөнәсәбәттәрҙә һүрәтләй. Башҡорт әҙәбиәтендә Ф.К.Туйкиндың “Тормош ҡорбандары” (1912),...
ДРАГУН ПОЛКТАРЫ
ДРАГУН ПОЛКТАРЫ, 1631—1918 йй. кавалерияның хәрби частары. Ырымбур һәм Өфө гарнизон Д.п., 1736 й. ойошторола. Башҡорт ихтилалдарын (1735—40) һәм Башҡорт ихтилалын (1755—56) баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1742 й. ҡарай Ырымбур ҡ. һәм Ырымбур сик һыҙығы ҡәлғәләрендә урынлаша (Өфө гарнизон Д.п. бер өлөшө Өфөлә тора)....
ДӨҢГӨР
ДӨҢГӨР, башҡ. халыҡ һуҡма музыка ҡоралы (ҡара: Халыҡ музыка ҡоралдары). Бер яғы күн мембрана м‑н көпләнгән тар ағас дүңгәләк. Ике яғы ла мембрана м‑н көпләнгән киң (ғәҙәттә һаплы) Д. осрай; ҡайһыларына көмөш тәңкәләрҙән ике ҡат сулпы ҡуйыла. Тауыш башлыса мембранаға йәки дүңгәләккә ус, бармаҡтар, һирәгерәк...
ДӨМӘЙ, Илеш р-нындағы ауыл
ДӨМӘЙ, Илеш р-нындағы ауыл, Дөмәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 23 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 87 км алыҫлыҡта Һүҙән й. (Баҙы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1468 кеше; 1920 — 2352; 1939 — 1592; 1959 — 1277; 1989 — 900; 2002 — 878; 2010 — 851 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта...
ДӨМӘЙ ИШКӘЕВ
ДӨМӘЙ ИШКӘЕВ (? — 1706 й. авг., Ҡазан), башҡорт ихтилалы (1704 — 11) етәкселәренең береһе. Ҡазан даруғаһы башҡорто. 1705 й. яҙында Ҡазан даруғаһында баш күтәреүселәр хәрәкәтенә етәкселек итә, йәйен хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы Кама аръяғы сиге (ҡара: Кама аръяғы сик һыҙығы) ҡәлғәләре тирәһендә яу алып...
ДӨЙӨМ ҺЫРТ
ДӨЙӨМ ҺЫРТ, Көнсығыш Европа тигеҙлегенең көньяҡ-көнсығышындағы ҡалҡыулыҡ. Һарытау, Һамар, Ырымбур өлк. буйлап һуҙылған; БР сиктәрендә Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығынан көньяҡтараҡ Д.һ. ситке төньяҡ армыттары урынлашҡан. Барлыҡҡа килеүе Урал алды бөгөлө йыйырсыҡлы-киҫәкле структураларының арҡырыға күтәрелеүенә...
ДӨЙӨМ ТЕЛ ҒИЛЕМЕ
ДӨЙӨМ ТЕЛ ҒИЛЕМЕ, тел т‑дағы фән. Д.т.ғ. айырым телдәрҙе (мәҫ., Башҡорт тел ғилеме, Урыҫ тел ғилеме), телдәр ғаиләһен (мәҫ., Төрки телдәр, ҡара: Төркиәт, Фин-уғыр телдәре һ.б.) өйрәнеүсе лингвистикалар м‑н үҙ-ара мөнәсәбәттә тора. Д.т.ғ. төп бурыстары: аралашыуҙың материаль берәмектәре (өндәр, ижектәр,...
ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘПТӘРЕ
ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘПТӘРЕ, дөйөм мәғариф процесын тормошҡа ашырған уҡытыу-тәрбиә учреждениелары. Башланғыс (ҡара: Башланғыс белем), төп дөйөм һәм урта (ҡара: Урта белем); дәүләт, муниц. һәм дәүләт ҡарамағында булмаған (ҡара: Дәүләт ҡарамағында булмаған уҡыу йорттары) төрҙәргә бүленә. Революциянан...