Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАЛАПАН, Йылайыр р‑нындағы ауыл

БАЛАПАН, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Матрай а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 62 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 108 км алыҫлыҡта Быҙаулыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 250 кеше; 1920 — 251; 1939 — 17; 1989 — 100; 2002 — 118; 2010 — 119 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға Нуғай даруғаһы...

БАЛАНС

БАЛАНС (фр. balance, һүҙмә-һүҙ — үлсәү), халыҡ хужалығында үҫеш темптарын һәм пропорцияларҙы билдәләү һәм тотоу өсөн ҡулланылған натураль, ҡиммәт, натураль-ҡиммәт күрһәткестәре системаһы. Планлы иҡтисад йылдарында бөтә киңәйтелгән яңыртып етештереү процесын үҙ эсенә алыусы Б. булып халыҡ хужалығы Б....

БАЛАНОВ, ауыл, Өфө эсендә

БАЛАНОВ, ауыл, 1992 й. алып Өфө эсендә (Дим р‑ны). Өфө өйәҙендә, фаразланыуынса, Гилёвтарҙың алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1795 й. билдәле. 1865 й. Б. (Гилёв, Рыжкин, Воеводский, Троицкий) 2 йортта 18 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән. 50‑се йй....

БАЛАНДИН Василий Петрович

БАЛАНДИН Василий Петрович (28.12.1904, Мәскәү губ. Лосиноостровск ст. — 28.3.1973, Мәскәү), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1945). Инженер-авиация хеҙмәте ген.‑майоры (1944). Мәскәү т. юл транспорты инженерҙары ин‑тын тамамлағандан һуң (1930) 26‑сы Рыбинск мотор з‑дында (1937 й. алып...

БАЛАНБАШ, археологик ҡомартҡыһы

БАЛАНБАШ, Абаш мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 2‑се мең йыллыҡтың 1‑се ярт. ҡарай. Торама Стәрлетамаҡ ҡ. янында Ағиҙел й. бейек һул ярында урынлашҡан. 1934 й. Матди мәҙәниәт тарихы дәүләт акад. экспедицияһы (етәкс. П.А.Дмитриев, К.В.Сальников) тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1975 й. Воронеж ун‑ты...

БАЛАН

БАЛАН (Viburnum), айыу баланы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, Евразия һәм Төньяҡ Американың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ябай Б. үҫә. Япрағы ҡойолоусан, тармаҡлы ҡыуаҡ йәки бәләкәй ағас, бейеклеге 2—5 м. Ҡайырыһы буй ярыҡтары булған һоро‑ҡуңыр...

БАЛАЛАР ХИРУРГИЯҺЫ

БАЛАЛАР ХИРУРГИЯҺЫ, балалар ауырыуҙарын һәм травмаларын диагностикалау һәм хирургик дауалау алымдарын эшләүсе хирургия бүлеге. Респ. фәнни тикшеренеүҙәр 1969 й. БДМИ‑ла профилле каф. ойошторолғандан һуң үткәрелә башлай. Тәүге фәнни эштәр аппендицитты (ш. иҫ. перитонит м‑н ҡатмарлашҡанын) диагностикалау...

БАЛАЛАР ФОНДЫ

БАЛАЛАР ФОНДЫ. Рәсәй балалар фондының Башҡ‑н респ. бүлексәһе 1988 й. Өфөлә В.И.Ленин ис. Совет Б.ф. Башҡ‑н респ. бүлексәһе булараҡ ойошторола, 1992 й. алып — БР Б.ф., 2001 й. — БР Б.ф. — Рәсәй Б.ф. бүлексәһе, 2009 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Төп маҡсаттары: етем, инвалид, соц. яҡланмаған ғаиләлә үҫкән балаларҙың...

БАЛАЛАР ТИМЕР ЮЛЫ

БАЛАЛАР ТИМЕР ЮЛЫ, Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһенең мәктәп йәшендәге балалар өсөн уҡытыу‑тәрбиә биреү учреждениеһы. Өфөлә, Якутов И.С. исемендәге паркта урынлашҡан. 2 км оҙонлоғонда тар колеялы рельслы юлы, хәрәкәттәге составы (тепловоз, 5 пасс. вагоны), вокзалы бар. 2 яҡлы кодлы автоблокировка,...

БАЛАЛАР ПУЛЬМОНОЛОГИЯ ШИФАХАНАҺЫ

БАЛАЛАР ПУЛЬМОНОЛОГИЯ ШИФАХАНАҺЫ. Ишембай ҡ. урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра −15,5°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 19°С). 1980 й. ҡала балалар пульмонология шифаханаһы булараҡ асыла, 1992 й. алып — респ. балалар пульмонология шифаханаһы, 2011 й. хәҙ. исемен йөрөтә....

БАЛАЛАР ПРИЮТТАРЫ

БАЛАЛАР ПРИЮТТАРЫ, тормошта ауыр хәлдә ҡалған бәлиғ булмағандарға ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән махсус учреждениелар. Дәүләт, дини ойошма, айырым кеше һ.б. башланғысы б‑са ойошторола (ҡара: Хәйриә). Соц. ярҙам үҙәге йәки халыҡты соц. хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге составына инергә мөмкин....

БАЛАЛАР ӨСӨН ТЕАТР

БАЛАЛАР ӨСӨН ТЕАТР, балаларға тәғәйенләнгән драма, муз. һ.б. театрҙарҙың спектаклдәре; даими эшләүсе проф. театр. Б.ө.т. маҡсаты — театр сәнғәте саралары аша балаларға һәм үҫмерҙәргә идея һәм эстетик тәрбиә биреү. Спектаклдәр балаларҙың йәшенә ҡарап ҡуйыла: мәктәпкәсә йәштәге балалар, бәләкәй, урта...

БАЛАЛАР ОЙОШМАЛАРЫ

БАЛАЛАР ОЙОШМАЛАРЫ, балалар һәм өлкәндәрҙең киң күләмле ирекле берекмәләре, эшмәкәрлектәренең соц. йүнәлеше, мөнәсәбәттәрҙең демократик стиле, ойошма ағзаларына пед. йоғонто яһау м‑н характерлана. Б.о. соц.-сәйәси (балаларҙың хоҡуҡтарын, мәнфәғәттәрен, намыҫын һәм дәрәжәһен һаҡлау), соц.‑пед. (үҫмерҙәрҙе...

БАЛАЛАР МУЗЫКАҺЫ

БАЛАЛАР МУЗЫКАҺЫ, балалар тарафынан тыңлау йәки башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән музыка. Сағыу образлылыҡ, конкрет йөкмәтке, форманың аныҡлығы һәм ҡыҫҡалығы м‑н билдәләнә. Инструменталь Б.м. программалылыҡ, һүрәтләү, тауыштарҙы оҡшатыу, беренсел жанрҙарға (йыр, бейеү, марш) һәм фольклорға таяныу хас. Балалар...

БАЛАЛАР ҠАРАУҺЫҘЛЫҒЫ

БАЛАЛАР ҠАРАУҺЫҘЛЫҒЫ, балалар һәм үҫмерҙәрҙең нормаль йәшәү шарттарынан (даими йәшәү урынының, мед. хеҙмәтләндереүенең юҡлығы), ғаилә йәки дәүләт ҡарауынан мәхрүм булыуы. Б.ҡ. балаларҙың бағыуһыҙлығының, йәғни ата‑әсә йәки уларҙы алмаштырыусы кешеләрҙең тәрбиә биреү, уҡытыу, аҫрау б‑са вазифаларын тейешенсә...

БАЛАЛАР КИТАПХАНАҺЫ

БАЛАЛАР КИТАПХАНАҺЫ, Милли китапхана филиалы (1988). Өфөлә урынлашҡан. 1957 й. 11-се ҡала балалар китапханаһы нигеҙендә Респ. балалар китапханаһы булараҡ ойошторола. Фондында 190 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. 170 мең китап, 3,5 мең аудио‑ һәм видеоматериал; 200‑ҙән ашыу төр ваҡытлы матбуғат баҫмаһы...

БАЛАЛАР ЙОРТТАРЫ

БАЛАЛАР ЙОРТТАРЫ, етем балалар һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балалар өсөн интернат тибындағы тәрбиә учреждениелары. Б.й. балаларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау, уларҙы тәрбиәләү, уҡытыу, үҙ аллы тормошҡа әҙерләү мәсьәләләрен хәл итә. Балалар сабый йорттарынан, айырым шәхестәрҙән һ.б. ҡабул ителә. Балалар...

БАЛАЛАР ЙОРТО №1

БАЛАЛАР ЙОРТО №1, дәүләт уҡытыу‑тәрбиә учреждениеһы. Ата‑әсәһе революция (1917) һәм Граждандар һуғышы йылдарында һәләк булған башҡ. балалары өсөн Үҙәк мәктәпкәсә балалар йорто булараҡ Өфөлә 1921 й. Ш.Ә.Хоҙайбирҙин башланғысы м‑н асыла; 1924 й. алып Ш.Хоҙайбирҙин ис. 1‑се мәктәпкәсә башҡ. Б.й., 3‑сө...

БАЛАЛАР ӘҘӘБИӘТЕ

БАЛАЛАР ӘҘӘБИӘТЕ, 1) мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалар өсөн махсус яҙылған әҫәрҙәр. Башҡ. поэзияһында балалар өсөн тәүге әһәмиәтле әҫәрҙәр 19 б. 2-се яртыһында ижад ителә: Ғ.Соҡоройҙоң “Дөрре Ғәли” (1873; “Ғәли ынйылары”) шиғырҙар йыйынтығы, Аҡмулланың тәбиғәт т‑да һәм дидактик‑мәғрифәтсел шиғырҙары,...

БАЛАЛАЕВ Николай Семёнович

БАЛАЛАЕВ Николай Семёнович (1869—?), Ырымбур губернаһынан 3‑сө Дәүләт думаһы (1907—12) депутаты. 1906 й. алып Бөтә Рәсәй крәҫтиәндәр союзы ағзаһы. Ырымбур өйәҙе Исаев а. священнигы. Думала уртасыл уңдар фракцияһы ағзаһы. Революция (1917) барышында ҡулға алына. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Д.А.Сафонов Тәрж....