Список материалов
БАҠЫРҒАНИ Сөләймән
БАҠЫРҒАНИ Сөләймән, Хәким Ата [?—1166 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1186) Баҡырған а., Харәзм], суфый шағир. Ә.Йәсәүи артынан эйәреүсе. “Ахыры заман китабы”, “Хәҙрәте Мәрйәм китабы” һ.б. әҫ. авторы. Б. 44 хикмәте “Баҡырған китабы” (1846 й. Ҡазанда сыҡҡан) ис. м‑н билдәле 12—18 бб. төрки поэзияһы антологияһына...
БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ
БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, башлыса сульфид (пирит) составы һәм ер ҡабығы үҫеше океан һәм утрауҙар дуғаһы стадияларының натрий серияһы вулканоген ҡатламдарына тура килеүе хас булған баҡыр һәм баҡыр-цинк комплекслы ятҡылыҡтар ғаиләһе. Б.к.я. сәнәғәттәге әһәмиәте мәғдәндәр составында баҡыр, цинк, ҡурғаш,...
БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ МӘҒДӘНДӘРЕ
БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ МӘҒДӘНДӘРЕ, составында көкөрт колчеданы, баҡыр һ.б. төҫлө металдар сульфиды булған тәбиғи минераль ҡатламдар. Төп мәғдән минералдары — пирит, халькопирит, сфалерит, ҡайһы бер ятҡылыҡтарҙа төп минерал — пирит — пирротин һәм магнетит менән ассоциациялаша. Аҙ миҡдарҙа — борнит, халькозин,...
БАҠЫР ЙЫЛАН
БАҠЫР ЙЫЛАН (Coronella austriaca), туҙбаш йыландар ғаиләһенә ҡараған йылан. Европала, Кесе Азияның төньяҡ өлөшөндә, Көнбайыш Ҡаҙағстанда, Кавказда таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 70 см тиклем, шыма тәңкә м‑н ҡапланған. Арҡаһы һорғолт көрән йәки баҡыр-ҡыҙыл (башлыса ата йыландарҙа) төҫтә, ваҡ таптарҙан торған...
БАҠЫР
БАҠЫР (Cuprum), Cu, Д.И.Менделеев периодик системаһының I төркөм химик элементы. Тәбиғәттә Б. 2 тотороҡло изотобы бар. Алһыу ҡыҙыл төҫтәге йомшаҡ һәм еңел сүкелә торған металл. Тығыҙлығы 8920 кг/ м3, tиреү 1083,4°С, tҡайнау 2567°С, Моос б‑са ҡатылығы 3,0, Бриннелль б-са — 370—420 МПа. Уға юғары кимәлдә...
БАҠЫЙ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл
БАҠЫЙ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Баҡый а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 12 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 72 км алыҫлыҡта Ҡоро Күндерәк й. (Күндерәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 492 кеше; 1920 — 716; 1939 — 625; 1959 — 682; 1989 — 611; 2002 — 662; 2010 — 507 кеше....
БАҠЫЙ, Белорет р‑нындағы ауыл
БАҠЫЙ, Белорет р‑нындағы ауыл, Егәҙе а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 125 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 150 км алыҫлыҡта Бәләкәй Шешәнәк й. (Еҙем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 276 кеше; 1920 — 565; 1939 — 333; 1959 — 463; 1989 — 92; 2002 — 125; 2010 — 73 кеше. Башҡорттар...
БАҠЫЙ ТУЙКИЕВ
БАҠЫЙ ТУЙКИЕВ (1719, Уҫы даруғаһы Уран улусы Уръябаш а., хәҙ. БР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны Иҫке Уръябаш а., — ?), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Уҫы даруғаһы Уран улусы мариҙарынан. Шул уҡ улустың старшинаһы. Б.Т. ойошторған отряд (башлыса мариҙарҙан торған) 1774 й. май—июнендә...
БАҠЫЕВ Таһир Әхмәт улы
БАҠЫЕВ Таһир Әхмәт улы (21.2.1970, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (2001), проф. (2008). Ә.В.Баҡыевтың улы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1992) шунда уҡ эшләй (2010 й. башлап нефтте һәм газды ташыу һәм һаҡлау база каф. мөдире), бер үк ваҡытта 2003 й. алып “Газпром трансгаз Уфа” ААЙ‑нда (бүлек нач.,...
БАҠЫЕВ Рим Сәғит улы
БАҠЫЕВ Рим Сәғит улы (4.1.1939, БАССР‑ҙың Благовещен р‑ны Яңы Турбаҫлы а.), дәүләт эшмәкәре. БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1993). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1963) Өфө р‑ны “Россия” к‑зының инженер‑механигы, 1967 й. башлап Благовещен р‑ны Степановка с‑зының баш инженеры, директоры. 1990 й. алып Благовещен...
БАҠЫЕВ Әхмәт Вәхит улы
БАҠЫЕВ Әхмәт Вәхит улы [15.1.1939, БАССР‑ҙың Боҙаяҙ р‑ны Шишмә а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 13.8.2016, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], инженер‑механик. БР ФА акад. (1998), техник ф. д‑ры (1985), проф. (1986). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1998), БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1989). ӨНИ‑не тамамлағандан...
БАҠТЫ, һырт
БАҠТЫ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. БР‑ҙың Белорет р‑ны һәм Силәбе өлк. буйлап субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 32 км (БР терр‑яһында яҡынса 14 км), киңлеге 3—5 км, абс. бейеклеге 1078 м (Силәбе өлк.). Рельефы киртләсле, тигеҙһеҙ. Һырттың көньяҡ өлөшөндә осло ҡаялы түбәләр, һикәлтәләр,...
БАҠСЫ
БАҠСЫ, бағымсы, тәңрелек руханийы. Ҡағиҙә булараҡ, психофизиологик һәләттәргә (күрәҙәселек, дауалау һ.б.) һәм поэтик образлы фекерләүгә эйә. Уңышлы һунар, йонсоу көндәрҙе туҡтатыу, ауырыуҙарҙы дауалау һ.б. өсөн ҡамлау йолаһы үткәргән; арбай белгән (ҡара: Арбау). Б. йолалары ҡыл ҡумыҙ, дөңгөрҙә уйнау...
БАҠСА, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл
БАҠСА, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Ҡарағош а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 16 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 73 км алыҫлыҡта Күндерәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 218 кеше; 1959 — 158; 1989 — 114; 2002 — 97; 2010 — 92 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.
Ауылға...
БАҠСА ҠОМАҒЫ
БАҠСА ҠОМАҒЫ (Eliomys quercinus), кимереүселәр отрядының ҡомаҡтар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Башлыса Европа һәм Төньяҡ Африка урмандарында таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 11—15 см. Арҡаһы ерән төҫмөрлө һорғолт көрән, муйыны, тамағы, күкрәге, ҡорһағы аҡ; күҙенән алып ҡолаҡ төбөнә тиклем ҡара һыҙат үтә. Мороно...
БАҠРАҠ, Ғафури р‑нындағы ауыл
БАҠРАҠ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Еҙем-Ҡаран а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 52 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта Тыпарыш й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 232 кеше; 1920 — 324; 1939 — 500; 1959 — 374; 1989 — 183; 2002 — 186; 2010 — 124 кеше. Башҡорттар йәшәй...
БАҠРА
БАҠРА (Agrostemma), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 3 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда сәсеү Б. үҫә. Бер йыллыҡ йомшаҡ төклө үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 30—80 см. Япраҡтары ҡапма‑ҡаршы, ҡыяҡ йәки ҡыяҡ‑ланцет. Сәскәһе ҡуйы ал, һабаҡ осонда, яңғыҙ һәм...
БАҠАЛЫ, Борай р‑нындағы ауыл
БАҠАЛЫ, Борай р‑нындағы ауыл, Кәшкәләү а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 18 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.-Көнс. табан 86 км алыҫлыҡта Кизгән й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 736 кеше; 1920 — 788; 1939 — 658; 1959 — 715; 1989 — 356; 2002 — 255; 2010 — 195 кеше. Башҡорттар,...
БАҠАЛЫ, ауыл, Баҡалы р‑ны үҙәге.
БАҠАЛЫ, ауыл, Баҡалы р‑ны (1930—63 йй. һәм 1964 й. алып) һәм Баҡалы а/ с үҙәге. Өфөнән Т.-Көнб. 175 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 75 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында, Бәләбәй—Николаевка—Туймазы—Баҡалы, Кушнаренко—Саҡмағош—Баҡалы, Баҡалы—Үрге Йәркәй автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. —...
БАҠАЛЫ УРТА МӘКТӘБЕ №1
БАҠАЛЫ УРТА МӘКТӘБЕ №1, Баҡалы р‑ны. 1907 й. ҡала училищеһы булараҡ нигеҙ һалына, 1918 й. алып 2‑се баҫҡыс мәктәбе, 1930 й. — колхоз йәштәре мәктәбе, 1934 й. — тулы булмаған урта мәктәп (1932—37 йй. өлгөлө), 1935 й. хәҙерге статусын ала, 1967 й. алып хәҙерге исемен йөрөтә. Уҡытыу оҫтаханалары, А.В.Коновалов...