Список материалов
АҘНАБАЕВ Әхмәр Мөхәмәтдин улы
АҘНАБАЕВ Әхмәр Мөхәмәтдин улы (23.5.1934, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Ҡобағош а.), тел белгесе, педагог‑методист. Пед. ф. канд. (1967), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1994), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). БДУ‑ны тамамлаған (1960). 1954—55 йй. Учалы р‑ны Яңы Байрамғол...
АҘАУ, Архангел р‑нындағы ауыл
АҘАУ, Архангел р‑нындағы ауыл, Оҙондар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 36 км һәм Раутау т. юл ст. Көнб. табан 2 км алыҫлыҡта Инйәр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 406 кеше; 1920 — 563; 1939 — 721; 1959 — 739; 1989 — 572; 2002 — 488; 2010 — 461 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...
АҘАНОВА-ВАФИНА Фәниә Ғабдулғәзиз ҡыҙы
АҘАНОВА-ВАФИНА Фәниә Ғабдулғәзиз ҡыҙы (1.5.1937, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Кесе Кәркәле а.), агроном. А.х. ф. д‑ры (1993). Тажик а.х. ин‑тын тамамлаған (Дүшәмбе, 1963). 1956—80 йй. Тажик ССР‑ы ФА‑ның Химия ин‑тында, 1981—95 йй. Тажик ун‑тында (икеһе лә — Дүшәмбе) эшләй. 1980—81 йй. БНИИСХ‑ла өлкән, 1995 й....
АҘАНҒОЛ, Мәсетле р‑нындағы ауыл
АҘАНҒОЛ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Яңы Мишәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 9 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 97 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 319 кеше; 1920 — 329; 1939 — 287; 1959 — 273; 1989 — 266; 2002 — 296; 2010 — 326 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....
АҘ КҮЛӘМЛЕ ХИМИЯ ПРОДУКТТАРЫ ҺӘМ РЕАКТИВТАР ИНСТИТУТЫ
АҘ КҮЛӘМЛЕ ХИМИЯ ПРОДУКТТАРЫ ҺӘМ РЕАКТИВТАР ИНСТИТУТЫ, Реактив ғилми‑тикшеренеү институты. 1996 й. Өфөлә ӨДНТУ эргәһендәге “Реактив” дәүләт инженер үҙәге Теүәл органик синтез ҒТИ м‑н ҡушылғандан һуң барлыҡҡа килә, 2004 й. алып Фән һәм инновациялар б‑са федераль агентлыҡ, 2007 й. — ӨДНТУ эргәһендә. Эшмәкәрлегенең...
АҘ КҮЛӘМЛЕ ХИМИЯ ПРОДУКТТАРЫ
АҘ КҮЛӘМЛЕ ХИМИЯ ПРОДУКТТАРЫ, химик реактивтар, реагенттар (ш. иҫ. коррозия ингибиторҙары, яғыулыҡҡа, майҙарға, полимерҙарға өҫтәмәләр һәм присадкалар), биологик актив матдәләр, өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары, аналитик химияла һәм төрлө синтезда ҡулланылыусы органик реактивтар...
АҘ ЙЫЛЛЫҠ ҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ
АҘ ЙЫЛЛЫҠ ҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ, бер һәм ике йыллыҡ ҡый үләндәре. Йылына 1 тапҡыр орлоҡ бирә, орлоҡ ярҙамында ғына тарала. 6 төркөмгә бүленә: эфемерҙар, иртә яҙғы, һуң яҙғы, ҡышлаусы, ужым, ике йыллыҡ үләндәр. Эфемерҙарҙың (уртансы йондоҙҡай, бер йыллыҡ бажат һ.б.) вегетация осоро бик ҡыҫҡа (1,5—2 ай) булыу...
АДМИРАЛ
АДМИРАЛ (Vanessa atalanta), күбәләктәр отрядының күп төҫлөләр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияла таралған. Ҡанаттарының ҡоласы 6 см тиклем, алғы ҡанаттары өҫтән ҡара, аҡ таплы һәм ҡыҙыл ҡыя һыҙатлы, артҡылары — ҡара, сите ҡыҙыл һыҙатлы. Йомортҡалары 10 буй ҡырлы, йәшкелт, тумалаҡ, үҫемлектәргә һала....
АДМИНИСТРАТИВ‑ТЕРРИТОРИАЛЬ ҠОРОЛОШ
АДМИНИСТРАТИВ‑ТЕРРИТОРИАЛЬ ҠОРОЛОШ, дәүләттең терр. берәмектәргә (губерналар, провинциялар, өйәҙҙәр һ.б.) бүленеше, дәүләт власы органдары (ҡара: Урындағы идаралыҡ, Урындағы үҙидаралыҡ) системаһы уға ярашлы төҙөлә һәм эшләй. 19 б. тиклем Башҡортостандың А.‑т.ҡ. нигеҙен башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә ҡоролошо,...
АДМИНИСТРАТИВ ХОҠУҠ
АДМИНИСТРАТИВ ХОҠУҠ, дәүләт идараһы өлкәһендә ижт. мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе хоҡуҡ тармағы. А.х. нормалары башҡарма власть органдарын ойоштороу, үҙгәртеү һәм бөтөрөү тәртибен, уларҙың компетенцияһын, яуаплылығын, эшмәкәрлек төрҙәрен һәм ысулдарын билдәләй, башҡарма власты ғәмәлгә ашырғанда граждандарҙың,...
АДМИНИСТРАТИВ РАЙОН
АДМИНИСТРАТИВ РАЙОН, үҙ сиктәрендә бер нисә ауыл советын, ш. уҡ ҡала торамаларын (респ. ҡарамағындағы ҡалаларҙан тыш) берләштереүсе адм.‑терр. берәмек. А.р. үҙәктәре булып ҡалалар, ҡала тибындағы ҡасабалар һ.б. торама пункттар тора. Башҡортостанда А.р. БАССР ҮБК Президиумы һәм ХКС‑ының 1930 й. 20 авг....
АДЕЛЬКИН, Бәләбәй р‑нындағы ауыл
АДЕЛЬКИН, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Ермолкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 12 км һәм Аксаков т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 22 км алыҫлыҡта Стивинзя й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 684 кеше; 1920 — 896; 1939 — 940; 1959 — 705; 1989 — 339; 2002 — 281; 2010 — 304 кеше. Сыуаштар йәшәй...
АДЕЕВ Зиф Хәбиб улы
АДЕЕВ Зиф Хәбиб улы (5.6.1932, Өфө — 10.12.1995, шунда уҡ), тренер. Конькиҙа шыуыу спорты б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1978) һәм бөтә Союз категориялы судья (1978). БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1976), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1976). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған...
АДВОКАТУРА
АДВОКАТУРА (лат. advoco — саҡырам), адвокаттарҙың проф. берләшмәһе. Гражданлыҡ йәмғиәте институты булып тора һәм дәүләт власы м‑н урындағы үҙидаралыҡ органдары системаһына инмәй.
Суд реформаһына (1864) ярашлы Өфө, Троицк һәм Ырымбур округ судтарында 1898 й. суд эштәре б‑са присяжныйҙар вәкилдәре институты,...
АДВЕНТИСТАР
АДВЕНТИСТАР (лат. adventus — килеү), 19 б. 30‑сы йй. АҠШ‑та протестантлыҡта барлыҡҡа килгән ағымға эйәреүселәр. “Иисус Христостың икенсегә килеүе” яҡынлашыуы һәм ерҙә “Алланың мең йыллыҡ батшалығы” етеүе т‑да фекер тарата. Төп йолалары: өлкәндәрҙе һыуға сумдырып суҡындырыу һәм аяҡ йыуыу. А. 10‑дан ашыу...
АДВЕНТИВ ҮҪЕМЛЕКТӘР
АДВЕНТИВ ҮҪЕМЛЕКТӘР, ситтән килтерелгән үҫемлектәр, кеше, хайуандар, һыу һәм һауа ағымдары м‑н тәбиғи ареалы сиктәренән сығарылған һәм ошо терр‑яның үҫемлектәр япмаһында урын алған үҫемлек төрҙәре. А.ү. археофиттарға (яңы терр‑яларға 15 б. тиклем индерелгән, мәҫ., маҙа киндер һәм тауыҡ тарыһы Урта Азиянан,...
АДАПТАЦИЯ
АДАПТАЦИЯ (урта быуат лат. аdaptatio — яраҡлашыу), тышҡы мөхиттең билдәле бер шарттарына яраҡлашыу процесы. Хайуандарҙа А. өс төп вариантта бара: уңайһыҙ шарттарҙан китеү (миграция); анабиоз хәленә күсеү — йәшәйеш процестары әүҙемлегенең киҫкен кәмеүе (имеҙеүселәрҙең ҡышҡы йоҡоһо); билдәле бер шарттарҙа...
АҒЫУЛЫ ХАЙУАНДАР
АҒЫУЛЫ ХАЙУАНДАР, башҡа төр заттарҙы ағыуларға һәләтле матдәләргә эйә булған организмдар. А.х. яҡынса 5000 төрө билдәле, ағыулылыҡ кимәле хайуандың йәшенә, енесенә, туҡланыу характерына һ.б. бәйле. Эволюцион алға киткән ағыулылыҡ беренсел А.х. (зоотоксиндар бүлеп сығаралар), ябайы — икенсел А.х. (экзоген...
АҒЫУЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР
АҒЫУЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР, кеше һәм хайуандарҙың ағыуланыуына килтерергә һәләтле ағыулы матдәләр бүлеп сығарыусы һәм туплаусы үҫемлектәр.
Башҡортостанда абаға һымаҡтар, көкөрт үләне һымаҡтар, ҡырҡбыуын һымаҡтар, яланғас орлоҡлолар һәм сәскәле үҫемлектәр араһында осрай; айырыуса ләлә һымаҡтар, лютик һымаҡтар,...