Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АСЛАЕВ Төхвәт Хәлим улы

АСЛАЕВ Төхвәт Хәлим улы [15.6.1922, БАССР‑ҙың Бөрйән‑Түңгәүер кантоны Иҫән а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 28.10.1995, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән], педагог‑методист. Пед. ф. канд. (1969), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1994), РСФСР‑ҙың (1957) һәм БАССР‑ҙың (1955) атҡ. уҡытыусыһы, РСФСР‑ҙың халыҡ...

АСЛЫҠ, йот

АСЛЫҠ, йот, кешенең, билдәле бер кешеләр төркөмөнөң, ш. уҡ теге йәки был төбәк халҡының туҡланыу рационында йәшәү өсөн мөһим компоненттарҙың етешмәүе йәки булмауы һөҙөмтәһендә тыуған соц. бәлә‑ҡаза. А. төрлө стихиялы бәлә‑ҡазаларға (оҙайлы ҡоролоҡ, һыу баҫыу, иртә ҡырау төшөү, борсаҡ яуыу), системалы...

АСМАЕВ Славик Михайлович

АСМАЕВ Славик Михайлович (29.6.1954, БАССР‑ҙың Бөрө районы Бахтыбай а.), бейеүсе, балетмейстер, педагог. РФ‑тың атҡ. артисы (1995), Марий Эл Респ. халыҡ артисы (1988), Мари ССР‑ының атҡ. артисы (1980). Башҡ. респ. мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһын  (Стәрлетамаҡ ҡ., 1973), Рәсәй Театр сәнғәте акад. (Мәскәү, 1995)...

АСПЕРГИЛЛ

АСПЕРГИЛЛ (Aspergillus), аскомицеттар класына ҡараған бәшмәк заты. Яҡынса 160 төрө билдәле, киң таралған. А. вегетатив тәне — субстратҡа үтеп ингән күп күҙәнәкле тармаҡлы мицелий, һирәгерәк һауа мицелийы ла үҫешә. Мицелийҙың күҙәнәктәре күп ядролы. Башлыса енесһеҙ юл — конидия туплағыстарҙа үҫешеүсе...

АСПИРАНТУРА

АСПИРАНТУРА (лат. aspiro — ынтылам, яҡынайырға тырышам), вуздан һуң проф. белем биреү системаһында ғилми һәм ғилми‑пед. кадрҙар әҙерләү формаһы. Ғилми‑тикшеренеү учреждениеларында һәм юғары уҡыу йорттарында тормошҡа ашырыла. Рәсәйҙә А. 1925 й. РСФСР Мәғариф ХК эргәһендә, 1930‑сы йй. алып СССР вуздарында...

АССАМБЛЯЖ

АССАМБЛЯЖ (фр. assemblage), һынлы сәнғәттә ғәҙәти булмаған материалдарҙан эшләнгән әҫәр. А. техникаһы 20 б. башында кубистар коллажынан, Пикассо һәм итальян футуристарының тәүге абстракт скульптураларынан барлыҡҡа килә. Концептуаль сәнғәт төрө булараҡ А. бер үк ваҡытта төрлө пластик һәм рәсем сәнғәте...

АССИМИЛЯЦИЯ

АССИМИЛЯЦИЯ (лат. аssimilatio — оҡшашыу, ҡушылыу), 1) ижтимағи, ижтимағи төркөм вәкилдәренең бүтән төркөмдөң, йәмғиәттең ижт.-мәҙәни һыҙаттарын үҙләштереү процесы һәм һөҙөмтәһе. Ижт. айырмалыҡтарҙы тулыһынса юғалтыуға алып барып, йыш ҡына шәхесте, ижт. ҡатламдарҙы һәм төркөмдәрҙе үҙенең ижт. ойошмаһы...

АССОЦИАЦИЯ

АССОЦИАЦИЯ, иҡтисадта: физик һәм (йәки) юридик шәхестәрҙең үҙ эшмәкәрлектәрен координациялау, үҙ-ара ярҙамлашыу һәм бер-береһенең мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн ойошторолған ирекле берекмәһе. А. составына ингән субъекттарҙың иҡт. үҙаллылыҡтары һәм юридик шәхес хоҡуҡтары һаҡлана. А. йәмәғәт ойошмалары булып...

АСТАЛЬЦЕВ Виктор Владимирович

АСТАЛЬЦЕВ Виктор Владимирович [29.12.1927, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Мәсәғүт а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 8.12.1994, Мәскәү], рәссам. РСФСР‑ҙың атҡ. рәссамы (1989). СССР‑ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы (1964). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1905 й. халыҡ күтәрелеше иҫтәлегенә арналған Мәскәү өлкә һынлы сәнғәт художество...

АСТАНИН Владимир Васильевич

АСТАНИН Владимир Васильевич (16.12.1947, Өфө), инженер-механик. Физика‑матем. ф. д-ры (1997). БР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (2001). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) шунда уҡ эшләй, бер үк ваҡытта 1985 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тының өлкән ғилми хеҙм‑ре. Фәнни эшмәкәрлеге...

АСТАФЬЕВ Михаил Иванович

АСТАФЬЕВ Михаил Иванович (1821, Калуга губ. — 11.6.1884, Ырымбур ҡ.), дәүләт эшмәкәре. Ген.‑лейт. (1879). Дворяндарҙан. 1817—64 йй. Кавказ һуғышында ҡатнашыусы. Император хәрби акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1845). 1839—76 йй. һәм 1878 й. алып рус армияһында. 1845 й. Ырымбур айырым корпусында, 1846—76 йй....

АСТАХОВА Ирина Николаевна

АСТАХОВА Ирина Николаевна (29.8.1959, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (2003). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) Өфөлә эшләй: 13‑сө дауахананың 2‑се поликлиникаһында, 1992 й. алып ашығыс мед. ярҙамы дауаханаһында, 2006 й. — Мануаль терапия үҙәгендә. Фәнни тикшеренеүҙәре шәкәр диабеты, тире һәм йомшаҡ тән туҡымаларының...

АСТЕРОИДТАР

АСТЕРОИДТАР (гр. аsteroeidés — йондоҙ һымаҡтар), бәләкәй планеталар, Ҡояш системаһының космик есемдәре, уларҙың күпселеге Марс м‑н Юпитер орбиталары араһында хәрәкәт итә. 20 б. аҙ. ҡарай 7 меңдән ашыу А. 2 йәки унан күберәк оппозицияла күҙәтелгән һәм уларҙың 5 меңенең орбита элементтары билдәләнгән....

АСТРА

АСТРА, 1) (Aster), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 250‑нән ашыу (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 500‑ҙән ашыу) төрө билдәле, Төньяҡ Америкала, һирәгерәк Көньяҡ Америкала, Африкала һәм Евразияла таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Күп йыллыҡ төклө үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 8—70 см. Япрағы ябай,...

АСТРА ҺЫМАҠТАР

АСТРА ҺЫМАҠТАР, ҡатмарлы сәскәлеләр (Asteraceaе йәки Compositae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 1000 заты, 20 меңдән ашыу төрө билдәле. Бөтә Ер шары буйлап таралған. Үлән, ярым ҡыуаҡ, һирәгерәк ҡыуаҡ, тәпәш ағас, лиана, йыш ҡына һөт күҙәнәктәре йәки ыҫмала юлдары бар. Башҡортостанда 58 затҡа ҡараған...

АСТРАГАЛ

АСТРАГАЛ (Astragalus), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 2000‑дән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә, башлыса ҡоро өлкәләрҙә таралған. Башҡортостанда 28 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үләндәр һәм ярым ҡыуаҡсыҡтар, һирәгерәк ярым ҡыуаҡтар. Һабаҡтары тармаҡлы, насар...

АСТРАХАНЦЕВ Александр Александрович

АСТРАХАНЦЕВ Александр Александрович (10.8.1922, Дорогобуж ҡ. — 8.5.1986, Өфө), график. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1969). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1962). Мәскәү полиграфия ин‑тын тамамлағандан һуң (1952; педагогтары А.Д.Гончаров, П.Н.Захаров) 1986 й. тиклем Башҡ‑н китап нәшриәтендә...

АСТРОНОМИЯ

АСТРОНОМИЯ (гр. ástron — йондоҙ һәм nómos — закон), күк есемдәренең һәм Ғаләмдең төҙөлөшө һәм үҫеше т‑дағы фән. Ғәмәли А., күк механикаһына һәм астрофизикаға бүлеп йөрөтөлә. Ғәмәли А. мәғлүмәттәре календарҙар төҙөгәндә, ваҡыт хеҙмәтендә, навигацияла һ.б. ҡулланыла. Күк механикаһы тәбиғи һәм яһалма йыһан...

АСФАЛЬТ

АСФАЛЬТ (гр. asphaltos — тау ыҫмалаһы), тәбиғи асфальт, мальталар һәм асфальтиттар араһында аралаш урынды биләүсе тәбиғи битумдар класы. Төҫө ҡуйы көрәндән ҡараға тиклем, ыҫмала ялтырауыҡлы һәм ҡыуыш һынылышлы. Йәбешкәк, ҡайһы берҙә ҡаты, тығыҙлығы 1000—1120 кг/м3; май миҡдары 25—40%, хлороформда яҡшы...

АСФАЛЬТ

АСФАЛЬТ (гр. asphaltos — тау ыҫмалаһы), тәбиғи асфальт, мальталар һәм асфальтиттар араһында аралаш урынды биләүсе тәбиғи битумдар класы. Төҫө ҡуйы көрәндән ҡараға тиклем, ыҫмала ялтырауыҡлы һәм ҡыуыш һынылышлы. Йәбешкәк, ҡайһы берҙә ҡаты, тығыҙлығы — 1000—1120 кг/м3; май миҡдары — 25—40%, хлороформда...