Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АУСТРУМ, Иглин р‑нындағы ауыл

АУСТРУМ, Иглин р‑нындағы ауыл, Ауструм а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 35 км һәм Таутөмән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 431 кеше; 1920 — 824; 1939 — 373; 1959 — 410; 1989 — 417; 2002 — 491; 2010 — 535 кеше. Белорустар, урыҫтар...

АУТОАЛЛЕРГИЯ АУЫРЫУҘАРЫ

АУТОАЛЛЕРГИЯ АУЫРЫУҘАРЫ, аутоиммун ауырыуҙар, аутоагрессив ауырыуҙар, организмдың үҙенең зарарланған күҙәнәктәре һәм туҡымалары (эндоаллергендары) тәьҫиренә иммун реакцияһы боҙолғанда барлыҡҡа килә. А.а. органоспецифик булмаған аутоантиесемдәр (системалы етди ҡыҙыл сөсө ауырыуы) һәм органоспецифик аутоантиесемдәр...

АУЫҘ‑ТЕЛ ӘҘӘБИӘТЕ

АУЫҘ‑ТЕЛ ӘҘӘБИӘТЕ, һүҙ сәнғәтенең төп төрҙәренең береһе (фольклор һәм әҙәбиәт м‑н бер рәттән), проф. ижадсыларҙың импровизацияһы. А.‑т.ә. әҫәрҙәре телдән телгә күсә, ләкин тәүге текст үҙгәрмәй, уларҙа конкрет авторҙарҙың донъяны ҡабул итеүе, эстетик идеалдары, индивидуаль стиле һаҡлана. Телдән телгә...

АУЫҠ‑БҮЛӘК

АУЫҠ‑БҮЛӘК, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Бәҙрәш а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 8 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Ауыҡ й. (Тере Танып басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 217 кеше; 1959 — 252; 1989 — 163; 2002 — 129; 2010 — 133 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...

АУЫҠ‑БҮЛӘК, Тәтешле р‑нындағы ауыл

АУЫҠ‑БҮЛӘК, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Бәҙрәш а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 8 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Ауыҡ й. (Тере Танып басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 217 кеше; 1959 — 252; 1989 — 163; 2002 — 129; 2010 — 133 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...

АУЫЛ

АУЫЛ, төрки, монгол һәм ҡайһы бер Кавказ халыҡтары торамаһы. Башҡорттарҙа тәүҙә ырыу общинаһының күсенеү урынындағы торамаһы (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре) булған. Даими торама булараҡ А. барлыҡҡа килеүенә күсмә тормоштан ултыраҡ тормошҡа күсеү булышлыҡ итә. А. күбәйеүе Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы...

АУЫЛ БИЛӘМӘЛӘРЕ

АУЫЛ БИЛӘМӘЛӘРЕ, 1) илдә ҡабул ителгән ҡала биләмәһе (ҡалалар һәм ҡала тибындағы ҡасабалар) критерийҙарына тап килмәгән торама пункттар. А.б. ауыл хужалығы, ауыл хужалығы булмаған, ҡатнаш төрҙәргә айырып йөрөтөлә. РФ‑та А.б. түбәндәгесә бүленә: даими һәм миҙгелле йәшәү биләмәләре; халыҡ һаны б-са —...

АУЫЛ ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР ЙӘМҒИӘТЕ

АУЫЛ ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР ЙӘМҒИӘТЕ, сельпо, ауылда ҡулланыусылар кооперацияһын ойоштороу формаһы. Көндәлек ихтыяж тауарҙарын һатыу, халыҡтан а.х. продукттарын, эшкәртелмәгән тире, йөн һ.б. һатып алыу, ш. уҡ ҡулланыусыларҙы кредитлау, тирмәндәр, ашханалар төҙөүҙе һ.б. тормошҡа ашырған. Өфө губ. тәүге А.ҡ.й....

АУЫЛ СОВЕТЫ, сельсовет

АУЫЛ СОВЕТЫ, сельсовет, 1) совет власының беренсел башҡарма органы; 2) РФ‑та административ-территориаль ҡоролош берәмеге. Тәүге А.с. системаһы 1918 й. РСФСР Конституцияһы м‑н нығытылған. Структураһы һәм эшмәкәрлеге ҡануниәт тарафынан көйләнә. А.с. ойошторолғанда ҙур ауыл торама пункты йәки бәләкәй торама...

АУЫЛ ТӨҘӨЛӨШӨ

АУЫЛ ТӨҘӨЛӨШӨ, ауыл ерендә объекттар (малсылыҡ һәм ҡошсолоҡ фермалары, а.х. техникаһын ремонтлау, а.х. продукцияһын һаҡлау һәм эшкәртеү пр‑тиелары, мелиорация ҡоролмалары, электрлаштырыу, торлаҡ, соц.‑мәҙәни тәғәйенләнешле объекттар һ.б.) төҙөү һәм яңыртыуға махсуслашҡан төҙөлөш тармағы. Башҡортостанда...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ, агросәнәғәт комплексының үҙәк звеноһы, матди етештереүҙең халыҡты аҙыҡ‑түлек, сәнәғәтте сеймал м‑н тәьмин итеүсе мөһим тармағы; үҫемлекселек һәм малсылыҡ продукцияһын алыу өсөн а.х. культураларын эшкәртеү һәм а.х. малдарын үрсетеү. А.х. ш. уҡ үҫемлек һәм хайуан продукттарын беренсел эшкәртеүҙең...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, ауыл хужалығы өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр һәм квалификациялы эшселәр әҙерләү системаһы. Башҡортостанда а.х. белгестәре әҙерләүсе тәүге проф. уҡыу йорттары Өфө ир балалар гимназияһы эргәһендәге ер үлсәү-таксатор класы (1859—74) һәм Ер үлсәү училищеһы...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ЕРҘӘРЕ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ЕРҘӘРЕ, а.х. продукцияһын етештереү өсөн систематик рәүештә ҡулланылған ер биләмәләре. А.х.е. һөрөнтө ер (ш. иҫ. йәшелсә баҡсалары һәм парҙар), күп йыллыҡ үҫемлектәр ултыртылған ерҙәр (виноградлыҡтар, емеш питомниктары, емеш баҡсалары, еләк баҡсалары һ.б.), ҡалдау ерҙәр (йылдан ашыу сәсеү...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ЗОНАЛАРЫ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ЗОНАЛАРЫ, тәбиғи-ауыл хужалығы зоналары, тәбиғәт һәм климат шарттары, тупраҡ һәм үҫемлектәр япмаларының дөйөмлөгө хас булған билдәле бер территорияны а.х. райондарына бүлеү берәмеге. Башҡортостан терр. тәбиғәт шарттары комплексы, ландшафт һәм ауыл хужалығын алып барыу системаһы үҙенсәлектәре...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ИНСТИТУТЫ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ИНСТИТУТЫ, БНИИСХ 1956 й. Өфөлә Шишмә тәжрибә ст. (1912 й. нигеҙләнә) базаһында ойошторола, 1983 й. БНИИЗиС һәм БНИПТЖиК-ға үҙгәртелә, 1998 й. улар берләшкәндән һуң, Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһының Башҡ‑н а.х. ҒТИ. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: иген культуралары,ҡуҙаҡлы иген...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ КОММУНАҺЫ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ КОММУНАҺЫ, совет власының тәүге йылдарында а.х. производство кооперацияһы формаларының береһе. Ауыл ярлылары, батрактар, эшселәр тарафынан башлыса алпауыт имениелары нигеҙендә ойошторола. А.х.к. бөтә производство саралары һәм ерҙе файҙаланыу дөйөмләштерелә, продукцияны тигеҙ бүлеү (кеше...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ КУЛЬТУРАЛАРЫНЫҢ БУЙҒА ҮҪЕҮҺӘМ ҮҪЕШ ФАЗАЛАРЫ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ КУЛЬТУРАЛАРЫНЫҢ БУЙҒА ҮҪЕҮ ҺӘМ ҮҪЕШ ФАЗАЛАРЫ, үҫемлектең шытыуынан алып ҡороуына тиклемге индивидуаль үҫешенең аныҡ тышҡы (морфол.) билдәләр (онтогенездың һәр этабында эске торошто сағылдыралар һәм уны контролдә тоторға мөмкинлек бирәләр) м‑н характерланыусы эҙмә-эҙлекле этаптары. Фазаларға...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫН АҪРАУ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫН АҪРАУ, малдарҙы урынлаштырыу, ашатыу, уларға ҡулай зоогигиеник шарттар (ҡара: Зоогигиена) тыуҙырыу, көн тәртибен үтәүҙе үҙ эсенә алған мал тәрбиәләү саралары комплексы. Малсылыҡтың интенсивлаштырылыу кимәле һәм зо­наларҙың тәбиғи‑иҡт. үҙенсәлектәренән сығып аҙбарҙа (малдар йыл...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫН АШАТЫУ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫН АШАТЫУ, 1) малсылыҡтағы производство процесы, был осраҡта мал аҙыҡтары малс‑ҡ продукттары алыу өсөн ҡулланыла. 2) Зоотехнияның малдарҙың нормаль үҫеүен, юғары продуктлылығын, һаулығын, үрсеү функцияларын, тоҡом сифаттарын тәьмин иткән мал аҙыҡтарын рациональ ҡулланыуҙың фәнни...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫН БОНИТИРОВКАЛАУ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫН БОНИТИРОВКАЛАУ, тоҡом малдарын тоҡомлолоғо, сығышы, продуктлылығы, үҫеше, конституцияһы, кәүҙә төҙөлөшө һәм тоҡом сифаты б‑са комплекслы баһалау. Бонитировкалағанда малдарҙың күрһәткестәре балдарҙа баһалана, уларҙың дөйөм суммаһы б‑са класы (элита‑рекорд, элита, 1-се класс, 2-се...