Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АЭРОГЕЛДӘР

АЭРОГЕЛДӘР (аэро... һәм лат. gelo — ҡуйырам), гелдәрҙе киптереү юлы м‑н алынған микрокүҙәүле ыуалыусан есемдәр (ҡара: Дисперслы системалар). Алюмогель (алюмин гидроксиды гелен һыуҙан айырыу юлы м‑н алалар), силикагелде (поликремний к‑таһы гелен ҡыҙҙырып киптереү юлы м-н) айыралар. 20 б. 60‑сы йй. башында...

АЭРОЗОЛДӘР

АЭРОЗОЛДӘР, газ хәлендәге мөхиттә (һауала) таралған ваҡ ҡаты һәм шыйыҡ бөртөксәләрҙән торған дисперслы системалар. А. туҙан, төтөн, томан, смог инә. Бөртөксәләрҙең дәүмәле 100 мкм артмай; дәүмәле 1 мкм кәм булған бөртөксәләр айырыуса хәүефле, сөнки улар тын алғанда кешенең үпкәһенә, аҙаҡ ҡан системаһына...

АЭРОЛОГИЯ

АЭРОЛОГИЯ (аэро... һәм ...логия), метеорологияның ирекле атмосфералағы (Ерҙең тейеп торған өҫкө йөҙөнөң тәьҫире беленмәгән ҡатламдарында) физик күренештәрҙе, процестарҙы һәм уларҙы тикшереү ысулдарын өйрәнеүсе бүлеге. Ирекле атмосфераның мөһим физик үҙенсәлектәрен (елдең тиҙлеге һәм йүнәлеше, һауаның...

АЭРОПОРТТАР

АЭРОПОРТТАР (аэро... һәм порт), граждандар авиацияһы саралары м‑н даими рәүештә пассажирҙар, йөк, почта ташыусы һәм һауа суднолары осошон ойоштороуҙы, хеҙмәтләндереүҙе тәьмин итеүсе транспорт предприятиелары. А. ер өҫтө хеҙмәттәре, күтәрелеү-ултырыу һыҙаттары, аэровокзалы (ҡара: Вокзалдар) булған аэродромдан...

АЯТ

АЯТ (ғәр. айа — билдә, мөғжизә), айат, Ҡөрьәндә сүрәнең үҙ аллы мәғәнәһе булған иң бәләкәй ритмик өлөшө. Исламдың дөйөм догматик системаһы үҫеше осоронда — Хоҙайҙың төп “билдәһе”. Мосолман диненә ярашлы, А. Алланың ысын һүҙҙәре яҙылған. Мөхәммәт тәүҙә үҙенең вәғәздәрен тәшкил иткән айырым асылыштарҙы...

ӘБДЕЙ АБДУЛЛОВ

ӘБДЕЙ АБДУЛЛОВ, Ә. А б д у л л и н, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Уҫы даруғаһының(Пермь крайы Барҙы р‑ны) Ғәйнә улусы Ялпаҡ а. башҡорто. Мулла. 1773 й. көҙ—ҡыш айҙарында Батырҡай Иткинин, Сәйфулла Сәйҙәшев һәм Әҙел Әшмәнов м‑н бергә Башҡортостандың төньяҡ‑көнбайышында...

ӘБДЕЛҒӘЗЕ, Ә ҡ е м б ә т, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ӘБДЕЛҒӘЗЕ, Ә ҡ е м б ә т, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Амангилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 29 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 82 км алыҫлыҡта Тулаҡ й. (Оло Ҡыҙыл й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 346 кеше; 1920 — 508; 1939 — 314; 1959 — 271; 1989 — 311; 2002...

ӘБДЕЛҒӘЗИЗОВ Лотфулла Кәлимулла улы

ӘБДЕЛҒӘЗИЗОВ Лотфулла Кәлимулла улы [12.6.1866, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Һарыҡташ а. (Ырымбур өлк. Һарыҡташ р‑ны) — 30.10.1913, Ырымбур губ. Троицк ҡ. (Силәбе өлк.)], педагог, мәғрифәтсе. Ырымбур татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлағандан һуң (1886) В.В.Катаринскийҙың тәҡдиме б‑са Мәтәл урыҫ‑башҡорт...

ӘБДЕЛЙӘЛИЛ МӘҠСҮТОВ

ӘБДЕЛЙӘЛИЛ МӘҠСҮТОВ (1741 й. тирәһе – 1811 й. һуң), Өфө провинцияһы мишәрҙәре һәм хеҙмәтле татарҙарынан Уложенный комиссия депутаты. Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы. Мишәр. 1767 й. Туҡтамыш Ишбулатов һ.б. депутаттар м‑н берлектә властан артыҡ файҙаланғаны өсөн Өфө провинцияһы воеводаһы И.В.Спиридовты...

ӘБДЕЛЙӘЛИЛ ЫРЫҪҠОЛОВ

ӘБДЕЛЙӘЛИЛ ЫРЫҪҠОЛОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһының Ҡыр‑Танып улусы башҡорто. 1773 й. дек. Бәхтейәр Ҡанҡаев һәм Әҙел Биғәшев м‑н берлектә Ҡазан даруғаһында баш күтәреүселәр отрядын ойоштора. 1774 й. яҙ—йәй айҙарында Ҡазан һәм Уҫы даруғаларында...

ӘБДЕЛКӘРИМ РАХМАНҒОЛОВ

ӘБДЕЛКӘРИМ РАХМАНҒОЛОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Ҡазан даруғаһының Юрмый улусы Салпы а. (ТР‑ҙың Аҙнаҡай р‑ны) яһаҡлы татары. 1774 й. ғин.—мартында Ҡазан даруғаһының Нуғайбәк ҡәлғәһе һәм Баҡалы а. тирәһендә хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа баш күтәреүселәр...

ӘБДЕЛКӘРИМ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ӘБДЕЛКӘРИМ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Әбделкәрим а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 43 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 83 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлаш­ҡан. Халҡы: 1900 й. — 218 кеше; 1920 — 374; 1939 — 240; 1959 — 305; 1989 — 465; 2002 — 465; 2010 — 425 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта...

ӘБДЕЛКӘРИМ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл

ӘБДЕЛКӘРИМ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Йәрмәкәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 5 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 36 км алыҫлыҡта Песмән һәм Рә йй. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 955 кеше; 1920 — 1132; 1939 — 1074; 1959 — 995; 1989 — 531; 2002 — 257; 2010 — 478 кеше. Татарҙар...

ӘБДЕЛКӘРИМ, М а я н ғ а н, Әлшәй р‑нындағы ауыл

ӘБДЕЛКӘРИМ, М а я н ғ а н, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Әбдрәшит а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 37 км алыҫлыҡта Маянған й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 203 кеше; 1920 — 295; 1939 — 274; 1959 — 249; 1989 — 162; 2002 — 122; 2010 — 68 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ӘБДЕЛМАЛИКОВ Ғатаулла

ӘБДЕЛМАЛИКОВ Ғатаулла, Ә л и б а е в Ғ. [1836, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Түңгәүер улусы Вәлит а. (БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны) — 1914, шунда уҡ], дин әһеле, суфыйсылыҡҡа эйәреүсе, ишан. Тыуған ауылында мәктәп тамамлаған, Истанбулда уҡыған, унда Нәҡшбәндиәтәриҡәте тәғлимәтен уҡытырға рөхсәт алған. Тыуған яғына...

ӘБДЕЛМӘМБӘТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ӘБДЕЛМӘМБӘТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Хәлил а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.28 км һәм Әлмөхәмәт т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 313 кеше; 1920 — 377; 1939 — 334; 1959—301;1989 — 464; 2002 — 514; 2010 — 576 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

ӘБДЕЛМӘМБӘТ, Бөрйән р‑нындағы ауыл

ӘБДЕЛМӘМБӘТ, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Ҡыпсаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 46 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 120 км алыҫлыҡта Үҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 265 кеше; 1920 — 935; 1939 — 251; 1959 — 359; 1989 — 503; 2002 — 652; 2010 — 629 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта...

ӘБДЕЛМӘНОВ Ғүмәр Мөғәлләм улы

ӘБДЕЛМӘНОВ Ғүмәр Мөғәлләм улы [15.12.1929, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Суҡраҡлы а. (БР‑ҙың Шишмә районы) — 30.10.2020, Өфө ҡ.], йырсы. БАССР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1989). Башҡ. театр‑художество училищеһын тамамлаған (1951). 1955 й. башлап БАССР МС эргәһендәге Радиотапшырыуҙар һәм ТВ комитеты, 1959 й. — БАССР...

ӘБДЕЛМӘНОВ Илшат Ғаяз улы

ӘБДЕЛМӘНОВ Илшат Ғаяз улы (15.6.1941, БАССР‑ҙың Хәйбулла районы Оло Әбеш а. — 25.7.2007, Мәскәү ҡ.), тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (1995). Мәскәү тау институтын тамамлаған (1967). 1959—61 йй. Силәбе өлкәһенең Вишневогорск рудник идаралығында һәм Салауат ҡ. 18‑се комбинатында,...

ӘБДЕЛМӘНОВ Илшат Ғаяз улы

ӘБДЕЛМӘНОВ Илшат Ғаяз улы (15.6.1941, БАССР‑ҙың Хәйбулла районы Оло Әбеш а. — 25.7.2007, Мәскәү ҡ.), тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (1995). Мәскәү тау институтын тамамлаған (1967). 1959—61 йй. Силәбе өлкәһенең Вишневогорск рудник идаралығында һәм Салауат ҡ. 18‑се комбинатында,...