Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“БАШМАҒЫМ”, комедия

“БАШМАҒЫМ”, Х.К.Ибраһимовтың 3 шаршаулы музыкаль комедияһы. 1916 й. яҙылған. Комедияла 20 б. башындағы татар сауҙагәрҙәренең тормош‑көнкүреше һәм ғөрөф‑ғәҙәттәре сағылдырылған. Геройҙар ҡиммәтле башмаҡтар юғалыуға бәйле төрлө комик хәлдәргә юлыға. Тәүге тапҡыр 1919 й. Төркөстан фронтының Көньяҡ төркөм...

“БАШМЕБЕЛЬ”, предприятие

“БАШМЕБЕЛЬ”, мебель етештереү пр‑тиеһы. 1959 й. Өфө фанер-мебель комб‑ты составындағы (1966 й. тиклем) мебель ф‑каһы булараҡ нигеҙ һалына. 1971 й. алып “Башҡортостан” мебель фирмаһы, 1975 й. — “Б.” Башҡ‑н мебель ПБ, 1986 й. — Өфө мебель комб‑ты, 1994 й. — “Башлеспром” ААЙ составындағы “Б.” ААЙ, 2005...

“БАШМЕДЬСТРОЙ”, предприятие

“БАШМЕДЬСТРОЙ”, торлаҡ, производство һәм соц.‑мәҙәни тәғәйенләнешле объекттар төҙөү пр‑тиеһы. 1948 й. Сибай ҡ. “Башстрой” төҙөлөш идаралығының 1‑се һәм 2‑се төҙөлөш участкалары базаһында “Б.” тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1990 й. алып производство-төҙөлөш берекмәһе, 1995 й. — ААЙ, 2007 й. ябыла. Составына...

“БАШНЕФТЕГАЗПРОЕКТ”

“БАШНЕФТЕГАЗПРОЕКТ” проект институты, “Стронег” ААЙ‑ның бүлендек пр‑тиеһы. Октябрьский ҡ. урынлашҡан. 1988 й. “Башнефтегазстрой” проект‑төҙөлөш берекмәһенең проект бүлеге булараҡ асыла, 1990 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 1991 й. хәҙ. статусын ала. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре — торлаҡ‑граждан тәғәйенләнешле...

“БАШНЕФТЕГЕОФИЗИКА”, предприятие

“БАШНЕФТЕГЕОФИЗИКА”, ААЙ. Нефть һәм тәбиғи газдарға эҙләнеү-разведка эштәре алып бара. Өфөлә урынлашҡан. Составы: 14 сейсмик разведка партияһы (ш. иҫ. Башҡортостанда 3, Төмән өлк. 11), 3 геофизика эштәре идаралығы, экспедициялар. Өфөлә Геофизика материалдарын эшкәртеү һәм интерпретациялау үҙәге, тематик...

“БАШНЕФТЕЗАВОДСТРОЙ”, предприятие

“БАШНЕФТЕЗАВОДСТРОЙ”, торлаҡ, сәнәғәт, соц.-көнкүреш һәм мәҙәни тәғәйенләнешле объекттар төҙөү пр‑тиеһы. 1945 й. Өфөлә “Башнефтезаводы” тресының 1‑се төҙөлөш-монтаж идаралығы базаһында “Б.” тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1989 й. “Б.” проект-төҙөлөш берекмәһенә үҙгәртелә, 1993 й. алып ААЙ, 2006 й. ябыла....

“БАШНЕФТЕПРОЕКТ”

“БАШНЕФТЕПРОЕКТ” институты, 1933 й. Маҡар районы Ишембай а. С.М.Киров ис. Ишембай промыслаһының төҙөлөш бүлеге составында проект‑смета бюроһы булараҡ асыла, ш. уҡ йылда Стәрлетамаҡ ҡ. күсерелә; 1936—39 йй., 1941—51 йй. “Б.” проект‑смета контораһы (1944 й. Өфөгә күсерелә), 1939 й. алып “Востокнефтепродукт”...

“БАШНЕФТЬ”, предприятие

“БАШНЕФТЬ” акционерҙар нефть компанияһы, асыҡ АЙ. БР, Ырымбур өлкәһе, Көнбайыш Себер территорияларында нефть һәм тәбиғи газ ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙе, Ираҡ һәм Мьянмала геология‑разведка эштәрен тормошҡа ашыра; нефть һәм газ эшкәртеү, нефть машиналары эшләү, төҙөлөш индустрияһы һ.б. киң продукция ассортиментын...

“БАШНЕФТЬ”, шашка клубы

“БАШНЕФТЬ”, проф. шашка клубы. 1999 й. “Ишимбайнефть” НГДУ‑һы эргәһендә “Нефтсе” клубы булараҡ нигеҙ һалына, 2001 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә; 2002 й. — Өфөлә урынлашҡан. Клубтың ирҙәр командаһы — Европа чемп. (2000—01), Европа шашка конфедерацияһы кубогын яулаусы (2000—01, 2004—07, 2009—10),...

“БАШНИИНЕФТЕМАШ”

“БАШНИИНЕФТЕМАШ” Башҡортостан нефть машиналары эшләү ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ институты, ДУП. Өфөлә урынлашҡан. 1963 й. Дәүләт нефть машиналары эшләүҙе проектлау ин‑ты филиалы булараҡ асыла, 1967 й. алып Бөтә Союз нефть машиналары эшләү проект‑конструкторлыҡ ҒТИ‑ның Өфө филиалы, 1991 й. —...

“БАШНИПИНЕФТЬ”

“БАШНИПИНЕФТЬ”, ЯСЙ. 1935 й. Өфөлә “Востокнефть” тресының үҙәк ғилми-тикшеренеү лаб. булараҡ асыла, 1947 й. алып Өфө нефть ғилми-тикшеренеү институты, 1970 й. “Башнефтепроект” ин‑ты м‑н берләшкәндән һуң “Б.” Башҡ‑н нефть сәнәғәте ғилми-тикшеренеү һәм проект ин‑ты итеп үҙгәртелә, 1997 й. башлап “Б.”...

“БАШНИПИСТРОМ”

“БАШНИПИСТРОМ”, Башҡортостан төҙөлөш материалдары сәнәғәте ғилми-тикшеренеү һәм проект институты, ДУП. Өфөлә 1929 й. Башҡортостан ғилми‑тикшеренеү институтының сәнәғәт бүлеге булараҡ асыла, 1932 й. башлап Башҡ‑н сәнәғәт, 1940 й. — төҙөлөш материалдары ҒТИ, 1947 й. алып Рәсәй урындағы төҙөлөш материалдары...

“БАШОБУВЬБЫТ”, предприятие

“БАШОБУВЬБЫТ”, ЯАЙ. Аяҡ кейеме ремонтлау һәм тегеү эштәрен башҡара. Өфөлә урынлашҡан. Составы: 2 цех, һынау лаб. (БР‑ҙың аяҡ кейеме тегеү пр‑тиелары продукцияһын сертификациялай). 2008 й. 67 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1960 й. “Коопремонт” артеле (1939) базаһында Өфө аяҡ кейеме ремонтлау...

“БАШПЛОДОРОДИЕ”, предприятие

“БАШПЛОДОРОДИЕ”, дәүләт пр‑тиеһы. БР‑ҙың а.х. агрохимик хеҙмәтләндереүҙе ғәмәлгә ашыра, минераль ашламалар, үҫемлектәрҙе һаҡлау препараттарын һата; сәсеүлектәрҙе химик препараттар м‑н эшкәртеүҙе һ.б. башҡара. Өфөлә урынлашҡан. “Б.” составында Өршәк т. юл ст. урынлашҡан склад биналары булған производство...

“БАШПРОМБАНК”

“БАШПРОМБАНК”, Башҡортостан сәнәғәт банкыһы, ААЙ. Өфөлә урынлашҡан. Сит ил валютаһы һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙар м‑н банк операцияларын (ҡара: Банкылар, Коммерция банкыһы); иҫәп- хисап һәм касса аша хеҙмәтләндереүҙе, юридик һәм физик шәхестәрҙе кредитлауҙы; депозит операцияларын тормошҡа ашыра. 2010 й. 47 кеше...

“БАШПРОМСЕРВИС”, ЯСЙ.

“БАШПРОМСЕРВИС”, ЯСЙ. Төҙөлөш‑монтаж, ағас-таҡта материалдарҙы быу файҙаланыу ысулы менән киптереү һәм эшкәртеү, нефтехимия продукттарын һатыу эштәрен башҡара; пенополистирол плиталар һәм торбалар өсөн йылы һаҡлаусы материалдар сығара. Салауат ҡ. урынлашҡан. 1993 й. ЯАЙ булараҡ ойошторола, 2022 й. алып...

“БАШПТИЦЕПРОМ”, предприятие

“БАШПТИЦЕПРОМ”, ААЙ. Йомортҡа, себеш һәм ҡош ите (ҡаҙ, тауыҡ, өйрәк һ.б.), ш. уҡ ҡатнаш мал аҙығы етештереү һәм һатыуҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. “Б.” составына 20 инкубатор‑ҡошсолоҡ станцияһы инә. 2006 й. 280 кеше эшләгән. Ҡоштар һаны 28 мең тәшкил иткән, йомортҡа етештереү — 775 мең дана,...

“БАШРЕМСТРОЙ”, предприятие

“БАШРЕМСТРОЙ”, ЯСЙ. Торлаҡ йорттар, сәнәғәт һәм социаль‑мәҙәни тәғәйенләнешле объекттарҙы төҙөү һәм ремонтлау эштәрен башҡара. Өфө ҡ. урынлашҡан. 1999 й. 58 кеше эшләгән.  1964 й. 9 ремонт ойошмаһы һәм 5 хужалыҡ иҫәбендәге участка базаһында “Б.” республика ремонт-төҙөлөш тресы булараҡ нигеҙ һалына,...

“БАШРЕСУРСЫ”, предприятие

“БАШРЕСУРСЫ”, сауҙа пр‑тиеһы. 1991 й. Өфөлә “Б.” АЙ булараҡ нигеҙ һалына, 1996 й. алып ААЙ, 2002 й. ябыла. Составына “Регион” (1991 й. нигеҙләнгән, Сибай ҡ.), “Берёзка” (Дыуан р‑ны Мәсәғүт а.), “Южный” (Ишембай ҡ.) бүлендек пр‑тиелары, Бүздәк һәм Ҡырмыҫҡалы производство- коммерция пр‑тиелары (бөтәһе...

“БАШСАНТЕХМОНТАЖ”, предприятие

“БАШСАНТЕХМОНТАЖ”, ААЙ. Производство һәм торлаҡ биналарының, соц.‑мәҙәни тәғәйенләнешле объекттарҙың санитар-техник һәм вентиляция системаларын монтажлау, ремонтлау, төҙәтеү һәм файҙаланыуға тапшырыуҙы; йылылыҡ һәм газ м‑н тәьмин итеү, һыу үткәргес һәм канализация селтәрҙәрен һуҙыуҙы; санитар- техник...