Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ӘҮЖӘН СВИТАҺЫ

ӘҮЖӘН СВИТАҺЫ, урта рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. К.А.Львов тарафынан айырып күрһәтелә (1933). Ултырмалар М.И.Гарань (1937, 1963, 1969), О.П.Горяи­нова, Э.А.Фалькова (1940), В.И.Козлов (1978,1982,1988), Н.Н.Ларионов (1985, 1994), А.В.Маслов (1990, 2000, 2001) тарафынан тасуирлана. 6 ярым...

ӘҮЖӘН УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

ӘҮЖӘН УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү пр‑тиеһы. 1941 й. Белорет р‑нының Үрге Әүжән а. күп тармаҡлы “Заря пятилетки” артеле (1928) базаһында ойошторола, 1994 й. алып ААЙ, 2008 й. ябыла. Составына 3 ағас әҙерләү участкаһы, мебель етештереү,таҡта бысыу, эшкәртеү (бөтәһе лә — 1928 й....

ӘҮЖӘН‑ПЕТРОВСК ЗАВОДТАРЫ

ӘҮЖӘН‑ПЕТРОВСК ЗАВОДТАРЫ, 1753 й. Нуғай даруғаһы Тамъян һәм Түңгәүер улустары башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Әүжән й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында граф П.И.Шувалов (ҡара: Шуваловтар) һәм К.Матвеев тарафынан нигеҙ һалына. Үрге Әүжән‑Петровск суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы Әүжән й....

ӘҮЛИӘ

ӘҮЛИӘ (ғәр. — изгеләр), хаҡ тормошо өсөн Алла тарафынан ҡурсалау һәм мөғжизәле көс (кәрәмәт) бирелгән фиҙаҡәр. Ә. күрәҙәселек, уйҙар уҡыу, ауырыуҙарҙан һауыҡтырыу, тәбиғи ҡазалар килтереү һәм булдырмау һәләтенә эйә була, тип иҫәпләнә. Ә. культы суфыйсылыҡта ныҡлы урын биләй. Халыҡҡа яҡын булыуы, дин...

ӘҮЛИӘ ЧӘЛӘБИ

ӘҮЛИӘ ЧӘЛӘБИ (Дәрүиш бин Мәхмүт Зилли; 25.3.1611, Истанбул — 1682/ 1683, шунда уҡ; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Ҡаһирә ҡ., Ғосман империяһы), төрөк сәйәхәтсеһе, географ. Хәмит әфәнде мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң Айя Суфия мәсетендә (икеһе лә – Истанбул), 1636 й. алып төрөк солтаны Морат IV һарайында хеҙмәт...

ӘҮМЕШ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ӘҮМЕШ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Таштимер а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 29 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 32 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 — 821 кеше; 1920 — 554; 1939 — 295; 1959 — 257; 1989 — 115; 2002 — 113; 2010 — 107 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...

ӘҮНӘШ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ӘҮНӘШ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Йәнгел а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 23 км һәм Магнитогорск т.юл ст.(Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 45 км алыҫлыҡта Йәнгел й. буйында урын­лашҡан. Халҡы: 1939 й. — 149 кеше; 1959 — 332; 1989 — 390; 2002 — 378; 2010 — 399 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп...

ӘҮРЕЗТАМАҠ ХАЗИНАҺЫ

ӘҮРЕЗТАМАҠ ХАЗИНАҺЫ, 8—9 бб. археологик ҡомартҡыһы. 1989 й. юл эштәре башҡарған саҡта Әлшәй р‑ны Әүрезтамаҡ а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Әүрез й. (Дим й. ҡушылдығы) уң ярында табылған. Сасаниҙар Ираны һәм Төрки ҡағанаты мәҙәниәте йоғонтоһонда формалашҡан Согдий сәнғәт мәктәбенә ҡараған...

ӘҮСӘХОВ Рудоль Рәйес улы

ӘҮСӘХОВ Рудоль Рәйес улы (7.11. 1951, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Яңы Күктау а.), архитектор. БР‑ҙың атҡ. архитекторы (1993), РФ‑тың почётлы архитекторы (2011). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1978). Мәскәү архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (1975) 1988 й. тиклем “Башкиргражданпроект” ин‑тының архитекторы, баш...

ӘФТӘХОВ Руслан Шәрәфетдин улы

ӘФТӘХОВ Руслан Шәрәфетдин улы (24.3.1977, Өфө), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2000). Урал физик культура акад. тамамлаған (2003). 20‑се ДЮСШ һәм “Луч” респ. күреү б‑са инвалидтарҙың спорт‑тергеҙеү үҙәге тәрбиәләнеүсеһе (тренеры И.С.Романов). 200, 400 һәм 800 м...

ӘХӘТОВ Ғәбделхәй Хөррәм улы

ӘХӘТОВ Ғәбделхәй Хөррәм улы (8.9.1927, ТАССР‑ҙың Иҫке Айман а. — 25.11.1986, Яр Саллы ҡ.), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1965), профессор (1970). Ҡазан педагогия институтын тамамлаған (1951). 1954 й. алып Тубыл педагогия институтының татар теле кафедраһы, 1958 й. — БДУ‑ның татар теле һәм әҙәбиәте...

ӘХӘТОВ Искәндәр Шәүҡәт улы

ӘХӘТОВ Искәндәр Шәүҡәт улы (18.8.1956, Өфө), физик‑механик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2002), физика‑матем. ф. д‑ры (1990), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001). Ш.Н.Әхәтовтың улы. МДУ‑ны тамамлаған (1979). 1982—2000 йй. БДУ‑ла уҡыта (1991 й. алып тотош мөхиттәр механикаһы каф. мөдире), бер үк...

ӘХӘТОВ Шәүҡәт Нурлығаян улы

ӘХӘТОВ Шәүҡәт Нурлығаян улы [14.11.1922, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Баҙытамаҡ а. (БР‑ҙың Илеш районы) — 7.12.1922, Өфө ҡ.], хужалыҡ эшмәкәре. Техник фәндәр кандидаты (1975). БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1972), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1977). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлағандан...

ӘХӘТОВА Ираида Әбүбәкер ҡыҙы

ӘХӘТОВА Ираида Әбүбәкер ҡыҙы (10.1.1946, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Мулла а.), зоотехник. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2012), а.х. ф. д‑ры (1995), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1999), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1991, 1992). БАХИ‑ны тамамлаған (1977). 1974 й. башлап Биология ин‑тында, 1978 й. —Бөтә Союз...

ӘХИӘРОВ Влер Хатип улы

ӘХИӘРОВ Влер Хатип улы (1.2. 1938, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Тамъян а. — 4.5.2001, Мәскәү), тау инженеры. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1986). РСФСР‑ҙың атҡ. геологы (1989). Төмән индустриаль ин‑тын тамамлаған (1971). 1957 й. алып Берёзовка комплекслы геол.‑разведка экспедицияһында (Төмән өлк.); 1961 й....

ӘХИӘРОВ Камил Шәйехмырҙа улы

ӘХИӘРОВ Камил Шәйехмырҙа улы [19.2.1930, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Үрге Маншыр а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны)], педагог. Рәсәй мәғариф акад. мөхбир ағзаһы (1996), пед. ф. д‑ры (1974), проф. (1976). РСФСР‑ҙың (1982) һәм БАССР‑ҙың (1980) атҡ. фән эшмәкәре, БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1960), СССР‑ҙың мәғариф...

ӘХИӘРУЛЛИН Исмәғил Әхиәр улы

ӘХИӘРУЛЛИН Исмәғил Әхиәр улы (10.7.1910, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ҡаракөсөк а., хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Үрнәк а., — 7.5. 2004, Дәүләкән ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1932—1940 йй. Күгәрсен р‑нының Мораҡ с‑зында, Саҡмағош р‑нының Саҡмағош МТС‑ында һәм Башҡ‑н игенселек ХК‑ның Башҡ‑н...

ӘХИЙӘРЕТДИНОВА Роза Әсләм ҡыҙы

ӘХИЙӘРЕТДИНОВА Роза Әсләм ҡыҙы (15.1.1934, Өфө — 9.5.2003, шунда уҡ), балетмейстер. РСФСР‑ҙың (1983), БАССР‑ҙың (1976) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. 1953 й. алып Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле), 1958 й. — Татар дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле (Ҡазан)...

ӘХИРӘТТӘР”, ансамбль

“ӘХИРӘТТӘР”, Әбйәлил район мәҙәниәт йортоноң (Асҡар а.) фольклор ансамбле. 1982 й. ойошторола, 1990 й. “халыҡ” исемен ала. Репертуарына башҡорт халыҡ йырҙары (“Бейеш”, “Порт‑Артур”,“Сибай”,“Таштуғай”, “Төйәләҫ”, “Һандуғас”), бәйеттәр (“Урал тураһында бәйет”, “Ризалыҡ бәйете”, “Саҡ‑Суҡ”), мөнәжәттәр...

ӘХЛАҠ

ӘХЛАҠ (лат. moralis — әхлаҡлы), ижт. аңдың бер төрө, изгелек м‑н яуызлыҡ араһында һайлау һәм традицияларға, йәмәғәтселек фекеренәһәм кешенең аңына (намыҫына) таянып, йәмғиәттә кешеләрҙең тәртибен көйләгән соц. институт. Этика тарафынан өйрәнелә. Әҙәп Ә. тәртибе (кешеләрҙең реаль эштәре) м‑н билдәләнә....