Список материалов
“БАШУРАЛЭНЕРГОСТРОЙ”, предприятие
“БАШУРАЛЭНЕРГОСТРОЙ”, энергия объекттары (ҡаҙандар, электростанция турбиналары, магистраль йылылыҡ селтәрҙәре), сәнәғәт һәм соц.- мәҙәни тәғәйенләнешле объекттар, БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә торлаҡ төҙөү һәм реконструкциялау пр‑тиеһы. 1964 й. “УфаТЭЦстрой” төҙөлөш идаралығы булараҡ нигеҙ һалына,...
“БАШФАРМАЦИЯ”, предприятие
“БАШФАРМАЦИЯ”, ДУП. Дарыуҙарҙы һ.б. мед. тауарҙарын күмәртәләп һәм ваҡлап һатыуҙы, дарыуҙар яһауҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. Составы: 173 дарыухана, 200‑ҙән ашыу дарыухана пункты һәм киоскыһы, 7 “Оптика” магазины, 4 күмәртә склады, автохужалыҡ. 2009 й. 2584 кеше эшләгән. 1926 й. БАССР Һаулыҡ...
“БАШХЛЕБОПРОДУКТ”, предприятие
“БАШХЛЕБОПРОДУКТ”, ДУП. Иген әҙерләү, һаҡлау һәм эшкәртеүҙе, ярма, ҡатнаш мал аҙығы етештереүҙе һ.б. тормошҡа ашырған. Өфөлә урынлашҡан. 1957 й. Башҡ‑н респ. иген продукттары идаралығы булараҡ нигеҙ һалына, 1961 й. алып Башҡ‑н респ. әҙерләүҙәр идаралығы, 1965 й. — Башҡ‑н респ. иген продукттары һәм ҡатнаш...
“БАШЭКСПО”, күргәҙмә үҙәге
“БАШЭКСПО” күргәҙмә үҙәге, ЯСЙ. Сәнәғәт һәм фәнни-техник йүнәлештәге халыҡ-ара һәм төбәк-ара махсуслаштырылған күргәҙмәләр, йәрминкәләр ойоштора һәм үткәрә. Өфөлә урынлашҡан. 2010 й. 36 кеше эшләгән.
1991 й. Сауҙа-сәнәғәт палатаһы эргәһендә “УфаЭКСПО” ЯСШ булараҡ нигеҙ һалына, 1993 й. алып хәҙ. исемен...
“БАШЭЛЕКТРОМОНТАЖ”, предприятие
“БАШЭЛЕКТРОМОНТАЖ”, электр ҡулайламаларын монтажлау һәм көйләү, электр ҡорамалдарын ремонтлау; электротехник продукция етештереү пр‑тиеһы. 1955 й. Өфөлә респ. монтаж пр‑тиеларын берләштергән “Б.” тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1991 й. алып ЯАЙ, 1995 й. — ААЙ, 2007 й. — Новосибирск ҡ. теркәлгән. Составына...
“БАЯС”, йыр
“БАЯС”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Йырҙың көйөн тәүге тапҡыр Ғ.З.Сөләймәнов яҙып ала һәм үҙенең “Ҡурай” (1985) китабында баҫтыра. Артабанғы яҙманы Ф.Х.Камаев эшләй. Йыр лирик‑эпик характерҙа. Риүәйәт б‑са, Орск өйәҙенең Күсей а. йәшәүсе йәйләү старшинаһы Баяс ябай халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлай, һәләтле...
“БӘЛӘБӘЙ”, а.х. предприятиеһы
“БӘЛӘБӘЙ”, а.х. пр‑тиеһы. Бәләбәй р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Баженов ауылы. 1919 й. К.Е.Ворошилов ис. с‑з булараҡ нигеҙ һалына, 1936 й. алып “Б.” с‑зы, 1996 й. — «“Б.” совхозы» ДУАХП, 1999 й. — “Б.” МУАХП, 2005 й. ябыла. Составына сусҡа комплексы (ҡеүәте йылына 24 мең баш, БР‑ҙа иң эре комплекстарҙың...
“БӘХЕТ КӨНӨ”, рәсемле альбом
“БӘХЕТ КӨНӨ”, Башҡ. дивизияһының сәйәси бүлегенең рәсемле альбомы. 1920 й. февралендә Петроград ҡ. иҫке башҡ. телендә сыға. Башҡорт ғәскәренең большевиктар яғына сығыуына бер йыл тулыуға арнала. Ижтимағи‑сәйәси, тарихи һәм әҙәби‑нәфис мәҡәләләрҙе, Башҡорт милли хәрәкәте лидерҙары, сәйәси хеҙмәткәрҙәр,...
“БӘХТЕЙӘРНАМӘ”, хикәйәт
“БӘХТЕЙӘРНАМӘ”, башҡ. һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы, ҡаймалы хикәйәт, Көнсығыш әҙәбиәтенә барып тоташа. 10 үҙ аллы өлөштән тора. Ҡаймалы сюжет нигеҙендә сабый сағында ата‑әсәһен юғалтҡан Бәхтейәр тарихы ята. Батша һарайы эргәһендәге ҡаҙнаны һаҡлаусы итеп тәғәйенләнгәндән һуң, вәзирҙәрҙең ялған ғәйепләүе арҡаһында,...
“БЕДНОТА, ОРГАНИЗУЙСЯ!”, гәзит
“БЕДНОТА, ОРГАНИЗУЙСЯ!” (“Ярлылар, тупланығыҙ!”), ижт.‑сәйәси гәзит. Бөрө рев‑ция ком‑ты һәм РКП(б) органы. Бөрө ҡ. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1919 й. ғин.—мартында нәшер ителә. Барлығы 12 һаны сыға. Гәзит биттәрендә совет власы органдарының бойороҡтары, ҡарарҙары, күрһәтмәләре баҫыла, Граждандар...
“БЕҘ — БАШҠОРТТАР”, гәзит
“БЕҘ — БАШҠОРТТАР”, ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусыһы — “Шоңҡар” Башҡ. милли-мәҙәни автономияһы (Яр Саллы ҡ.). Яр Саллыла квартал һайын башҡ. телендә сыға. 2002 й. алып “Шоңҡар” булараҡ, 2006 й. — хәҙ. исемдә нәшер ителә.
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина...
“БЕҘҘЕҢ ЮЛ”, гәзит
“БЕҘҘЕҢ ЮЛ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Өфө мосолман милли советы, 1917 й. 29 октябренән алып Өфө губерна крәҫтиән депутаттары советы, башҡ.‑тат. социалист‑революционерҙары һәм Өфө мосолман хәрби комитеты, 1918 й. мартынан Урал‑Волга штаттарын ойоштороу комитетының Өфө бүлексәһе органы. Өфө ҡ. төрки телендә...
“БЕЛИТ-КПД”, предприятие
“БЕЛИТ-КПД”, ЯСЙ. Төҙөлөш-монтаж эштәренең, изделиеларының, конструкцияларының сифатын һәм уларҙың норматив-техник документацияға тап килеүен контролдә тота, төҙөлөш материалдарын һынай һәм уларҙың сифаты т‑да һығымта бирә, төҙөлөш материалдарын һәм изделиеларын етештереү өсөн фәнни-техник иҫәпләүҙәр...
“БЕЛЬСКИЕ ПРОСТОРЫ”, журнал
“БЕЛЬСКИЕ ПРОСТОРЫ” (“Ағиҙел киңлектәре”), ижт.‑сәйәси һәм әҙәби‑нәфис журнал. Ойоштороусылары — Башҡортостан РеспубликаһыХөкүмәте, Яҙыусылар союзы. Өфөлә айына 1 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — яҡынса 1,3 мең дана (2015). 1998 й. дек. нәшер ителә башлай. “Б.п.” респ. йәшәгән халыҡтарҙың тарихын,...
“БЕР ТУҒАН”, журнал
“БЕР ТУҒАН”, журнал. Нәшер итеүсеһе — А.Ф.Тайсина. Вайлер а. (Германия) квартал һайын башҡ., урыҫ, тат. (айырым материалдары) һәм немец телендә сыға. 2002 й. алып “Татарҙар Германияла” исеме аҫтында нәшер ителә, 2003—09 йй. — “Б.т.”. Германияла йәшәүсе башҡорттар һәм татарҙарҙың ижтимағи һәм мәҙәни...
“БЕРҘӘМ РӘСӘЙ”
“БЕРҘӘМ РӘСӘЙ” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы, 2001 й. дек. Мәскәүҙә «“Берҙәмлек һәм Ватан” союзы» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһын (2001 й. окт. “Берҙәмлек” һәм “Ватан” йәмәғәт берекмәләре м‑н “Бөтә Рәсәй” ижт.-сәйәси хәрәкәтен берләштереү юлы м‑н төҙөлә) үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә «“Берҙәмлек һәм Ватан” —...
“БЕРҘӘМ РӘСӘЙ”ҘЕҢ ЙӘШ ГВАРДИЯҺЫ»
«“БЕРҘӘМ РӘСӘЙ”ҘЕҢ ЙӘШ ГВАРДИЯҺЫ», йәштәргә ижт.-сәйәси тәрбиә биреү маҡсатында ойошторола; “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы идеяларын яҡлай. 2000 й. алып “Йәштәр берҙәмлеге” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы булараҡ эшләй, 2005 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Үҙенең символикаһы һәм атрибутикаһы бар. Эшмәкәрлегенең...
“БЕРЛЕК”, гәзит
“БЕРЛЕК”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Бәләбәй өйәҙ земствоһы органы. Бәләбәй ҡ. аҙнаһына 2 тапҡыр иҫке башҡ. телендә сыға. 1918 й. авгусында чехословак фетнәһе осоронда нәшер ителә, “Таң” типографияһында баҫтырыла. Гәзит биттәрендә большевиктарға ҡаршы мәҡәләләр донъя күрә.
Тәрж. Р.М.Шәрипова...
“БЕТОН”, пр‑тие
“БЕТОН”, тимер-бетон һәм бетон изделиелар етештереү пр‑тиеһы. 1967 й. Стәрлетамаҡ производство пр‑тиелары комб‑ты булараҡ нигеҙ һалына, 1967—92 йй. “Башремстрой” пр‑тиеһы составында (1973 й. алып өҫтәмә-ярҙамсы производство участкаһы, 1987 й. — ярҙамсы производство участкаһы). 1992 й. башлап “Б.” дәүләт...
“БИАТЛОН”, спорт комплексы
“БИАТЛОН”, биатлон б‑са Рәсәйҙә иң ҙур спорт комплекстарының береһе. Өфөлә урынлашҡан. 1986 й. төҙөлә, 2001 й. реконструкциялана. Трибуналы (3000 урын) радиолаштырылған саңғы стадионы, йыйылмалыһүтелмәле трибуналары, ярым ябыҡ (сәптәр өсөн 6 ҡулайлама) һәм асыҡ (30 ҡулайлама) тирҙары, оҙонлоғо 2,5;...