Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАЙМАҠ УРТА МӘКТӘБЕ №1

БАЙМАҠ УРТА МӘКТӘБЕ №1. 1878 й. 1 класлы башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ‑башҡ.) булараҡ нигеҙ һалына, 1918 й. алып Ғ.С.Иҙелбаев һәм Ғ.С.Мағазов ис. 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1926 й. — 2‑се баҫҡыс мәктәбе, 1928 й. — 7 йыллыҡ фабрика‑завод мәктәбе, 1934 й. — хәҙерге исемен һәм статусын йөрөтә....

БАЙМАҠ ХАЛЫҠ ҠУРАЙСЫЛАР АНСАМБЛЕ

БАЙМАҠ ХАЛЫҠ ҠУРАЙСЫЛАР АНСАМБЛЕ, Халыҡ ижады үҙәгенең Баймаҡ халыҡ ҡурайсылар ансамбле. 1957 й. ойошторола, 2006 й. алып Буранбай сәсән исемен йөрөтә. 1997 й. “халыҡ” исемен ала. Репертуарында “Ашҡаҙар”, “Зөлхизә”, “Ильяс”, “Ҡолой кантон”, “Порт‑Артур”, “Сибай”, “Сыңрау торна”, “Урал” һ.б. башҡ. халыҡ...

БАЙМАҠ‑БҮРЕБАЙ СВИТАһЫ

БАЙМАҠ‑БҮРЕБАЙ СВИТАһЫ, девондың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Ф.И.Ковалёв Баймаҡ ҡ. һәм Хәйбулла районы Бүребай а. тирәһендә ирәндек свитаһы составынан айырып күрһәтә (1948). Ултырмаларҙың тасуирламаһын И.С.Анисимов (1967), М.Ш.Биков (1967), А.А.Захаров (1967), А.М.Косарев (1973), А.И.Кривцов (1970),...

БАЙМАҠ, ҡала

БАЙМАҠ, БР‑ҙағы ҡала, Баймаҡ р‑нының адм. үҙәге (1930 й. алып). Башҡортостандың Урал аръяғының көньяғында, Өфөнән көньяҡ-көнсығышҡа 489 км һәм Сибай т. юл ст. көньяҡ-көнбайышҡа табан 35 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Майҙаны — 139 км2. Халҡы (мең кеше): 1920 й. — 2,5; 1939 — 11,3; 1959 —...

БАЙМАҠТА БАШҠОРТ ХӨКҮМӘТЕ АҒЗАЛАРЫН АТЫУ

БАЙМАҠТА БАШҠОРТ ХӨКҮМӘТЕ АҒЗАЛАРЫН АТЫУ, 1918 й. 7 мартында Орск өйәҙе Баймаҡ а. көнбайышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта һәм 9 мартында ш. уҡ өйәҙҙең Сидоровка (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Фёдоровка) утары янында булған ваҡиғалар. 1918 й. ғин.—февр. Кесе ҡоролтай ағзалары Ғ.С.Иҙелбаев, Ә.Б.Ҡарамышев һәм Ғ.С.Мағазов...

БАЙМАТОВ Валерий Нурмөхәмәт улы

БАЙМАТОВ Валерий Нурмөхәмәт улы (29.6.1951, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Күмертау ҡсб, хәҙ. Күмертау ҡ.), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (1991), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ эшләй (1995 й. алып анатомия, гистология һәм патология каф. мөдире)....

БАЙМИЕВ Алексей Хәниф улы

БАЙМИЕВ Алексей Хәниф улы (23.4.1971, БАССР‑ҙың Тәтешле р‑ны Түбәнге Балтас а.), молекуляр биолог. Биол. ф. д‑ры (2007). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1993) Биохимия һәм генетика ин‑тында эшләй: 2003 й. алып — өлкән, 2008 й. — төп ғилми хеҙм‑р; бер үк ваҡытта 2006 й. башлап БДПУ‑ла, 2008 й. — БДМУ‑ла уҡыта....

БАЙМОРАТОВ Исхаҡ Исмәғил улы

БАЙМОРАТОВ Исхаҡ Исмәғил улы [1897, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҫәкәй а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — ?], дәүләт эшмәкәре. Беренсе донъя, Граждандар, Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Тәьминәт акад. тамамлаған (Мәскәү, 1932). 1919—21 йй. айырым Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһында (ҡара: Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө)...

БАЙМӨХӘМӘТОВ Казбек Сәғит улы

БАЙМӨХӘМӘТОВ Казбек Сәғит улы (31.3.1931, БАССР‑ҙың Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы а. — 4.6.2014, Өфө ҡ.), нефтсе‑геолог. Геология-минералогия фәндәре докторы (1989). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), СССР‑ҙың нефть...

БАЙМЫРҘА, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

БАЙМЫРҘА, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Ермолкин а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 19 км һәм Аксаков т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 29 км алыҫлыҡта Ҡондоҙло й. (Кама й. басс.) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1023 кеше; 1920 — 1164; 1939 — 1081; 1959 — 691; 1989 — 350; 2002 — 399; 2010 — 409 кеше. Татарҙар,...

БАЙМЫРҘА, Мишкә р‑нындағы ауыл

БАЙМЫРҘА, Мишкә р‑нындағы ауыл, Баймырҙа а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 38 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 110 км алыҫлыҡта Ҡыңғыр й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 667 кеше; 1920 — 615; 1939 — 481; 1959 — 467; 1989 — 636; 2002 — 579; 2010 — 587 кеше. Мариҙар...

БАЙМЫРҘИН Ғаяз Исламетдин улы

БАЙМЫРҘИН Ғаяз Исламетдин улы [1.1.1913, Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ғәлекәй а. (Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) — 7.5.1948, Умань ҡ. янында], лётчик, гвардия майоры (1943). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Энгельс хәрби авиация мәктәбен тамамлаған (1940). 1936 й. алып Совет...

БАЙМЫРҘИН Хәмит Хәйервар улы

БАЙМЫРҘИН Хәмит Хәйервар улы (8.2.1955, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Бикбулат а.), педагог. Пед. ф. д‑ры (2001), проф. (2002). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1977) Күгәрсен р‑ны 1‑се Юлдыбай урта мәктәбендә уҡыта. 1981 й. алып Стәрлетамаҡ пед. ин‑тында уҡыта, 1996 й. — Башҡ‑н мәғарифты үҫтереү...

БАЙМЫРҘИНА Вилә Искәндәр ҡыҙы

БАЙМЫРҘИНА Вилә Искәндәр ҡыҙы (1.7.1953, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Аҡъюл а.), педагог. Пед. ф. д‑ры (1998), проф. (1999). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2014), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2009), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). СДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Күгәрсен р‑ны мәктәптәрендә...

БАЙНАЗАР УРТА МӘКТӘБЕ

БАЙНАЗАР УРТА МӘКТӘБЕ, Бөрйән р‑ны. 1924 й. 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1936 й. алып тулы булмаған урта мәктәп, 1952 й. хәҙерге статусын ала. Интернаты, тыуған яҡты өйрәнеү музейы һ.б. бар. Уҡыу йортон 2,5 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында Т.Ф.Ҡарамышева,...

БАЙНАЗАР, Бөрйән р‑нындағы ауыл

БАЙНАЗАР, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Байназар а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 29 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 118 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 787 кеше; 1920 — 1152; 1939 — 690; 1959 — 909; 1989 — 1175; 2002 — 1361; 2010 — 1313 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

БАЙӨМБӘТ, Ҡунаҡбай, Ғафури р‑нындағы ауыл

БАЙӨМБӘТ, Ҡунаҡбай, Ғафури р‑нындағы ауыл, Бурлы а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 36 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 55 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 236 кеше; 1920 — 324; 1939 — 255; 1959 — 327; 1989 — 210; 2002 — 188; 2010 — 175 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

БАЙРАК Константин Алексеевич

БАЙРАК Константин Алексеевич (28.9.1913, Баҡы — 24.2.1993, С.‑Петербург), хужалыҡ эшмәкәре. Иҡт. ф. канд. (1962). Әзербайжан нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (Баҡы, 1936) Баҡы нефть промыслаларында эшләй. 1939 й. — алып “Башнефть” тресы, 1941 й. — “Ишимбайнефть” тресы, 1946 й. — “Башнефть” ПБ баш инженеры....

БАЙРАҠ, Сапар, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

БАЙРАҠ, Сапар, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Отрада а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 268 кеше; 1959 — 182; 1989 — 150; 2002 — 165; 2010 — 188 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). 1929 й. Стәрлетамаҡ кантонында...

БАЙРАМ КӨНДӘРЕ

БАЙРАМ КӨНДӘРЕ, күренекле ваҡиғаларға йәки традицион даталарға арналған көндәр. “Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр, һөнәри байрамдар һ.б. әһәмиәтле даталар тураһында” (1992) законына ярашлы, Б.к. булып Республика көнө — Башҡ. Совет Соц. Респ. дәүләт суверенитеты тураһында декларация...