Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАЙЫМОВ Әхмәтғази Хаммат улы

БАЙЫМОВ Әхмәтғази Хаммат улы [1876, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Байым а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 17.11.1964, шунда уҡ], дин әһеле. Байым ишандың бүләһе. Муллаҡай мәҙрәсәһендә, унан Орск өйәҙенең Темәс а. һәм Орск ҡ. мәҙрәсәләрендә уҡыған. Ғәрәп, фарсы, төрки телдәрен белгән. 1898 й. алып тыуған ауылы мәҙрәсәһендә...

БАЙЫМОВ Бөрйән Сафа улы

БАЙЫМОВ Бөрйән Сафа улы (7.2.1948, БАССР-ҙың Баймаҡ р-ны 2-се Этҡол а. — 26.11.2004, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), фольклорсы, яҙыусы. Филол. ф. канд. (1993). Журналистар союзы (1989), Яҙыусылар союзы (1993) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1980). 1983—98 йй., 2000—02 йй. — ТТӘИ‑лә, 1998—99 йй. Башҡортостан...

БАЙЫМОВ Мөхтәр Әхмәтғәзи улы

БАЙЫМОВ Мөхтәр Әхмәтғәзи улы [10.5.1905, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Байым а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 10.7.1938, Өфө], филолог, йәмәғәт эшмәкәре. Ә.Х.Байымовтың улы. Көнсығыш пед. ин‑тында (Ҡазан, 1924—26) уҡыған, Ленинград көнсығыш ин‑тын тамамлаған (1930). Ғәрәп, ҡаҙаҡ, төрөкмән, төрөк, урыҫ, үзбәк, фарсы,...

БАЙЫМОВ Роберт Нурмөхәмәт улы

БАЙЫМОВ Роберт Нурмөхәмәт улы (10.1.1937, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Үтәгән а. — 30.4.2010, Өфө), әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), филол. ф. д‑ры (1984), проф. (1984). РФ‑тың (2005), БАССР‑ҙың (1986) атҡ. фән эшмәкәре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). БДУ‑ны тамамлаған (1964), 1968 й....

БАЙЫШ АРХЕОЛОГИК МИКРОРАЙОНЫ

БАЙЫШ АРХЕОЛОГИК МИКРОРАЙОНЫ, Баймаҡ р‑ны сиктәрендә Оло Урғаҙа й. (уға Бүреле й. ҡойған урынға тиклем) басс. урынлашҡан таш быуат — һуң тимер быуатҡа ҡараған археологик ҡомартҡылар төркөмө. Ирәндек һыртының көньяҡ осондағы тау итәктәрендәге далаларҙы биләй. Майҙаны — яҡынса 150 км2. Б.а.м. таш эшкәртеү...

БАЙЫШ ҠУРҒАНДАРЫ

БАЙЫШ ҠУРҒАНДАРЫ, б.э. тиклем 4—3 мең йыллыҡ — б.э. 13—14 бб. археологик ҡомартҡылары. Баймаҡ р‑нының Байыш а. янында урынлашҡан. 1864 й. Р.Г.Игнатьев тарафынан асыла, 1962 й. М.Х.Садиҡова, 1969 й. М.Ш.Рәжәпов, 1977 й. Р.Б.Исмәғилев, 1991—92 йй. һәм 1995—97 йй. А.Ф.Йәминев, 1996—97 йй. Н.С.Савельев...

БАЙЫШ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

БАЙЫШ, Ҡасимғол, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ишмөхәммәт а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 32 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 45 км алыҫлыҡта Оло Урғаҙа й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 505 кеше; 1920 — 756; 1939 — 447; 1959 — 399; 1989 — 536; 2002 — 581; 2010 — 505 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

БАЙЫШ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

БАЙЫШ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Байыш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 97 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. табан 66 км алыҫлыҡта Ҡасҡынсы й. (Ҡаҫмарт й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 516 кеше; 1920 — 567; 1939 — 561; 1959 — 550; 1989 — 490; 2002 — 518; 2010 — 431 кеше....

БАЙЫШЕВ Булат Таһир улы

БАЙЫШЕВ Булат Таһир улы (1.4.1927, Өфө — 14.7.2012, Мәскәү), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1989), проф. (1991). РФ‑тың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1993), РФ‑тың Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. эшмәкәре (1997), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1973) һәм почётлы нефтсеһе (1987). Т.Ғ.Байышевтың...

БАЙЫШЕВ Таһир Ғәлләм улы

БАЙЫШЕВ Таһир Ғәлләм улы (15.8.1886, Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Хәлил а., хәҙер БР‑ҙың Дыуан районы Иҫке Хәлил а., — 4.11.1974, Өфө ҡ.), тел белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1950). Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия институтын тамамлаған (1933). 1906 й....

БАЙЫШЕВ Фәнил Нафиҡ улы

БАЙЫШЕВ Фәнил Нафиҡ улы (15.1.1956, БАССР‑ҙың Балаҡатай р‑ны Монас а. — 6.1.1993, Өфө), тел белгесе. Тарих ф. канд. (1992). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1983) Йемен Респ. тәржемәсе булып эшләй, 1987 й. алып ТТӘИ‑лә (1992 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р). Р.Ф.Фәхретдиновтың тормошо һәм эшмәкәрлеге б‑са хеҙмәттәр,...

БАЙЫШЕВА Зилә Вәғиз ҡыҙы

БАЙЫШЕВА Зилә Вәғиз ҡыҙы (25.5.1961, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2008). БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1999). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1983) 26‑сы урта мәктәп (Өфө) уҡытыусыһы. 1988 й. алып — ӨЮИ‑ла, 2005 й. — Ырымбур ун‑тының Өфө филиалында, 2009 й. — БДУ‑ның Хоҡуҡ ин‑тында эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре...

БАКАЛАВРИАТ

БАКАЛАВРИАТ, юғары белем системаһында тәүге баҫҡыс. “Бакалавр” дәрәжәһе база юғары белем программаһын (4 йыл) үҙләштергәндән һуң бирелә һәм магистр дәрәжәһе (ҡара: Магистратура) алыр өсөн уҡыуҙы дауам итеү хоҡуғын бирә. Күп кенә сит илдәрҙә (АҠШ, Англия һ.б.) бакалавр — ун‑т тамамлағандан һуң алынған...

БАКАЛОВ Андрей Борисович

БАКАЛОВ Андрей Борисович (7.4.1969, Өфө), спортсы. Велосипед спорты б-са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1994). “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Р.Н.Латипов). Рәсәй чемп. (1991—94). СССР халыҡтары спартакиадаһының бронза призёры (1991). Гвианала (1991), Францияла (1991),...

БАКАЛОВКА, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

БАКАЛОВКА, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Таналыҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 32 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 90 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 193 кеше; 1959 — 294; 1989 — 302; 2002 — 369; 2010 — 353 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Подольск урта мәктәбе...

БАКИЧ Андрей Степанович

БАКИЧ Андрей Степанович (19.12.1878, Черногория — 25.5.1922, Новониколаевск ҡ.; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1922 й. ғин., Кяхта ҡ.), Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Ген.‑лейт. (1920). 1904—05 йй. урыҫ‑япон, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Одесса пехота юнкерҙар уч‑щеһын тамамлаған (1902)....

БАКЛАНОВ Пётр Яковлевич

БАКЛАНОВ Пётр Яковлевич (5.7.1946, БАССР‑ҙың Фёдоровка районы Георгиевка а.), иҡтисади географ, иҡтисадсы. РФА академигы (2003), география фәндәре докторы (1987), профессор (1990). РФ‑тың атҡаҙанған географы (2021). МДУ‑ның география (1971) һәм иҡтисад (1972) факультеттарын тамамлаған. 1965—66 йй. Салауат...

БАКЛАНОВ Юрий Григорьевич

БАКЛАНОВ Юрий Григорьевич (22.6.1937, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1985), БР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1997). Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу т. юл транспорты инженерҙары ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1982). 1960 й. алып ӨПЭПБ‑ла эшләй: 1977 й. башлап капиталь төҙөлөш б‑са ген. дир....

БАКТЕРИАЛЬ АШЛАМАЛАР

БАКТЕРИАЛЬ АШЛАМАЛАР, а.х. культуралары өсөн файҙалы тупраҡ микроорганизмдары булған препараттар. Б.а. м‑н эшкәртелгән орлоҡтарҙы сәскән саҡта үҫемлектәрҙең тамыр зонаһында тупраҡтағы биохимик процестарҙы көсәйтеүсе микроорганизмдар сығанағы барлыҡҡа килә, был а.х. культураларының уңдырышлылығын һәм...

БАКТЕРИЯЛАР

БАКТЕРИЯЛАР (гр. baktērion — таяҡса), микроскопик, башлыса бер күҙәнәкле организмдар төркөмө. Б. прокариоттар батшалығына инә һәм грамкиреләргә, грамыңғайҙарға, микоплазмаларға һәм архебактерияларға бүленә. Бактериаль күҙәнәктәр сфера (коктар), цилиндр (бациллалар, псевдомонадалар һ.б.), спираль (вибриондар,...