Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАҠЫЙ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

БАҠЫЙ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Баҡый а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 12 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 72 км алыҫлыҡта Ҡоро Күндерәк й. (Күндерәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 492 кеше; 1920 — 716; 1939 — 625; 1959 — 682; 1989 — 611; 2002 — 662; 2010 — 507 кеше....

БАҠЫР

БАҠЫР (Cuprum), Cu, Д.И.Менделеев периодик системаһының I төркөм химик элементы. Тәбиғәттә Б. 2 тотороҡло изотобы бар. Алһыу ҡыҙыл төҫтәге йомшаҡ һәм еңел сүкелә торған металл. Тығыҙлығы 8920 кг/ м3, tиреү 1083,4°С, tҡайнау 2567°С, Моос б‑са ҡатылығы 3,0, Бриннелль б-са — 370—420 МПа. Уға юғары кимәлдә...

БАҠЫР ЙЫЛАН

БАҠЫР ЙЫЛАН (Coronella austriaca), туҙбаш йыландар ғаиләһенә ҡараған йылан. Европала, Кесе Азияның төньяҡ өлөшөндә, Көнбайыш Ҡаҙағстанда, Кавказда таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 70 см тиклем, шыма тәңкә м‑н ҡапланған. Арҡаһы һорғолт көрән йәки баҡыр-ҡыҙыл (башлыса ата йыландарҙа) төҫтә, ваҡ таптарҙан торған...

БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ МӘҒДӘНДӘРЕ

БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ МӘҒДӘНДӘРЕ, составында көкөрт колчеданы, баҡыр һ.б. төҫлө металдар сульфиды булған тәбиғи минераль ҡатламдар. Төп мәғдән минералдары — пирит, халькопирит, сфалерит, ҡайһы бер ятҡылыҡтарҙа төп минерал — пирит — пирротин һәм магнетит менән ассоциациялаша. Аҙ миҡдарҙа — борнит, халькозин,...

БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ

БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, башлыса сульфид (пирит) составы һәм ер ҡабығы үҫеше океан һәм утрауҙар дуғаһы стадияларының натрий серияһы вулканоген ҡатламдарына тура килеүе хас булған баҡыр һәм баҡыр-цинк комплекслы ятҡылыҡтар ғаиләһе. Б.к.я. сәнәғәттәге әһәмиәте мәғдәндәр составында баҡыр, цинк, ҡурғаш,...

БАҠЫРҒАНИ Сөләймән

БАҠЫРҒАНИ Сөләймән, Хәким Ата [?—1166 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1186) Баҡырған а., Харәзм], суфый шағир. Ә.Йәсәүи артынан эйәреүсе. “Ахыры заман китабы”, “Хәҙрәте Мәрйәм китабы” һ.б. әҫ. авторы. Б. 44 хикмәте “Баҡырған китабы” (1846 й. Ҡазанда сыҡҡан) ис. м‑н билдәле 12—18 бб. төрки поэзияһы антологияһына...

БАҠЫРЛЫ ҠОМТАШТАР

БАҠЫРЛЫ ҠОМТАШТАР, күбеһенсә уртаса һәм ваҡ бөртөклө тау тоҡомдары, уларҙың составына баҡыр минералдары инә: халькозин, борнит, ковеллин (ҡара баҡыр буяуы), халькопирит, саф баҡыр һ.б. Б.ҡ. баҡырлы һәүерташтар, алевролиттар, конгломераттар һ.б. үҙ эсенә алған баҡырлы тоҡомдар төркөмөнә ҡарай. Составтарында...

БАҠЫРҮҘӘК, археологик ҡомартҡы

БАҠЫРҮҘӘК, бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Әбйәлил р‑ны Әлмөхәмәт а. көньяҡ-көнсығышта урынлашҡан. 1928 й. геолог А.Х.Иванов тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1940 й. Ф.И.Ковалёв, 1948 й. А.И.Демчук, 1967 й. СССР ФА‑һы Археология ин‑тының археологик экспедицияһы (етәкс. Е.Н.Черных) тикшерә. Баҡыр руднигынан...

БАЛ ҠОРТО АҒЫУЫ

БАЛ ҠОРТО АҒЫУЫ, апитоксин, эшсе һәм инә бал ҡортоноң ҡаяу биҙҙәре секреты. Үҙенсәлекле еҫле һәм юғары кислоталы ҡуйы төҫһөҙ шыйыҡса. Б.ҡ.а. составында биологик актив аҡһым (мелиттин), ферменттар (гиалуронидаза, фосфолипаза А2), ирекле аминокислоталар һ.б. бар. Б.ҡ.а. тәьҫир итеүсе матдәләренә гистамин...

БАЛ ҠОРТО АУЫРЫУҘАРЫ

БАЛ ҠОРТО АУЫРЫУҘАРЫ. Йоғошло һәм йоғошһоҙға бүленә. Йоғошһоҙ Б.ҡ.а. һыуыҡ тейгән үрсем, япраҡ балы һәм һеркә токсикозы, химик токсикоздар һ.б. ҡарай. Йоғошло Б.ҡ.а. бактериялар (америка сереге, европа сереге, ялған серек ауырыуы), вирустар (вируслы фалиж, ҡапсыҡлы үрсем), бәшмәктәр (аскосфероз, аспергиллёз,...

БАЛ ҠОРТО БАЛАУЫҘЫ

БАЛ ҠОРТО БАЛАУЫҘЫ, 1) эшсе бал ҡорттарының балауыҙ биҙҙәре бүлеп сығарған майға оҡшаш матдә, ул кәрәҙҙәр ҡороу, бал м‑н тулы кәрәҙ күҙәнәктәрен ябып ҡуйыу өсөн ҡулланыла. Төҫө аҡтан алып көрәнгә тиклем. Б.ҡ.б. ҡатмарлы эфирҙарҙан (75%‑ҡа тиклем), туйындырылған углеводородтарҙан (12—12,5%), ирекле карбон...

БАЛ ҠОРТТАРЫ

БАЛ ҠОРТТАРЫ (Apidae), яры ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 20 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 450‑нән ашыу төрө бар: йомро мегахила, бал ҡорто, оҫта ҡорт һ.б. Улар ғаилә менән йәшәй, ғаиләләре йомортҡа һалыусы инә ҡорттан (инә бал ҡорто, йәки “батшабикә”),...

БАЛ, әсе бал, асы бал

БАЛ, әсе бал, асы бал, башҡорт аш‑һыуының традицион иҫерткес эсемлеге. Һыу ҡушып әсетелгән балдан әҙерләнә. Ҡомалаҡлы арпа йәки арыш ҡуры (башы) һалып әсетелгән, ҡайһы ваҡыт бүрттерелгән тары йәки бойҙай өҫтәлгән. Байрам табынына ҡуйылған. Йола б‑са кейәү бүләгенә Б. мискәһе ингән; ҡоҙалар һәм ҡунаҡтар...

БАЛ, ҡорт балы

БАЛ, ҡорт балы, башлыса баллы үҫемлектәрҙең нектарынан бал ҡорттары яһаған татлы, ҡуйы хуш еҫле матдә. Бал ҡорттары аҙыҡ сифатында ҡуллана. Ҡиммәтле диетик ашамлыҡ, дауалау сараһы. Йыйыу сығанаҡтарына ярашлы сәскә (нектарҙан), япраҡ (үҫемлек һәм бөжәктәрҙең татлы бүлендегенән) һәм ҡатнаш Б. айырып йөрөтөлә....

БАЛА СЫТЫРМАН ҠУРҒАНДАРЫ

БАЛА СЫТЫРМАН ҠУРҒАНДАРЫ, б.э.т. 2‑се мең йыллыҡ уртаһы — б.э. 14 б. ҡараған археологик ҡомартҡылар. Фёдоровка р‑ны Бала Сытырман а. янында Ашҡаҙар й. уң ярында урынлашҡан. 7 ҡурғанлы ҡәберлек асыҡланған. Айырыуса Б.С.ҡ. III һәм яңғыҙ ҡурған өйрәнелгән. Яңғыҙ Б.С.ҡ. ауылдан көньяҡ‑көнсығышҡа табан 2 км...

БАЛА СЫТЫРМАН, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

БАЛА СЫТЫРМАН, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Бала Сытырман а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 23 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 40 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 585 кеше; 1920 — 583; 1939 — 662; 1959 — 960; 1989 — 1584; 2002 — 1617; 2010 — 1426 кеше. Башҡорттар,...

БАЛА ТАБЫУ ЙОРТТАРЫ

БАЛА ТАБЫУ ЙОРТТАРЫ, ауырлы ҡатындарға бала тапҡансы, бала тапҡанда һәм бала тапҡандан һуңғы осорҙа, ш. уҡ яңы тыуған балаларға квалификациялы мед. ярҙамы күрһәтеүсе стационар тибындағы дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары. Үҙ аллы йәки күп йүнәлешле һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының структура бүлеге булараҡ эшләй....

БАЛА ТЫУЫУҒА БӘЙЛЕ ЙОЛАЛАР

БАЛА ТЫУЫУҒА БӘЙЛЕ ЙОЛАЛАР. Башҡорттарҙа Б.т.б.й. үткәреү түлһеҙлектән ҡотолоуға, еңел бәпесләүгә, сабый һәм әсәнең һау булыуына, уларҙы яуыз көстәрҙән һаҡлауға булышлыҡ итә, тип иҫәпләнгән. Б.т.б.й. һамаҡ, йыр һәм изге теләктәр м‑н оҙатылған (ҡара: Ғаилә-көнкүреш йола поэзияһы). Түлһеҙлектән дауалау...

БАЛАБАН Аншель Львович

БАЛАБАН Аншель Львович (4.10.1909, Подольск губ. Тульчин а. — 13.11.1979, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың (1970), БАССР‑ҙың (1965) атҡ. төҙөүсеһе. Харьков автоюлдар ин‑тын тамамлаған (1935). 1933 й. алып транспорт контораһы (Харьков ҡ.) баш инженеры, дир., 1941 й. — төҙөлөш тресының транспорт контораһы...

БАЛАБАН, ҡош

БАЛАБАН (Falco cherrug), ыласын һымаҡтар отрядының ыласындар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Көньяҡ‑Көнсығыш Европала, Төньяҡ‑Көнбайыш Африкала һәм Азияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 60 см тиклем, ауырлығы яҡынса 1300 г. Ҡауырһын ҡапламы ерәнһыу һоро, аҫҡы яғы асығыраҡ, йыш ҡына ҡуңыр буй сыбарлыҡлы...