Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“БИБЛИОТЕКИ БАШКИРИИ”, йыйынтык

“БИБЛИОТЕКИ БАШКИРИИ” (“Башҡортостан китапханалары”), Милли китапхана йыйынтығы. Өфө ҡ. 1965—1994 йй. урыҫ телендә нәшер ителә. Барлығы 8 һаны сыға; һуңғыһы “Библиотеки Башкортостана” тип аталған. Йыйынтыҡ биттәрендә республика китапханаларының эш тәжрибәһе яҡтыртыла; халыҡҡа китапхана‑библиографик...

“БИНОМ” фирма, ЯСЙ

“БИНОМ” производство-коммерция фирмаһы, ЯСЙ. Икмәк һәм икмәк-булка изделиелары етештерә. Белорет ҡ. урынлашҡан. 1994 й. нигеҙ һалына. Составы: эшкәртеү цехы һәм икмәкхана (икеһе лә 1994 й. нигеҙләнгән). Продукцияһы Белорет ҡ. һатыла. Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина...

“БИРСКАЯ НАРОДНАЯ ГАЗЕТА”, гәзит

“БИРСКАЯ НАРОДНАЯ ГАЗЕТА” (“Бөрө халыҡ гәзите”), либераль‑буржуаз йүнәлештәге ижт.-сәйәси гәзит. Бөрө өйәҙе халыҡ ком‑ты органы. Бөрө ҡ. көн һайын урыҫ телендә сыға. 1917 й. 10 апр. алып 18 июненә тиклем нәшер ителә (барлығы 56 һан). Мөхәррирҙәре: Н.И.Лобанов, Б.А.Соболевский, С.Я.Флоринский. Тәрж....

“БИРСКИЙ ДИКСИЛЕНД”, джаз‑ансамбль

“БИРСКИЙ ДИКСИЛЕНД”, Бөрө ҡала мәҙәниәт һарайының джаз‑ансамбле. 1969 й. ойошторола. 1997 й. “халыҡ” исеме бирелә. “Б.д.” составында А.В.Кардышев (банджо), И.М.Ғәлиәскәров (торба), В.И.Мәүлекәйев (тромбон), М.Б.Угольников (һуҡма инструменттар), В.М.Диязетдинова (кларнет), А.Л.Лепарский, А.В.Чернов,...

“БИТУМ”, предприятие

“БИТУМ”, ЯСЙ. Нефть эшкәртеү ҡалдыҡтарынан төҙөлөш материалдары етештерә. Салауат ҡ. урынлашҡан. Составы: атмосфера‑вакуумлы ҡыуыу һәм нефть битумы етештереү, тауар‑сеймал, йылылыҡ-энергетика цехтары; автотранспорт һәм ремонт участкалары; т. юл транспорты хеҙмәте. 2010 й. 173 кеше эшләгән. Төҙөлөш һәм...

“БЛАГОВАР”, предприятие

“БЛАГОВАР”, тоҡомло ҡошсолоҡ з‑ды, ДУП. Тоҡомло өйрәкселек продукцияһы етештереү б‑са РФ‑та сәнәғәт тибындағы берҙән‑бер пр‑тие. Благовар р‑ны Языков а. урынлашҡан. “Б.” составында төп етештереү цехтары: нәҫел көтөүе, инкубация, һимертеү, ҡоштар һуйыу (бөтәһе лә 1977 й. нигеҙләнгән); ярҙамсы цехтар:...

“БЛАГОВАРСКИЕ ВЕСТИ”, гәзит

“БЛАГОВАРСКИЕ ВЕСТИ” (“Благовар хәбәрҙәре”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Хеҙмәт байрағы” редакция‑нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Благовар р‑ны Языков а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ һәм татар (“Благовар хәбәрләре”) телдәрендә сыға. 1935 й....

“БЛАГОВЕЩЕН”, предприятие

“БЛАГОВЕЩЕН”, ҡошсолоҡ фабрикаһы. 1974 й. Благовещен р‑ны Ильина Поляна а. нигеҙ һалына, 1991 й. алып “Дуҫлыҡ” АЙ, 1995 й. — “Степановский” ҡошсолоҡ с‑зы, 1999 й. — “Б.” ҡошсолоҡ ф‑каһы, 2000 й. — “Башптицепром” ДУАХП бүлендек пр‑тиеһы, 2003 й. ябыла. 1999 й. “Б.” составына ингән төп етештереү цехтары:...

“БЛАГОВЕЩЕНСКХИМСТРОЙ”, предприятие

“БЛАГОВЕЩЕНСКХИМСТРОЙ”, сәнәғәт, соц.‑мәҙәни тәғәйенләнешле объекттар, торлаҡ төҙөү пр‑тиеһы. 1988 й. Благовещен төҙөлөш идаралығы (1977 й. нигеҙләнгән) базаһында “Химволокно” ПБ (хәҙ. “Полиэф” ААЙ) объекттарын төҙөү өсөн “Б.” тресы булараҡ нигеҙ һалына. 1990 й. алып производство төҙөлөш‑монтаж берекмәһе,...

“БЛИЦ”, предприятие

“БЛИЦ” производство-коммерция фирмаһы, ЯСЙ. Мебель сәнәғәте һәм төҙөлөш өсөн беркеткестәр етештерә. Белорет ҡ. урынлашҡан. 1996 й. нигеҙ һалына. Составы: мебель беркеткесе етештереү цехы (1999 й. нигеҙләнгән). Пр‑тиела БР‑ҙа тәүге тапҡыр мебель беркеткестәрен тимерсыбыҡ таҫмаһынан яһау технологияһы...

“БЛОК”, предприятие

“БЛОК”, металл эшләнмәләр, тимер-бетон конструкциялар һәм бетон изделиелар етештереү пр‑тиеһы. 1975 й. “Спецкаучукремстрой” тресының (Ҡазан) Стәрлетамаҡ тимер-бетон изделиелар з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1987 й. алып Стәрлетамаҡ хужалыҡ иҫәбендәге ярҙамсы производстволар участкаһы, 1992 й. — “Спецхимстрой”...

“БЛОКЖИЛКОМПЛЕКТ”, предприятие

“БЛОКЖИЛКОМПЛЕКТ”, торлаҡ, производство, склад өсөн тәғәйенләнгән шассиға контейнер тибындағы стационар һәм мобиль ҡоролмалар етештереү пр‑тиеһы. 1970 й. нигеҙ һалына, 1974 й. “Востокнефтестройматериалы” тресының Октябрьский металл конструкциялар з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1984 й. алып “Б.”...

“БОЛЬШЕВИК”, гәзит

“БОЛЬШЕВИК”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. РКП(б)‑ның Өфө губкомы органы. Өфө ҡ. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1919 й. 25 сентябренән алып 1920 й. 4 ғинуарына тиклем нәшер ителә. 1919 й. 26 һаны сыға, 1920 й. — 1. “Б.” совет власы органдарының бойороҡтары, күрһәтмәләре, ҡарарҙары баҫыла, Өфө губернаһындағы...

“БОРОНҒО ӨФӨ”

“БОРОНҒО ӨФӨ”, респ. тарихи‑мәҙәни музей‑ҡурсаулығы. Өфөлә урынлашҡан. 2011 й. музей өсөн төп мәҙәни мираҫ объекты булған федераль әһәмиәттәге “Өфө‑II ҡаласығы” (ҡара: Өфө II) археологик ҡомартҡыһын һаҡлау, популярлаштырыу һәм фәнни тикшереү маҡсатында ойошторола. 1953 й. Өфө тыуған яҡты өйрәнеүсеһе...

“БОРЬБА”, гәзит

“БОРЬБА” (“Көрәш”), ижт.‑сәйәси гәзит. РКП(б)-ның Златоуст өйәҙ ком‑ты һәм революцион ком‑т органы. Златоуст ҡ. урыҫ телендә сыға. 1919—22 йй. РККА‑ның 27-се уҡсылар див. поход типографияһында нәшер ителә. 1919 й. 28 һаны сыға, 1920 й. — 144, 1921 й. — 202, 1922 й. — 105. Гәзит биттәрендә совет власы...

“БӨРЙӘН ЫРЫУЫ ШӘЖӘРӘҺЕ”

“БӨРЙӘН ЫРЫУЫ ШӘЖӘРӘҺЕ”, “Ялан Бөрйән ырыуы шәжәрәһе”, башҡ. ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы, шәжәрә. Төрки телендә яҙылған. 17 б. аҙ. — 19 б. б. башы ваҡиғалары сағылдырыла. Шәжәрә бер ғаиләнең 3 быуыны вәкиле (Ғабдулла Ғәббәс улы, уның улы Зәйнәғәбдин һәм ейәне Исҡужа) тарафынан алып барыла. Уларҙың һәр...

“БӨРӨ”

“БӨРӨ”, элеватор, ААЙ. Пр‑тие составына элеватор (1941 й. нигеҙләнгән), складтар инә. 2005 й. 50 кеше эшләгән. Элеваторҙың һыйҙырышлығы — 73 мең т, 3 механизацияланған ҡабул итеү нөктәһе һәм тәүлегенә 4 мең т тиклем иген ҡабул итеү, киптереү һәм эшкәртеү өсөн ағымлы юлы бар. 1996—99 йй. йыллыҡ иген...

“БРАВО”, бейеү театры

“БРАВО”, бейеү театры. 1991 й. Өфөлә балалар хореография ансамбле булараҡ ойошторола. 2001 й. “Б.” “халыҡ” исеменә лайыҡ була, 2002 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Ансамбль составында 6—17 йәшлек 160‑тан ашыу ҡатнашыусы. “Б.” бейеүҙәре классик, халыҡ һәм эстрада элементтарының синтезы м‑н айырыла. Репертуарында...

“БУЗДЯКСКИЕ НОВОСТИ”, гәзит

“БУЗДЯКСКИЕ НОВОСТИ” (“Бүздәк яңылыҡтары”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Бүздәк яңылыҡтары” редакция‑нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Бүздәк р‑ны Бүздәк а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ һәм татар (“Бүздәк яңалыклары”) телдәрендә сыға. 1931 й. татар...

“БУРАНБАЙ”, йыр

“БУРАНБАЙ”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Иң таралған тарихи йырҙарҙың береһе. Тәүге тапҡыр С.Г.Рыбаков тарафынан 1894 й. Ырымбур губ. Орск өйәҙе Этҡол а. (хәҙ. Баймаҡ р‑ны 2‑се Этҡол а.) Толомғужа Ғөбәйҙуллиндан яҙып алына һәм “Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһындағы...