Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАТША ҺАРАЙЫ КРӘҪТИӘНДӘРЕ

БАТША ҺАРАЙЫ КРӘҪТИӘНДӘРЕ, Рәсәйҙә 12—18 бб. бөйөк кенәз, батша һәм батша ғаиләһе ағзалары ҡарамағында булған крәҫтиәндәр категорияһы. Натуралата йәки аҡсалата оброк түләгәндәр, һәр төрлө йөкләмәләр (рекрутлыҡ, ҡуна индереү, юл һ.б.) үтәгәндәр, дисәтинә йәки батшаның һөрөлгән ерен эшкәрткәндәр. 1753 й....

БАТЫЙ

БАТЫЙ, Батыу, Саинхан (яҡынса 1207, Монголия — 1256, Һарай‑Батыу ҡ.), хан, Алтын Урҙаға нигеҙ һалыусы. Сыңғыҙхандың ейәне. 1227 й. алып Жуси улусы (ҡара: Монгол империяһы) м‑н идара итә, 1229 й. Түбәнге Волга буйын һәм Көньяҡ Урал алдын яулап ала башлай. 1236 й. алып Волга буйы Болғарына, Дәшти Ҡыпсаҡҡа,...

БАТЫР

БАТЫР (төрк. — баһадир, бәһлеүән), 1) төрки һәм монгол халыҡтарында хәрби ҡаҙаныштар өсөн бирелгән хөрмәтле исем. Башҡорттарҙа ырыу‑ҡәбилә вәкиле лә, ябай община ағзаһы ла Б. була алған (ҡара: Социаль структура). Б. һуғыштар һәм сапҡындар (ҡара: Барымта, Ҡарымта) ваҡытында яугирҙар отрядын етәкләгән,...

БАТЫР, спорт клубы

“БАТЫР”, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводының спорт клубы. Өфөлә 1961—99 йй. эшләй. Стадионы, спорт залы, саңғы базаһы, тренажёр залы була. Ауыр атлетика, еңел атлетика, ишкәк ишеү, өҫтәл теннисы, саңғы ярышы б‑са секциялар эшләй. 57 СССР һәм Рәсәй спорт мастеры әҙерләнгән. Клуб тәрбиәләнеүселәре араһында...

БАТЫР, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

БАТЫР, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Михайловка а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 38 км һәм Мәләүез т. юл ст. Көнб. табан 62 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 688 кеше; 1920 — 753; 1939 — 513; 1959 — 540; 1989 — 468; 2002 — 458; 2010 — 441 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)....

БАТЫРҠАЙ ИТКИНИН

БАТЫРҠАЙ ИТКИНИН, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы Тонтортамаҡ а. (Пермь крайы Барҙым р‑ны) башҡорттарынан. Сотник. 1773 й. көҙ—ҡышында Әбдей Абдуллин, Әҙел Әшмәнев һәм Сәйфулла Сәйҙәшев м‑н берлектә Башҡортостандың төньяҡ‑көнбайышында баш...

БАТЫРОВА Банат Хәйрулла ҡыҙы

БАТЫРОВА Банат Хәйрулла ҡыҙы [16.12.1902, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Иҫке Муса а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 19.7.1970, ш. уҡ р‑ндың Үтәгән а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). 1930 й. алып Ҡырмыҫҡалы р‑нының “Иҙел” к‑зында сөгөлдөрсө булып эшләй, 1935 й. — звено башлығы, 1963 й. — сөгөлдөрсөләр бригадаһы...

БАТЫРОВА Мазидә Рәйес ҡыҙы

БАТЫРОВА Мазидә Рәйес ҡыҙы (9.6.1946, Үзбәк ССР‑ы Ленинск ҡ.), архитектор. БР‑ҙың атҡаҙанған архитекторы (1995). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1979). Новосибирск инженер‑төҙөлөш институтын тамамлағандан һуң (1971) “Роспроект” институтының Башҡортостан филиалы (Өфө ҡ.) архитекторы, архитекторҙар төркөмө...

БАТЫРША

БАТЫРША, Ғабдулла Ғәлиев, Ғөбәйҙулла Мәзгәлдин [ысын исеме Баһадиршаһ Ғәли улы; яҡынса 1709 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1717) — 24.7.1762, Шлиссельбург ҡәлғәһе], башҡорт ихтилалы (1755—56) идеологы, уның етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡарыш а. (хәҙ. Балтас р‑ны Үрге Ҡарыш а.) мишәрҙәренән. 1734—44 йй....

БАТЫРША‑ҠОБАУ, Бүздәк р‑нындағы ауыл

БАТЫРША‑ҠОБАУ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Кәпәй‑Ҡобау а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. К.‑Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта Төрөш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 788 кеше; 1920 — 822; 1939 — 724; 1959 — 581; 1989 — 343; 2002 — 334; 2010 — 330 кеше. Башҡорттар, татарҙар...

БАТЫРШАНЫҢ БАТШАҒА ЯҘҒАН ХАТЫ

БАТЫРШАНЫҢ БАТШАҒА ЯҘҒАН ХАТЫ, Батырша тарафынан 1756 й. 4—24 нояб. Мәскәүҙә уны Петербургҡа алып барған ваҡытта яҙылған. Императрица Елизавета Петровнаға тәғәйенләнгән, әммә уға барып етмәгән хат Йәшерен эҙләү эштәре канцелярияһы өсөн Батыршаға ҡаршы алып барылған эштә иң мөһим документ була. 18 б....

БАТЫРШИН Нәҡий Хурамша улы

БАТЫРШИН Нәҡий Хурамша улы (11.4.1932, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Айҙарәле а. — 28.5.2002, Ҡазан), инженер-төҙөүсе. Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). Ташауыҙ уҡытыусылар (1952) һәм Ҡаҙағстан политехник (Рудный ҡ., 1969) ин‑ттарын тамамлаған. 1956 й. алып “Соколоврудстрой” тресы (Рудный) мастеры, өлкән прорабы,...

БАТЫРШИНДАР

БАТЫРШИНДАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Батырша, Нуғай даруғаһы Юрматы улусы Аллағыуат а. башҡорттарынан. Уның улы — Әлүк Б., штабс‑капитан. 1794 й. поляк ихтилалын баҫтырыуҙа, 1799 й. А.В.Суворовтың Италия һәм Швейцария походтарында ҡатнашыусы. Мәскәү гренадер, 1796 й. алып лейб‑гвардия...

БАУЫР ЦИРРОЗЫ

БАУЫР ЦИРРОЗЫ, бауыр туҡымаһының фиброз тоташтырғыс туҡыма йәки строма м‑н кире ҡайтмаҫлыҡ итеп алмашыныуы м‑н билдәләнгән көсәйә барыусы хроник ауырыу. Килеп сығышы б‑са ағыулы йоғонто (алкоголь, дарыу һ.б.), С һәм В гепатиттарым‑н ауырыу, бауырҙан үт сығыу юлдарының боҙолоуы (билиар) арҡаһында барлыҡҡа...

БАУЫРҺАҠ

БАУЫРҺАҠ, башҡорт аш‑һыуының традицион аҙығы. Йомортҡаға (ҡайһы ваҡыт бер аҙ һөт өҫтәп) баҫылған йомшаҡ ҡамырҙан әҙерләнә. Ваҡ итеп киҫелгән ҡамыр киҫәктәре күп күләмдәге иретелгән һары майҙа йәки эс майында ҡыҙҙырып бешерелә. Сәй табынына ҡуйыла, һаҡлыҡҡа ла әҙерләнә. Башҡорттарҙың туй йолаларында...

БАХМЕТЕВ Николай Николаевич

БАХМЕТЕВ Николай Николаевич (1772, Курск губ. — 1831, Курск ҡ.), дәүләт эшмәкәре. Ген.‑лейт. (яҡынса 1813). Дворяндарҙан. 1812 й. Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 18 б. 80‑се йй. аҙ. алып рус армияһында. 1798—1803 йй. Ырымбур хәрби губернаторы, бер үк ваҡытта Ырымбур инфантерия инспекцияһы инспекторы һәм...

БАХМУТ ҠӘБЕРЛЕГЕ

БАХМУТ ҠӘБЕРЛЕГЕ, Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 3—7 бб. ҡарай. Нуриман р‑ны Сандар а. янында урынлашҡан. Өфө өйәҙенең Бахмут (Печёнкин) яңы ауылы (бөгөнгө көндә юҡ) исеме м‑н аталған. 1911 й. В.В.Гольмстен һәм Д.Н.Эдинг тарафынан асыла, 1921 й. М.С.Смирнов һәм М.И.Касьянов, 1928 й. А.В.Шмидт,...

БАХМУТ МӘҘӘНИӘТЕ

БАХМУТ МӘҘӘНИӘТЕ, тимер быуат археологик мәҙәниәте. 3—8 бб. ҡарай, иртә (иртә бахмут; 3—5 бб.) һәм һуң (һуң бахмут; 6—8 бб.) осорҙарға бүленә. Бахмут ҡәберлеге исеме м‑н аталған. Башҡортостанда Б.м. ҡомартҡылары Ағиҙел, Кама, Өфө, Тере Танып йй. басс. (Баръяҙы ҡаласығы, Бахмут ҡәберлеге, Бөрө ҡәберлеге,...

БАХМУТ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

БАХМУТ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Бахмут а/ с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Ҡуяныш й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 362 кеше; 1920 — 586; 1939 — 596; 1959 — 507; 1989 — 536; 2002 — 603; 2010 — 618 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002)....

БАХТЫБАЙ, Бөрө р‑нындағы ауыл

БАХТЫБАЙ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Бахтыбай а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 25 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 120 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1035 кеше; 1920 — 1112; 1939 — 949; 1959 — 825; 1989 — 676; 2002 — 855; 2010 — 887 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ...