Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАҺАМАНОВ Камил Шакир улы

БАҺАМАНОВ Камил Шакир улы [23.12.1916, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Кесе Бишҡураз а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) — 28.10.1998, Өфө], иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1963). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1976). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлаған (1941). 1946 й. алып СССР Дәүләт резервтары министрлығының Башҡ‑н...

БАҺАУЕТДИНОВ Айҙар Марат улы

БАҺАУЕТДИНОВ Айҙар Марат улы (1.1.1973, БАССР‑ҙың Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы а.), ветеринар врач. Ветеринария фәндәре докторы (2009). БДАУ‑ҙы тамамлағандан һуң (1995) шунда уҡ уҡыта (өҙөклөк менән; 2003—07 йй. аҙыҡ-түлек технологияһы факультеты деканы урынбаҫары). 2000—02 йй. БР‑ҙың Ауыл хужалығы министрлығы...

БАҺАУЕТДИНОВ Йәһүҙә Ғилметдин улы

БАҺАУЕТДИНОВ Йәһүҙә Ғилметдин улы (3.1.1922, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Сулпан а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны 2‑се Сулпан а., — 20.3.2000, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1946 й. алып Благовар р‑нында эшләй: 1950—82 йй. “Октябрь” к‑зында баҫыусылыҡ бригадаһы...

БАҺАУЕТДИНОВ Рәйес Ғөбәйҙулла улы

БАҺАУЕТДИНОВ Рәйес Ғөбәйҙулла улы (15.1.1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Үрге Уҫылы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Үрге Уҫылы а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). БАССР‑ҙың атҡ. зоотехнигы (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1951 й. алып Стәрлетамаҡ р‑нында эшләй: Уҫылы МТС‑ы агрономы, 1956 й. — “Байраҡ”...

БАҺАУЕТДИНОВ Фәтих Йәһүҙә улы

БАҺАУЕТДИНОВ Фәтих Йәһүҙә улы (30.3.1951, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны 2‑се Сулпан а.), тупраҡ белгесе. Биол. ф. д‑ры (1997), проф. (1998). Й.Ғ.Баһауетдиновтың улы. БДУ‑ны тамамлаған (1973). 1976 й. алып Биология ин‑тында эшләй (1984 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р), 1997 й. — БДАУ‑ҙа уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре...

БАҺАУЕТДИНОВА Миңлехана Ишмөхәмәт ҡыҙы

БАҺАУЕТДИНОВА Миңлехана Ишмөхәмәт ҡыҙы (10.9.1953, БАССР‑ҙың Ғафури р-ны Юлыҡ а.), педагог. Филол. ф. канд. (1997). БР-ҙың халыҡ (2008) һәм атҡ. (1992) уҡытыусыһы, РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы (1988), РФ‑тың почётлы дөйөм белем биреү хеҙм‑ре (2005). СДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Стәрлебаш р‑ны...

БАҺМАНОВ Әнәс Абдрахман улы

БАҺМАНОВ Әнәс Абдрахман улы (3.3.1937, ТАССР‑ҙың Түбәнге Маҡтама а.), инженер-механик. Техник ф. канд. (2006). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2011), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1980). Силәбе политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1965) Свердловск транспорт машиналары эшләү з‑дында эшләй. 1969 й. алып ИПТЭР‑ҙа:...

БАҺМАНОВ Валерий Хөсәйен улы

БАҺМАНОВ Валерий Хөсәйен улы (2.8.1951, Ҡырым өлк. Советский ҡсб), физик. Техник ф. д‑ры (2006), проф. (2007). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) Бөтә Союз нефть промыслалары геофизикаһы ҒТИ‑нда эшләй. 1978 й. алып ӨДАТУ‑ла (1984—94 йй. “Искра” фәнни конструкторлыҡ-технология бюроһының сектор мөдире),...

БАШ АЛАТАУ, Башҡорт Алатауы

БАШ АЛАТАУ, Башҡорт Алатауы, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Мәләүез һәм Ишембай р‑ндарында Нөгөш һыуһаҡлағысының уң яры буйлап субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 10 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 3 км, көньяҡ өлөшөнөкө 6 км тиклем, абс. бейеклеге 540 м (Ҡыҙылташ тауы). Рельефында 4 форма...

БАШ ҠАЛА ФИНАНС‑ГУМАНИТАР АКАДЕМИЯҺЫ

БАШ ҠАЛА ФИНАНС‑ГУМАНИТАР АКАДЕМИЯҺЫ. Мәскәүҙә урынлашҡан. Өфөләге филиалына 1997 й. нигеҙ һалына, 2006 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Филиал составында 3 кафедра. Компьютер класы, китапханаһы бар. Уҡытыу көндөҙгө‑ситтән тороп һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә бухгалтерия иҫәбе, анализ һәм аудит; дизайн;...

БАШ МЕЙЕҺЕ ҺЕЛКЕНЕҮ

БАШ МЕЙЕҺЕ ҺЕЛКЕНЕҮ, баш мейеһе травмаһы һөҙөмтәһендә баш мейеһе эшмәкәрлегенең кинәт боҙолоуы. Б.м.һ. булғанда үҙәк нервы системаһында микроструктур (күҙәнәк һәм субкүҙәнәк) кимәлдә морфол. үҙгәрештәр, айырым нейрондар араһында бәйләнештең ваҡытлыса юғалыуы күҙәтелә. Төп симптомдары: ҡыҫҡа ваҡытҡа...

БАШ‑ШИҘЕ, Нуриман р‑нындағы ауыл

БАШ‑ШИҘЕ, Нуриман р‑нындағы ауыл, Баш-Шиҙе а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 7 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Шиҙе й. (Өфө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 577 кеше; 1920 — 970; 1939 — 657; 1959 — 457; 1989 — 309; 2002 — 272; 2010 — 228 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

БАШАВТОМОТОКЛУБ, спорт клубы

“БАШАВТОМОТОКЛУБ”, спорт клубы. СССР‑ҙа тәүге автомотоклубтарҙың береһе, респ. авто- һәм мотоспортты үҫтереү үҙәге. 1937—60 йй. Өфөлә БАССР ХКС‑ы эргәһендә эшләй. Автомобилдәре, мотоциклдары, гараждары, адм. бинаһы һ.б. була. Автомобиль һәм мотоцикл спорты секциялары эшләй. “Б.” ҡатнашлығында 1937 й. —...

БАШАВТОТРАНС, ДУП

“БАШАВТОТРАНС”, ДУП. Дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль транспорты м‑н йөк һәм пассажирҙар ташыуҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. “Б.” составы: 25 филиал, Башҡортостан автовокзалдар һәм пассажирҙар автостанциялары производство берекмәһе, “Баштрансагентство”, “НефАЗ” сервис үҙәге, Комплектлаштырыу һәм...

БАШАГРОПРОМПРОЕКТ, ДУП

“БАШАГРОПРОМПРОЕКТ” Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексы объекттарын проектлау институты, ДУП. Өфөлә урынлашҡан. 1962 й. “Уралгипросельхозстрой” ин‑тының Башҡ‑н экспедицияһы булараҡ ойошторола, 1964 й. алып “Южуралгипросельхозстрой” ин‑тының Башҡ‑н филиалы, 1972 й. — “Башгипросельхозстрой”...

БАШАГРОСТРОЙПРОЕКТ

“БАШАГРОСТРОЙПРОЕКТ” проект институты. 1960 й. Өфөлә БАССР Колхоз‑ара төҙөлөш ойошмалары советы эргәһендә проект‑конструкторлыҡ бюроһы булараҡ асыла, 1964 й. алып “Башмежколхозпроект” Башҡ‑н проект ойошмаһы, 1965 й. — “Башколхозпроект” проект ин‑ты, 1986 й. — “Б.”, 1992 й. башлап “Башсельстрой” ААЙ...

БАШБАКАЛЕЯ, ЯАЙ

“БАШБАКАЛЕЯ”, ЯАЙ. Аҙыҡ-түлек (1000‑дән ашыу төр) м‑н күмәртәләп һәм ваҡлап сауҙа итеүҙе тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. Составы: дөйөм майҙаны 8 мең м2 булған склад биналары, ярма, шәкәр, туңдырылған балыҡ, ҡош ите фасовкалау б‑са механизацияланған склад комплексы; автотранспорт комплексы, инә торған...

БАШВЕСТ

“БАШВЕСТ”, аяҡ кейеме етештереү пр‑тиеһы. 1929 й. аяҡ кейеме тегеү артеле (1920 й. нигеҙләнгән) базаһында К.Е.Ворошилов ис. Өфө аяҡ кейеме ф‑каһы булараҡ ойошторола. Фабрика Каруанһарай сауҙа рәттәре бинаһында урынлашҡан, төп продукцияһы кирза итектәр (1941 й. 335 мең пар етештерелгән) була. 1962 й....

БАШВОДМЕЛИОРАЦИЯ, ДУП

“БВставитьАКопироватьШВОДМЕЛИОРАЦИЯ” проект-төҙөлөш-эксплуатация берекмәһе, ДУП. Гидромелиоратив системаларҙы һәм һыу хужалығы объекттарын, ш. иҫ. 37 һыуһаҡлағыс, 24 быуа һәм гидротехник ҡоролма, 40 һуғарыу системаһы, 200 км а.х. һыу үткәргесе төҙөү, эксплуатациялау һәм ремонтлауҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә...

БАШВОЛГОТАНКЕР, ЯАЙ

“БАШВОЛГОТАНКЕР” судносылыҡ компанияһы, ЯАЙ. Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге йылға бассейндарында нефть продукттарын ташыуҙы, транспорт флотын комплекслы хеҙмәтләндереүҙе, суднолар ремонтлауҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. Компания составы: флотты таҙартыу участкаһы һәм йөҙмә догы булған Исмаил туҡталыу...