Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“БУРАТИНО”, балалар драма театры

“БУРАТИНО”, Мәләүез р‑ны Александровка а. мәҙәниәт йортоноң балалар драма театры. 1984 й. театр түңәрәге булараҡ ойошторола, 1990 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 1997 й. “өлгөлө” исеме бирелә. Тәүге сәхнәләштергән әҫәре — С.В.Михалковтың “Өс сусҡа балаһы” (“Три поросёнка”) әкиәте б‑са В.В.Шуваевтың (БР‑ҙың...

“БУРЕВЕСТНИК”

“БУРЕВЕСТНИК”, Педагогия университетының физик культура йорто. Өфөлә урынлашҡан. 1967 й. студенттарҙың “Буревестник” ДСО‑һының физик культура йорто булараҡ асыла, 2003 й. алып М.Аҡмулла ис. БДПУ‑ға ҡарай. Бассейны (25х14 м, 6 юл), спорт залы (24х12 м), тренажёр залы, саунаһы булған тергеҙеү үҙәге бар....

“БУРЕВЕСТНИК”

“БУРЕВЕСТНИК”, РФ Халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙм‑рҙәре профсоюзының Башҡ‑н респ. ойошмаһы физкультура-спорт клубы. Өфөлә урынлашҡан. 1958 й. студенттарҙың “Буревестник” ирекле спорт йәмғиәте булараҡ ойошторола, 1991 й. алып Башҡ‑н респ. спорт клубы, 1998 й. — БР профсоюздарының “Буревестник” студенттар...

“БУТИС ПАЛКАУНИК”, йыр

“БУТИС ПАЛКАУНИК”, “Бутас полковник”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Фонографҡа тәүге тапҡыр 20 б. 30‑сы йй. яҙыла. 1959 й. йырҙың шиғри тексы варианттарын Ҡурған өлкәһендә С.Ә.Галин, К.Мәргән, Н.Д.Шоңҡаров яҙып ала. Йыр лирик‑эпик характерҙа. Хәрби һәм кантон башлығына арнап ижад ителгән йырҙар иҫәбенә...

“БҮГӘС МАРШЫ”

“БҮГӘС МАРШЫ”, “Бүгәсәү”, “Оло юл”, башҡ. халыҡ йыры, һалмаҡ көй. Тәүге тапҡыр Н.Д.Шоңҡаров тарафынан 1961 й. Һарытау өлк. Пугачёв р‑ны Бобровый Гай а. яҙып алына һәм “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығында баҫтырыла. “Б.м.” варианттарын С.Ә.Галин, К.Мәргән яҙып алған. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) т‑дағы...

“БҮЗДӘГЕМ ЙӘНТӨЙӘГЕМ”, гәзит

“БҮЗДӘГЕМ ЙӘНТӨЙӘГЕМ”, ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Бүздәк яңылыҡтары” редакция-нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. 2006 й. алып Бүздәк р‑ны Бүздәк а. айына 2 тапҡыр башҡ. телендә сыға. Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина...

“БҮЗДӘК”, элеватор

“БҮЗДӘК”, элеватор. Составы: 2 элеватор (1926 й., 1969 й. нигеҙләнгән), 2 силос корпусы, ярма заводы (1972), игенде иҙәндә һаҡлау складтары. 2010 й. 65 кеше эшләгән. “Б.” дөйөм һыйҙырышлығы — 102,9 мең т; 9 механизацияланған ҡабул итеү нөктәһе һәм тәүлегенә 3 мең т тиклем иген ҡабул итеү, киптереү һәм...

“БЫЛОЕ УРАЛА”

“БЫЛОЕ УРАЛА” (“Уралдың үткәне”), ижтимағи‑сәйәси журнал. РКП(б)‑ның Башҡортостан өлкә комитеты Тарих‑партия архивы органы. Өфө ҡ. урыҫ телендә сыға. 1923 й. алып “Революционное прошлое” (“Революцион үткәндәр”; 1‑се һан), “Из былого Урала” (“Уралдың үткәненән”; 2‑се һан), 1924 й. “Б.У.” (3‑сө һәм 4‑се...

“БЭТО”, ААЙ

“БЭТО”, Башҡортостан электрон телекоммуникациялар берекмәһе, ААЙ. Элемтә саралары һәм телекоммуникация техникаһы, ш. иҫ. электрон цифрлы АТС‑тар өсөн ҡорамалдар, төрлө тәғәйенләнешле телефон коммутаторҙары (10‑дан алып 400‑гә тиклем номер), кросс ҡорамалдары етештерә. Өфөлә урынлашҡан. Составы: механик...

“БЮЛЛЕТЕНЬ БАШКИРСКОГО ЦИК СОВЕТОВ”

“БЮЛЛЕТЕНЬ БАШКИРСКОГО ЦИК СОВЕТОВ” (“Советтарҙың Башҡортостан ҮБК бюллетене”), журнал. БАССР Эске эштәр ХК, ХКС‑ы һәм ҮБК органы. Өфө ҡ. 1924—27 йй. сыға. 1924 й. февралендә башҡ. (“Башҡортостан үҙәк башҡарма комитетының бюллетене”) һәм урыҫ (“Бюллетень Башкирского наркомата внутренних дел” — “Башҡортостан...

“ВАҠЫТ”, гәзит

“ВАҠЫТ”, ижтимағи‑сәйәси һәм әҙәби гәзит. Нәшер итеүселәре — ағалы‑ҡустылы Мөхәммәтшакир менән Мөхәммәтзакир Рәмиевтәр (ҡара: Рәмиевтәр). Ырымбур ҡ. төрки телендә көн һайын сыға. 1906 й. февраленән1918 й. ғинуарына тиклем нәшер ителә. Мосолман зыялылары һәм либераль буржуазия ҡараштарын сағылдыра. Гәзит...

“ВАЛЕРО”

“ВАЛЕРО”, мед. үҙәге, ЯАЙ. Дарыуҙар, мед. техникаһы, гигиена әйберҙәре, протез-ортопедия әйберҙәре, биол. актив өҫтәмәләр, фитопрепараттар, косметика саралары һ.б. мед. тауарҙары етештерә һәм һата. Өфөлә урынлашҡан. 1994 й. ойошторолған. “В.” составында “ИнтерВал” ЯАЙ (1997 й. ойошторолған), Өфө фармацевтика...

“ВАТАН”, ижтимағи‑сәйәси гәзит.

“ВАТАН”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. А.В.Колчактың 3‑сө армияһы органы. 1919 й. Өфө ҡ. (һуңыраҡ — Себер ҡалаларында) аҙнаһына 1 тапҡыр иҫке башҡ. телендә сыҡҡан. Гәзит биттәрендә большевиктарға ҡаршы мәҡәләләр, Рус армияһы Юғары баш командующийының бойороҡтары һәм ҡарарҙары һ.б. баҫылған. Мөхәррирҙәре: Г.Собханҡолов,...

“ВАТАНДАШ”, журнал

“ВАТАНДАШ”, ижт.-сәйәси, фәнни-популяр һәм нәфис журнал. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. 1996 й. алып Өфөлә айына 1 тапҡыр башҡ., урыҫ (“Соотечественник”) һәм инглиз («Соmpatriot»; айырым текст һәм һығымталар)...

“ВАШ СОБЕСЕДНИК”, журнал

“ВАШ СОБЕСЕДНИК” (“Һеҙҙең әңгәмәсе”), ижтимағи‑сәйәси журнал. РСФСР Коммунистар партияһының Башҡортостан республика комитеты баҫмаһы. Өфө ҡ. 1943— 91 йй. башлыса айына 2 тапҡыр (1943—45 йй. һәм 1990—91 йй. — 1 тапҡыр) сыға. Тәүҙә “Блокнот агитатора” (“Агитатор блокноты”) булараҡ урыҫ, башҡ. һәм тат....

“ВЕДОМОСТИ ГОСУДАРСТВЕННОГО СОБРАНИЯ — КУРУЛТАЯ, ГЛАВЫ И ПРАВИТЕЛЬСТВА РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН”

“ВЕДОМОСТИ ГОСУДАРСТВЕННОГО СОБРАНИЯ — КУРУЛТАЯ,  ГЛАВЫ И ПРАВИТЕЛЬСТВА РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН” (“Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, Башҡортостан Республикаһы Башлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ведомостары”), Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, Башҡортостан...

“ВЕЛИКАЯ РОССИЯ”, гәзит

“ВЕЛИКАЯ РОССИЯ” (“Бөйөк Рәсәй”), ижтимағи‑сәйәси гәзит. 11‑се Урал уҡсылар дивизияһының 41‑се Урал уҡсылар полкы, 1919 й. апреленән алып Көнбайыш армия штабы, май айынан Көнсығыш Рәсәй мәҙәни-ағартыу йәмғиәте органы. 1919 й. 21 мартынан 20 майына тиклем Өфө ҡ. урыҫ телендә (бөтәһе 54 һан) сыға. Гәзит...

“ВЕРСИЯ БАШКОРТОСТАНА”

“ВЕРСИЯ БАШКОРТОСТАНА” (“Башҡортостан версияһы”), социаль-хоҡуҡи гәзит. Ойоштороусыһы — “Башинформ” ААЙ. Өфө ҡ. аҙна һайын урыҫ телендә сыҡҡан. Тиражы — 10 мең дана (2011). 1990—2013 йй. БАССР‑ҙа Енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса ваҡытлы комитет, БАССР ЭЭМ‑ы һәм БАССР‑ҙың Дәүләт именлеге комитеты (октябрҙән...

“ВЕСТНИК АКАДЕМИИ НАУК РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН”

“ВЕСТНИК АКАДЕМИИ НАУК РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН” (“Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы хәбәрҙәре”), фәнни һәм ижт.-сәйәси журнал. Ойоштороусыһы — БР ФА. Журнал РФ Мәғариф һәм фән министрлығының Юғары аттестация комиссияһы тарафынан фән докторы һәм кандидаты ғилми дәрәжәһенә дисс. яҡлау б‑са...

“ВЕСТНИК БАШКИРСКОГО ГОСУДАРСТВЕННОГО ПЕДАГОГИЧЕСКОГО УНИВЕРСИТЕТА ИМ. М.АКМУЛЛЫ”, журнал

“ВЕСТНИК БАШКИРСКОГО ГОСУДАРСТВЕННОГО ПЕДАГОГИЧЕСКОГО УНИВЕРСИТЕТА ИМ. М.АКМУЛЛЫ” (“М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты хәбәрҙәре”), ғилми журнал. Ойоштороусыһы — БДПУ. 2000 й. алып Өфөлә йылына 4 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — 600 дана (2012). “Гуманитар фәндәр”, “Тәбиғәт-...