Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“ВЕСТНИК БАШКИРСКОГО УНИВЕРСИТЕТА”

 “ВЕСТНИК БАШКИРСКОГО УНИВЕРСИТЕТА” (“Башҡорт университеты хәбәрҙәре”), ғилми журнал. Ойоштороусыһы — БДУ. 1996 й. алып Өфөлә йылына 4 тапҡыр урыҫ һәм инглиз телдәрендә сыға. Тиражы — 1,5 мең дана (2011). Журнал биттәрендә тәбиғәт һәм гуманитар фәндәр өлкәһендәге төплө һәм ғәмәли тикшеренеү һөҙөмтәләре...

“ВЕСТНИК ВЭГУ”

“ВЕСТНИК ВЭГУ” (“Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы хәбәрҙәре”), ғилми журнал. Ойоштороусыһы — Көнсығыш иҡт.‑юридик гуманитар академияһы. 1995 й. алып Өфөлә йылына 6 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — 1 мең дана (2011). Журнал биттәрендә ғилми һәм методик йүнәлештәге мәҡәләләр баҫыла, хоҡуҡ...

“ВЕСТНИК ОРЕНБУРГСКОГО УЧЕБНОГО ОКРУГА”

“ВЕСТНИК ОРЕНБУРГСКОГО УЧЕБНОГО ОКРУГА” (“Ырымбур уҡыу‑уҡытыу округы хәбәрҙәре”), фәнни‑пед. журнал. Ырымбур уҡыу-уҡытыу округы органы. 1912 й. ғин. алып 1915 й. дек. тиклем Өфөлә йылына 8 (1915 й. — 6) тапҡыр урыҫ телендә сыға. “Ф.Г.Соловьёв һәм К°” ширҡәте типолитографияһында нәшер ителә. 3 бүлектән...

“ВЕСТНИК СЕМЬИ И ШКОЛЫ”

“ВЕСТНИК СЕМЬИ И ШКОЛЫ” (“Ғаилә һәм мәктәп хәбәрҙәре”), фәнни-популяр пед. журнал. Өфө ғаилә‑пед. йәмғиәте органы. 1910 й. мартынан 1911 й. апр. тиклем (бөтәһе 12 һан) Өфөлә урыҫ телендә сыға. Н.Ф.Делинскийҙың “Матбуғат” типографияһында нәшер ителә. Журнал биттәрендә ғаилә һәм мәктәп тәрбиәһе, уҡытыуҙың...

“ВЕСТНИК УГАТУ”

“ВЕСТНИК УГАТУ” (“ӨДАТУ хәбәрҙәре”), фәнни журнал. Ойоштороусыһы — ӨДАТУ. 2000 й. алып Өфөлә йылына 4 тапҡыр (2000—04 йй. — 2 тапҡыр) урыҫ телендә сыға. Тиражы — 500 дана (2011). Журналда хәҙ. фән һәм техниканың көнүҙәк проблемалары яҡтыртыла; конф., йыйылыштар, ғилми мәктәптәр һәм коллективтар т‑да...

“ВЕСТНИК УФИМСКОГО ЗЕМСТВА”

“ВЕСТНИК УФИМСКОГО ЗЕМСТВА” (“Өфө земствоһы хәбәрҙәре”), журнал. Өфө земство башҡармаһы органы. 1879—83 йй. Өфөлә 2—3 айға 1 тапҡыр урыҫ телендә сыға. “Блохин печатняһы”нда (ҡара: Блохиндар) нәшер ителә. 3 бүлектән тора: “Хөкүмәт бойороҡтары һәм кассация Сенаты ҡарарҙары”, “Урындағы земство эшмәкәрлеге”,...

“ВЕСТНИК УФИМСКОГО ЮРИДИЧЕСКОГО ИНСТИТУТА МВД РОССИИ”

“ВЕСТНИК УФИМСКОГО ЮРИДИЧЕСКОГО ИНСТИТУТА МВД РОССИИ” (“Рәсәй ЭЭМ‑ының Өфө юридик институты хәбәрҙәре”), фәнни‑ғәмәли журнал. Ойоштороусыһы — РФ ЭЭМ‑ының Өфө юридик институты. 1998 й. алып Өфөлә йылына 4 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — 100 данаға яҡын (2011). Журнал биттәрендә енәйәтселеккә ҡаршы...

“ВЕЧЕРНЯЯ УФА”

 “ВЕЧЕРНЯЯ УФА” (“Киске Өфө”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — Өфө ҡ. советы һәм ҡала округы хакимиәте, редакция коллективы. 1969 й. алып Өфөлә аҙнаһына 5 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы 35,7 мең дананан ашыу (2011). Гәзит биттәрендә Өфө ваҡиғалары хроникаһы, баш ҡаланың ижт. һәм мәҙәни тормошо...

“ВИДЕРГЕБУРТ”

“ВИДЕРГЕБУРТ” (“Wiedergeburt” — “Яңырыу”) БР немецтарының мәҙәни-ағартыу союзы, Башҡортостан немецтарының этник яңырыуына булышлыҡ итеү, телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау, уларҙың гражданлыҡ хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын яҡлау өсөн ойошторолған ижт. ойошма. Өфөлә урынлашҡан. 1989 й. “В.” Башҡ‑н республика йәмғиәте...

“ВИЗИТ”

“ВИЗИТ”, ЯСЙ. Автотранспорт һ.б. сараларҙы техник хеҙмәтләндереү һәм йүнәтеү эштәрен башҡара. Өфөлә урынлашҡан. 1991 й. нигеҙ һалына. Составында автосервис, автойыуыу, “Белая река” юл буйы ҡунаҡхана комплексы бар. Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина...

“ВИКТОРИЯ”, ансамбль

“ВИКТОРИЯ”, Ҡала мәҙәниәт үҙәгенең (Нефтекама ҡ.) заманса эстрада- спорт бейеүе ансамбле. 1990 й. ойошторола, 1995 й. “өлгөлө” исеме бирелә. Ансамбль составында 6—17 йәшлек 200‑ҙән ашыу ҡатнашыусы. Репертуарында румба, самба, ча-ча-ча, “Алтын Урҙа” (“Золотая Орда”), “Кескәй һыбайлылар” (“Маленькие наездники”),...

“ВИЛЫ”

“ВИЛЫ” (“Һәнәк”), рәсемле сатирик һәм юмористик журнал. Ойоштороусыһы — БР‑ҙың «“Һәнәк” журналы редакцияһы» ҡаҙна пр‑тиеһы. Өфөлә айына 1 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — 3,5 мең данаға яҡын (2011). 1992 й. алып “Һәнәк” ж. ҡушымта булып нәшер ителә, 1993 й. — үҙ аллы баҫма. Журнал биттәрендә көнүҙәк...

“ВИСМА”

“ВИСМА” ф ә н н и ‑ п р о и з в о д с т в о ф и р м а һ ы, ЯСЙ. Һыу таҙартыу (көнкүреш һәм сәнәғәт) һәм канализация ҡорамалдарын эшләү, етештереү һәм монтажлауҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. нигеҙ һалына. Составына механика, штамплау, термопласт-автоматтар, йыйыу, буяу цехтары; иретеп йәбештереү...

“ВИТЯЗЬ”

“ВИТЯЗЬ” м а ш и н а л а р  э ш л ә ү к о м п а н и я һ ы, ААЙ. Автобустар һәм троллейбустар өсөн хәрәкәткә килтереүсе мостар эшләп сығара; РФ-та ике звенолы транспортёрҙар етештереүсе берҙән-бер пр-тие. Составында стандарт булмаған ҡорамалдар, инструменттар һәм йыһаздар эшләү (икеһе лә 1979 й. нигеҙләнгән),...

“ВЛАСТЬ ТРУДА”, гәзит

“ВЛАСТЬ ТРУДА” (“Хеҙмәт власы”), ижт.‑сәйәси гәзит. РКП(б)‑ның Өфө губерна ком‑ты, Эшсе һәм һалдат депутаттары советының губерна һәм ҡала башҡарма ком‑ттары, 1922 й. 2‑се ярт. алып РКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты һәм БАССР ҮБК органы. Өфөлә көн һайын урыҫ телендә сыға. 1922 й. февр. алып 1924 й. дек....

“ВОГАУ ҺӘМ К°”, сауҙа йорто

“ВОГАУ ҺӘМ К°” сауҙа йорто, Рәсәйҙә иң эре сауҙа-сәнәғәт һәм финанс фирмаларының береһе. 1859 й. Мәскәү сауҙагәре М.М.Вогау һәм Ревель сауҙагәре В.Д.Лютер тарафынан Мәскәүҙә ойошторола; 1917 й. тиклем Вогауҙар ғаиләһе һәм уларға туған эшҡыуарҙар ҡулында була. 19 б. 70‑се йй. башында фирманың төп капиталы...

“ВОДОМЕР”

“ВОДОМЕР”, ЯСЙ. Йылылыҡ трассаларын, һыу, йылылыҡ м‑н тәьмин итеүҙең эске системаларын һәм канализацияны проектлау, монтажлау, техник хеҙмәтләндереү; һыу һәм йылылыҡты иҫәпләү приборҙарын тикшереү эштәрен башҡара; һыу, газ, йылылыҡ иҫәпләгестәр, келәләр, магнитлы- механик фильтрҙар һ.б. һатыу м-н шөғөлләнә....

“ВОЗРОЖДЕНИЕ”

“ВОЗРОЖДЕНИЕ” к о н с у л ь т а ц и я ‑ а у д и т о р л ы ҡ   ф и р м а һ ы, ЯСЙ. Аудиторлыҡ эшмәкәрлеге (ҡара: Аудит), коммерция, финанс һәм идара итеү мәсьәләләре б‑са консультациялар биреү м‑н шөғөлләнә. Мәләүез ҡ. урынлашҡан. 1992 й. ойошторола. Фирма хеҙмәттәре м‑н БР‑ҙың бөтә төр милектәге пр‑тиелары...

“ВОЗРОЖДЕНИЕ” поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге

“ВОЗРОЖДЕНИЕ” Башҡортостан Республикаһының поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге, поляктарҙың рухи мәҙәниәтен үҫтереү, поляк телен, Польша тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү маҡсатында булдырылған төбәк йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1997 й. БР‑ҙың Поляк мәҙәни‑ағартыу үҙәге булараҡ ойошторола, 2008 й....

“ВОЛГОНИИГИПРОЗЕМ"

“ВОЛГОНИИГИПРОЗЕМ” Волга дәүләт ер төҙөлөшө ғилми-тикшеренеү һәм проект-тикшеренеү институты. “В.” ин‑тының Башҡ‑н дәүләт ер төҙөлөшө проект‑тикшеренеү пр‑тиеһы 1961 й. Өфөлә “Росгипрозем” проект‑тикшеренеү ин‑тының Башҡ‑н ер төҙөлөшө экспедицияһы булараҡ асыла, 1969 й. алып “Росгипрозем” ин‑тының Башҡ‑н...