Список материалов
БӘШНӘКТӘР
БӘШНӘКТӘР, төрки ҡәбиләләр берләшмәһе. Урта быуат авторҙары (Гардизи, Ибн Руста, Ибн Фаҙлан һ.б.) хеҙмәттәрендә, Константин Багрянородныйҙың “Империя менән идара итеү тураһында” (“Об управлении империей”) әҫәрендә, урыҫ йылъяҙмаларында телгә алына. Формалашыу ихтималлығы булған өлкә — Урта Азия, Арал...
БЕГЛОВ Василий Алексеевич
БЕГЛОВ Василий Алексеевич (30.5.1958, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Филипповка а. — 9.7.2011, Стәрлетамаҡ ҡ.), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (2007). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2005). СДПИ‑ны тамамлаған (1979), 1982 й. алып шунда уҡ эшләй: 1988 й. башлап әҙәбиәт, 1993—2003 йй. урыҫ...
БЕГЛОВА Елена Ивановна
БЕГЛОВА Елена Ивановна (19.3.1961, БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Иван‑Ҡыуалат а.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2008). БР‑ҙың мәғариф алдынғыһы (2005), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2010). СДПИ‑ны тамамлаған (1982), 1983 й. алып шунда уҡ уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре лексикология, стилистика...
БЕГЛОПОПОВСЫЛАР
БЕГЛОПОПОВСЫЛАР, старообрядсылыҡта 17 б. аҙ. барлыҡҡа килгән ағымдарҙың береһе. Православиеның догматикаһын һаҡлап, Б. культтың деталдәрендә айырылалар. Тәүҙә Б. тип Урыҫ православие сиркәүенән күскән (“ҡасаҡ”, исеме шунан килә) һәм икенсе ҡабат суҡынған священниктарҙы ғибәҙәт ҡылыу өсөн ҡабул иткән...
БЕДЕЕВА ПОЛЯНА, Благовещен р‑нындағы ауыл
БЕДЕЕВА ПОЛЯНА, Благовещен р‑нындағы ауыл, Бедеева Поляна а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 45 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 60 км алыҫлыҡта Уҫы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 428 кеше; 1920 — 520; 1939 — 812; 1959 — 1620; 1989 — 1650; 2002 — 1550; 2010 — 1757 кеше. Урыҫтар йәшәй...
БЕДРЕНКО Николай Васильевич
БЕДРЕНКО Николай Васильевич (9.9.1923, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Казанка утары, хәҙер БР‑ҙың Ейәнсура районы Казанка а. — 5.7.1985, Талгар ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. авг. алып Төньяҡ-Көнбайыш, Көнбайыш, Ялан, 2‑се Украина, Алыҫ Көнсығыш һәм 2‑се Алыҫ Көнсығыш...
БЕҘСУҠЫШ
БЕҘСУҠЫШ (Recurvirostra avocetta), сәпсәү һымаҡтар отрядының беҙсуҡыштар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла һәм Африкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 42—46 см, ауырлығы 200—320 г, ҡанаттарының ҡоласы 77—80 см. Ҡауырһын ҡапламы башлыса аҡ, башының өҫкө өлөшө, муйынының артҡы өлөшө һәм ҡанаттарындағы...
БЕЖКОВИЧ Афанасий Семёнович
БЕЖКОВИЧ Афанасий Семёнович (13.12.1892, Екатеринбург губ. Нововеличковский станицаһы — 15.4.1977, Ленинград), этнограф, музей белгесе. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Ленинград дәүләт ун‑тын тамамлаған (1928). 1926 й. алып Рәсәй халҡының нәҫел составын өйрәнеү б‑са комиссияла, 1927 й. — СССР ФА...
БЕЗАК Александр Павлович
БЕЗАК Александр Павлович (6.6.1801 — 30.12.1869, С.‑Петербург, Киевта ерләнгән), дәүләт эшмәкәре. Ген.‑адъютант (1849), артиллериянан ген. (1858). Дәүләт советы ағзаһы (1863 й. алып). Дворяндарҙан. 1828—29 йй. рус‑төрөк һуғышында, 1830—31 йй. поляк ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Царское Село лицейын...
БЕЗБОЖНИК (“Аллаһыҙ”)
“БЕЗБОЖНИК” (“Аллаһыҙ”), гәзит. Һуғышсан аллаһыҙҙар союзының (ҡара: Атеизм) Башҡ‑н өлкә советы органы. Өфөлә урыҫ телендә сыға. 1931 й. мартынан нәшер ителә. Барлығы 29 һаны билдәле. “Б.” дингә ҡаршы, фәнни‑популяр мәҡәләләр, ш. уҡ халыҡ араһында наҙанлыҡты бөтөрөү б‑са материалдар баҫыла.
Тәрж. Р.М.Шәрипова...
БЕЗДЕНЕЖНЫЙ Фёдор Ильич
БЕЗДЕНЕЖНЫЙ Фёдор Ильич [23.2.1926, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Яңы Ҡазан а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 26.10.2001, Нефтекама ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). 1950 й. алып “Башвостокнефтеразведка” тресында быраулаусы ярҙамсыһы, быраулаусы булып эшләй; 1959—81 йй. “Арланнефть” НГДУ‑һы операторы, скважиналарҙы...
БЕЗНОСОВ Николай Никитьевич
БЕЗНОСОВ Николай Никитьевич (19.12.1924, Удмурт АССР‑ы Гальянский Починок а. — 7.11.2001, Өфө), тренер. Велосипед спорты б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1961), саңғы буйынса икебәйгелә СССР‑ҙың спорт мастеры (1952), бөтә Союз категориялы судья. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1976). Саңғы б‑са икебәйгелә...
БЕЗЦЕННЫЙ Виктор Николаевич
БЕЗЦЕННЫЙ Виктор Николаевич (20.7.1924, Дмитриевск ҡ. — 2.12.1976, Макеевка ҡ. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1943). Өлкән лейтенант (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Өфө хәрби пехота училищеһын тамамлаған (1943). 1941—42 йй. Иглин районы Иглин а. эшләй. 1942 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1943 й. майынан...
БЕЙ
БЕЙ (төр. — хаким, әфәнде, кенәз), бәк, төрки халыҡтарҙа юғары ҡатламға ҡараған кешенең титулы. Башҡорттарҙа ҡәбилә йәки ырыу башлығының быуындан‑быуынға күсә килгән титулы. Шәжәрәгә ярашлы, меңле ырыуы башлығы тип Урҙас бей, үҫәргәндәрҙә — Мөйтән бей, бөрйәндәрҙә — Бөрйән бей, табындарҙа — Майҡы бей...
БЕЙБАҠТЫ, Иглин р‑нындағы ауыл
БЕЙБАҠТЫ, Иглин р‑нындағы Вернуть (Ctrl+Y)ауыл, Турбаҫлы а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 22 км һәм Шаҡша т. юл ст. К.- Көнс. табан 13 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 507 кеше; 1920 — 629; 1939 — 773; 1959 — 482; 1989 — 150; 2002 — 150; 2010 — 185 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...
БЕЙГИЛДЕ, Балтас р‑нындағы ауыл
БЕЙГИЛДЕ, Балтас р‑нындағы ауыл, Иҫке Янбай а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 92 км алыҫлыҡта Ар й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 698 кеше; 1920 — 673; 1939 — 619; 1959 — 414; 1989 — 280; 2002 — 246; 2010 — 232 кеше....
БЕЙҒОЛ, Өфө р‑нындағы ауыл
БЕЙҒОЛ, Өфө р‑нындағы ауыл, Шемәк а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 55 км һәм Алкин т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 133 кеше; 1920 — 316; 1939 — 313; 1959 — 146; 1989 — 114; 2002 — 151; 2010 — 172 кеше. Урыҫтар, башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...
БЕЙЕКТАУ, һырт
БЕЙЕКТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай һәм Ғафури р‑ндарында Рәүҙәк һәм Егән йй. ҡушылған урындан Ғафури р‑ны Красноусол а. тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 25 км, үҙәк өлөшөнөң киңлеге яҡынса 4 км, абс. бейеклеге 350 м. Түбәләре яҫы, йомро. Битләүҙәре 80—100 м тәрәнлектәге...
БЕЙЕҮ
БЕЙЕҮ, бейеүсенең тән торошо һәм хәрәкәттәре ярҙамында художестволы образ тыуҙырыусы сәнғәт төрө; туранан‑тура музыка сәнғәте м‑н бәйләнгән. Б. сәнғәте халыҡ ижадының иң боронғо сағылыштарының береһе (ҡара: Халыҡ бейеүе). Һәр халыҡта хәрәкәт аша кәүҙәләндереүҙең үҙ алымдары, милли бейеү йолалары нығынған....
БЕЙЕҮ АНСАМБЛДӘРЕ
БЕЙЕҮ АНСАМБЛДӘРЕ, 19 б. аҙ. — 20 б. башында эре мәҙрәсәләр эргәһендә эшләгән һәүәҫкәр художестволы түңәрәктәр һәм йәмғиәттәрҙән барлыҡҡа килә (ҡара: Фольклор ансамблдәре). 20 б. башында “Нур” һәм “Ширҡәт” театрҙары труппалары эргәһендә, 1‑се Башҡ. дәүләт драма театрында (ҡара: Башҡорт драма театры)...