Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БЕЛОРЕТ ИТ КОМБИНАТЫ

БЕЛОРЕТ ИТ КОМБИНАТЫ. 1958 й. нигеҙ һалына, 1962 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1994 й. алып ААЙ, 2006 й. ябыла. Составына ит-май, компрессорҙар (икеһе лә 1962 й. нигеҙләнгән), колбаса (1963) цехтары, һыуытҡыс (1962), ҡаҙанлыҡ бүлмәһе (1962) һ.б. ингән. Белорет, Өфө, Учалы ҡҡ., Белорет р‑ны Инйәр а. һәм...

БЕЛОРЕТ ҠАЛА МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ

БЕЛОРЕТ ҠАЛА МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ, 1931 й. Металлургтарҙың мәҙәниәт һәм техника йорто булараҡ асыла, 1996 й. алып Белорет металлургия комбинатының бүлендек пр‑тиеһы “Досуг” ЯСЙ, 2003 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 700 урынлыҡ тамаша залы, китапханаһы, бейеү һәм спорт залы, түңәрәк эштәре өсөн...

БЕЛОРЕТ МАЙ-СЫР КОМБИНАТЫ, ЯСЙ

БЕЛОРЕТ МАЙ-СЫР КОМБИНАТЫ, ЯСЙ. Составы: айыртылмаған һөт продукцияһы, йомшаҡ сыр, май етештереү (бөтәһе лә 1976 й. нигеҙләнгән) һ.б. цехтар. 2010 й. 98 кеше эшләгән. Май, сыр, һөт продукцияһы етештерә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1958 й. Белорет һөт з‑ды булараҡ нигеҙ һалына,...

БЕЛОРЕТ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ

БЕЛОРЕТ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, 1935 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1936) шәфҡәт туташтары мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1939 й. алып акушерҙар мәктәбе, 1942 й. — фельдшер‑акушерлыҡ мәктәбе, 1943 й. — мед. техникумы, 2003 й. хәҙ. статусын ала (2009 й. башлап дәүләт авт. мәғариф учреждениеһы). Уҡытыу көндөҙгө...

БЕЛОРЕТ МЕТАЛЛУРГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

БЕЛОРЕТ МЕТАЛЛУРГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1933 й. металлургия техникумы булараҡ нигеҙ һалына, 1992 й. хәҙ. статусын ала. 2010 й. колледж составына Белорет һөнәрселек лицейы №25 инә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә иҡт. һәм бухгалтерия иҫәбе, металдарҙы баҫым аҫтында эшкәртеү, металдарҙы өйрәнеү...

БЕЛОРЕТ МЕТАЛЛУРГИЯ КОМБИНАТЫ, ААЙ

БЕЛОРЕТ МЕТАЛЛУРГИЯ КОМБИНАТЫ, ААЙ. Составы: 150‑се прокатлау цех‑станы, ҡорос сым (1‑се, 4‑се, 6‑сы), ҡатыштырылған, ныҡ сыҙамлы сым, микросым, таҫманы һалҡын килеш прокатлау, арҡан (3‑сө, 17‑се), 5‑се авиаарҡан цехтары; 14 ярҙамсы бүлексә; 5 бүлендек пр‑тие. 2010 й. 6242 кеше эшләгән. Сортлы прокат,...

БЕЛОРЕТ МЕТАМОРФИК КОМПЛЕКСЫ

БЕЛОРЕТ МЕТАМОРФИК КОМПЛЕКСЫ, өҫкө кембрий алды тау тоҡомдарының урындағы юғары баҫымлы стратиграфик бүлексәһе. Д.Г.Ожиганов Белорет ҡ. районында айырып күрһәтә (1940). А.И.Иванов (1948), Н.Ф.Решетников (1962—66), П.Н.Швецов (1962—76), А.А.Алексеев (1970) тарафынан өйрәнелә. Мәйәрҙәк антиклинорийын...

БЕЛОРЕТ МУЗЕЙЫ

БЕЛОРЕТ МУЗЕЙЫ. Белорет ҡ. урынлашҡан. 1969 й. йәмәғәт башланғысында Белорет тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ ойошторола, 1990—2006 йй. Милли музей филиалы. Музей фондында 12 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Ватан һуғышы осорона ҡараған ҡорал, обмундирование һәм наградалар коллекциялары,...

БЕЛОРЕТ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

БЕЛОРЕТ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1930 й. 2‑се баҫҡыс мәктәп нигеҙендә пед. техникумы булараҡ нигеҙ һалына, 1937 й. алып пед. уч‑щеһы, 1997 й. хәҙ. статусын ала. Б.п.к. составына Стәрлетамаҡ пед. уч‑щеһы (1955) һәм Темәс башҡорт педагогия училищеһы (1956) инә. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә башланғыс синыфтарҙа...

БЕЛОРЕТ РАЙОНЫ

БЕЛОРЕТ РАЙОНЫ, БР‑ҙың көнсығышында урынлашҡан. Төньяҡта Силәбе өлк., көнсығышта — Учалы, көньяҡ-көнсығышта — Әбйәлил, көньяҡта — Бөрйән, көнбайышта Ишембай, Ғафури һәм Архангел р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Тамъян-Ҡатай кантоны улустары инә (ҡара: Административ район)....

БЕЛОРЕТ РЕССОРҘАР ҺӘМ ПРУЖИНАЛАР ЗАВОДЫ

БЕЛОРЕТ РЕССОРҘАР ҺӘМ ПРУЖИНАЛАР ЗАВОДЫ, ЯАЙ. Трактор һәм а.х. машиналары эшләүсе, автомобиль сәнәғәте, т. юл транспорты, энергетика һ.б. пр‑тиелар өсөн комплектлау (эҫе һәм һалҡын килеш уралған пружиналар, автомобиль һәм трактор рессорҙары, тәгәрмәс сылбыры быуынының трак бармаҡтары) һәм запас частар...

БЕЛОРЕТ УРМАН КОМБИНАТЫ

БЕЛОРЕТ УРМАН КОМБИНАТЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү пр‑тиеһы. 1972 й. район сәнәғәт комб‑ты (1939 й. нигеҙләнгән) базаһында Б.у.к. булараҡ нигеҙ һалына, 1977 й. Белорет ағас әҙерләү-эшкәртеү комб‑тына үҙгәртелә, 1991 й. алып “Б.у.к.” ЯАЙ, 2005 й. ябыла. Составына Арша, Инйәр, Мөхәмәт ағас әҙерләү участкалары,...

БЕЛОРЕТ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

БЕЛОРЕТ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү, эшкәртеү һәм аҡ шыршы ҡайнатыу пр‑тиеһы. 1960 й. Магнитогорск урман сәнәғәте хужалығы базаһында нигеҙ һалына, 1961 й. алып “Башлеспром” ААЙ составында, 1995 й. — ААЙ, 2006 й. ябыла. 1962—94 йй. Б.у.с.х. Түбәнге Новгород ҡ. һәм Нейво-Рудянка ҡасабаһы (Свердловск...

БЕЛОРЕТ УРТА МӘКТӘБЕ №1

БЕЛОРЕТ УРТА МӘКТӘБЕ №1. 1889 й. сиркәү‑мәхәллә мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1890 й. алып 2 класлы башланғыс халыҡ ир балалар уч‑щеһы, 1907 й. — ҡала училищеһы, 1912 й. — 4 класлы юғары башланғыс уч‑ще, 1917 й. — 2‑се баҫҡыс мәктәп, 1937 й. — А.С.Пушкин ис. 1‑се Белорет урта мәктәбе. Тыуған яҡты өйрәнеү...

БЕЛОРЕТ ХАЛЫҠ АКАДЕМИЯ ХОРЫ

БЕЛОРЕТ ХАЛЫҠ АКАДЕМИЯ ХОРЫ. 1971 й. Белорет ҡ. Мәҙәниәт һарайында ойошторола. 1987 й. “халыҡ” исемен ала. РФ‑тың атҡ. халыҡ ижады коллективы (2015). Составына 16—80 йәштәге 20‑нән ашыу кеше инә. Репертуарында урыҫ, сит ил, ш. уҡ совет һәм хәҙерге композиторҙарҙың классик әҫәрҙәре, халыҡ һәм дини йырҙар,...

БЕЛОРЕТ ҺӨНӘРСЕЛЕК ЛИЦЕЙЫ №25

БЕЛОРЕТ ҺӨНӘРСЕЛЕК ЛИЦЕЙЫ №25, 1921 й. Белорет металлургия з‑ды (ҡара: Белорет металлургия комбинаты) эргәһендә фабрика‑завод өйрәнсектәр мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1940 й. алып 1‑се һөнәрселек уч‑щеһы, 1960 й. — 7‑се техник уч‑ще, 1963 й. — 35‑се ҡала ПТУ‑һы, 1975 й. — 35‑се СПТУ, 1988 й. — 25‑се...

БЕЛОРЕТ ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ, Ағиҙел йылғаһында

БЕЛОРЕТ ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ, Ағиҙел йылғаһында. Плотинаның һыу ағыҙғыс ҡапҡаһы йылға тамағынан 1320 км алыҫлыҡта Белорет ҡ. эргәһендә урынлашҡан. Гидроузел ағыҙғысында йылғаның һыу йыйыу майҙаны 1720 км2 (йылға басс. 2%‑ы), уртаса йыллыҡ ағым күләме 353 млн м3, һыуһаҡлағыстың тулы күләме 7,4 млн м3, файҙалы...

БЕЛОРЕТ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ

БЕЛОРЕТ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ, п р о и з в о д с т в о  б ү л е г е. Белорет, Бөрйән, Учалы, Әбйәлил райондары ҡулланыусыларын, ш. иҫ. Туҡан руднигы булған Белорет металлургия комбинатын, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатын, Куйбышев тимер юлының Ҡарлыман— Белорет участкаһын һ.б., электр энергияһы менән...

БЕЛОРЕТ, ҡала

БЕЛОРЕТ, БР‑ҙағы ҡала һәм т. юл ст., Белорет р‑нының адм. үҙәге (1930 й. алып). Өфөнән көньяҡ‑көнсығышҡа табан 250 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Майҙаны — 40 км2. Халҡы (мең кеше): 1920 й. — 12,9; 1939 — 39,7; 1959 — 59,3; 1989 — 72,7; 2002 — 71,1; 2010 — 68,8; 2018 — 65,5. Милли составы...

БЕЛОРЕЦКИЙ (Ларионов) Григорий Прокопьевич

БЕЛОРЕЦКИЙ (Ларионов) Григорий Прокопьевич (19.1.1879, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Белорецкий Завод ҡсб., хәҙ. Белорет ҡ. — 6.3.1913, Рязань губ. Скопин ҡ.), яҙыусы, врач. Өфө ир балалар гимназияһын тамамлаған (1899). Император хәрби‑мед. акад. (С.‑Петербург) уҡыған. Завод эшселәренең ауыҙ‑тел поэзияһын...