Список материалов
БЕРЕШ, Белорет р‑нындағы ауыл
БЕРЕШ, Белорет р‑нындағы ауыл, Асы а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 161 км алыҫлыҡта Береш й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 237 кеше; 1920 — 403; 1939 — 386; 1959 — 414; 1989 — 202; 2002 — 215; 2010 — 263 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Соц.-мәҙәни үҙәк, урта мәктәп,...
БЕРЕШТАМАҠ, Белорет р‑нындағы ауыл
БЕРЕШТАМАҠ, Белорет р‑нындағы ауыл, Асы а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 158 км алыҫлыҡта Береш й. (Инйәр й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан; т. юл станцияһы. Халҡы: 1939 й. — 386 кеше; 1959 — 655; 1989 — 307; 2002 — 261; 2010 — 283 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...
БЕРЛӘҪ, Борай р‑нындағы ауыл
БЕРЛӘҪ, Четвертаков, Борай р‑нындағы ауыл, Баҙраҡ а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 24 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 92 км алыҫлыҡта Үләй й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1157 кеше; 1920 — 1254; 1939 — 863; 1959 — 694; 1989 — 345; 2002 — 317; 2010 — 236 кеше....
БЕРЛЕКТӘГЕ ПРЕДПРИЯТИЕ
БЕРЛЕКТӘГЕ ПРЕДПРИЯТИЕ, өлөшләтә сит ил капиталы ҡатнашҡан предприятие. Милли иҡтисадҡа туранан-тура сит ил инвестицияларын йәлеп итеү, сит илдең алдынғы технологияларын һәм ҡорамалдарын файҙаланыу, аныҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторола. Б.п. яңы пр‑тие булараҡ йәки сит ил инвесторының...
БЕРЛИН Александр Александрович
БЕРЛИН Александр Александрович (27.9.1940, Мәскәү ҡ.), физик, физик‑химик. РФА академигы (2003), БР ФА‑ның почётлы академигы (2002), химия фәндәре докторы (1974), профессор (1980). Мәскәү физика-техника институтын тамамлаған (1963). 1978 й. алып РФА-ның Н.Н.Семёнов исемендәге Химик физика институтының...
БЕРСУАТ, археологик ҡомартҡы
БЕРСУАТ, Һынташты мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡ аҙағы — 2‑се мең йыллыҡ башына ҡарай. Силәбе өлк. Наследницкий ҡасабаһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта Берсуат й. (Тубыл й. басс.) һул ярында урынлашҡан. 1996 й. Г.Б.Зданович, Т.С.Малютина, И.М.Батанина тарафынан асыла...
БЕСӘЙ КҮҘЛЕ ӘРМӘНДЕ
БЕСӘЙ КҮҘЛЕ ӘРМӘНДЕ (Pelobates fuscus), ҡойроҡһоҙ ер-һыу хайуандары отрядының бесәй күҙле әрмәнделәр ғаиләһенә ҡараған ер-һыу хайуаны. Үҙәк һәм Көнсығыш Европала таралған. Башҡортостанда урманлы дала райондарында осрай. Кәүҙә оҙонлоғо 7 см тиклем. Кәүҙәһе мыҡты, тығыҙ. Арҡаһының һәм ян-яғының тиреһе...
БЕСӘЙ ТАРЫҺЫ ҺЫМАҠТАР
БЕСӘЙ ТАРЫҺЫ ҺЫМАҠТАР (Amaranthaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. 65 заты, яҡынса 900 төрө билдәле, ике ярымшарҙың тропик һәм субтропик, һирәгерәк уртаса бүлкәттәрендә таралған. Бер һәм күп йыллыҡ үлән, һирәкләп ҡыуаҡ һәм тәпәш мәңге йәшел ағас. Башҡортостанда амарант затының 5 төрө үҫә. Бер йыллыҡ нитрофиль...
БЕСӘЙ ҮЛӘНЕ
БЕСӘЙ ҮЛӘНЕ (Valeriana), бесәй үләне һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 250 төрө билдәле, Көньяҡ һәм Төньяҡ Америкала, Евразияла таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә: иҙел Б.ү., бүлбеле Б.ү., шифалы Б.ү., шикле Б.ү. Вертикаль тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ябай йәки тармаҡлы,...
БЕСӘН
БЕСӘН, сабылған үләнде 15—17% дымы ҡалғанға тиклем киптереү юлы м‑н алынған ҡоро мал аҙығы. Б. әҙерләү өсөн тәбиғи мал аҙығы ерҙәренең, күп йыллыҡ, бер йыллыҡ ҡуҙаҡлылар һәм ҡыяҡлылар һәм уларҙың ҡатнашмаһы сәсеүлектәренең үҫемлектәр япмаһы файҙаланыла. Иң файҙалы Б. люцерна, клевер, көнсығыш козлятнигынан...
БЕСПАЛОВ Александр Геннадьевич
БЕСПАЛОВ Александр Геннадьевич (10.5.1981, Яр Саллы ҡ.), спортсы. Велосипед спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001). “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Р.Н.Латипов). Шәхси уҙышта Рәсәй чемпионы (2001, 2004, 2006), донъя чемпионаттарының көмөш (2002) һәм бронза...
БЕСПОПОВСЫЛАР, беспоповщиналыҡ
БЕСПОПОВСЫЛАР, беспоповщиналыҡ, старообрядсылыҡта 17 б. аҙ. барлыҡҡа килгән ағымдарҙың береһе. Б. тәғлимәтендә иң мөһиме — раскол дәүеренән Ерҙә Антихрист хакимлыҡ итеүе т‑дағы күҙаллау. Б. фекеренсә, шул саҡта “ысын” (“иҫке”) дин юҡ ителә лә инде. Старообрядсылыҡ соборҙарында (Новгород ҡ., 1692, 1694)...
БЕССОНОВ Александр Григорьевич
БЕССОНОВ Александр Григорьевич (1848, Вятка ҡ. — 1917), тел белгесе, этнограф. Ҡазан дини академияһының дини тәғлимәт бүлеген тамамлағандан һуң (1877) Вятка губернаһында, Ҡазанда халыҡ уҡытыусыһы була; Ырымбур татар уҡытыусылар мәктәбендә уҡыта. 1882 й. алып Ырымбур губернаһы мәктәптәре һәм халыҡ училищелары...
БЕСТУЖЕВ ТОҠОМО
БЕСТУЖЕВ ТОҠОМО, һыйыр малының һөт‑ит йүнәлешле тоҡомо. Тоҡом эсендәге типтар: һөт һәм ит‑һөт. 18 б. аҙ. — 19 б. башында Сембер губ. урындағы малды голланд тоҡомо, симменталь тоҡомо, холмогор тоҡомо, шортгорн тоҡомо һ.б. м‑н ҡасырып сығарылған. Тоҡомсолоҡ эшен башлаусы завод хужаһы С.П.Бестужев фамилияһы...
БЕТЕЛЬГЕЙЗЕ, йондоҙ
БЕТЕЛЬГЕЙЗЕ, Орион α‑һы, яҡтылығы 5,8 йыл һайын визуаль йондоҙ дәүмәле 0m,4‑тән 1m,2 тиклем үҙгәреүсе ифрат гигант ҡыҙыл йондоҙ. Яҡтылығының үҙгәреүе Б. радиусының 430‑ҙан 625 ҡояш радиусына тиклем үҙгәреүенә бәйле. Ерҙән яҡынса 310 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Экваториаль йондоҙлоҡҡа ҡарай....
БЕТЕРӘ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл
БЕТЕРӘ, 2‑се лесозавод, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Темәс а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 70 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 115 км алыҫлыҡта Бетерә й. (Үҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 70 кеше; 1959 — 347; 1989 — 433; 2002 — 339; 2010 — 323 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....
БЕТЕҮ
БЕТЕҮ, мосолман тылсымдарының бер төрө. Ғәҙәттә, эсенә доға, Ҡөрьән сүрәһенән, аяттан өҙөктәр, Алла исеме яҙып һалынған өсмөйөш рәүешендәге күн йәки туҡыма киҫәге. Мөхәммәт исеме м‑н Б. киң таралған. Бигерәк тә әүлиә, ишандар әҙерләгән Б. ҡәҙерле булған.
М.Н.Сөләймәнова
Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина...
БЕТОН
БЕТОН (фр. beton), бәйләүес матдәләр (һыу ҡатыш йәки һыуһыҙ), тулыландырыусылар һәм махсус өҫтәмәләр (модификаторҙар) ҡатнашмаһын формаға индереп ҡатырыу һөҙөмтәһендә алынған таш һымаҡ яһалма материал. Б. бәйләүес матдә төрө (цементлы, силикатлы, гипслы, шлаклы-һелтеле, битумлы, полимерлы-цементлы)...
БЕТОН ҺӘМ ТИМЕР-БЕТОН КОРРОЗИЯҺЫ
БЕТОН ҺӘМ ТИМЕР-БЕТОН КОРРОЗИЯҺЫ, агрессив тышҡы мөхит йоғонтоһонда бетон һәм тимер-бетондың тарҡалыуы. Уның тиҙлеге агрессив мөхит параметрҙары (агрессив компоненттарҙың төрө һәм концентрацияһы, т‑ра, конструкция йөҙөндә агрессив мөхит м‑н алмашыныу реакцияһы тиҙлеге һ.б.) һәм материал үҙенсәлектәре...
БЕТҮЛӘН
БЕТҮЛӘН (Pedicularis), һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 600 төрө бар, Төньяҡ ярымшарҙа, бер нисә төрө Көньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 10 төрө үҫә. Күп, һирәкләп ике йыллыҡ (һаҙ Б.) үлән, паразитизмға һәләтле. Һабағы төҙ йәки күтәрелеүсе, тармаҡлы, һирәкләп ябай, 10—100 см...