Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БИҒЛОВА Рәйсә Йыһандар ҡыҙы

БИҒЛОВА Рәйсә Йыһандар ҡыҙы (1.10.1950, Өфө), химик-органик. Химия ф. д‑ры (1999), проф. (2000). РФ-тың почётлы юғары проф. биреү хеҙм-ре (2011), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1986). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) шунда уҡ эшләй. Фәнни хеҙмәттәре юғары молекуляр фенолдарҙы синтезлауҙың селектив ысулдарын...

БИҒОЛОВ Миңлеғол Солтан улы

БИҒОЛОВ Миңлеғол Солтан улы [20.10.1928, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Ҡанаҡай а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 6.1.1973, Өфө], Соц. Хеҙмәт Геройы (1958). 1941 й. алып Ишембай р‑ны “Ҡыҙыл таң” к‑зында эшләй. 1947 й. башлап “Башнефтезаводстрой” тресының (Өфө) 2‑се төҙөлөш идаралығы ташсыһы, 1958 й. — комплекслы...

БИҘ, Тәтешле р‑нындағы ауыл

БИҘ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Аҡсәйет а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 29 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта Биҙ й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 141 кеше; 1920 — 179; 1939 — 125; 1959 — 131; 1989 — 87; 2002 — 97; 2010 — 87 кеше. Башҡорттар...

БИҘӘКЛӘҮ МАТЕРИАЛДАРЫ

БИҘӘКЛӘҮ МАТЕРИАЛДАРЫ, биналарҙы эске һәм тышҡы яҡтан биҙәкләү өсөн ҡулланылыусы төҙөлөш материалдары. Химик составы б-са минераль һәм органик сығышлы Б.м. айыралар. Минераль Б.м. еңел (эзбиз, гипс һ.б.) һәм гидравлик (портландцемент, аҡ һәм төҫлө цемент һ.б.) бәйләүес матдәләр, йөҙләү таштары нигеҙендәге...

БИҘӘР ЗАВОДЫ

БИҘӘР ЗАВОДЫ, 1740 й. Уҫы даруғаһы Ғәйнә һәм Танып улусы башҡорттарынан ҡуртымға (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, һатып) алынған ерҙәрҙә Биҙәр й. (Сылва й. басс.) буйында П.И.Осокин (ҡара: Осокиндар) баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һала. Хужалары: Осокиндар, 1804 й. алып А.А.Кнауф, 1818 й. — Англия банкиры...

БИҘӘҮ ТАШТАРЫ

БИҘӘҮ ТАШТАРЫ, декоратив, эстетик һәм технологик үҙенсәлектәргә эйә булғанлыҡтан биҙәү‑сәнғәт һәм ювелир әйберҙәре етештереүҙә ҡулланылыусы тау тоҡомдары, минералдар һәм минераль агрегаттар. Специфик үҙенсәлектәре б‑са Б.т. аҫыл таштарға яҡын. Күпселеге үтә күренмәүсән, сағыу төҫлө һәм биҙәкле. Ҡайһы...

БИҘӘҮ-ҠУЛЛАНМА СӘНҒӘТЕ

БИҘӘҮ-ҠУЛЛАНМА СӘНҒӘТЕ, биҙәү сәнғәте өлкәһе: донъя көтөү өсөн йорт кәрәк-ярағы, көнкүреш өсөн тәғәйенләнгән, ғөрөф-ғәҙәт, йолаларға бәйле әйберҙәр эшләү һәм нәфис эшкәртеү (традицион йыһаз, мебель, туҡымалар, кейем, хеҙмәт ҡоралдары). Б.‑ҡ.с. тармаҡтары материалға ҡарап (ағас, керамика, металл, текстиль...

БИҘГӘКСӘН

БИҘГӘКСӘН, биҙгәк үләне (Thalictrum), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 120 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә, Көньяҡ Африка тауҙарында һәм Көньяҡ Америка тропиктарында таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә: кескәй Б., һары Б., һаҫыҡ Б., ябай Б. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы...

БИҘГӘЛӘК

БИҘГӘЛӘК, ҡ а р һ а ҡ  т у ғ а ҙ а ҡ (Tetrax tetrax), торна һымаҡтар отрядының туғаҙаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Европала, Төньяҡ Африкала һәм Көньяҡ‑Көнбайыш Азияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 40—45 см, ауырлығы 550—950 г, ҡанатының ҡоласы 105—115 см. Арҡаһында һыҙыҡлы һүрәт бар, ҡуңыр-һоро...

БИЕШУ Мария Лукьяновна

БИЕШУ Мария Лукьяновна (5.5.1934, Молдавия АССР‑ының Волонтировка а. — 16.5.2012, Кишинёв), йырсы (лирик-драматик сопрано), муз.-йәмәғәт эшмәкәре. Молдова Респ. ФА акад. (1998), проф. (1986). Соц. Хеҙмәт Геройы (1990). СССР‑ҙың (1970) һәм БР‑ҙың (1994) халыҡ артисы. Кишинёв консерваторияһын тамамлаған...

БИЗЯРКИНА Елена Николаевна

БИЗЯРКИНА Елена Николаевна (24.8.1971, Стәрлетамаҡ ҡ.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2009). ӨДНТУ‑ны (1995), Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡт. ин‑тын (1998) тамамлаған. 1995 й. алып “Сода” ААЙ‑нда: 2002 й. башлап төп иҡтисадсы, 2003 й. — бүлек нач. урынбаҫары. 2005 й. алып Көнсығыш иҡт., гуманитар...

БИИШЕВА З. МУЗЕЙЫ

БИИШЕВА З. МУЗЕЙЫ, Күгәрсен р‑ны Туйөмбәт а. урынлашҡан. 1998 й. З.А.Биишеваның тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы асыла. Музей фондында 400‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. яҙыусының китаптары, шәхси әйберҙәре, портреты (рәссамы Ә.Ф.Лотфуллин), Биишева әҫ. б‑са ҡуйылған спектаклдәргә афишалар һәм декорация...

БИИШЕВА Зәйнәб Абдулла ҡыҙы

БИИШЕВА Зәйнәб Абдулла ҡыҙы [2.1.1908, Ырымбур губ. ш. уҡ ис. өйәҙе Туйөмбәт а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) – 24.8.1996, Өфө], яҙыусы. БАССР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (1990). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1949). Тәүге китабы – балалар өсөн “Партизан малай” (1942) хикәйәһе. “Көнһылыу” (1949), “Сәйер кеше” (1960), “Уйҙар,...

БИК (Бикмурзин) Анатолий Иванович

БИК (Бикмурзин) Анатолий Иванович [19.12.1915, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Бөрөбаш а. (БР-ҙың Мишкә р-ны) — 19.12.1980, Йошкар-Ола], яҙыусы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мари пед. ин‑тын тамамлаған (Йошкар-Ола, 1952). Мари АССР‑ында йәшәгән һәм эшләгән. Б. шиғриәте нескә лиризм м‑н һуғарылған. Күп әҫәрҙәрендә...

БИК-ҠАРАМАЛЫ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

БИК-ҠАРАМАЛЫ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Бик-Ҡарамалы а/ с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 26 км алыҫлыҡта Һаҙлыкүл й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1302 кеше; 1920 — 1334; 1939 — 765; 1959 — 536; 1989 — 281; 2002 — 284; 2010 — 324 кеше. Татарҙар йәшәй...

БИКӘЕВ Солтан Хәмит улы

БИКӘЕВ Солтан Хәмит улы (25.12.1916, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Туҡтар‑Әбдрәшит а., хәҙер БР‑ҙың Әлшәй районы Әбдрәшит а., — 8.10.2006, Өфө ҡ., Әбдрәшит а. ерләнгән), танкист, полковник (1975). Советтар Союзы Геройы (1943). БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977), СССР матбуғаты отличнигы (1977)....

БИКӘЙ, Шишмә р‑нындағы ауыл

БИКӘЙ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Ибраһим а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Киҙәк й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1539 кеше; 1920 — 1778; 1939 — 1205; 1959 — 864; 1989 — 520; 2002 — 534; 2010 — 494 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

БИКБАЕВ Йәүҙәт Мансур улы

БИКБАЕВ Йәүҙәт Мансур улы [25.11.1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Собханғол а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 7.9.1995, Өфө], инженер-механик. Техник ф. канд. (1970), проф. (1993). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1978). ӨАИ‑ны тамамлаған (1949). 1953 й. алып Өфө авиация техникумында уҡыта, 1958—60 йй....

БИКБАЕВ Рауил Төхфәт улы

БИКБАЕВ Рауил Төхфәт улы (12.12.1938, Ырымбур өлкәһе Үрге Ҡунаҡбай а. — 23.4.2019, Өфө ҡ.), шағир, әҙәбиәт белгесе, йәмәғәт эшмәкәре. БР‑ҙың халыҡ шағиры (1993). БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2008), филология фәндәре докторы (1996). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Сыуашстан Республикаһының атҡаҙанған...

БИКБАЕВ Рәмил Фәрит улы

БИКБАЕВ Рәмил Фәрит улы (1.4.1961, Өфө — 16.7.1995, С.‑Петербург), математик. Физика-матем. ф. д‑ры (1992). ЛДУ‑ны тамамлаған (1984). 1987 й. алып Матем. ин‑тында эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре математик физиканың интегралланыусы һыҙыҡһыҙ тигеҙләмәләрен, солитондар теорияһын өйрәнеүгә бәйле. Б. Уизем тигеҙләмәләрендә...