Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БИКСУРИН Мирсәлих Мирсәлим улы

БИКСУРИН Мирсәлих Мирсәлим улы [1819 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1820), Ырымбур ҡ. — 7.3.1903, шунда уҡ], тел белгесе, мәғрифәтсе, педагог, йәмәғәт эшмәкәре. Статский советник, генерал. Дворяндарҙан. Неплюев хәрби уч‑щеһын тамамлаған (1838, ҡара: Неплюев кадет корпусы), 1841—78 йй . шунда уҡ һәм бер үк...

БИКТАШЕВА Тәлиғә Миңлевәли ҡыҙы

БИКТАШЕВА Тәлиғә Миңлевәли ҡыҙы [28.7.1911, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Арыҫлан а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 14.10.1995, Мәскәү], актриса. БАССР‑ҙың халыҡ (1955) һәм атҡ. (1940) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1938). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлаған (1932; В.Мортазин-Иманский, М.Ә.Мәһәҙиев курсы)....

БИКТӘР

БИКТӘР, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай р‑ны буйлап Ерекле й. башынан Рәүҙәк й. тамағына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 17 км, киңлеге 6 км, абс. бейеклеге 677 м. Һыртта көнсығышта ҡапыл өҙөлгән ҡая һымаҡ 6 түбә асыҡ айырылып тора. Рельефы ҡатмарлы, битләүҙәре уйһыулыҡтар,...

БИКТИМЕР АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ

БИКТИМЕР АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ, Ҡараабыҙ мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары төркөмө. Б.э.т. 4 б. — б.э. 3 б. ҡарай. Бөрө р‑ны Яңы Биктимер а. эргәһендә урынлашҡан. Б.а.к. ҡаласыҡтан һәм 3 ҡәберлектән тора. Биктимер ҡаласығы ауылдан көнсығышҡа табан 0,2 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. бейек (35 м) уң ярында урынлашҡан....

БИКТИМЕРОВ Әнүәр Нурислам улы

БИКТИМЕРОВ Әнүәр Нурислам улы [15.5.1920, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Шишмә а. (БР‑ҙың Шишмә районы) — 25.10.2000, шунда уҡ], селекционер. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1974). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлаған (1942). 1946 й. алып Йоматау умартасылыҡ техникумында уҡыта, 1952 й. —...

БИКТИМЕРОВ Сәлмән Ғәлиәхмәт улы

БИКТИМЕРОВ Сәлмән Ғәлиәхмәт улы (14.8.1913, Ырымбур губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе 1‑се Кинйәабыҙ а., хәҙер БР‑ҙың Көйөргәҙе районы Кинйәабыҙ а., — 24.2.1971, шунда уҡ), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. июленән Брянск, Көньяҡ-Көнбайыш, Ялан, Үҙәк, Белоруссия һәм 2‑се Белоруссия...

БИКТИМЕРОВТАР

БИКТИМЕРОВТАР, кантон башлыҡтары. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы Сибай а. (хәҙ. Баймаҡ р‑ны Иҫке Сибай а.) башҡорттарынан. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Биктимер Мотаев, тархан Мотай Айытҡоловтың улы, Бөрйән улусы старшинаһы, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Йылайыр ҡәлғәһе...

БИКТЫШ, Шаран р‑нындағы ауыл

БИКТЫШ, Шаран р‑нындағы ауыл, Аҡбарыҫ а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 12 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Шалтыҡ й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 235 кеше; 1920 — 293; 1939 — 351; 1959 — 332; 1989 — 162; 2002 — 143; 2010 — 124 кеше. Мариҙар йәшәй...

БИКЧӘНТӘЕВ Әнүәр Һаҙый улы

БИКЧӘНТӘЕВ Әнүәр Һаҙый улы (21.9.1913, Өфө — 18.5.1989, шунда уҡ), яҙыусы. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1970). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1947). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын (1941), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1956) тамамлаған....

БИКШИК, Мишкә р‑нындағы ауыл

БИКШИК, Мишкә р‑нындағы ауыл, Ҡайраҡ а/ с ҡарай. Район үҙәгенән 19 км Көнб. һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 100 км алыҫлыҡта Шаҙы й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 258 кеше; 1920 — 325; 1939 — 348; 1959 — 340; 1989 — 321; 2002 — 287; 2010 — 277 кеше. Мариҙар йәшәй (2002)....

БИЛАЛ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

БИЛАЛ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Билал а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 70 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 109 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 408 кеше; 1920 — 609; 1939 — 543; 1959 — 427; 1989 — 504; 2002 — 620; 2010 — 557 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

БИЛАЛОВ Фидаил Шәйхислам улы

БИЛАЛОВ Фидаил Шәйхислам улы [15.7.1925, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Әмин а. (БР‑ҙың Шишмә районы) — 22.3.2018, Өфө ҡ.], спортсы. Парашют спорты буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1958). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлаған (1966). Рәсәй ДОСААФ‑ының авиация спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе. Шәхси зачётта...

БИЛӘН

БИЛӘН, рельеф мезоформаһы, һөҙәк үрле тау һыртының йәнәш бейеклектәргә ҡарата еңелсә түбәнәйеүен сағылдыра. Б. ғәҙәттә тәрәнерәк, киҫкен кәүҙәләнгән, текә битләүле артылыштарҙың бер төрө булып тора. Тау һырттарының киң түңәрәк түбәләренә хас. Һырттың ҡапма-ҡаршы битләүҙәрендә урынлашҡан ундуляциялы...

БИЛӘН, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

БИЛӘН, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Билән а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 54 км һәм Назепетровск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 33 км алыҫлыҡта Билән й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 803 кеше; 1939 — 1279; 1959 — 1372; 1989 — 1012; 2002 — 883; 2010 — 853 кеше. Башҡорттар...

БИЛГЕ ҠАҒАНҒА АРНАЛҒАН ТАШЪЯҘМА

БИЛГЕ ҠАҒАНҒА АРНАЛҒАН ТАШЪЯҘМА, боронғо төрки әҙәбиәт әҫәре. 716—734 йй. Көнсығыш төрки ҡағанаты хакимы Билге ҡаған (Могулян) хөрмәтенә төҙөлгән ерләү комплексындағы яҙыулы ҡәбер ташы. Улан-Баторҙан көньяҡ-көнбайышҡа табан 400 км алыҫлыҡта Орхон й. һул ярында урынлашҡан. 1889 й. Н.М.Ядринцев тарафынан...

БИЛГЕЛӘР

БИЛГЕЛӘР, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2011). Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегенең төньяҡ өлөшөндә, Нуриман р‑ны Нимесләр а. көнбайышҡа табан 1,8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны 28 га. Шул уҡ исемле карстлы күл һәм һаҙлыҡты үҙ эсенә алған комплекстан тора. Күл дөрөҫ булмаған груша формаһында, тымыҡ. Ҡатнаш,...

БИЛГЕШ, Асҡын р‑нындағы ауыл

БИЛГЕШ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ҡашҡа а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 33 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 132 км алыҫлыҡта Билгеш й. (Төй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 414 кеше; 1920 — 564; 1939 — 445; 1959 — 503; 1989 — 417; 2002 — 404; 2010 — 329 кеше....

БИЛДӘЛЕЛЕК ҺӘМ БИЛДӘҺЕҘЛЕК КАТЕГОРИЯҺЫ

БИЛДӘЛЕЛЕК ҺӘМ БИЛДӘҺЕҘЛЕК КАТЕГОРИЯҺЫ, билдәле һәм билдәһеҙҙе, берҙән‑берҙе һәм оҡшаш феномендар класынан берәүҙе, һөйләүсенең ышанғанлығын һәм ышанып етмәүен, мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн һәм дөрөҫ булмауын һ.б. ҡаршы ҡуйыуҙы белдереүсе грамматик категорияларҙың береһе. Б.һ.б.к. актуалләшеүе аралашыу маҡсатына...

БИЛДӘШ ЭНӘҒАРАҠ

БИЛДӘШ ЭНӘҒАРАҠ (Sympetrum pedemontanum), энәғараҡтар отрядының ысын энәғараҡтар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Тән оҙонлоғо 2,8—3,5 см. Инә бөжәктең күкрәге һәм ҡорһағы һарғылт көрән, ата энәғараҡтың күкрәге асығыраҡ төҫтә, ҡорһағы ҡыҙғылт. Башы һәм күҙе ҙур. Ҡанаты...

БИЛДИН Пётр Захарович

БИЛДИН Пётр Захарович (1743—?), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Исәт провинцияһы казактарынан. Ырымбур казак ғәскәрендә хеҙмәт итә, капрал. Нояб. аҙағында баш күтәреүселәргә ҡушыла, Исәт казак полкын етәкләй. Ырымбур ҡ. янында һуғыша. 1774 й. апр. Ырымбур губернаһы...