Список материалов
БОБРОВАЯ, ҡарағат сорты
БОБРОВАЯ, ҡара ҡарағат сорты. 1978 й. М.Ғ.Әбдеева (БНИИСХ) һәм В.М.Литвинова тарафынан (Бөтә Рәсәй баҡсасылыҡ һәм питомниксылыҡ селекция‑технология ин‑ты, Мәскәү) Крупная, Бредторп һәм Хлудовская сорттарын һеркәләндереү юлы м‑н сығарыла. Ҡыуағы уртаса бейеклектә, уртаса тармаҡлы, үренделәре еңелсә бөгөлөп...
БОБСЛЕЙ
БОБСЛЕЙ (ингл. bobsleigh), спорт төрө, айырым конструкциялы идара ителеүсе саналарҙа махсус боҙ трассалары буйлап ҙур тиҙлектә тауҙан шыуып төшөү. Башҡортостанда Б. 20 б. 80‑се йй. алып үҫешә. 1982 й. Мәләүез р‑ны Томансы а. СССР‑ҙа 1‑се махсуслаштырылған сана‑бобслей трассаһы асыла һәм Б. б‑са СССР...
БОБЫЛДӘР
БОБЫЛДӘР, 16—19 бб. Рәсәйҙә халыҡтың соц. төркөмө. Хужалығы ярлы булған, һалым ярты күләмдә генә һалынған. Башҡортостанда 17 б. алып батша һарайы, монастырь, алпауыт һәм ҡаҙна (яһаҡлы) Б. билдәле. 1724 й. йән башына һалым индерелгәс, алпауыт, монастырь һәм батша һарайы Б. крәҫтиәндәрҙең шундай уҡ категориялары...
БОГАТЫХ Константин Фёдорович
БОГАТЫХ Константин Фёдорович (1.6.1936, Ырымбур өлк. Николаевка а. — 15.7.2016, Өфө), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1989), проф. (1993). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003), БАССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1987). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1963) 2011 й. тиклем шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге нефть...
БОГАЧЁВ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл
БОГАЧЁВ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ишмырҙа а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 25 км һәм Сибай т. юл ст. К.Көнб. табан 66 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 575 кеше; 1939 — 522; 1959 — 527; 1989 — 365; 2002 — 339; 2010 — 254 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ишмырҙа...
БОГДАНОВ Александр Николаевич
БОГДАНОВ Александр Николаевич (3.11.1882, Рязань губернаһы Мердуши а. — 5.9.1964, Белгород‑Днестровский ҡ.), ботаник. Профессор (1927). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1948). С.‑Петербург университетын (1908), Мәскәү ауыл хужалығы институтын (1912) тамамлаған. 1913 й. алып Мәскәү, Вологда, Новочеркасск ҡҡ.,...
БОГДАНОВА Галина Михайловна
БОГДАНОВА Галина Михайловна (19.2.1925, Ленинград губ. Лемасарь а. — 9.9.2013, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1975). 1941—80 йй. ӨМЭПБ‑ла шымартыусы, өлкән планлаштырыусы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тәүлек эште 2—3 тапҡырға арттырып үтәй. 9‑сы биш йыллыҡ планын 4 йыл эсендә башҡара. БАССР ЮС‑ының 7‑се...
БОГДАНОВИЧ Николай Модестович
БОГДАНОВИЧ Николай Модестович (1853, Харьков ҡ. — 6.5.1903, Өфө, С.‑Петербургта ерләнгән), дәүләт эшмәкәре. Действительный статский советник (1896). Хоҡуҡ канд. (1876). Дворяндарҙан. С.‑Петербург ун‑тының юридик ф‑тын тамамлағандан һуң (1865) Юстиция министрлығы органдарында эшләй. 1876 й. алып Киев...
БОГДАНОВИЧ Татьяна Александровна
БОГДАНОВИЧ Татьяна Александровна (26.11.1873, С.‑Петербург — 31.12.1942, Свердловск ҡ.), яҙыусы. В.Г.Короленконың тормошо һәм ижадына арналған хеҙмәттәр, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн элекке замандағы реаль ваҡиғаларҙың мауыҡтырғыс донъяһын һүрәтләүсе тарихи повестар авторы. “Пётр III тау заводы. Пугачёвсылар...
БОГОЛЮБОВ Николай Николаевич
БОГОЛЮБОВ Николай Николаевич (8.8.1909, Түбәнге Новгород ҡ. — 13.2.1992, Мәскәү), математик, физик‑теоретик, механик. СССР ФА акад. (1953), Украина ССР‑ы ФА акад. (1948). Соц. Хеҙмәт Геройы (1969, 1979). Фәнни хеҙмәттәре һыҙыҡлы булмаған механика, ҡырҙың квант теорияһы, математик физика өлкәһендәге...
БОГОЛЮБОВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл
БОГОЛЮБОВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Дим а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 40 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 69 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 123 кеше; 1920 — 313; 1939 — 350; 1959 — 254; 1989 — 251; 2002 — 201; 2010 — 158 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Набережный...
БОГОЛЮБОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл
БОГОЛЮБОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Константиноградовка а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 57 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 395 кеше; 1920 — 503; 1939 — 321; 1959 — 109; 1989 — 105; 2002 — 168; 2010 — 174 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002)....
БОГОМОЛЕЦ Александр Александрович
БОГОМОЛЕЦ Александр Александрович (12.5.1881, Киев — 19.7.1946, шунда уҡ), патофизиолог. СССР ФА (1932), СССР мед. ФА (1944), Украина ССР‑ы ФА (1929; 1930—46 йй. президенты), Белорус ССР‑ы ФА (1933) академигы. Соц. Хеҙмәт Геройы (1944). Б. тоташтырғыс туҡыманың трофика функцияһы т‑дағы тәғлимәте коллагеноздар...
БОГОМОЛОВ Дмитрий Васильевич
БОГОМОЛОВ Дмитрий Васильевич (5.3.1909, Екатеринодар ҡ. — 28.1.1951, Өфө), тупраҡ белгесе. Геол.‑минералогия ф. канд. (1947). Кубань а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1930) Краснодар тәмәке үҫтереүселек ин‑тында, Муган татырлыҡ‑тәж. станцияһында (Әзербайжан ССР‑ы) һәм Кавказ аръяғы һыу хужалығы ин‑тында...
БОГОМОЛОВА Галина Евгеньевна
БОГОМОЛОВА Галина Евгеньевна (15.10.1977, Белорет ҡ.), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2000). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2001). Магнитогорск пед. ун‑тын тамамлаған (1999). Белореттың 1-се ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Е.Г.Сенченко һәм Т.В.Сенченко). 1997 й. алып...
БОГОРОДИЦА ОДИГИТРИЯ СЫУАШ ИР-ЕГЕТТӘР МОНАСТЫРЫ
БОГОРОДИЦА ОДИГИТРИЯ СЫУАШ ИР-ЕГЕТТӘР МОНАСТЫРЫ. 1901 й. Бәләбәй өйәҙе Гусевский а. (хәҙ. Баҡалы р‑ны Иҫке Гусев а.) эргәһендә табип Ф.Стельмахович имениеһында нигеҙ һалына. Монастырь эргәһендә 2 сиркәү була: ағас һәм 5 көмбәҙле, манаралы кирбес, 1915 й. төҙөлгән (архитекторы Урусов) һәм изгеләндерелгән....
БОГОРОДИЦА РАШТЫУАҺЫ КАФЕДРАЛЬ СОБОРЫ
БОГОРОДИЦА РАШТЫУАҺЫ КАФЕДРАЛЬ СОБОРЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1901—09 йй. нигеҙҙә купец Н.М.Патокин аҡсаһына сиркәү булараҡ төҙөлә һәм Пресвятая Богородица Раштыуаһы хөрмәтенә Нафанаил тарафынан изгеләндерелә. 2011 й. кафедраль собор статусын ала. “Кирбес” стилендәге собор тәүҙә бер көмбәҙле итеп таштан...
БОГОРОДСКИЙ‑ӨФӨ БОЖЬЯ МАТЕРЬ ИКОНАҺЫ
БОГОРОДСКИЙ‑ӨФӨ БОЖЬЯ МАТЕРЬ ИКОНАҺЫ. Ҡазан Божья Матерь мөғжизәле иконаһының ҡараңғыраҡ төҫтәге, византия яҙмаһындағы аныҡ күсермәһе. Ҙурлығы 23х21 см. 17—19 бб. Богородский а. пәйҙә булған Ҡазан иконаһы тип аталған, 20 б. 20‑се йй. — Богородский (Өфө), 1993 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Риүәйәт б‑са,...
БОГОРОДСКИЙ‑ӨФӨ СИРКӘҮЕ
БОГОРОДСКИЙ‑ӨФӨ СИРКӘҮЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1881 й. Өфө өйәҙе Богородский а. 1873 й. янған ағас сиркәү (Богородский‑Өфө Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә яҡынса 1622 й. төҙөлгән) урынында төҙөлә һәм изгеләндерелә. Сиркәү таштан, 5 көмбәҙле, манараһы сатыр рәүешендә, 3 яруслы, таш бағанаға ултыртылған сүкелгән...
БОГОРОДСКИЙ, ауыл
БОГОРОДСКИЙ, ауыл, 1936 й. алып Өфө составында.
1604 й. батша һарайы крәҫтиәндәре Яңы Слобода исеме м‑н нигеҙ һала, 1620 й. Кадомцов (тәүге төпләнеүселәрҙең береһе Иван Кадомец исеменән) исеме м‑н теркәлгән. 1622 й. ауылда икона (ҡара: Богородский-Өфө Божья Матерь иконаһы) пәйҙә булыу хөрмәтенә Ҡазан-Богородский...