Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БОГОРОДСКИЙ, Мәләүез р‑нындағы ауыл

БОГОРОДСКИЙ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Денис а/  с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 871 кеше; 1920 — 1005; 1939 — 885; 1959 — 504; 1989 — 484; 2002 — 513; 2010 — 508 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы,...

БОГОРОДСКИЙ, Сергеевка, Благовещен р‑нындағы ауыл

БОГОРОДСКИЙ, Сергеевка, Благовещен р‑нындағы ауыл, Богородский а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 31 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 51 км алыҫлыҡта Огрязь й. (Иҙәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1018 кеше; 1920 — 1329; 1939 — 751; 1959 — 612; 1989 — 544; 2002 — 493; 2010 —...

БОГОСЛАВСКИЙ Владимир Александрович

БОГОСЛАВСКИЙ Владимир Александрович (20.12.1964, Ҡаҙаҡ ССР‑ы Баянауыл а. — 10.11.2004, БР‑ҙың Әлшәй р‑ны Раевка а.), спортсы. Ауыр атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1995). Әлшәй р‑ны ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Р.Н.Әхмәтов), БР йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай (тренеры П.С.Горулёв)....

БОГОСЛОВСКИЙ ЗАВОДЫ

БОГОСЛОВСКИЙ ЗАВОДЫ, 1758 й. Ҡазан даруғаһы Надир улусында Надир Ураҙмәтовтан һатып алынған ерҙәрҙә Кисеү й. (Кама й. басс.) буйында сауҙагәр Г.И.Глазов тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына; 1759 й. йылға ағымы буйлап 2,5 саҡрымға түбәнерәк күсерелә. Хужалары: Глазовтар, 1834 й. алып В.П.Шелашников....

БОГОЯВЛЕНСК ЗАВОДЫ

БОГОЯВЛЕНСК ЗАВОДЫ, 1751 й. И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) һәм И.С.Мясников (ҡара: Мясниковтар) тарафынан Нуғай даруғаһы Кесе Табын һәм Юрматы улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Тоҙйылға й. буйында баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Твердышев һәм Мясников, 1783 й. алып Бекетовтар,...

БОГУСЛАВСКИЙ Наум Самойлович (Шмулевич)

БОГУСЛАВСКИЙ Наум Самойлович (Шмулевич) (7.11.1927, Украина ССР‑ы Белая Церковь ҡ. — 11.5.1997, Өфө), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1988), СССР кинематографияһы отличнигы (1982). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Юғары профсоюз мәҙәниәт мәктәбен тамамлаған (Ленинград, 1967). 1948 й. алып — “Победа”...

БОҒАҠ

БОҒАҠ, ҡалҡан биҙенең патологик ҙурайыуы. Морфологик билдәләре б‑са — диффуз (биҙҙең тигеҙ ҙурайыуы), төйөрлө (биҙҙең айырым урындары ҙурайыуы һәм тығыҙланыуы), ҡатнаш (тығыҙ урындарҙың бөтә биҙҙең диффуз ҙурайыуы м‑н бергә барыуы); ҡалҡан биҙенең функциональ әүҙемлеге б‑са — тиреотоксик (юғары), гипотиреоид...

БОҒАН (Bucephala clangula)

БОҒАН (Bucephala clangula), ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 42—50 см, ауырлығы 1 кг тиклем. Башы ҙур, йомро. Енси диморфизм хас: ата ҡоштар ҙурыраҡ һәм яҙын сағыуыраҡ төҫтә була (түше һәм ян-яғы аҡ, ҡанаты, арҡаһы һәм ҡойроғо...

БОҒАНАҠ, Белорет р‑нындағы ауыл

БОҒАНАҠ, Белорет р‑нындағы ауыл, Әзекәй а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 9 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 3 км алыҫлыҡта Буғанаҡ й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 404 кеше; 1959 — 836; 1989 — 933; 2002 — 859; 2010 — 773 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002)....

БОҒҘАН, Балтас р‑нындағы ауыл

БОҒҘАН, Балтас р‑нындағы ауыл, Боғҙан а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 23 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 93 км алыҫлыҡта Боғҙан күле (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2108 кеше; 1920 — 2134; 1939 — 1143; 1959 — 804; 1989 — 410; 2002 — 453; 2010 — 454 кеше....

БОҒҘАН, Миәкә р‑нындағы ауыл

БОҒҘАН, Миәкә р‑нындағы ауыл, Боғҙан а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 23 км һәм Аксёнов т. юл ст. К. табан 40 км алыҫлыҡта Уҡты‑Ҡаран й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 814 кеше; 1920 — 822; 1939 — 603; 1959 — 551; 1989 — 640; 2002 — 605; 2010 — 474 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

БОҒҘАНОВ Фәрит Вәлинур улы

БОҒҘАНОВ Фәрит Вәлинур улы (7.10.1932, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Солтанморат а. — 12.3.2001, Өфө), драматург. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1992). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1977). Д.И.Курский ис. Һарытау юридик ин‑тын тамамлаған (1962). 1963—67 йй., 1976—88 йй. БАССР‑ҙың хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләй....

БОҒҘАНОВА Ғәлиә Нәғим ҡыҙы

БОҒҘАНОВА Ғәлиә Нәғим ҡыҙы (21.10.1944, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Ҡаңны-Төркәй а.), педиатр. Мед. ф. д‑ры (1998), проф. (1998). БР‑ҙың атҡ. табибы (2002). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1968) Октябрьский, Өфө ҡҡ. табип булып эшләй. 1977 й. алып БДМУ‑ла уҡыта (1987—92 йй. балалар ауырыуҙары каф. мөдире). Фәнни...

БОҒОРОСЛАН БИҪТӘҺЕ

БОҒОРОСЛАН БИҪТӘҺЕ, 1748 й. Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Оло Кинәле й. уң ярында уға Тарханка й. ҡойған ерҙә нигеҙ һалына. Биҫтәгә дәүләт крәҫтиәндәре, отставкалағы түбән дәрәжәле хәрбиҙәр, һөргөнгә ебәрелгән, күсеп килгән кешеләр урынлаштырыла. Халыҡтың төп кәсебе йәшелсәселек...

БОҒОРОСЛАН ӨЙӘҘЕ

БОҒОРОСЛАН ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Өфө наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Ҡазан губернаһының көньяҡ‑көнсығыш өлөшө инә. 1796 й. бөтөрөлә. 1804 й. Ырымбур губернаһы составында яңынан тергеҙелә (өйәҙгә бөтөрөлгән Сергиевск өйәҙе инә), 1851 й. алып Һамар губернаһына ҡарай. 18 б. аҙ. төньяҡта — Бөгөлмә...

БОҒОРОСЛАН, Боғорослан өйәҙе ҡалаһы

БОҒОРОСЛАН, Боғорослан өйәҙе ҡалаһы (1781 й. алып) һәм адм. үҙәге (1781—1920). 1748 й. Боғорослан биҫтәһе булараҡ нигеҙ һалына. 1795 й. Б. 267 йорт иҫәпләнгән, ш. иҫ. хәрби хеҙм‑рҙәргә һәм отставкалағы чиндарға 63 йорт ҡараған, канцелярия хеҙм‑рҙәренә — 3, сауҙагәр һәм мещандарға — 5, руханиҙарға —...

БОҒОРОСЛАН, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

БОҒОРОСЛАН, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Максимовка а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнб. табан 42 км алыҫлыҡта Ҡуғанаҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 679 кеше; 1920 — 815; 1939 — 243; 1959 — 269; 1989 — 240; 2002 — 249; 2010 — 233 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп-балалар...

БОДИБИЛДИНГ

БОДИБИЛДИНГ (ингл. body — тән һәм building — төҙөлөш), культуризм, спорт төрө, мускулдарҙы үҫтереү өсөн төрлө ауырлыҡтар (гантель, гер, штанга һ.б.) м‑н физик күнекмәләр системаһы. Башҡортостанда Б. үҫеше 20 б. 80‑се йй. Б. б‑са тәүге “Олимп”, “Крепыш”, “Викинг” (бөтәһе лә — Өфө), “Прометей” (Күмертау ҡ.)...

БОҘАЯҘ РАЙОНЫ

БОҘАЯҘ РАЙОНЫ, БАССР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан, төньяҡта — Өфө р‑ны, көнсығышта — Ҡырмыҫҡалы, көньяҡта — Ауырғазы, көнбайышта Дәүләкән һәм Шишмә р‑ндары м‑н сиктәш булған. 1935 й. 31 ғин. ойошторолған (ҡара: Административ район). 1956 й. 4 июлендә бөтөрөлгән, терр‑яһы Ауырғазы һәм Ҡырмыҫҡалы р‑ндары...

БОҘАЯҘ УРТА МӘКТӘБЕ

БОҘАЯҘ УРТА МӘКТӘБЕ, Ҡырмыҫҡалы р‑ны. 1902 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ‑башҡ.) булараҡ асыла, 1908 й. алып 1 класлы башланғыс халыҡ уч‑щеһы, 1920 й. — 1‑се баҫҡыс дөйөм хеҙмәт мәктәбе, 1939 й. хәҙ. статусын ала. 1996 й. Ф.А.Әсәнов исеме бирелә. Уҡыу оҫтаханалары, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы...