Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БОЛОТНОВ Анатолий Миронович

БОЛОТНОВ Анатолий Миронович (18.11.1953, Смоленск өлк. Родьковка а.), математик. Физика-матем. ф. д-ры (2003). БДУ‑ны тамамлаған (1985), 1988 й. алып шунда уҡ уҡыта (2005 й. башлап мәғлүмәт технологиялары каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы электрохимик системаларҙағы электр ҡырҙарын тикшереүгә...

БОЛОТНОВА Рәйсә Хәким ҡыҙы

БОЛОТНОВА Рәйсә Хәким ҡыҙы (9.11.1954, Ырымбур ҡ.), механик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2009). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) СССР ФА БФ‑ының Физика һәм матем. бүлегендә эшләй, 1993 й. алып Механика ин‑тында: өлкән, 1995 й. — төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни хеҙмәттәре күп фазалы мөхиттәр механикаһына арналған....

БОЛОТОВ Николай Андреевич

БОЛОТОВ Николай Андреевич [19.12.1899, Һамар губ. Боғорослан өйәҙе Дмитриевский (Үрге Орлянка) а. — 22.8.1964, Өфө], хор дирижёры. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1945). Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1930; А.В.Александров класы) 1940 й. тиклем һәм 1955 й. алып Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта, 1940—55 йй....

БОЛОТТАР

БОЛОТТАР (Porifera, йәки Spongia), умыртҡаһыҙҙар тибы. 3 класы (эзбизле Б., быяла Б. һәм ябай Б.), 2500‑ҙән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында диңгеҙҙә һәм океанда таралған, сөсө һыуҙа йәшәүсе төрҙәре бар. Башҡортостанда ябай Б. класына ҡараған 3 төрө бар. Хәрәкәтһеҙ йәшәү рәүеше алып барған примитив,...

БОЛОШЛО, Благовар р‑нындағы ауыл

БОЛОШЛО, Благовар р‑нындағы ауыл, Болошло а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К. 25 км һәм Благовар т. юл ст. К.‑Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Болашлы й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1423 кеше; 1920 — 1827; 1939 — 1604; 1959 — 1304; 1989 — 586; 2002 — 537; 2010 — 542 кеше. Башҡорттар,...

БОЛТНЕВ Андрей Николаевич

БОЛТНЕВ Андрей Николаевич (5.1.1946, Өфө — 12.5.1995, Мәскәү), актёр. Ташкент театр-художество ин‑тын тамамлаған (1985). 1973 й. алып Уссурийск, Майкоп, Новосибирск ҡҡ. драма театрҙарында, 1985 й. — Вл. Маяковский ис. Мәскәү театрында эшләй. Б. ижадында драматик пландағы ролдәр мөһим урын алып тора;...

БОЛЬШАКОВ Виктор Григорьевич

БОЛЬШАКОВ Виктор Григорьевич (9.6.1938, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Покровка а. — 13.4.2015, Өфө), Хеҙмәт Даны орд. тулы кавалеры. 1957—2006 йй. “Востокнефтепроводстрой” ААЙ‑ның автотранспорт пр‑тиеһы (Өфө) водителе. Магистраль үткәргес торбалар, торлаҡ һәм соц.‑мәҙәни тәғәйенләнешле объекттар төҙөүҙә ҡатнашҡан....

БОНДАРЕНКО Виктор Николаевич

БОНДАРЕНКО Виктор Николаевич (7.7.1953, Петухово ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (1996), профессор (1997). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) БАССР‑ҙың Ҡыйғы районы мәктәптәрендә уҡытыусы, 1980 й. алып СДПИ‑ла, 1984—92 йй. һәм 1996 й. алып БДУ‑ла уҡыта, 2001 й. — БДАУ‑ҙың философия һәм социология...

БОНДАРЕНКО Григорий Трофимович

БОНДАРЕНКО Григорий Трофимович (12.9.1934, Одесса өлк. Викторовка а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1975). 1957 й. алып “Авиаспецмонтаж” производствокөйләү берекмәһенең 5‑се производство-монтаж идаралығы слесарьмонтажсыһы, 1963 й. — монтажсылар бригадаһы бригадиры, 1976 й. — мастеры, 1981—89 йй. — прорабы. Өфө...

БОНДАРЕНКО Денис Сергеевич

БОНДАРЕНКО Денис Сергеевич (5.6.1978, Силәбе ҡ.), спортсы. Велосипед спорты б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1998). 2‑се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (Копейск ҡ., тренеры И.Е.Ивашин). 1993—2002 йй. “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге өсөн сығыш яһай (тренеры Р.Н. Латипов). Шәхси уҙышта Рәсәй чемп....

БОНДАРЕНКО Илья Евграфович

БОНДАРЕНКО Илья Евграфович (6.8.1870, Өфө — 21.7.1947, Мәскәү), архитектор, архитектура тарихсыһы. Мәскәү һынлы сәнғәт, һәйкәл ҡойоу һәм төҙөү сәнғәте уч‑щеһында (1887—91), Цюрих политехник ин‑тында (Швейцария, 1894) уҡыған. 1895— 96 йй. Мәскәүҙә Ф.О.Шехтель оҫтаханаһында эшләй. Архитектурала “неорус”...

БОРАЙ ИХТИЛАЛЫ

БОРАЙ ИХТИЛАЛЫ, 1918 й. Бөрө өйәҙе Борай улусы халҡының советтарға ҡаршы ҡораллы күтәрелеше. 1917 й. 21 дек. Өфө губерна аҙыҡ-түлек ком‑тының “Артыҡ игенде мәжбүри тапшырыу тураһында” ҡарарын үтәүсе аҙыҡ‑түлек отрядтары эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә тыуа. Ихтилалға С.Д.Мәҡсүтов һәм сауҙагәр Ш.Хәмитов етәкселек...

БОРАЙ МУЗЕЙЫ

БОРАЙ МУЗЕЙЫ. Борай р‑ны Борай а. урынлашҡан. 1972 й. йәмәғәт башланғысында Борай тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ ойошторола, 1991—2005 йй. Милли музей филиалы, 2009 й. ябыла (фонды Борай р‑н мәҙәниәт йортоноң экспозиция-күргәҙмә залына тапшырыла). Музей фондында яҡынса 1,5 мең һаҡлау берәмеге,...

БОРАЙ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ

БОРАЙ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, респ. төньяҡ-көнбайышында Яңауыл, Ҡалтасы һәм Борай р‑ндарында урынлашҡан. Башҡорт көмбәҙенең төньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге көмбәҙ рәүешле 12 ҡалҡыулыҡҡа (Таң, Көнсығыш Боҫтай һ.б.) тура килә. Оҙонлоғо — яҡынса 12 км. Ятыштары көмбәҙле, ҡатламлы, литологик. Аҫҡы карбондың тула һәм...

БОРАЙ РАЙОНЫ

БОРАЙ РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ‑көнбайышында урынлашҡан. Төньяҡта — Яңауыл һәм Тәтешле, көнсығышта — Балтас һәм Мишкә, көньяҡ һәм көньяҡ‑көнбайышта — Бөрө һәм Дүртөйлө, көнбайышта Ҡалтасы р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Бөрө кантоны улустары индерелә (ҡара: Административ...

БОРАЙ ТАТАР ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ

БОРАЙ ТАТАР ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ, Р.Ғәлиева исемендәге Борай район мәҙәниәт йортоноң татар халыҡ театры. 1924 й. драма түңәрәге булараҡ ойошторола, 1942 й. алып колхоз‑совхоз театры, 1956 й. хәҙ. статусын ала, 1967 й. алып “халыҡ” исемен йөрөтә. Тәүге сәхнәләштергән әҫәре — Ғ.Камалдың “Беренсе театр” спектакле....

БОРАЙ УРТА МӘКТӘБЕ №1

БОРАЙ УРТА МӘКТӘБЕ №1, Борай р‑ны. 1910 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ‑башҡ.) булараҡ нигеҙ һалына, 1920 й. алып 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1923 й. — крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1934 й. хәҙ. статусын ала, 1966 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, уҡыу оҫтаханалары, атыу тиры, йәшелсә...

БОРАЙ, ауыл

БОРАЙ, ауыл, Борай р‑ны (1930 й. алып) һәм Борай а/ с үҙәге. Өфөнән Т. 152 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.Көнс. табан 68 км алыҫлыҡта Һары й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында, Өфө—Бөрө—Яңауыл, Дүртөйлө—Борай, Борай—Иҫке Балтас—Көйәҙе (Пермь крайы) автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. —...

БОРҒАНДАҠ

БОРҒАНДАҠ (Jynx torquilla), тумыртҡа һымаҡтар отрядының тумыртҡалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Европала, Азияла һәм Төньяҡ‑Көнбайыш Африкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 17—20 см, ауырлығы 32—48 г. Арҡаһындағы ҡауырһыны көрәнһоро төҫтә, һоро, көрән, ҡара тимгелле һәм тулҡын һымаҡ һыҙатлы, ҡорһағы...

БОРҒАТЪЯ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

БОРҒАТЪЯ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Әләгәҙ а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 25 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К. табан 131 км алыҫлыҡта Мәләкәҫ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 619 кеше; 1920 — 644; 1939 — 422; 1959 — 530; 1989 — 244; 2002 — 260; 2010 — 249 кеше. Башҡорттар йәшәй...