Список материалов
БӨГӨЛМӘ-БӘЛӘБӘЙ ҠАЛҠЫУЛЫҒЫ
БӨГӨЛМӘ-БӘЛӘБӘЙ ҠАЛҠЫУЛЫҒЫ, БР терр‑яһында төньяҡ-көнбайышта Баҙы й. түбәнге ағымынан көньяҡ-көнсығышта Дим й. тиклем һуҙылған, көнбайышта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) м‑н сикләнгән. Абс. бейеклеге төньяҡта 200 м, көньяҡ көнсығышта 420 м. Рельефы эрозиялы, йылғалар м‑н ныҡ йырғыланған (йырҙаларҙың уйып...
БӨГӨЛМӘ, Әлшәй р‑нындағы ауыл
БӨГӨЛМӘ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Воздвиженка а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 48 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнб. табан 13 км алыҫлыҡта Ғәйнә й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 37 кеше; 1920 — 57; 1939 — 67; 1959 — 143; 1989 — 149; 2002 — 142; 2010 — 131 кеше. Урыҫтар, сыуаштар...
БӨГӨЛМӘ, ҡала
БӨГӨЛМӘ, Бөгөлмә өйәҙе ҡалаһы (1781 й. алып) һәм адм. үҙәге (1781—1920). 1736 й. Бөгөлмә биҫтәһе булараҡ нигеҙ һалына. 1795 й. Б. 397 йорт иҫәпләнгән, ш. иҫ. дворяндарға 3 йорт, хәрбиҙәр һәм отставкалағы чиндарға — 91, сауҙагәрҙәргә — 2, руханиҙарға — 3, крәҫтиәндәргә — 162 йорт ҡараған. 1811 й. 1000...
БӨГӨЛСӘН, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл
БӨГӨЛСӘН, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Ленин а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Күмертау т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1297 кеше; 1920 — 1518; 1939 — 1009; 1959 — 628; 1989 — 511; 2002 — 581; 2010 — 582 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта...
БӨҘРӘ СПАРАССИС
БӨҘРӘ СПАРАССИС, бәшмәкле кәбеҫтә (Sparassis crispa), базидиомицеттар класының спарассистар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Евразияла, Төньяҡ Америкала таралған. Емешлек тәне диам. 6—30 см, йомро, аҡһыл йәки һарғылт, һуңынан көрән; ялпаҡ тармаҡлы көрәк япраҡтарҙан тора, улар аҫҡы өлөшөндә тығыҙ һапҡа ҡушылған,...
БӨЖӘК АШАУСЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР
БӨЖӘК АШАУСЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР, бөжәктәр (һирәкләп башҡа ваҡ йәнлектәр) тотоусы һәм уларҙы өҫтәмә азотлы туҡланыу сығанағы итеп ҡулланыусы автотроф үҫемлектәр. Яҡынса 500 төрө билдәле; БР‑ҙа майлы үлән, ҡыуыҡлы үлән, ысыҡ үләне заттарына ҡараған 6 төрө үҫә. Азот берләшмәләренә ярлы субстраттарҙа (сөсө һыу...
БӨЖӘК АШАУСЫЛАР (Insectivora)
БӨЖӘК АШАУСЫЛАР (Insectivora), имеҙеүселәр отряды. 10 ғаиләһе, яҡынса 400 төрө, БР‑ҙа 4 ғаиләгә ҡараған 10 төрө билдәле. Кәүҙә оҙонлоғо 3,5‑тән (ваҡ туғырлама) 31 см тиклем (терпе), ауырлығы 70‑тән 800 г тиклем, тигеҙ, ҡуйы, ҡыҫҡа көрән, ҡуңыр, һоро, ҡыҙғылт һары йөнлө, ҡорһағы асығыраҡ төҫтә (йофарҙар,...
БӨЖӘКТӘР
БӨЖӘКТӘР (Insecta), быуынтығаяҡлылар класы. 2 ярым класы (йәшерен яңаҡлылар һәм асыҡ яңаҡлылар), 32 отряды, яҡынса 2 млн төрө билдәле. БР‑ҙа 30‑ҙан ашыу отряды, яҡынса 17 мең төрө бар. Тән оҙонлоғо 1,5—120 мм, быуынтыҡлы, тығыҙ кутикула (тышҡы һөлдә) менән ҡапланған; баш, күкрәк һәм ҡорһаҡтан тора....
БӨЙҘӨ, Учалы р‑нындағы ауыл
БӨЙҘӨ, Учалы р‑нындағы ауыл, Бөйҙө а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 14 км һәм Учалы т. юл ст. К.‑Көнс. табан 21 км алыҫлыҡта Бөйҙө й. (Уй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 42 кеше; 1939 — 1077; 1959 — 670; 1989 — 710; 2002 — 728; 2010 — 764 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...
БӨЙӨК БРИТАНИЯ
БӨЙӨК БРИТАНИЯ, Британия, Бөйөк Британия һәм Төньяҡ Ирландияның Ҡушма Короллеге, төньяҡ‑көнбайыш Европалағы, Британия утрауҙарындағы дәүләт. Майҙаны — 244,9 мең км2. Баш ҡалаһы — Лондон. Дәүләт башлығы — королева (король). Халҡы — 60,4 млн кеше (2005): инглиздәр (83%), шотландтар (8,6%), валлийҙар (4,9%),...
БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫ
БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫ, 1941—45 йй. СССР‑ҙың Германияға һәм уның Европалағы союздаштарына ҡаршы алып барған һәм уларҙы тар‑мар итеү м‑н тамамланған азатлыҡ һуғышы; Икенсе донъя һуғышының иң мөһим өлөшө.
1941—45 йй. СССР Ҡораллы көстәрендә БАССР-ҙан 700 меңдән ашыу кеше (ш. иҫ. кадрҙағы хәрбиҙәр һәм хәрби...
БӨЙӨК ВЕНГРИЯ
БӨЙӨК ВЕНГРИЯ (Magna Hungaria), венгрҙарҙың яҙма һәм фольклор сығанаҡтарҙан билдәле булған легендар тарихи тыуған иле. “Б.В.” термины тәүге тапҡыр Плано Карпиниҙың юл отчётында телгә алына, ул Юлиан, һуңынан В.Рубрук кеүек үк, Б.В. Башҡортостан тип иҫәпләй. Сығанаҡтарҙа аныҡ мәғлүмәттәрҙең булмауы венгр...
БӨЙӨЛӘР
БӨЙӨЛӘР, т а р а н т у л д а р, бүре‑үрмәкселәр ғаиләһенең Lycosa затына ҡараған эре ағыулы үрмәксе. Яҡынса 100 төрө билдәле, Евразия сүлдәре, ярымсүлдәре һәм далаларында таралған. БР‑ҙа көньяҡ урыҫ Б., йәки мизгирь йәшәй. Тән оҙонлоғо 20—35 мм. Тәне һорғолт ерән, ҡайһы ваҡыт ҡара ҡуйы төклө, ҡабырғалары...
БӨКЛӘНДЕ, Мишкә р‑нындағы ауыл
БӨКЛӘНДЕ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Сурай а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 36 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 105 км алыҫлыҡта Ҡыңғыр (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 388 кеше; 1920 — 639; 1939 — 483; 1959 — 543; 1989 — 421; 2002 — 362; 2010 — 307 кеше. Мариҙар йәшәй...
БӨРЙӘН
БӨРЙӘН, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: байулы‑бөрйән, монаш, нуғай‑бөрйән, ямаш, янһары. Тамғалары: Этник яҡтан б.э. 1‑се мең йыллығының 1‑се ярт. Һырдаръя й. түбәнге ағымына һәм Арал буйына күсенгән Үҙәк Азия төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. Б. формалашыуына уларҙың Арал буйының иран, уғыр һәм төрки‑бәшнәк...
БӨРЙӘН РАЙОНЫ
БӨРЙӘН РАЙОНЫ, БР‑ҙың көньяҡ-көнсығышында, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта Белорет р‑ны, көнсығышта — Әбйәлил һәм Баймаҡ, көньяҡта — Йылайыр һәм Күгәрсен, көнбайышта Мәләүез һәм Ишембай р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола (ҡара: Административ район), район...
БӨРЙӘН УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ
БӨРЙӘН УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү пр‑тиеһы. 1928 й. Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а. нигеҙ һалына, 1986 й. алып “Башлеспром” ААЙ составында, 1995 й. — ААЙ, 2005 й. ябыла. Составына ағас әҙерләү участкаһы (1928 й. нигеҙләнгән), таҡта ярыу, ағас әйберҙәр эшләү (икеһе лә — 1996), мебель...
БӨРЙӘН-ТҮҢГӘҮЕР ИХТИЛАЛЫ
БӨРЙӘН-ТҮҢГӘҮЕР ИХТИЛАЛЫ, 1920 й. Бөрйән-Түңгәүер кантоны, Тамъян-Ҡатай кантоны һәм Үҫәргән кантоны халҡының большевиктарға ҡаршы ҡораллы күтәрелеше. Хәрби коммунизм сәйәсәте һәм 1‑се составтағы Башҡортостан хәрби-революцион комитетының отставкаға китеүенә ризаһыҙлыҡ һөҙөмтәһендә тыуа. 2‑се составтағы...
БӨРЙӘН‑ТҮҢГӘҮЕР КАНТОНЫ
БӨРЙӘН‑ТҮҢГӘҮЕР КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында АСБР составында ойошторола. 1917 й. ойошторолған автономиялы Башҡортостандың Ҡ.к. сиктәре нигеҙ итеп алынған. Кантон Орск өйәҙенең 12 улусынан төҙөлә. Төньяҡта Тамъян‑Ҡатай кантоны, көнсығышта Ырымбур губернаһы, көньяҡта Үҫәргән кантоны, көнбайышта Ҡыпсаҡ...
БӨРЙӘНИ
БӨРЙӘНИ, рифейҙың түбәнге хроностратиграфик бүлексәһе. Йәше 1650—1350±50 млн йыл. Ултырмалары йырын һәм ауышыу мөйөштәре ярашмаған рәүештә архей‑иртә протерозой ҡатламдарында ята, улар өҙөк һәм ауышыу мөйөштәре ярашмаған рәүештә юрматыни менән ҡаплана. Микрофоссилийҙар, строматолиттар һәм микрофитолиттар...