Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БӨРӨ СОЦИАЛЬ‑ПЕДАГОГИЯ АКАДЕМИЯҺЫ

БӨРӨ СОЦИАЛЬ‑ПЕДАГОГИЯ АКАДЕМИЯҺЫ, 1939 й. Бөрө пед. уч‑щеһы нигеҙендә Бөрө уҡытыусылар ин‑ты булараҡ асыла, 1952 й. алып пед. ин‑ты, 2005 й. — дәүләт соц.-пед. акад., 2012 й. — Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы. Акад. составында 10 ф‑т (башланғыс белем пед. һәм методикаһы, биол.‑химия, сит...

БӨРӨ СПИРТ-АРАҠЫ КОМБИНАТЫ

БӨРӨ СПИРТ-АРАҠЫ КОМБИНАТЫ, “Башспирт” ААЙ филиалы. Составы: Берёзовка спирт з‑ды (1997 й. алып); таҙартыу, ҡойоу, һауыт-һаба, сувенирҙар, тауар ебәреү цехтары; транспорт участкаһы. 2011 й. 402 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1926 й. ҡаҙна шарап склады (1894 й....

БӨРӨ ТАТАР ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ

БӨРӨ ТАТАР ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1922 й. 3 йыллыҡ татар‑башҡ. пед. курстары (1919) нигеҙендә татар‑башҡ. пед. техникумы булараҡ нигеҙ һалына. 1924 й. алып Николо‑Берёзовка мари пед. Техникумы м‑н берләшкәндән һуң (1930 й. яңынан айырылып сыға) пед. техникумы, 1930 й. урыҫ пед. техникумы ҡушыла, 1934—36...

БӨРӨ ТӘЖРИБӘ‑ПРОИЗВОДСТВО ХУЖАЛЫҒЫ

БӨРӨ ТӘЖРИБӘ‑ПРОИЗВОДСТВО ХУЖАЛЫҒЫ, ФДУП. Башҡортостандың төньяҡ урман‑дала зонаһы өсөн игенселек һәм малсылыҡ өлкәһендә БНИИСХ‑ның эксперимент үткәреү базаһы. Мул уңыш биреүсе арыш, бойҙай, борсаҡ, мал аҙығы культуралары орлоғон етештереүгә һәм бестужев тоҡомло йәш һыйыр малын үрсетеүгә махсуслаша....

БӨРӨ ТЕГЕҮ ФАБРИКАҺЫ

БӨРӨ ТЕГЕҮ ФАБРИКАҺЫ. 1941 й. гимнастёркалар һәм ирҙәр эске кейеме тегеү б‑са “Швейник” кооператив артеле базаһында нигеҙ һалына, 1991 й. алып ЯАЙ, 1995 й. — ААЙ, 2009 й. ябыла. Составына эксперименталь, тегеү, әҙерләү-киҫеү, эшкәртеү цехтары, ҡатырға әйбер яһау һәм механика участкалары (бөтәһе лә 1966 й....

БӨРӨ УРТА МӘКТӘБЕ №3

БӨРӨ УРТА МӘКТӘБЕ №3. 1918 й. Бөрө ҡыҙ балалар гимназияһы нигеҙендә 2‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына. 1918—21 йй. мәктәп эшләмәй. 1951 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын ала. Дендрарийы бар. Урта мәктәпте 4 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында М.З.Бәширов, Й.Ғ.Рәхмәтуллина,...

БӨРӨ ФАРМАЦЕВТИКА КОЛЛЕДЖЫ

БӨРӨ ФАРМАЦЕВТИКА КОЛЛЕДЖЫ, 1936 й. Н.Нариманов ис. Бөрө фельдшер‑акушерлыҡ техникумының (ҡара: Бөрө медицина колледжы) фарм. бүлеге нигеҙендә фарм. мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1954 й. алып фарм. уч‑щеһы, 2002 й. — Б.ф.к. 2000 й. тиклем ул БР‑ҙа фармацевтар әҙерләүсе берҙән‑бер урта махсус уҡыу учреждениеһы....

БӨРӨ ХАЛЫҠ ҠУРСАҠ ТЕАТРЫ

БӨРӨ ХАЛЫҠ ҠУРСАҠ ТЕАТРЫ, Бөрө районы Үҙәк мәҙәниәт һарайының халыҡ ҡурсаҡ театры. 1958 й. ойошторола. 1970 й.“халыҡ” исемен ала. Тәүге сәхнәләштергәнәҫ. — А.И.Олестың “Бабай менән торна” (“Дед и журавль”) пьесаһы. 1958—2010 йй. 49 спектакльҡуйыла: П.К.Лобовтың “Яҙғы әкиәт” (“Весенняя сказка”), “Тылсымлы...

БӨРӨ, йылға

БӨРӨ, йылға, Ағиҙел й. уң ҡушылдығы. Мишкә р‑ны Яңы Троицкий а. төньяҡ-көнбайышта ятҡан Бөхмән күленән башлана. Мишкә р‑ны буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа, Бөрө р‑ны буйлап көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа табан аға һәм Ағиҙел й. (тамағынан 262 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 128 км, басс. майҙаны...

БӨРӨ, ҡала

БӨРӨ, БР‑ҙағы ҡала, Бөрө р‑нының адм. үҙәге (1930 й. алып). Өфөнән төньяҡ‑көнбайышҡа 98 км һәм Благовещен т. юл ст. төньяҡ-көнбайышҡа табан 50 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Майҙаны — 70 км2. Халҡы (мең кеше): 1920 й. — 11,6; 1939 — 18,4; 1959 — 24,8; 1989 — 34,7; 2002 — 40,0; 2010 — 41,6....

БӨРӨБАШ, Мишкә р‑нындағы ауыл

БӨРӨБАШ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Яңы Троицкий а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 26 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 144 км алыҫлыҡта Бөрө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 444 кеше; 1920 — 413; 1939 — 417; 1959 — 415; 1989 — 419; 2002 — 376; 2010 — 378 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

БӨРӨҠЫҘ БАЛАЛАР ГИМНАЗИЯҺЫ

БӨРӨ ҠЫҘ БАЛАЛАР ГИМНАЗИЯҺЫ. 1861 й. 2‑се разрядлы ҡыҙ балалар уч‑щеһы булараҡ нигеҙ һалына, 1864 й. алып ҡыҙ балалар прогимназияһы, 1903 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1908 й.) — гимназия. Уҡыу түләүле була (дөйөм белем биреү кластарында йылына 16 һум, пед. — 25 һум), ярлылар ҡаҙна, Өфө губ. земствоһы,...

БӨРСӨКЛӨ АБАҒА

БӨРСӨКЛӨ АБАҒА (Rhizomatopteris), ағасүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 15 төрө билдәле, Ер шарының таулы һәм урманлы райондарында таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән, 30—40 см бейеклектә. Япрағы ланцет, тар ланцет, йомортҡа йәки өсмөйөш формаһында, ике, өс, йәки...

БӨРҪӨТ ЗАВОДЫ

БӨРҪӨТ ЗАВОДЫ, 1744 й. Ҡазан даруғаһы Байлар улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Бөрҫөт й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар), И.С.Мясников (ҡара: Мясниковтар), А.И.Маленков тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. 1748 й. эшләй башлай. Хужалары: Маленков,...

БӨРТӨКТӘР СИГЕ

БӨРТӨКТӘР СИГЕ, бер-береһенә тейеп торған һәм төрлө кристаллографик йүнәлешле бер фазалағы камил кристаллиттар (бөртөктәр) араһындағы сик (ул реаль материалдарҙың эске структураһына хас). Күршелә ятҡан бөртөктәрҙең кристаллографик йүнәлешенә бәйле рәүештә ҙур мөйөшлө, бәләкәй мөйөшлө, махсус һәм дөйөм...

БӨТӘ БАШҠОРТ ҠОРОЛТАЙҘАРЫ

БӨТӘ БАШҠОРТ ҠОРОЛТАЙҘАРЫ, Өфө губернаһы, Пермь губернаһы, Һамар губернаһы һәм Ырымбур губернаһының башҡ. халҡынан делегаттарҙың революция (1917) барышында милли үҫеш стратегияһын (ҡара: Башҡорт милли хәрәкәте) билдәләүсе съездары. Башҡ. халҡы күпселекте тәшкил иткән улустан 2‑шәр делегат һайлана; Б.б.ҡ эшендә...

БӨТӘ БАШҠОРТ ХӘРБИ СЪЕЗЫ

БӨТӘ БАШҠОРТ ХӘРБИ СЪЕЗЫ (1‑се),1919 й. 20—21 февр. Орск өйәҙе Темәс а. үткәрелә. Башҡорт ғәскәре командующийы Ә.Ә.Вәлидовтың 1919 й. 16 февр. бойороғо б‑са йыйыла. Съезд эшендә Башҡ. ғәскәренән 92 делегат (хәрби подразделениеларҙың дөйөм йыйылыштарында һайлана), Башҡорт хөкүмәте һәм Башҡорт мәркәз...

БӨТӘ ДОНЪЯ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ (КОНГРЕСЫ)

БӨТӘ ДОНЪЯ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ (КОНГРЕСЫ) йәмәғәт берекмәләренең халыҡ‑ара союзы, башҡ. милләтен бергә туплау һәм яңыртыу маҡсатында ойошторола. Өфөлә урынлашҡан. 1995 й. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булараҡ ойошторола, 1999 й.башлап Төбәк‑ара башҡорттар ҡоролтайы, 2003 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә....

БӨТӘ ДОНЪЯ ҠЫРАҒАЙ ТӘБИҒӘТ ФОНДЫ

БӨТӘ ДОНЪЯ ҠЫРАҒАЙ ТӘБИҒӘТ ФОНДЫ (World Wide Fund for Nature, WWF), төп маҡсаты тәбиғи мөхит деградацияһын булдырмау, кеше һәм тәбиғәттең гармонияла йәшәүенә булышлыҡ итеү, тәбиғәтте һаҡлау өсөн матди саралар йәлеп итеү булған хөкүмәткә ҡарамаған ойошма. Штаб-квартираһы Глан ҡ. (Швейцария) урынлашҡан....

БӨТӘ ДОНЪЯ УНИВЕРСИАДАҺЫ

БӨТӘ ДОНЪЯ УНИВЕРСИАДАҺЫ, студенттарҙың халыҡ-ара спорт ярыштары. Ике йылға бер тапҡыр үткәрелә. Беренсе Халыҡ-ара университет уйындары 1923 й. Парижда Студенттарҙың халыҡ-ара конфедерацияһы яҡлауы аҫтында уҙғарыла; Икенсе донъя һуғышы башланыу сәбәпле туҡтатыла. 1947 й. уйындар Прагала Бөтә донъя йәштәр...