Список материалов
БУРАНҒОЛ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл
БУРАНҒОЛ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Буранғол а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 42 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 89 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 493 кеше; 1920 — 601; 1939 — 637; 1959 — 548; 1989 — 650; 2002 — 742; 2010 — 773 кеше. Башҡорттар...
БУРАНҒОЛ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл
БУРАНҒОЛ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Ҡыҙрас а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 55 км алыҫлыҡта Асылыкүлгә ҡойоусы Шарлама й. буйында, Асылыкүл тәбиғи паркында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 865 кеше; 1920 — 884; 1939 — 544; 1959 — 412; 1989 — 311; 2002 — 306; 2010 — 309 кеше....
БУРАНҒОЛОВ Йәмил Айҙар улы
БУРАНҒОЛОВ Йәмил Айҙар улы (19.6.1958, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Байназар а.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1990). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1985) “Молодёжная газета” гәз. эшләй, 1997—2005 йй. “Ватандаш” ж. бүлек мөхәррире. Хәрби‑патриотик һәм спорт темаларына мәҡ., Чечнялағы хәрби бәрелештәр (1994—96)...
БУРАНҒОЛОВ Мәжит Фазлый улы
БУРАНҒОЛОВ Мәжит Фазлый улы (1904, Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙе Ильяс а., хәҙ. Ырымбур өлк. Красногвардейский р‑ны Үрге Ильяс а., — 7.3.1943, Смоленск өлк. Выдро а. янында), халыҡ йырсыһы, музыкант. Б.В. уғышында ҡатнашыусы. Ырымбур башҡ. пед. техникумын тамамлаған (1927), 1934—38 йй. мөхәррир-тәржемәселәр...
БУРАНҒОЛОВ Мөхәммәтша Абдрахман улы
БУРАНҒОЛОВ Мөхәмәтша Абдрахман улы (15.12.1888, Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙе Ильяс а., хәҙ. Ырымбур өлк. Красногвардейский р‑ны Үрге Ильяс а., — 9.3.1966, Өфө), фольклорсы, драматург. БАССР‑ҙың халыҡ сәсәне (1944). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1940). Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһен (1907) һәм “Хөсәйениә”...
БУРАНҒОЛОВА Мәрйәм Нәбиулла ҡыҙы
БУРАНҒОЛОВА Мәрйәм Нәбиулла ҡыҙы (28.2.1910, Бәләбәй ҡ. — 16.2.1979, Өфө), тупраҡ белгесе. А.х. ф. д‑ры (1967), проф. (1968). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1968). Ленинград а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1932) Башнаркомземда, иген с‑здары тресында, БАХИ‑ла эшләй; 1953 й. алып Биол. ин‑тында (1959—77 йй....
БУРАНҒОЛОВА Рәмилә Мөнәүәр ҡыҙы
БУРАНҒОЛОВА Рәмилә Мөнәүәр ҡыҙы (11.6.1961, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Ҡандра-Ҡотой а.), спортсы. Еңел атлетика б‑са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1990). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). “Хеҙмәт” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры М.П.Огородникова). 1981 й. алып “Спартак” ДСО‑һы, 1987 й. — Профсоюздар...
БУРАНОВКА ТОРАҺЫ ҺӘМ ЯҘЫУҘАРЫ
БУРАНОВКА ТОРАҺЫ ҺӘМ ЯҘЫУҘАРЫ, таш быуат археологик ҡомартҡылары. Салауат р‑ны Яхъя а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан Йүрүҙән й. һул ярында, йылға кимәленән 15—20 м бейеклектә, асыҡ ҡая (бейеклеге 300 м) уртаһында урынлашҡан. Бурановка тораһы — ауыҙы төньяҡ-көн‑ сығышҡа ҡараған коридор (яҡынса 35 м) тибындағы...
БУРАНСЫ, ауыл
БУРАНСЫ, ауыл, 1940 й. алып Ишембай ҡ. эсендә.
Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Әбйәлил һәм Өмөтбай Бурансиндар билдәле. 1834 й. һуң Түбәнге Бурансы бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәс, Үрге Бурансы...
БУРАНСЫ, Мәсетле р‑нындағы ауыл
БУРАНСЫ, Һаҡау, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Дыуан-Мәсетле а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 35 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 97 км алыҫлыҡта Ҡушҡаяҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 354 кеше; 1920 — 460; 1939 — 312; 1959 — 260; 1989 — 215; 2002 — 220; 2010 — 191 кеше....
БУРЕНИН Алексей Александрович
БУРЕНИН Алексей Александрович (21.10.1985, Өфө ҡ.), спортсы. Парашют спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2005), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2013). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2008). Башҡортостан физик культура институтын тамамлаған (2010). Тау саңғыһы спорты буйынса СДЮШОР...
БУРЕНИН Владимир Алексеевич
БУРЕНИН Владимир Алексеевич (30.8.1947, Вологда ҡ.), механик, математик. Техник ф. д‑ры (1994), проф. (1997). РФ‑тың почётлы нефтехимигы (1998). Днепропетровск ун‑тын тамамлағандан һуң (1972) ӨДНТУ‑ла эшләй (2000—12 йй. хисаплау техникаһы һәм инженер кибернетикаһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы...
БУРЕНИНА Ирина Валерьевна
БУРЕНИНА Ирина Валерьевна (26.3.1976, Өфө), инженер-иҡтисадсы. БР ФА проф. (2016), иҡт. ф. д‑ры (2012), проф. (2016). ӨДНТУ‑ны тамамлағандан һуң (1998) шунда уҡ эшләй (2015 й. алып иҡтисад һәм нефть, газ сәнәғәте пр‑тиеларында идара итеү каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре яғыулыҡ-энергетика комплексы пр‑тиеларының...
БУРЖУАЗИЯ
БУРЖУАЗИЯ (фр. bourgeoisie — ҡала кешеләре), сауҙа, сәнәғәт, кредит‑финанс һ.б. эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенән килем алыусы ижтимағи синыф, капитал хужалары. Б. барлыҡҡа килеүе һәм формалашыуы баҙар мөнәсәбәте генезисына һәм йәмғиәттең соц. айырымланыуына бәйле. Рәсәйҙә Б., айырыуса эре сәнәғәт Б., барлыҡҡа...
БУРЗЯНЦЕВ Александр Данилович
БУРЗЯНЦЕВ Александр Данилович [19.10.1928, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Яңы Преображенка утары (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны) — 25.5.1997, Өфө], рәссам. РСФСР‑ҙың атҡ. (1989), БАССР‑ҙың халыҡ (1979) һәм атҡ. (1966) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1958). Пенза һынлы сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1951; педагогы —...
БУРКСЕР Евгений Самойлович
БУРКСЕР Евгений Самойлович (23.7.1887, Одесса ҡ. — 25.6.1965, Киев), геохимик. Украина ССР‑ы ФА мөхбир ағзаһы (1925). Фәнни хеҙмәттәре минераль һыуҙар, минераль ләм гидрохимияһы һәм геохимияһы, һирәк һәм тарҡау элементтар химияһы һәм уларҙы алыу технологияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә, тәбиғи объекттарҙың...
БУРЛЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл
БУРЛЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Бурлы а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 31 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Бурлы й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 902 кеше; 1920 — 1254; 1939 — 1098; 1959 — 966; 1989 — 591; 2002 — 551; 2010 — 539 кеше. Татарҙар, башҡорттар...
БУРЛЮК Давид Давидович
БУРЛЮК Давид Давидович (9.7.1882, Харьков губ. Семиротовщина утары — 15.1.1967, Нью-Йорк ҡ., АҠШ), рәссам, шағир. Ҡазан һәм Одесса художество мәктәптәрендә; Мюнхен Король акад. (1902—03; педагогы В.Диц); “Эколь де Бозар” студияһында (Париж, 1904; педагогы Ф.Кормон); Мәскәү һынлы сәнғәт, һәйкәл ҡойоу...
БУРНАҠ БЕЙ
БУРНАҠ БЕЙ (ысын исеме Ҡаҙанҡап), юрматы ырыуы башлығы. Юрматыларҙың нуғайҙар м-н бергә Кубань й. китеүенә ҡаршы сыға. Б.б. м-н ҡалған башҡорттар үҙ‑ара һуғыштар барышында бөлгән хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыуға ирешә. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы алдынан Б.‑б. власты Тәтегәс бейгә тапшыра. Шәжәрәгә...
БУРНЕТ ЛЕПТОГИУМЫ
БУРНЕТ ЛЕПТОГИУМЫ (Leptogium burnetiae), коллема һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайник заты. Талломы эре япраҡлы, 10 см киңлектә, киң айырсалы. Талломдың өҫкө йөҙө ҡарағусҡыл һоро, һирәк осраҡта көрән‑ҡараһыу, башлыса шыма; аҫҡыһы асыҡ төҫтә, ҡуйы аҡ төклө. Изидиялары цилиндр формаһында, мәрйен һымаҡ,...