Список материалов
БУЯНОВ Иван Фёдорович
БУЯНОВ Иван Фёдорович [15.9.1926, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Арҙат а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 21.6.1976, Күгәрсен р‑ны Мәҡсүт а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). 1939—43 йй. Күгәрсен р‑нының “Ҡыҙыл көлтә” к‑зында эшләй, 1951—71 йй. Күгәрсен МТС‑ы, “Ҡыҙыл Октябрь” к‑зы, “Октябрьский” с‑зы комбайнсыһы. Юғары...
БҮҘӘНӘ
БҮҘӘНӘ, бытбылдыҡ (Coturnix coturnix), тауыҡ һымаҡтар отрядының ҡырғауылдар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Африкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 16—18 см, ҡанатының ҡоласы 32—35 см, ауырлығы 70—155 г. Ҡауырһын ҡапламы ҡарағусҡыл һәм асыҡ сыбарлыҡтары булған ерән йәки көрән...
БҮЖӘН, Ейәнсура р‑нындағы ауыл
БҮЖӘН, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Әбүләйес а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 64 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 61 км алыҫлыҡта Бүжән й. (Ҡаҫмарт й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 223 кеше; 1959 — 252; 1989 — 127; 2002 — 105; 2010 — 72 кеше. Башҡорттар, урыҫтар...
БҮЗДӘК КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ
БҮЗДӘК КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ, “Пищепром” ЯАЙ филиалы. Йәшелсә-емеш сеймалын эшкәртеүҙе тормошҡа ашыра. Бүздәк р‑нында урынлашҡан. Завод составында 2 цех (1978 й., 1998 й. нигеҙләнгән). 2010 й. 25 кеше эшләгән. Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.
1978 й. Бүздәк консерва з‑ды булараҡ...
БҮЗДӘК РАЙОНЫ
БҮЗДӘК РАЙОНЫ, БР‑ҙың көнбайышында урынлашҡан. Төньяҡта — Саҡмағош, көнсығышта — Благовар, көньяҡта — Дәүләкән һәм Бәләбәй, көнбайышта Туймазы һәм Шаран р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Бәләбәй кантоны улустары инә (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә,...
БҮЗДӘК УРТА МӘКТӘБЕ №1
БҮЗДӘК УРТА МӘКТӘБЕ №1, Бүздәк р‑ны. 1916 й. 1 класлы башланғыс халыҡ уч‑щеһы булараҡ нигеҙ һалына. 1920 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1931 й. — колхоз йәштәре мәктәбе, 1935 й. хәҙ. статусын ала (1940 й. урыҫ һәм татар урта мәктәптәренә бүленә, 1947 й. берләштерелә), 1959 й. хәҙ. исемен...
БҮЗДӘК, ауыл, Бүздәк р‑ны
БҮЗДӘК, ауыл, Бүздәк р‑ны (1939—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Бүздәк а/ с үҙәге; т. юл станцияһы. Өфөнән Көнб. табан 112 км алыҫлыҡта, Бүздәк—Саҡмағош—Дүртөйлө, Бүздәк—Дәүләкән автомобиль юлдарында, Куйбышев т. юлында (Бөгөлмә—Шишмә участкаһы) урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 3,5 (Табанлыкүл а....
БҮЗДӘКТӘР
БҮЗДӘКТӘР (Bryozoa), умыртҡаһыҙҙар класы. Яҡынса 4 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында диңгеҙҙә һәм сөсө һыуҙа таралған. БР‑ҙа 2 төрө бар: йомғаҡ һымаҡ Б. һәм шыуышыусы Б. Колониаль хәрәкәтһеҙ организмдар. Колониялары ҡыуаҡ, ҡабыҡ һымаҡ, кутикулалы касала урынлашҡан алғы (полипид) һәм артҡы өлөштәре (цистид)...
БҮЛ‑ҠАЙПАН, Тәтешле р‑нындағы ауыл
БҮЛ‑ҠАЙПАН, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Бүл-Ҡайпан а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 7 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта Һары й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 884 кеше; 1920 — 908; 1939 — 615; 1959 — 681; 1989 — 687; 2002 — 707; 2010 — 682 кеше....
БҮЛӘК ЯҠУПОВ
БҮЛӘК ЯҠУПОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёвтың поход атаманы. Себер даруғаһы Байҡы а. типтәрҙәренән. Ихтилалға 1774 й. яҙында ҡушыла, Башҡортостандың төньяҡ‑көнбайышында баш күтәреүселәр етәкселәренең береһе була. Б.Я. отряды Бөрөнө алыуҙа ҡатнаша, сент. тиклем Уҫы даруғаһында...
БҮЛӘКӘЙ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл
БҮЛӘКӘЙ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Подлуб а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 31 км һәм Өршәк т. юл ст. К.‑Көнб. табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 297 кеше; 1959 — 183; 1989 — 142; 2002 — 162; 2010 — 129 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.
1921—25 йй. Өфө кантонында...
БҮЛӘКӘНОВ Рәхмәтулла Ғөбәйт улы
БҮЛӘКӘНОВ Рәхмәтулла Ғөбәйт улы (1909, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Мостай а. — 7.9.1981, Өфө), ҡурайсы. 1941—75 йй. Башҡ. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) ҡурайсыһы. 1943 й. Башҡорт филармонияһының концерт бригадаһы составында фронтҡа бара....
БҮЛӘКБАШ, Шишмә р‑нындағы ауыл
БҮЛӘКБАШ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Дурасов а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 29 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 308 кеше; 1959 — 300; 1989 — 215; 2002 — 182; 2010 — 161 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Клуб бар.
Ауылға 20 б. 30‑сы йй. нигеҙ һалына.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов...
БҮЛӘКОВ Динис Мөҙәрис улы
БҮЛӘКОВ Динис Мөҙәрис улы (18.5.1944, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Арыҫлан а. — 14.3.1995, Өфө), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1992). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1974). 1964—65 йй. “Знамя победы” (“Еңеү байрағы”) гәз. (ҡара: “Белебеевские известия”),...
БҮЛӘКОВ Флорид Миңлемулла улы
БҮЛӘКОВ Флорид Миңлемулла улы (23.2.1948, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Оло Шаҙы а. — 18.1.2015, Өфө), драматург. БР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (2013), БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1992). Бөрө пед. ин‑тын тамамлаған (1973). 1969 й. алып “Эрвел” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең муз. етәксеһе,...
БҮЛӘР
БҮЛӘР, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: ҡаҙыр һәм мышыға. Тамғалары: . Этник яҡтан Волга болғарҙарына барып тоташа. 10 б. ҡәбиләнең бер өлөшө Паннонияға күсенә. 13—14 бб. Б. Кама буйы урмандарында һәм Ялан Зәй й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында, артабан Ыҡ (Кама й. ҡушылдығы) һәм Сөн йй. үҙәндәрендә төпләнә,...
БҮЛЕНДЕК АУЫЛ
БҮЛЕНДЕК АУЫЛ, Рәсәйҙә ҙурыраҡ ауылдан бүленеп сыҡҡан торама. Б.а. төп өлөшө 19 б. барлыҡҡа килә: ауылда [нигеҙҙә, этник яҡтан ҡатнаш, башҡорт (ҡара: Ауыл) һәм урыҫ] халыҡ һаны артҡас, унда йәшәүселәрҙең бер өлөшө Б.а. айырылып сыҡҡан. Б.а. тәүге төпләнеүсе исеме бирелгән йәки “Яңы”, “Үрге”, “Түбәнге”...
БҮЛЕНДЕК СЫҒАРЫЛМАЛЫ ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР
БҮЛЕНДЕК СЫҒАРЫЛМАЛЫ ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР, эҙләнелгән функцияның бүлендек сығарылмалары ингән дифференциаль тигеҙләмәләр; математик физика тигеҙләмәләре. Гиперболик тигеҙләмәләрҙе, параболик тигеҙләмәләрҙе, эллиптик тигеҙләмәләрҙе һәм ҡатнаш типтағы тигеҙләмәләрҙе айырып йөрөтәләр. Газ динамикаһында, йылы үткәреүсәнлек...
БҮЛМӘ ҮҪЕМЛЕКТӘРЕ
БҮЛМӘ ҮҪЕМЛЕКТӘРЕ, үҙенең тәбиғи йәшәү ерҙәренең климат шарттарынан айырмалы бүлмә шарттарында бер нисә йыл буйы үҫә алған декоратив үҫемлек. Күп Б.ү. тыуған иле — уртаса йылы ҡышлы таулы тропик һәм субтропик илдәр. Бындай шарттар йыл буйы бер үк тиерлек т‑ра торған торлаҡ бүлмәлә булдырыла. Б.ү. ассортименты...
БҮРЕ
БҮРЕ (Canis lupus), эттәр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 160 см тиклем, ауырлығы 45—60 кг. Йөнө йәйен ҡыҫҡа, шырт, ҡаты, ҡышын ҡуйы һәм ҡабарынҡы, төҫө аҡтан һорғолт көлһыуға тиклем. Башы ҙур, ҡолағы тура, бер‑береһенән алыҫ урынлашҡан, мороно оҙонса....