Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БҮРЕ ЕЛӘГЕ

БҮРЕ ЕЛӘГЕ, бүре ҡурызы (Daphne), бүре еләге ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ябай Б.е., йәки бүре йүкәһе үҫә. 40—70, һирәгерәк 150 см бейеклектәге ҡыуаҡ. Үрендеһенең аҫҡы ботаҡтары япраҡһыҙ, аҙ тармаҡлы; ҡайырыһы һарғылт...

БҮРЕ КУЛЬТЫ

БҮРЕ КУЛЬТЫ, кеше м-н бүре араһында билдәле бер туғанлыҡ бар тип иҫәпләүгә, уның ҡөҙрәтле көсөнә инаныуға (ҡара: Тотемизм) нигеҙләнгән дини табыныу. Бүре башҡорттарҙа айырыуса хөрмәт ителгән хайуандарҙың береһе һанала; был халыҡтың ауыҙ-тел ижадында, хөрәфәттәре һәм йолаларында сағылыш тапҡан. Легендаларҙа...

БҮРЕ МУЙЫЛЫ

БҮРЕ МУЙЫЛЫ (Rhamnus), эт муйылы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса, субтропик һәм тропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда эскитәргес Б.м. үҫә. Күп тармаҡлы ҡыуаҡ йәки 2—5 м бейеклектәге ағас, ике өйлө үҫемлек. Ботағы сәнскеле. Япрағы ябай,...

БҮРЕБАЙ ТАУ-БАЙЫҠТЫРЫУ КОМБИНАТЫ, ЯАЙ

БҮРЕБАЙ ТАУ-БАЙЫҠТЫРЫУ КОМБИНАТЫ, ЯАЙ. Баҡыр колчеданы мәғдәндәрен табыуҙы һәм байыҡтырыуҙы, бер ыңғайҙан алтын һәм көмөш сығарыуҙы тормошҡа ашыра. Хәйбулла р‑нында урынлашҡан. Составы: Октябрьский ер аҫты руднигы (1976 й. алып файҙаланыла), байыҡтырыу ф‑каһы (1936 й. нигеҙләнгән), энергетика, автотранспорт,...

БҮРЕБАЙ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

БҮРЕБАЙ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Бүребай а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 12 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 444 кеше; 1920 — 464; 1939 — 612; 1959 — 4699; 1989 — 4295; 2002 — 4452; 2010 — 4553 кеше. Башҡорттар,...

БҮРЕК

БҮРЕК, кәпәс, башҡорттарҙың тиренән тегелгән традицион баш кейеме. Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙ Б. булған. Ирҙәр Б. бесеү варианттары: 4 ҡыйыҡтан, йөйлө 2 оҙонса ярым түңәрәктән йәки осо киҫелгән 4 ҡыйыҡтан һәм түңәрәк өҫлөктән. Ҡатын‑ҡыҙ Б. осо киҫелгән 4 ҡыйыҡтан һәм түңәрәк өҫлөктән тегелгән. Ирҙәр Б., нигеҙҙә,...

БҮРЕКБАШ

БҮРЕКБАШ (Morchella), аскомицеттар класына ҡараған бәшмәк төрө. Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә һәм Австралияла таралған. Башҡортостанда осло Б. һәм ябай Б. үҫә. Эшләпәһенең диаметры 10 см тиклем; осло Б. эшләпәһе ҡыуыш, конус формаһында, өҫкө яғы селтәр һымаҡ йыйырсыҡлы, ҡырҙары һабы м‑н ҡушылып...

БҮРЕҠАҘҒАН, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

БҮРЕҠАҘҒАН, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Бүреҡаҙған а/ с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 18 км алыҫлыҡта Бүреҡаҙған й. (Ҡуғанаҡ й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1765 кеше; 1920 — 2204; 1939 — 1645; 1959 — 1418; 1989 — 771; 2002 — 840; 2010 — 799 кеше. Татарҙар...

БҮТӘГӘ

БҮТӘГӘ, һолобаш (Festuca), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 300‑ҙән ашыу төрө билдәле, ике ярымшарҙың тропик булмаған бүлкәттәрендә һәм тропик бүлкәт тауҙарында таралған. Башҡортостанда 9 төрө үҫә. Оҙон йәки ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, 20—160 см бейеклектә. Япрағы ҡыяҡ,...

БЫҘАУЛЫҠ

БЫҘАУЛЫҠ, Быҙаулыҡ өйәҙе ҡалаһы (1781 й. алып) һәм адм. үҙәге (1781—1920). 1736 й. Быҙаулыҡ ҡәлғәһе булараҡ нигеҙ һалынған. 1795 й. Б. 260 йорт иҫәпләнгән, ш. иҫ. дворяндарға 5 йорт ҡараған, хәрби хеҙм‑рҙәр һәм отставкалағы чиндарға — 138, канцелярия хеҙм‑рҙәренә — 8, отставкалағы һәм хеҙмәттәге казактарға —...

БЫҘАУЛЫҠ ҠӘЛҒӘҺЕ

БЫҘАУЛЫҠ ҠӘЛҒӘҺЕ, 1736 й. И.К.Кирилов Һамар й. һул ярында уға Быҙаулыҡ й. ҡойған ерҙә (боронғо башҡ. ҡаласығы емереклектәре урынында) Ырымбур сик һыҙығында хәрби нығытылған ҡасаба булараҡ нигеҙ һала. Быҙаулыҡ й. исеме м‑н аталған. 1736 й. Б.ҡ. 156 кеше (12 ҡалмыҡ, 41 разночинец, 6 һөргөнсө, 19 Өфө татары...

БЫҘАУЛЫҠ ӨЙӘҘЕ

БЫҘАУЛЫҠ ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Өфө наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Ырымбур провинцияһының көнбайыш өлөшө инә. 1796 й. алып Ырымбур губернаһы, 1851 й. Һамар губернаһы составында. 18 б. аҙ. төньяҡта — Боғорослан өйәҙе, көнсығышта — Ырымбур өйәҙе, көньяҡта — Кесе ҡаҙаҡ йөҙө, көнбайышта Сергиевск өйәҙе...

БЫҘАУЛЫҠ, йылға

БЫҘАУЛЫҠ, йылға, Таналыҡ й. уң ҡушылдығы. Йылайыр р‑ны Матрай а. эргәһендә Оло һәм Кесе Быҙаулыҡ йй. ҡушылыуынан барлыҡҡа килә. Төньяҡтан көньяҡҡа табан Йылайыр, Хәйбулла р‑ндары буйлап аға һәм Таналыҡ й. (тамағынан 124 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 50 км, басс. майҙаны 641 км2. Ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы...

БЫҘАУЛЫҠ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

БЫҘАУЛЫҠ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Һамар а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 25 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 83 км алыҫлыҡта Быҙаулыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 178 кеше; 1959 — 153; 1989 — 335; 2002 — 405; 2010 — 352 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

БЫЗИНА Нина Ивановна

БЫЗИНА Нина Ивановна (3.6.1930, Өфө), йырсы (лирик‑колоратуралы сопрано). РСФСР‑ҙың (1974) һәм БАССР‑ҙың (1963) атҡ. артисы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1952), Башҡ. муз. уч‑щеһын (1956; Р.Л.Фишер класы) тамамлаған. 1956—86 йй. БДОБТ солисы. Көслө, матур тембрлы һығылмалы тауышҡа, һәйбәт башҡарыу...

БЫЗЫЛДАУЫҠТАР

БЫЗЫЛДАУЫҠТАР (Carabidae), ҡаты ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 25 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа яҡынса 260 төрө бар: ялтыр Б., бөртөклө Б., ҡыҙыл аяҡлы Б., бронза ҡуңыҙ, еҙ ҡуңыҙ һ.б. Кәүҙәһе оҙонса, 2—90 мм оҙонлоҡта. Төҫө ҡара, көрән, һирәк йәшел, зәңгәр,...

БЫКИН Яков Борисович

БЫКИН Яков Борисович (1888, Витебск губ. Крестовый а. — 1938, Мәскәү), совет партия-дәүләт эшмәкәре. 1903 й. й. алып Бунд, 1906 й. — РСДРП ағзаһы. Коммунистик акад. тамамлаған (Мәскәү, 1927). 1904 й. һәм 1911 й. революцион эшмәкәрлек өсөн ҡулға алына. 1913—18 йй. Швейцарияла йәшәй. 1919 й. алып Белорус...

БЫКОВ Леонид Иванович

БЫКОВ Леонид Иванович (18.12.1937, Рыбинск ҡ. — 16.9.2020, Өфө ҡ.), инженер-механик. Техник фәндәр докторы (1983), профессор (1984). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1988), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2003), почётлы нефть-газ төҙөүсеһе (2007). ӨНИ‑не тамамлағандан...

БЫМ ЗАВОДЫ

БЫМ ЗАВОДЫ, 1736 й. Уҫы даруғаһы Ғәйнә һәм Ирәкте улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Бым й. (Сылва й. басс.) буйында А.Н.Демидов (ҡара: Демидовтар) тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Демидовтар, 1847 й. һәм 1863—89 йй. ҡаҙна, 1848 й. алып Соҡсон тау заводтары акционерҙар...

БЫМ-КӨҢГӨР УЙПАТЛЫҒЫ

БЫМ-КӨҢГӨР УЙПАТЛЫҒЫ, Волга-Кама антеклизаһының беренсе дәрәжәле кире тектоник структураһы. Палеозой ҡатламдарында айырыла. Төп өлөшө Пермь крайы һәм Свердловск өлкәһендә үҫешкән. Төньяҡ сигенең киңлеге яҡынса 45 км. Башҡортостанға түбәһе Дыуан районы Дыуан а. төньяҡҡа табан 8 км алыҫлыҡта ятҡан өсмөйөш...