Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ВЕРНИКОВСКИЙ Александр Иосифович

ВЕРНИКОВСКИЙ Александр Иосифович (25.6.1867, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Верниковский утары — 16.1. 1928, Өфө), дәүләт эшмәкәре. Титулярный советник. Дворяндарҙан. 1906 й. алып Халыҡ азатлығы партияһы ағзаһы. Ҡазан ветеринария ин‑тын тамамлаған (1894). 1895 й. башлап Өфө өйәҙенең Минйәр табип участкаһының...

ВЕРОВКА, Бәләбәй р-нындағы ауыл

ВЕРОВКА, Бәләбәй р-нындағы ауыл, Өҫән-Ивановка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 30 км һәм Аксаков т. юл ст. Т.-Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Ҡорҫаҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 907 кеше; 1920 — 1479; 1939 — 1267; 1959 — 504; 1989 — 334; 2002 — 359; 2010 — 357 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп...

ВЕРТОЛЁТ

ВЕРТОЛЁТ, күтәреү көсө һәм тартыуы бер йәки бер нисә йөрөтөүсе һауа винты ярҙамында барлыҡҡа килә торған осоу аппараты. Йөрөтөүсе винттарының һаны (бер, ике, күп винтлы) һәм уларҙың үҙ-ара урынлашыуы (бер күсәргә ултыртылған, буй, арҡыры), двигателдәренең һаны (бер, ике, күп двигателле), йөрөтөүсе винттары...

ВЕРТОЛЁТ МӘМЕРЙӘҺЕ

ВЕРТОЛЁТ МӘМЕРЙӘҺЕ, Ә х м ә р у п ҡ а н ы. Ауырғазы р‑ны Әхмәр а. төньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта Һарыйылға (Өршәк й. басс.) үҙәнендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, көңгөр ярусының аҡһыл һоро гипстарында барлыҡҡа килгән. Оҙонлоғо 1768 м, тәрәнлеге 50 м, күләме 40 мең м3. Ауыҙ тәрәнлеге 40 м һәм диаметры...

ВЕРХНЕБЕЛЬСКИЙ, Белорет р‑нындағы ауыл

ВЕРХНЕБЕЛЬСКИЙ, Белорет р‑нындағы ауыл, Николаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 38 км һәм Белорет т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 2002 й. — 417; 2010 — 322 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Тирлән урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты...

ВЕРХНЕУРАЛ ҠӘЛҒӘҺЕ

ВЕРХНЕУРАЛ ҠӘЛҒӘҺЕ, 1735 й. Таймаҫ Шәимов булышлығында И.К.Кирилов тарафынан Яйыҡ й. үрге ағымында Себер даруғаһы Ҡара- Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ырымбур сик һыҙығының хәрби-нығытмалы торамаһы булараҡ нигеҙ һалына. Яйыҡ й. (ҡара: Урал) исеме м‑н аталған. 18 б. 40‑сы йй. башына тиклем...

ВЕРХНЕУРАЛ ӨЙӘҘЕ

ВЕРХНЕУРАЛ ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Өфө наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Өфө провинцияһының көньяҡ-көнсығыш өлөшө инә. 1796 й. алып Ырымбур губернаһы составында. 1784 й. В.ө. төньяҡ өлөшө — Троицк өйәҙенә, 1865 й. көнбайышы — Өфө өйәҙенә һәм Стәрлетамаҡ өйәҙенә, көньяғы Орск өйәҙенә инә. 18 б. аҙ....

ВЕРХНЕУРАЛ, ҡала

ВЕРХНЕУРАЛ, ҡала (1781 й. алып), Верхнеурал өйәҙенең адм. үҙәге (1781— 1919). 1735 й. нигеҙ һалына (ҡара: Верхнеурал ҡәлғәһе). 19 б. 60‑сы йй. алып Ырымбур казак ғәскәренең 2‑се хәрби бүлеге үҙәге була. 1786 й. 300 хужалыҡ, ш. иҫ. хәрби хеҙм‑рҙәргә һәм отставкалағы чиндарға ҡараған — 280, мещан һәм...

ВЕРХОТОР ЗАВОДЫ

ВЕРХОТОР ЗАВОДЫ, 18 б. 50‑се йй. Нуғай даруғаһы Бошман-Ҡыпсаҡ, Тамъян һәм Юрматы улустары башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Тор й. буйында И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) һәм И.С. Мясников (ҡара: Мясниковтар) тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Твердышевтар һәм Мясниковтар,...

ВЕРХОТОР, Ишембай р‑нындағы ауыл

ВЕРХОТОР, Ишембай р‑нындағы ауыл, Верхотор а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. табан 42 км һәм Салауат т. юл ст. 50 км алыҫлыҡта Тор й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 3753 кеше; 1920 — 4916; 1939 — 3852; 1959 — 2051; 1989 — 839; 2002 — 756; 2010 — 818 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, мәҙәниәт...

ВЕРХОТУРОВ Михаил Александрович

ВЕРХОТУРОВ Михаил Александрович (4.7.1961, Өфө), инженер-системотехник. Техник ф. д‑ры (2001), проф. (2004). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). Спорт туризмы б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1983) шунда уҡ эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре геом. объекттарҙы урынлаштырыуҙы...

ВЕСЕЛОВ Александр Владимирович

ВЕСЕЛОВ Александр Владимирович (4.2.1948, Ленинград), график. РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2009). Рәссамдар союзы ағзаһы (1977). И.Е.Репин ис. Һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура ин‑тын тамамлаған (Ленинград, 1972; педагогы М.А.Таранов). 1974 й. алып Башҡ‑н ижади производство комб‑ты рәссамы,...

ВЕСЕЛОВ Станислав Юрьевич

ВЕСЕЛОВ Станислав Юрьевич (27.3. 1954, Өфө), биохимик, иммунолог. Биол. ф. д‑ры (1999), проф. (2000). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1978) “Иммунопрепарат” ҒПБ‑нда эшләй. 1991 й. алып БДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге үҫемлек гормондарын өйрәнеүгә, кешенең вируслы инфекцияларын (геморрагик биҙгәк, грипп һ.б.)...

ВЕСЕЛОВКА, Кинсеккәй, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

ВЕСЕЛОВКА, Кинсеккәй, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Денис а/с  ҡарай. Район үҙәгенән К. 28 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 87 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Ашҡаҙар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 279 кеше; 1959 — 306; 1989 — 201; 2002 — 226; 2010 — 233 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002)....

ВЕСЁЛЫЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

ВЕСЁЛЫЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Октябрьский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Стәрле й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 45 кеше; 1939 — 58; 1959 — 276; 1989 — 300; 2002 — 313; 2010 — 296 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Преображеновка...

ВЕТЕРИНАРИЯ

ВЕТЕРИНАРИЯ, мал ауырыуҙарын өйрәнеүсе фәндәр комплексы, ш. уҡ уларҙы иҫкәртеү һәм бөтөрөүгә, халыҡты хайуан һәм кеше өсөн уртаҡ булған ауырыуҙарҙан һаҡлауға йүнәлтелгән саралар системаһы. В. өс фән төркөмөн берләштерә: һау һәм ауырыу мал организмының төҙөлөшөн һәм йәшәү эшмәкәрлеген, ауырыу тыуҙырыусыларҙы,...

ВЕТЕРИНАРИЯ АКУШЕРЛЫҒЫ

 ВЕТЕРИНАРИЯ АКУШЕРЛЫҒЫ, клиник ветеринарияның а.х. инә малдың организмындағы быуаҙлыҡ, тыуҙырыу һәм унан һуңғы осор м‑н бәйле физиол. һәм патологик процестарҙы өйрәнеүсе өлкәһе. Тыуҙырыу ярҙамы, яһалма ҡасырыу алымдарын, инә мал, яралғы һәм яңы тыуған малдың ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм дауалау ысулдарын...

ВЕТЕРИНАРИЯ ЛАБОРАТОРИЯҺЫ

ВЕТЕРИНАРИЯ ЛАБОРАТОРИЯҺЫ. Малдың инфекцион, йоғошло һәм йоғошһоҙ ауырыуҙарына диагностик тикшереү үткәрә, уларға ҡаршы дауалау-иҫкәртеү саралары ойоштора, географик патологияны өйрәнә, ауыл хужалығы малдарының продуктлылығын һаҡлау һәм арттырыу б‑са тәҡдимдәр индерә. Өфөлә урынлашҡан. Составы: бактериология,...

ВЕТЛЯНКА IV

ВЕТЛЯНКА IV, бронза быуаты һәм иртә тимер быуаттың археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 2‑се мең йыллыҡтың 2—3‑сө сиреге — 1‑се мең йыллыҡ аҙағына ҡарай. Ырымбур өлк. Ветлянка а. көньяҡ-көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Илек й. (Урал й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. 1982 й. Р.Б.Исмәғилев тарафынан асыла һәм...

ВЕТОШНИКОВ Георгий Александрович

ВЕТОШНИКОВ Георгий Александрович (19.4.1918, Өфө — 9.3.1946, Баҡы), Советтар Союзы Геройы (1944). 1938 й. Хәсән күле янындағы ҡораллы бәрелештә, 1939—40 йй. совет- финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. тиклем Өфө яҙыу машиналары з‑дында эшләй. 1938—40 йй. һәм 1941 й. июненән Ҡыҙыл...