Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ВИЛДАНОВА Олия Ғәле ҡыҙы

ВИЛДАНОВА Олия Ғәле ҡыҙы (21.11.1958, Ленинград), балет артисы, педагог. Сәнғәт ғилеме канд. (2013). БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2015). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1983). Ленинград хореография уч‑щеһын (1978; педагогтары Н.Д.Александрова, Е.В.Ширипина), БДУ‑ны (1989), А.Я.Ваганова ис. Урыҫ балеты...

ВИЛКОВ Игорь Иванович

ВИЛКОВ Игорь Иванович (15.4.1957, Бөрө ҡ.), спортсы. Уҡ атыу б-са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1976). “Буревестник” ДСО-һы, Бөрө ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Г.И.Гайтанова, Б.Д.Любимов). Шәхси зачётта СССР (1979), РСФСР (1977), Бөтә союз универсиадаһы (1976) чемп., СССР чемпионатының...

ВИЛУХИНА Ольга Геннадьевна

ВИЛУХИНА Ольга Геннадьевна (22.3.1988, Межгорье ҡ.), спортсы. Биатлон б‑са Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2014). “Йәшлек” ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (Межгорье), 2009 й. алып “Биатлон үҙәге” СДЮСШОР‑ы өсөн сығыш яһай (Новосибирск; тренеры В.В.Иванов). Спринтта һәм эстафетала Олимпия уйындарының көмөш призёры...

ВИЛЬМАНСТРАНД ПЕХОТА ПОЛКЫ

ВИЛЬМАНСТРАНД ПЕХОТА ПОЛКЫ, 1806 й. 16 авг. император Александр I исемле указы б‑са Өфө мушкетёрҙар полкының (ҡара: Өфө пехота полкы) 4 ротаһы нигеҙендә Вильманстранд мушкетёрҙар полкы булараҡ ойошторола; 1811 й. алып В.п.п., 1833 й. — Вильманстранд егерҙар полкы, 1864 й. — 86‑сы В.п.п. 1808— 09 йй....

ВИНИЛХЛОРИД

ВИНИЛХЛОРИД, х л о р л ы в и н и л, х л о р э т и л е н, СН2=СНСl, хлорлы иң ябай этилен углеводороды. Татлы еҫле, төҫһөҙ газ, tиреү —153,8°С, tҡайнау —13,8°С; һауала шартлау концентрацияһы сиктәре күләме б-са 4— 22%. Хлороформда, дихлорэтанда, эфирҙа, һыуҙа (0,25%‑ҡа тиклем) эрей. Галогендар һәм галоген-водородтар...

ВИНИПЛАСТ

ВИНИПЛАСТ, поливинилхлорид нигеҙендә эшләнгән термопластик конструкция материалы. Составында тулыландырыусылар (полимер массаһынан 200% һәм унан да күберәк), йылытыу һәм яҡтылыҡҡа ҡаршы стабилизаторҙар (10%), пигменттар һәм буяуҙар (10%), пластификациялаусы өҫтәмәләр (10%-тан артыҡ түгел), майлағыстар...

ВИНОГРАД

ВИНОГРАД, й ө ҙ ө м (Vitis), виноград һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 70 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда культуралы В. үҫтерелә. Күп йыллыҡ ағас һымаҡ лиана. Һабағы (сыбыҡ) 7 м тиклем оҙонлоҡта. Япрағы ябай, өс һәм биш айырсалы, ситтәре киртләсле. Сәскәһе...

ВИНОГРАДОВ Василий Иванович

ВИНОГРАДОВ Василий Иванович (7.1.1874, Ҡазан губ. Алабуға ҡ. — 12.11. 1948, Ҡазан), комп., муз.- йәмәғәт эшмәкәре. ТАССР- ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1944). Мәскәү ун-тын тамамлағандан һуң (1899) 1920 й. тиклем Өфө, Златоуст, Вятка, Уржум ҡҡ. юрист булып эшләй. 1921—30 йй. Татар сәнғәт техникумында уҡыта,...

ВИНОГРАДОВА Ирина Леонидовна

ВИНОГРАДОВА Ирина Леонидовна (9.10.1970, Өфө), инженер-электрик. Техник ф. д-ры (2010). ӨДАТУ- ны тамамлағандан һуң (1992) Өфө “Молния” ҒПП‑ның инж.-конструкторы. 2003 й. алып ӨДАТУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге сүсле‑оптик техника һәм элемтә сараларын булдырыу, телекоммуникация системаларының сифатын...

ВИНОКУРОВ Евгений Александрович

ВИНОКУРОВ Евгений Александрович (15.12.1946, Өфө), рәссам. РФ‑тың (2014) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1982). 1969 й. алып Өфөнөң төрлө учреждениеларында һәм пр‑тиеларында рәссам булып эшләй, 1993—2003 йй. Өфө һынлы сәнғәт галереяһының дир. урынбаҫары. Реалистик рәсем сәнғәтенеңүҙенсәлекле...

ВИРУСЛЫ ГЕПАТИТТАР

ВИРУСЛЫ ГЕПАТИТТАР (гр. hepar, эйәлек килеш hepatos — бауыр), башлыса бауырҙың зарарланыуы һәм, ағыуланыу синдромы көсәйеп (йыш ҡына һары ауырыуына килтерә), бауыр функцияһының боҙолоуына дусар булған кеше һәм хайуандар бауырының инфекцион ауырыуҙары төркөмө. Ауырыу тыуҙырғыстың төрөнә ҡарап, В.г. бер...

ВИРУСОЛОГИЯ

ВИРУСОЛОГИЯ (вирустар һәм... логия), кеше, хайуандар, үҫемлектәр, бактериялар, иң ябайҙар һәм бәшмәктәр вирустарын өйрәнеүсе фән. Дөйөм В. вирустарҙың тәбиғәтен, төҙөлөшөн, үрсеүен, биохимияһын, генетикаһын өйрәнә; мед., ветеринария һәм а.х. В. патоген вирустарҙы, уларҙың инфекцион үҙенсәлектәрен тикшерә,...

ВИРУСТАР

ВИРУСТАР (лат. Virus — ағыу), нуклеин кислотаһынан һәм аҡһым тышсаһынан торған бик ваҡ күҙәнәкһеҙ төҙөлөшлө өлөшсәләр. Тере күҙәнәккә үтеп инергә һәм шул күҙәнәк эсендә генә үрсергә һәләтлеләр. Йылы ҡанлы умыртҡалыларҙы зарарлаусы — 500‑гә яҡын, ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәрҙе зарарлаусы — 300‑ҙән ашыу,...

ВИСБРЕКИНГ

ВИСБРЕКИНГ (ингл. viscosity — ҡуйырыусанлыҡ, йәбешкәклек, һуҙылыусанлыҡ һәм breaking — ватылыу, емерелеү), вакуумда тура ҡыуылған нефть ҡалдыҡтары ҡуйылығын кәметеүсе термик крекинг төрө. Процесс 430—500°С т-рала һәм 1—3,5 МПа баҫым аҫтында үткәрелә. Мейес варианты (480—500°С т‑рала торба рәүешле мейестә;...

ВИССАРИОНОВА Антонина Яковлевна

ВИССАРИОНОВА Антонина Яковлевна (7.3.1911, Пермь ҡ. — 15.1.1977, Өфө ҡ.), тау инженеры. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1959), профессор (1965). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969), СССР‑ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1969). Свердловск тау институтын тамамлағандан һуң (1934)...

ВИТАМИНДАР

ВИТАМИНДАР (лат. vita — йәшәү), кеше һәм хайуандарҙың йәшәйеше өсөн кәрәкле булған түбән молекуляр органик берләшмәләр. Майҙа (А, D, E, K) һәм һыуҙа (С, Н, В төркөмө һ.б.) эреүсәндәргә бүленәләр. Шулай уҡ витамерҙар — биол. активлығы б‑са оҡшаш бер нисә берләшмә төркөмдәренән торған төрлө В. (мәҫ.,...

ВИТАМИНДАР ЕТЕШМӘҮЕ

ВИТАМИНДАР ЕТЕШМӘҮЕ, организмда витаминдарҙың етерлек булмауы йәки уларҙы үҙләштереүҙең боҙолоуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ауырыу. Гиповитаминозға (витамин етешмәү) һәм авитаминозға (витаминдарҙың бөтөнләй булмауы) айырып йөрөтөлә. Кешелә В.е. Көсөргәнешле физик эш йәки аҡыл хеҙмәте башҡарғанда,...

ВИТАМИНЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР

ВИТАМИНЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР, кеше һәм хайуандар өсөн витаминдар сығанағы, витаминлы препараттар етештереү өсөн сеймал сифатында ҡулланылған үҫемлектәр. Шулай уҡ В.ү. составында кеше һәм хайуандар организмында витаминдарға әйләнеүсе провитаминдар булған үҫемлектәр инә. Үҫемлектәрҙә иң күбе Р төркөмө витаминдарына...

ВИТАМИНОЛОГИЯ

ВИТАМИНОЛОГИЯ (витаминдар һәм ...логия), туҡланыу гигиенаһы, биохимия, фармакология һ.б. мед.- биол. фәндәре бүлеге, витаминдарҙың төҙөлөшөн һәм тәьҫир итеү механизмдарын өйрәнә, ауырыуҙы дауалау һәм иҫкәртеү маҡсатында уларҙы ҡулланыу ысулдарын эшләй. Башҡортостанда В. өлкәһендәге тәүге тикшеренеүҙәрҙе...

ВИТЕВСКИЙ Владимир Николаевич

 ВИТЕВСКИЙ Владимир Николаевич (22.7.1845, Сембер губ. Подвалье а. — 3.1.1906, Ҡазан), тарихсы. Ҡазан ун‑тының тарих‑филол. ф‑тын тамамлағандан һуң (1870) Уральск ҡ. гимназияла, 1874—1901 йй. Ҡазанда урыҫһәм башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар семинарияһында, бер үк ваҡытта 1897 й. тиклем Мариин ҡыҙ балалар...