Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ВИТРАЖ

ВИТРАЖ (фр. vitrage), быяланан йәки яҡтылыҡ үткәрә торған башҡа төр материалдан орнаментлы йәки сюжетлы декоратив композиция (тәҙрәлә, ишектә, үҙаллы панно рәүешендә, төрлө сәнғәт әйберҙәрендә). В. художество тәьҫире тәбиғи йәки яһалма яҡтылыҡ м‑н көсәйтелә. Төҫлө В. төҫтәрҙе үҙгәртеп торған һауа-яҡтылыҡ...

ВИШКИН Владимир Георгиевич

ВИШКИН Владимир Георгиевич (3.2. 1957, Салауат ҡ.), спортсы. Радиоспорт б-са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1987). Магнитогорск тау-металлургия ин‑тын тамамлаған (1987). ДОСААФ радиоклубы тәрбиәләнеүсеһе (Салауат; тренеры В.А.Туманов). Ҡыҫҡа тулҡындарҙа радиоэлемтә б-са Европа чемп. (1986—87),...

ВИШНЕВСКАЯ Любовь Михайловна

 ВИШНЕВСКАЯ Любовь Михайловна (27.7.1950, Октябрьский ҡ.), актриса, рәссам. РФ-тың атҡ. артисы (2005). РФ‑тың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1978). Ҡазан театр уч-щеһын тамамлағандан һуң (1971; А.Д.Гусев курсы) 1974 й. тиклем — Урыҫ драма театры (Ижевск), 1975 й. алып — Димитровград драма театры, 1981...

ВИШНЕВСКИЙ Евгений Кондратьевич

ВИШНЕВСКИЙ Евгений Кондратьевич (1.11.1870, Полтава губ. — 1945 й. һуң), Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Ген.- майор (1918). 1904—05 йй. рус-япон һуғышында, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 19 б. аҙ. алып рус армияһында. 1918 й. июль—дек. 2‑се Себер уҡсылар див. нач., Себер армияһының...

ВЛАДИМИРОВ Фёдор Алексеевич

  ВЛАДИМИРОВ Фёдор Алексеевич (5.2.1875 — ?), Ырымбур губернаһынан 3‑сөДәүләт думаһы депутаты. Крәҫтиәндәрҙән. Ауыл уч‑щеһын тамамлаған. Улус идараһы писары булып хеҙмәт иткән. Думала прогрессистар фракцияһы ағзаһы. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.    Д.А.Сафонов   Тәрж. Д.К.Үзбәков  ...

ВЛАДИСЛАВЛЕВ Владимир Фёдорович

ВЛАДИСЛАВЛЕВ Владимир Фёдорович (1819, Владимир губ. Константиновское а. — 2.6.1877, Өфө), дин әһеле. Дини тәғлимәт магистры (1843). Священник дәрәжәһен ҡабул иткән (1847). Киев дини акад. тамамлағандан һуң (1843) Дини семинария, 1847 й. башлап Өфө ир балалар гимназияһы уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1855...

ВЛАСЕНКО Василий Тихонович

ВЛАСЕНКО Василий Тихонович (4.8.1946, Украина ССР‑ы Софиполь а.), инженер-технолог. Свердловск тау ин‑тын тамамлаған (1978). 1968 й. алып “Тувакобальт” комб‑тында эшләй: тау мастеры, карьер нач., участка начальнигы. 1975 й. башлап Учалы тау-байыҡтырыу комб‑тында: Учалы руднигыныңҡаҙып үтеүсеһе, тау...

ВЛАСОВ Александр Васильевич

ВЛАСОВ Александр Васильевич (6.11.1926, Пенза губ. Казеевка а. — 28.2.2017, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1967). Пенза индустриаль ин‑тын тамамлағандан һуң (1949) 21‑се треста (Өфө) эшләй: мастер, прораб, өлкән прораб, бүлек нач., 1957 й. алып баш инженер, 1958 й. — төҙөлөш идаралығы...

ВЛАСОВ Александр Георгиевич

ВЛАСОВ Александр Георгиевич (27.3. 1957, Назарово ҡ.), тренер. Спорт ориентиры б-са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2001), биатлон б-са бөтә Рәсәй категориялы судья (2009). РФ-тың физик культура һәм спорт отличнигы (2000). Красноярск пед. ин-тын тамамлаған (1982). 1994 й. алып 53‑сө урта мәктәптең (Новоуральск...

ВЛАСОВ Алексей Владимирович

ВЛАСОВ Алексей Владимирович [15.4.1926, БАССР‑ҙыңӨфө кантоны Шөңгәккүл ҡсб (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 21.3.2012, Өфө], инженер- иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1995). Ташкент т. юл транспорты инженерҙары ин‑тын тамамлағандан һуң (1952) Өфө т. юлында, 1957 й. алып 83‑сө почта йәшниге пр‑тиеһында (Ульяновск өлк.),...

ВЛАСОВА Наталья Александровна

ВЛАСОВА Наталья Александровна (10.7.1956, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2008), проф. (2010). БР- ҙың атҡ. һаулыҡһаҡлау хеҙм-ре (2012). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) 1983 й. тиклем Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда эшләй. 1991 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге гастроэнтерология, липидология,...

ВЛАСОВА Татьяна Германовна

ВЛАСОВА Татьяна Германовна (21.5. 1977, Горнозаводск ҡ.), спортсы. Саңғыла спорт ориентиры б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2001). Горнозаводск СДЮСШОР-ы тәрбиәләнеүсеһе, 2003—06 йй. Өфөнөң 7‑се СДЮСШОР- ы өсөн сығыш яһай (тренеры А.Г.Власов). Донъя (2000,...

ВЛАСЬЕВ Афанасий Иванович

ВЛАСЬЕВ Афанасий Иванович (? — 1613, Өфө), дәүләт эшмәкәре. Дума дворяны (1611). 1599—1603 йй. Ҡазан һарайы приказында хеҙмәт итә, бер үк ваҡытта 1601—05 йй. Илселек приказына етәкселек итә. 1605 й. батша Борис Годунов тарафынан Ялған Дмитрий I м‑н һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн ебәрелә, ләкин уның яғына...

ВОДОПЬЯНОВ Владимир Васильевич

ВОДОПЬЯНОВ Владимир Васильевич (14.11.1949, Порт-Артур ҡ., Ҡытай — 14.7.2020, Өфө ҡ.), математик. Техник фәндәре докторы (2009), профессор (2009). БР‑ҙың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2007). Ҡазан университетын тамамлағандан һуң...

ВОДОРЕЗОВ Григорий Иванович

ВОДОРЕЗОВ Григорий Иванович (18.2.1898, Кубань өлкәһе Лабинская станицаһы — 15.6.1992, Өфө ҡ.), инженер‑геолог. Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника хеҙмәткәре (1951). Ленинград тау институтын тамамлаған (1929). 1926—34 йй. һәм 1939—41 йй. Бөтә Союз геология институтының (Ленинград ҡ.) өлкән ғилми...

ВОДОРОД

ВОДОРОД (Hydrogenium), Н, Д.И. Менделеев периодик системаһының беренсе элементы. 2 тотороҡло (протий һәм дейтерий), 2 радиоактив изотобы бар. Ирекле хәлдә бик һирәк осрай. Төҫһөҙ, еҫһеҙ, тәме булмаған иң еңел газ; t иреү ‑259,1°С, t ҡайнау ‑252,6°С. Ғәҙәти шарттарҙа активлығы түбән, юғары т‑рала химик...

ВОЕВОДА

ВОЕВОДА, Рәсәй өйәҙҙәрендәге (городовой йәки өйәҙ В.; 16 б. урт. — 1708 й.) һәм провинцияларындағы (провинция В.; 1719—75) юғары хөкүмәт чиновнигы. Юғары һәм үҙәк дәүләт власы органдары (Баярҙар думаһы һәм приказдар; Сенат һәм Дәүләт коллегиялары) тарафынан тәғәйенләнгән һәм контролдә тотолған; адм.‑хужалыҡ,...

ВОЕВОДА ИДАРАЛЫҒЫ

ВОЕВОДА ИДАРАЛЫҒЫ, Рәсәйҙә өйәҙҙә (ҡала йәки өйәҙ идаралығы; 16 б. уртаһы — 1708 й.) һәм провинцияла (провинция идаралығы; 1719—75 йй.) урындағы идара органдары системаһы. В.и. воеводанан, хәрби (объезжийҙар һәм стрелецтарҙың башлыҡтары, сотниктар) һәм граждан (воевода урынбаҫары, дьяктар, подьячийҙар,...

ВОЗДВИЖЕНКА, Әлшәй р‑нындағы ауыл

ВОЗДВИЖЕНКА, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Воздвиженка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 47 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Ғәйнә й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 191 кеше; 1920 — 333; 1939 — 510; 1959 — 391; 1989 — 434; 2002 — 48; 2010 — 362 кеше. Урыҫтар,...

ВОЗДВИЖЕНКА, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

ВОЗДВИЖЕНКА, Ҡ а ш ҡ а р, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Маҡан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 36 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 94 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 451 кеше; 1939 — 425; 1959 — 258; 1989 — 338; 2002 — 331; 2010 — 302 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002)....