Список материалов
ГАВРИЛОВКА, Фёдоровка р-нындағы ауыл
ГАВРИЛОВКА, Фёдоровка р-нындағы ауыл, Бала Сытырман а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 38 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.-Көнб. табан 57 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 684 кеше; 1920 – 799; 1939 – 529; 1959 – 356; 1989 – 194; 2002 – 214; 2010 — 240 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс...
ГАГАРА ҺЫМАҠТАР
ГАГАРА ҺЫМАҠТАР (Gaviiformes), ҡоштар отряды. 1 ғаиләһе (гагаралар), 5 төрө билдәле. БР‑ҙа 2 төрө бар. Һыуҙа йөҙөүсе ҙур күсәр ҡоштар (кәүҙә оҙонлоғо 53—73 см, ауырлығы 1,1—3,4 кг). Ҡауырһыны көлһыу йәки аҡ менән сыбарланған ҡара төҫтә, түше һәм ҡорһағы — аҡ. Ҡауырһын ҡапламы тығыҙ, ҡуйы, ҡалын мамыҡ...
ГАГАРИН Ю.А. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ ЯЛ ПАРКЫ
ГАГАРИН Ю.А. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ ЯЛ ПАРКЫ. Стәрлетамаҡ ҡ. (Фурманов урамы, 7) урынлашҡан. Майҙаны – 8 га. 1961 й. ҡала баҡсаһы булараҡ ойошторола, 1974 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 1974 й. — “Күҙәтеү ҡуласаһы”, “Ракета”, “Бәүелсәк”, 1977 й. “Ромашка”, “Елкәй” аттракциондары урынлаштырыла....
ГАГАРИН Ю.А. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘҘӘНИӘТ, ФӘН ҺӘМ ТЕХНИКА ЙОРТО
ГАГАРИН Ю.А. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘҘӘНИӘТ, ФӘН ҺӘМ ТЕХНИКА ЙОРТО, “Туймазанефть” НГДУ‑һы ҡарамағында. 1953—94 йй. Октябрьский ҡ. эшләй. 550 һәм 150 урынлыҡ 2 тамаша залы, грим бүлмәләре, түңәрәктәр эше өсөн бүлмәләре, китапханаһы була. Мәҙәниәт йортонда 7 үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллективы эшләй: “Джаз-ансамбль”...
ГАГАРИН Ю.А.ИСЕМЕНДӘГЕ КИНОТЕАТР
ГАГАРИН Ю.А. ИСЕМЕНДӘГЕ КИНОТЕАТР, 1961—98 йй. Өфөлә эшләгән (1996 й. алып балалар к/т). 320 урынлыҡ тамаша залы, киноаппарат бүлмәһе булған. Кинотеатрҙа киновикториналар, кинолекторийҙар, кинобайрамдар һ.б. үткәрелгән. Хәҙ. к/т бинаһында төрлө коммерция учреждениелары урынлашҡан.
Л.И.Дорохова
Тәрж....
ГАГАУЗ ТЕЛЕ
ГАГАУЗ ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (көньяҡ-көнбайыш, йәки уғыҙ, төркөмө). Гагауздарҙың милли теле. Молдавияның көньяғында, Болгарияның төньяҡ-көнсығышында һәм Румынияла, Украинаның көньяҡ-көнбайышында, өлөшләтә Ҡаҙағстанда, Урта Азияла, Төньяҡ Кавказда таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 200 меңгә яҡын...
ГАЗ БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ
ГАЗ БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ, ҡулланыусыларҙы газ м-н тәьмин итеү өсөн ҡоролмалар комплексы. Газ менән тәьмин итеү системаһының магистраль газ торбаларынан һәм газ регуляторы пункттарынан тора. Газ бүлеү станцияларынан башлана. Төҙөлөш схемаһы б‑са ҡулса (күбеһенсә ҡалаларҙа), тупик (бәләкәй ҡала һәм ауылдарҙа)...
ГАЗ БҮЛЕҮ СТАНЦИЯЛАРЫ
ГАЗ БҮЛЕҮ СТАНЦИЯЛАРЫ, газ бүлеү селтәрҙәренә газ биреү өсөн тәғәйенләнгән техник ҡоролмалар. Г.б.с. магистраль газ торбаларының йәки уларҙың тармаҡтарының остағы участкаларында урынлаша. Составына йүнәлеште үҙгәртеү, одоризация, таҙартыу, гидрат барлыҡҡа килеүҙе булдырмау, көйләү, йылытыу, газ тотоноу...
ГАЗ ДИНАМИКАҺЫ
ГАЗ ДИНАМИКАҺЫ, гидроаэромеханиканың ҡыҫылған тотош мөхиттәрҙең (газдың, плазманың) хәрәкәтен һәм уларҙың ҡаты есемдәр м‑н тәьҫир итешеүен өйрәнеүсе бүлеге. Ҡыҫылған газ ағымдары теорияһын, бәрмә тулҡындар теорияһын, диссоциацияланған һәм ионлашҡан газ ағымдары теорияһын, йылылыҡ алмашыныу теорияһын...
ГАЗ КОНДЕНСАТЫ
ГАЗ КОНДЕНСАТЫ, тәбиғи углеводород газдарын сығарғанда газ ятҡылыҡтары ҡатламының баҫым һәм т‑раһы түбәнәйеүе һөҙөмтәһендә бүленеп сыҡҡан шыйыҡ углеводородтар ҡатышмаһы. Тотороҡһоҙ (промысла шарттарында Г.к. ятыштарынан сығарыла) һәм тотороҡло (тотороҡһоҙ Г.к. еңел углеводородтарҙың киң фракцияһы —...
ГАЗ МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ
ГАЗ МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ, ҡулланыусыларҙы газ м‑н тәьмин итеү, ш. иҫ. табылған газ ятҡылыҡтары фондын булдырыу, газ сығарыу, ташыу, һаҡлау һәм ебәреү б‑са эшмәкәрлек. Үҙәкләштерелгән (магистраль газ торбалары һәм газ бүлеү селтәрҙәре б‑са) һәм үҙәкләштерелмәгән (газ генерацияһы ҡулайламаларынан йәки шыйыҡландырылған...
ГАЗ МЕНӘН ТУЛЫЛАНДЫРЫЛҒАН ПОЛИМЕРҘАР
ГАЗ МЕНӘН ТУЛЫЛАНДЫРЫЛҒАН ПОЛИМЕРҘАР, тулыландырылған полимерҙарҙың бер төрө. Полимер тәбиғәтенә ҡарап — газ м‑н тулыландырылған пластиктарға (йомоҡ күҙәүле пенопластар, поропластар, йәки тоташҡан күҙәүле поролондар) һәм резиналарға (көпшәк, йәки күҙәүле; ҡара: Резиналар һәм резина-техник изделиелар);...
ГАЗ СӘНӘҒӘТЕ
ГАЗ СӘНӘҒӘТЕ, яғыулыҡ сәнәғәтенең тәбиғи газдарҙы сығарыу, ташыу һәм эшкәртеүҙе үҙ эсенә алған тармағы. Респ. Г.с. үҫеше газ ятҡылыҡтарын һәм нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә бәйле. Ишембай нефть ятҡылығын эшкәртеп бөткәндән һуң сәнәғәт пр‑тиеларын, торлаҡ һәм коммуналь-көнкүреш объекттарын газ менән...
ГАЗ ТАҘАРТЫУ
ГАЗ ТАҘАРТЫУ, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, газды һәм унан айырып алынған ҡушылмаларҙы артабан файҙаланыу маҡсатында тәбиғи газды һәм сәнәғәт газын таҙартыу процесы. Г.т. өсөн өйөрмәле аппараттар, күбекле һәм күбекле-аҡмалы аппараттар, масса алмаштырыу аппараттары, химия реакторҙары, фильтрҙар файҙаланыла....
ГАЗ ТУРБИНАЛЫ ДВИГАТЕЛЬ
ГАЗ ТУРБИНАЛЫ ДВИГАТЕЛЬ, эш башҡарған есемдең (ҡыҫылған газ, газ ҡушымтаһы) энергияһын газ турбинаһында реактив ағымдың кинетик энергияһына һәм (йәки) механик эшкә әүерелдереүсе йылылыҡ двигателе. Төҙөлөшө б‑са форсаж камераһы булған турбиналы реактив двигателдәрҙе, форсаж камераһы булған ике контурлы...
ГАЗ ТУРБИНАЛЫ ҠУЛАЙЛАМА
ГАЗ ТУРБИНАЛЫ ҠУЛАЙЛАМА, яғыулыҡ энергияһын механик, электр һ.б. төр энергияға әүерелдерә. Г.т.ҡ. төп блоктары булып газ турбиналы двигатель һәм функциональ күсергес агрегат (компрессор, ҙур ҡеүәтле электр генераторы һ.б.) тора. Башлыса углеводород газда һәм дизель яғыулығында, ш. уҡ биогазда, спиртта,...
ГАЗ ҺАҠЛАҒЫС
ГАЗ ҺАҠЛАҒЫС, газды туплау, һаҡлау һәм ебәреп тороу өсөн тәбиғи йәки яһалма резервуар. Ер өҫтө һәм ер аҫты Г.һ. айыралар. Ер өҫтө Г.һ. сифатында түбән (0,004—0,005 МПа) һәм юғары (0,07—3 МПа) баҫымға иҫәпләнгән газгольдерҙар (цилиндр йәки шар формаһындағы резервуарҙар) ҡулланыла. Ер аҫты Г.һ. тәрән...
ГАЗ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ
ГАЗ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, берҙәм геол. структураға буйһонған тәбиғи газ ятыштары. Газ, газ һәм конденсат (ҡара: Газ конденсаты), газ һәм нефть, нефть һәм газ ятҡылыҡтарына бүленә. БР терр-яһында 27 Г.я. разведкаланған, уларҙың күбеһе Мораҡ депрессияһында һәм Йүрүҙән-Сылва депрессияһында урынлашҡан. Ятҡылыҡтар...
ГАЗОГЕНЕРАТОР
ГАЗОГЕНЕРАТОР (газ һәм лат. generator — етештереүсе), термик ысул м‑н шыйыҡ һәм ҡаты хәлдәге яғыулыҡтарҙы һауа, ирекле йәки ҡатнашмалы кислород (һыу парҙары, углекислый газ һ.б.) булғанда янар газға әйләндереү аппараты. Эске стеналары утҡа сыҙамлы материал м‑н ҡапланған шахтанан ғибәрәт; яғыулыҡ ҡатламы...
ГАЗОЙЛЬ
ГАЗОЙЛЬ, нефть ҡыуғанда йәки уның ҡалдыҡтарын икенсел эшкәрт‑ кәндә барлыҡҡа килгән, 180—550°С т‑рала ҡайнап сығыусы фракция. Етештереү ысулдары б‑са атмосфера (tҡайнау270— 360°С; тура ҡыуыу) һәм вакуум Г. (tҡайнау350—550°С; 10— 15 кПа баҫым аҫтында ҡыуып етештерелә) төрҙәрен айыралар. Вакуум Г. гидрокрекинг...