Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ГАЙ Гая Дмитриевич

ГАЙ Гая Дмитриевич (ысын исеме Бжишкян Гайк; 6.2.1887, Тебриз ҡ., Фарсы иле — 11.12.1937, Мәскәү), хәрби эшмәкәр. Комкор (1935). Проф. (1934). 1903—14 йй. “Гнчак” әрмән соц.‑демократик партияһы, 1918 й. алып РКП(б) ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында, 1920 й. совет-поляк һуғышында ҡатнашыусы....

ГАЙ РАЙОНЫ

ГАЙ РАЙОНЫ, Ырымбур өлкәһенең көнсығышында урынлашҡан. 1960 й. 3 нояб. ойошторолған. Майҙаны — 2900 км2. Район үҙәге — Гай ҡалаһы. Районда 8 ауыл советы, 33 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 10,7 мең кеше (2010), ш. иҫ. 32,4% башҡорттар (ҡара: Ырымбур башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән иң ҙур торама...

ГАЙДА Радола

ГАЙДА Радола (ысын исеме Гейдль Рудольф; 26.2.1892, Котор ҡ., Австро‑Венгрия — 15.4.1948, Прага), хәрби эшмәкәр. Рус армияһының ген.‑лейт. (1919 й. ғин., июлдә мәхрүм ителә) һәм чехословак армияһының ген.‑лейт. (1924, 1926 й. мәхрүм ителә). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Юғары...

ГАЙДУК Вадим Витальевич

ГАЙДУК Вадим Витальевич (6.7.1972, Өфө), политолог, юрист. Юридик ф. канд. (2002), сәйәси ф. д‑ры (2008). ӨДНТУ‑ны (1994), Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (1998) тамамлаған. 1995 й. “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәтендә эшләй. 1996—2007 йй. Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад.:...

ГАЙДЫМ Иван Яковлевич

ГАЙДЫМ Иван Яковлевич [11.11.1916, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Писаревка а. (БР‑ҙың Әлшәй районы) — 24.6.1944, Белорус ССР‑ы Загромадино а.], Советтар Союзы Геройы (1944). 1939—40 йй. Совет‑финлянд һуғышында, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. РККА‑ның сәйәси составы (1942) һәм рота командирҙары (1943) курстарын...

ГАЙСЛЕР Зоя Павловна

ГАЙСЛЕР Зоя Павловна [22.1.1930, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Шыланны а. (БР‑ҙың Иглин р‑ны)], рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1977). Рәссамдар союзы ағзаһы (1980). М.И.Калинин ис. Мәскәү художестволы сәнәғәт уч‑щеһын тамамлаған (1958). 1950 й. алып Өфөнөң художестволы кәсеп артелдәрендә эшләй, 1963—92 йй....

ГАЛАКТИКА

ГАЛАКТИКА (гр. galaktikos— һөт һымаҡ), үҙэсенә Ҡояшты алған йондоҙҙар системаһы. Уғаяҡынса 100 млрд йондоҙ, саң һәм газ болоттары инә, спираль галактикаларға ҡарай. Г. йондоҙҙары арауыҡта үҙәге шаркеүек диск формаһындағыҡатмарлы фигура барлыҡҡа килтерә. Дискының диам. яҡынса 100 мең яҡтылыҡ йылы. Дискының...

ГАЛАКТИКАЛАР

ГАЛАКТИКАЛАР, гигант (йөҙҙәрсә млрд йондоҙҙарға тиклем) йондоҙ системалары. Спираль, эллипс һәм төҙөк булмаған формаларҙа була. Ҙур Г. дөйөм һанының 70%‑ын тәшкил иткән спираль Г. ядроһы һәм спираль рәүешендәге еңле дискыһы була. Эллиптик Г. сфера йәки эллипсоид формаһында була, уларға йондоҙҙарҙың...

ГАЛАНОВ Виктор Дмитриевич

ГАЛАНОВ Виктор Дмитриевич [11.10.1878, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Яңы Спас а. (ТР‑ҙың Зәй р‑ны) — 26.11.1937, Өфө], революция хәрәкәте эшмәкәре, совет партия-дәүләт эшмәкәре. Хеҙмәт Геройы (1924). 1904 й. алып РСДРП ағзаһы. Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1910). 1909 й. Өфө төрмәһендә, 1910—12 йй. Архангел губ....

ГАЛАНОВА Лидия Андреевна

ГАЛАНОВА Лидия Андреевна (7.11.1876, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Зәй ҡсб, хәҙ. Зәй ҡ., — 2.4.1956, Өфө), педагог. РСФСР‑ҙың Хеҙмәт Геройы (1936), БАССР‑ҙың Хеҙмәт Геройы (1922), БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1947). Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарында уҡыған (Мәскәү, 1903—05). 1898—1903 йй. Минзәлә ҡ. ҡыҙ...

ГАЛЕ

ГАЛЕ, көнсығыш кәзә үләне сорты. 20 б. 80‑се йй. С.Н.Симонов, Ж.А.Яртиева (В.Р.Вильямс ис. мал аҙығы ҒТИ, Лобня ҡ.), Х.А.Райг (Эстония ер эшкәртеү һәм мелиорация ҒТИ, Саку ҡсб.) тарафынан көнсығыш кәзә үләненең тәбиғи популяцияһынан күмәк һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Һабағының бейеклеге 1—1,5 м,...

ГАЛЕНИТ

ГАЛЕНИТ (латинсанан galena — ҡурғаш мәғдәне), ҡ у р ғ а ш я л т ы р а у ы ғ ы, сульфидтар класы минералы, PbS. Көмөш, баҡыр, цинк, висмут, тимер, мышаяҡ, һөрмә, молибден, һирәгерәк марганец, уран һ.б. ҡушылмаларҙан тора. Кристалдары куб, куб-октаэдр, октаэдр, һирәгерәк өс октаэдр, һөлдә рәүешендә. Агрегаттары...

ГАЛИН Салауат Әхмәҙиә улы

ГАЛИН Салауат Әхмәҙиә улы (3.3.1934, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Үрге Ғәҙелбай а. — 29.3.2010, Өфө), фольклорсы, педагог‑методист. Филол. ф. д‑ры (1995), проф. (1995). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1975). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлаған...

ГАЛИНА Гөлназ Салауат ҡыҙы

ГАЛИНА Гөлназ Салауат ҡыҙы (3.2.1961, Өфө), музыка белгесе, педагог‑методист. Филол. ф. канд. (1998). БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2018). Композиторҙар союзы (1995), РФ Композиторҙар союзы (1997) ағзаһы. С.Ә.Галиндың ҡыҙы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1984) шунда уҡ, бер үк ваҡытта 1998—2014 йй. БР‑ҙың...

ГАЛЛИ Джианшах Эседович

ГАЛЛИ Джианшах Эседович, Ғәли Йыһанша Әсәҙулла улы (3.11.1894, Һарытау губ. Булыкча а. — 1938), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1909 й. алып Һарытау губ. эшләй: 1916 й. тиклем земство мәктәбендә уҡыта, 1918 й. башлап губерна халыҡ мәғарифы бүлегенең коллегия ағзаһы,...

ГАЛОГЕН-УГЛЕВОДОРОДТАР

ГАЛОГЕН‑УГЛЕВОДОРОДТАР (галогендар һәм углеводородтар), галоген алмаштырған углеводородтар, молекулаларында бер йәки бер нисә водород атомы галогенға алмаштырылған углеводородтар. Галоген атомдарының төрө (фторлы, бромлы, иодлы һәм хлорлы) һәм һаны (моно‑, ди‑, три‑ һ.б.), углеводород радикалы (алкил‑,...

ГАЛОГЕНДАР

ГАЛОГЕНДАР (гр. hals – тоҙ һәм …генез), Д.И.Менделеевтың периодик системаһындағы VII төркөмдөң төп төркөмсәһенең химик элементтары (фтор, хлор, бром, иод һәм астат). Тәбиғәттә ирекле хәлдә осрамайҙар; хлор, бром, иод, фтор төрлө минералдар (бромаргирит, иодаргирит, криолит, сильвин һ.б.), нефть ятҡылыҡтары...

ГАЛОНСКИЙ Павел Петрович

ГАЛОНСКИЙ Павел Петрович (21.12.1908, Баҡы – 9.5.1986, Мәскәү), хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. канд. (1955). СССР‑ҙың атҡ. нефть һәм газ сәнәғәте хеҙм‑ре, СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе. Әзербайжан индустриаль ин‑тын тамамлаған (Баҡы, 1935), 1938 й. алып шунда уҡ уҡыта. 1942 й. башлап “Сахалиннефть” ПБ‑нда...

ГАЛОФИТТАР

ГАЛОФИТТАР (гр. hals – тоҙ һәм ...фит), татырлы тупраҡта үҫеүгә яраҡлашҡан үҫемлек. Г. 3 төркөмгә бүленә: эвгалофит, киногалофит, гликогалофиттар. Эвгалофиттар, йәки ысын Г., күпселектә итләс япраҡлы һәм һабаҡлы, күҙәнәктәренең цитоплазмаһы юғары тоҙлолоҡҡа бирешмәй, татырлыҡтарҙа үҫә (татырлан, шведка...

ГАЛЬВАНИК ЭЛЕМЕНТ

ГАЛЬВАНИК ЭЛЕМЕНТ, окисланыу һәм кире ҡайтарылыу электрохимик процестарын айырмалы үткәреп электр энергияһы булдырыусы ҡоролма. Бер (беренсел элемент) һәм күп тапҡыр (ҡара: Аккумуляторҙар) разрядлы, реагенттарҙың өҙлөкһөҙ килеүендә эшләгән (яғыулыҡ элементы) Г.э. айырып йөрөтәләр. Электролит (к-та йәки...