Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“ИРӘМӘЛ”, ансамбль

“ИРӘМӘЛ”, “Ирәмәл” балалар ижады үҙәгенең (Учалы р‑ны Уральск а.) бейеү ансамбле. 1988 й. ойошторола. РФ‑тың (2004), БР‑ҙың (1995) “өлгөлө” ансамбле. Составында 5—17 йәштәге 100‑ҙән ашыу ҡатнашыусы. Бейеүҙәр ансамблдең үҙ оркестрына (етәксеһе И.Х.Йомағужин) ҡушылып башҡарыла. Репертуарында башҡ. халыҡ...

“ИРӘМӘЛ”, завод

“ИРӘМӘЛ” Өфө шарап-араҡы заводы. 1965 й. Өфө емеш-еләк шараптары з‑ды булараҡ ойошторола, емеш‑еләк шараптары етештерә һәм виноград шараптарын ҡойоу эшен башҡара; 1969 й. алып Өфө шарап з‑ды, 1985 й. ликёр‑араҡы изделиелары сығара башлай; 1986 й. башлап Өфө шарап комб‑ты, 1988 й. — “Өфө” шарап з‑ды,...

“ИРӘМӘЛ”, йыр

“ИРӘМӘЛ”, “Ирәмәле”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. “И.” варианттары беренсе тапҡыр С.Ә.Галин тарафынан 1962 й. Силәбе өлк. яҙып алына, тексы “Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар” (1974) йыйынтығында баҫтырыла; ш. уҡ Д.Ж.Вәлиев башҡарған яҙмаһы бар. Тыуған илгә һәм яҡын кешеңә тәрән хис м‑н һуғарылған лирик‑эпик...

“ИРӘНДЕК АЙЫУЫ”

“ИРӘНДЕК АЙЫУЫ”, тәбиғи алтын киҫәге. 1992 й. Йылайыр свитаһының вулканоген‑ултырма тоҡомдарын ҡаплаған делювиаль ултырмаларҙа, Баймаҡ районы Күсей а. янында элекке Һунар‑Үҙәк руднигынан көньяҡ‑көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Ирәндек һыртының көнсығыш итәгендә “Ирәндек” совхозы механизаторы Р.И.Үтәғолов...

“ИРӘНДЕК" музей-ҡурсаулығы

“ИРӘНДЕК”, тарихи-археологик һәм ландшафт музей-ҡурсаулығы. Баймаҡ р‑ны сиктәрендә, Ирәндек һыртының көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Майҙаны 295 км2. 2002 й. Байыш археологик микрорайоны базаһында ойошторола. “И.” терр‑яһында 400‑гә яҡын мәҙәни ҡомартҡы барлығы асыҡланған: халыҡ архитектураһы, этноархеология...

“ИРӘНДЕК”, ансамбль

“ИРӘНДЕК”, Башҡорт дәүләт университетының бейеү ансамбле. 1971 й. ойошторола, 1977 й. “халыҡ” исемен ала, 1989 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Репертуарында башҡ. хореографияһы классикаһы: “Гөлнәзирә”, “Һунарсы” (ҡара: “Перовский”); халыҡ һәм жанр бейеүҙәре: “Байтал юрға”, “Ирәндек”, “Киндер туҡмау”, “Баҙарҙан...

“ИРӘНДЕК”, бейеү ансамбле

“ИРӘНДЕК”, Халыҡ ижады үҙәгенең (Баймаҡ ҡ.) бейеү ансамбле. 1983 й. ойошторола, 1989 й. “халыҡ” исемен ала. Репертуарында “Беләҙегем‑йөҙөгөм”, “Дуҫтар осрашҡанда”, “Зарифа”, “Ҡара юрға” башҡ. халыҡ бейеүҙәре, “Каруанһарай”, “Сонайым” (ҡара: “Сонайым”) хореографик картиналары; “Ҡайтыу”, “Күңелле тапылдау”...

“ИРӘНДЕК”, йыр

“ИРӘНДЕК”, башҡ. халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Тәүге тапҡыр С.Ғәбәши яҙып ала һәм “Башҡорт халҡ йырҙары” (1935) йыйынтығында баҫтыра. Артабан төрлө йылдарҙа Л.Н.Лебединский, И.В.Салтыков, Ғ.З.Сөләймәнов, Х.Ф.Әхмәтов тарафынан яҙып алына. Йыр һәм инструменталь көй варианттарын К.М.Дияровтан Ф.Х.Камаев яҙып...

“ИРБИС”

“ИРБИС”, спорт клубы, ЯАЙ. Өфөлә урынлашҡан. 1995 й. асыла. Ауыр атлетика, пауэрлифтинг, футбол, шайбалы хоккей секциялары эшләй. Тәрбиәләнеүселәре араһында И.Е.Абрамова, И.П.Алексеев, Н.А.Асабин, Р.Н.Востриков, Р.Р.Ғәҙиев, С.Я.Мор, Ф.З.Мөхәмәтйәнов, Ю.Н.Федоренко, ш. уҡ 30‑ҙан ашыу Рәсәй спорт мастеры....

“ИРЕК”, гәзит

“ИРЕК”, ижт.‑сәйәси гәзит. Башҡ. һәм татар һул эсерҙарының органы булған. Өфөлә 1917 й. март—сент. төрки телендә сыҡҡан. Бөтәһе 35 һаны донъя күргән. “И.” буржуаз‑демократик рев‑цияның [ҡара: Революция (1917)] әһәмиәте т‑да мәҡәләләр, а.х. һәм хәрби темаларға материал- дар, милли мәҙәниәт, әҙәбиәт,...

“ИСКРА”, кинокомплекс

“ИСКРА”, кинокомплекс, ЯСЙ. 1970 й. Өфөлә кинотеатр булараҡ асыла, 1999 й. хәҙ. статусын ала. 7 тамаша залы (урындарҙың дөйөм һаны 1169), 3 киноаппарат бүлмәһе, бар, кафе, ресторан бар. 2010 й. 7717 киносеанс үткәрелгән. “И.” төрлө хәйриә һәм реклама акциялары уҙғарыла. Кинокомплекс бинаһы архитектура...

“ИСКРА”, кинотеатр

“ИСКРА”, кинотеатр. Стәрлетамаҡ ҡ. урынлашҡан. 1966 й. асыла. 500 урынлыҡ тамаша залы, киноаппарат бүлмәһе, кафе‑бары бар. 2010 й. 2 меңдән ашыу киносеанс (42 меңдән ашыу тамашасы) үткәрелгән. “И.” кинолекторийҙар, кинофестивалдәр, ижади осрашыуҙар, төрлө конференциялар, тематик фильмдар күрһәтеүҙәр...

“ИСКРА”, ЯАЙ

“ИСКРА” машиналар эшләү компанияһы, ЯАЙ. Күмертау ҡ. урынлашҡан. Составына әҙерләү, механик эшкәртеү, иретеп йәбештереү производстволары, ҡаплау һәм термик эшкәртеү участкалары, үҙәк завод һәм метрология лабораториялары инә. 2010 й. 320 кеше эшләгән. Трансформатор майын эшкәртеү һәм трансформаторҙар...

“ИСТОКИ”, гәзит

“ИСТОКИ” (“Сығанаҡтар”), респ. мәғлүмәт‑публицистика гәзите. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың Яҙыусылар союзы. Өфөлә аҙнаһына 1 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1991 й. алып нәшер ителә. Тиражы — 5 мең дананан ашыу (2011). Гәзит биттәрендә әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәттең...

“ИШЕМБАЙ"

“ИШЕМБАЙ” агрохимия хеҙмәте станцияһы, федераль дәүләт учреждениеһы. БР‑ҙың 24 районында а.х. агрохимик хеҙмәтләндереүҙе тормошҡа ашыра. Ишембай ҡ. урынлашҡан. 2011 й. 80 кеше эшләгән; 200 мең га ашыу майҙанда тупраҡты агрохимик тикшереү, 88 мең га ашыу майҙанда нитратлы азотты билдәләү б‑са тупраҡ...

“ИШИМБАЙНЕФТЬ”

“ИШИМБАЙНЕФТЬ” нефть һәм газ сығарыу идаралығы, ЯСЙ. Ишембай нефть ятҡылығын, Кинйәбулат нефть ятҡылығын һәм Архангел, Ауырғазы, Бишбүләк, Ғафури, Ишембай, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Миәкә, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Әлшәй р‑ндары терр‑яһындағы башҡа нефть ятҡылыҡтарын һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү...

“ЙӘДКӘР”, журнал

“ЙӘДКӘР”, фәнни‑гуманитар һәм ижт.‑сәйәси журнал. Ойоштороусыһы – БР‑ҙың Фәндәр академияһы. 1995—2008 йй. Өфөлә 3 айға 1 тапҡыр башҡ. һәм урыҫ телдәрендә (һығымтаһы — инглиз телендә) сыға. Журналда архив документтарын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре, тәнҡит һәм библиография, халыҡ‑ара гуманитар конференциялар...

“ЙӘДКӘР”, фольклор ансамбле

“ЙӘДКӘР”, фольклор ансамбле. 1981—2013 й. Башҡорт филармонияһында эшләй. Ф.Х.Иҡсанов, М.И.Ғәйнетдинов ҡатнашлығында уларҙың инициативаһы б‑са ойошторола. Тәүге “Халҡым йыры — моң шишмәһе” (1982, сценарисы һәм реж. Иҡсанов) программаһы башҡ. вокаль һәм инструменталь музыкаһы һәм хореографияһының классик...

“ЙӘЙӘҮЛЕ МӘХМҮТ”, көй

“ЙӘЙӘҮЛЕ МӘХМҮТ”, башҡ. халыҡ инструменталь көйө. Тәүге тапҡыр 1939 й. Л.Н.Лебединский тарафынан И.Ш.Дилмөхәмәтовтан (ҡара: Дилмөхәмәтовтар) фонографҡа яҙып алына, “Башҡорт халҡ йырҙары” китабында баҫтырыла. Варианттарын Ф.Х.Камаев, Р.Шәкүр, Ғ.З.Сөләймәнов яҙып ала. Бейеү характерындағы инструменталь...

“ЙӘЙҒОР”, бейеү ансамбле

“ЙӘЙҒОР”, Илеш р‑ны Үрге Йәркәй а. 86‑сы һанлы лицейы бейеү ансамбле. 1981 й. ойошторола, 1988 й. “халыҡ” исемен ала. Репертуарында башҡ. хореографияһы классикаһы: “Зарифа”, “Өс туған”; “Ҡурай һәм ҡылыс”, “Инеш буйында” сюжетлы бейеүҙәре; “Еңгә”, “Тәүге күрешеү”, “Сабата” уйын бейеүҙәре; мари, молдован,...