Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ГОРБУНОВ Игорь Алексеевич

ГОРБУНОВ Игорь Алексеевич (12.7.1941, Ырымбур ҡ. — 22.9.2022, Өфө ҡ.), совет партия-дәүләт эшмәкәре. ӨНИ‑не тамамлаған (1965). 1959—61 йй. Өфө синтетик спирт заводында эшләй. 1966 й. алып Өфө химия заводында: 1971 й. башлап лаборатория начальнигы, 1973 й. — КПСС комитеты секретары урынбаҫары. 1978 й....

ГОРБУНОВ Фёдор Михайлович

ГОРБУНОВ Фёдор Михайлович [16.3.1928, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Үрге Ләүәле а., (БР‑ҙың Балаҡатай р‑ны) — 6.3.2003, шунда уҡ], хужалыҡ эшмәкәре. 1943 й. алып Балаҡатай р‑нында эшләй: “XVII партсъезд" к‑зында, 1945—49 йй. Балаҡатай МТС‑ында; 1953 й. башлап К.Е.Ворошилов ис. к‑зда: 1954 й. — бригадир,...

ГОРБУНОВА Валентина Юрьевна

ГОРБУНОВА Валентина Юрьевна (21.7.1947, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны 1‑се Һыуыҡҡул а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ районы Һыуыҡҡул а.), генетик. Биол. ф. д‑ры (2000), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (2000), РФ‑тың атҡ. юғары мәктәп хеҙм‑ре (2003), РФ-тың почётлы юғары белем биреү хеҙм-ре (2007). БДУ‑ны...

ГОРБУШИНА Нәфисә Муллайән ҡыҙы

ГОРБУШИНА Нәфисә Муллайән ҡыҙы [18.8.1923, БАССР‑ҙың Өфө кантоны (БР‑ҙың Благовар р‑ны) Яңы Һынташ а. — 2012, Өфө]. Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1946—47 йй. шәхси тегеү артелендә (Черниковск ҡ.) эшләй, 1956—74 йй. Өфөнөң “Мир” тегеү фирмаһында тегеүсе-мотористка, смена мастеры, өлкән мастер. Ленин орд....

ГОРБУШИНА Светлана Николаевна

ГОРБУШИНА Светлана Николаевна (13.11.1952, Өфө), педагог. Биол. ф. канд. (1981), пед. фәндәре д‑ры (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) “Иммунопрепарат” ҒПБ‑нда, 1991 й. алып Өфөнөң 2‑се балалар поликлиникаһында эшләй. 1994 й. башлап БДПУ‑ла, 2008 й. — ӨДАТУ‑ла. Фәнни хеҙмәттәре йәшәйеш хәүефһеҙлеге,...

ГОРДЕЕВ Александр Семёнович

ГОРДЕЕВ Александр Семёнович [10.12.1903, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Әнйәк а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 16.10.1975, Дүшәмбе], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. алып Сталинград, Көньяҡ, Үҙәк, Белоруссия, 2‑се һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 61‑се армия...

ГОРДИЮК Николай Михайлович

ГОРДИЮК Николай Михайлович (3.1.1947, Украина ССР‑ы Вычевки а.), зоолог. Биол. ф. д‑ры (1996), проф. (1998). Киров а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1974) Белорет урман хужалығы ПБ‑ның баш һунарсылыҡ белгесе булып эшләй. 1974 й. декабренән (өҙөклөк м‑н) Башҡорт ҡурсаулығында: 1978—85 йй. өлкән, 2001 й....

ГОРИН Анатолий Сергеевич

ГОРИН Анатолий Сергеевич (1.3.1922, АСБР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Красноусол Заводы ҡсб, хәҙер БР‑ҙың Ғафури районы Красноусол а., — 14.11.1981, Боровичи ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Энгельс осоусылар хәрби авиация мәктәбен тамамлаған (1942). 1941—46 йй. һәм 1950 й. алып...

ГОРЛАЧ Иван Дмитриевич

ГОРЛАЧ Иван Дмитриевич (13.6.1922, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Кохновка а., хәҙ. БР‑ҙың Шишмә р‑ны Кахновка а., — 17.6.1995, БР‑ҙың Өфө р‑ны Николаевка а.), хужалыҡ эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. алып БАССР‑ҙың финанс министрлығында эшләй: 1946 й. башлап иҡтисадсы, 1952 й. — финанс бүлеге...

ГОРМОНДАР

ГОРМОНДАР (гр. hormao — ҡуҙғытам, хәрәкәткә килтерәм), органик тәбиғәтле биологик актив матдәләр. Кеше һәм хайуан Г. уларҙы эшләп сығарған эске секреция биҙҙәре (гипоталамус, гипофиз, бөйөр өҫтө, енес һ.б.), химик тәбиғәте (стероид, аҡһым-пептид, аминокислоталар, политуйындырылмаған май к‑талары сығарылмалары),...

ГОРМОНОТЕРАПИЯ

ГОРМОНОТЕРАПИЯ (гормондар һәм терапия), тәбиғи гормондар йәки уларҙың синтетик аналогтарын ҡулланып дауалау ысулы. Гормональ препараттар организмдың биохимик процестарын һәм нейроэндокрин-иммун системаһы функцияларын көйләй. Г. төрҙәре: алмаштырыусы (эндоген гормондың етешмәгән секрецияһын ҡаплатыу),...

ГОРНОВО, Өфө р-нындағы ауыл

ГОРНОВО, Өфө р-нындағы ауыл, Ҡыҙылъяр а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Өфө т. юл ст. Т. табан 23 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 507 кеше; 1959 – 559; 1989 – 42; 2002 – 128; 2010 – 221 кеше. Татарҙар, урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға  1933 й. Горново һәм Либино аа. урынында 4-се...

ГОРНЫЙ АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ

ГОРНЫЙ АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ, Сейәлек мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары төркөмө. 13—14 бб. ҡарай. Шишмә р-ны Горный а. янында урынлашҡан. 1962 й. Г.И.Матвеева тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1993 —94 йй. ТТӘИ экспедицияһы (етәкс. Г.Н.Гарустович) тикшерә. Г.а.к. тораҡтан һәм ҡурғанһыҙ ҡәберлектән тора....

ГОРНЫЙ КЛЮЧ, Көйөргәҙе р-нындағы ауыл

ГОРНЫЙ КЛЮЧ, Көйөргәҙе р-нындағы ауыл, Бахмут а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.-Көнс. табан 20 км алыҫлыҡта Ҡуяныш й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 177 кеше; 1959 – 189; 1989 – 131; 2002 – 143; 2010 — 113 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ ...

ГОРНЫЙ, Архангел р‑нындағы ауыл

ГОРНЫЙ, Архангел р‑нындағы ауыл, Арх-Латыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 11 км һәм Приуралье т. юл ст. К.‑Көнс. табан 17 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. – 407 кеше; 1989 – 198; 2002 – 196; 2010 — 165 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауыл 20 б. 40-сы йй. Заря, Максим Горький,...

ГОРНЫЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл

ГОРНЫЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Иҫке Туймазы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К.‑Көнб. табан 11 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 474 кеше; 1989 — 291; 2002 — 283; 2010 — 292 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 50‑се йй. ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й....

ГОРНЫЙ, Шишмә р-нындағы ауыл

ГОРНЫЙ, Кумыспром, совхоз, Шишмә р-нындағы ауыл, Ҡара Яҡуп а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К.-Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 129 кеше; 1959 – 444; 1989 – 619; 2002 – 703; 2010 – 712 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ...

Города и районы Республики Башкортостан

{jkefel kefelui title=[Ҡалалар]} АҒИҘЕЛ БАЙМАҠ БӘЛӘБӘЙ БЕЛОРЕТ БӨРӨ БЛАГОВЕЩЕН ДӘҮЛӘКӘН ДҮРТӨЙЛӨ ИШЕМБАЙ КҮМЕРТАУ МЕЖГОРЬЕ МӘЛӘҮЕЗ НЕФТЕКАМА ОКТЯБРЬСКИЙ САЛАУАТ СИБАЙ СТӘРЛЕТАМАҠ ТУЙМАЗЫ ӨФӨ УЧАЛЫ ЯҢАУЫЛ {/jkefel} {jkefel kefelui title=[Райондар]} АРХАНГЕЛ РАЙОНЫ АУЫРҒАЗЫ РАЙОНЫ АСҠЫН...

ГОРОДЕЦКИЙ, Йәрмәкәй р-нындағы ауыл

ГОРОДЕЦКИЙ, Йәрмәкәй р-нындағы ауыл, Бекетов а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнс. 30 км һәм Приют т. юл ст. Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта Тарҡаҙы й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 573 кеше; 1920 – 761; 1939 – 573; 1959 – 264; 1989 – 95; 2002 – 154; 2010 – 153 кеше. Урыҫтар, башҡорттар...

ГОРОХОВ МӘҘӘНИӘТЕ

ГОРОХОВ МӘҘӘНИӘТЕ, иртә тимер быуаттың археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 5—2 бб. ҡарай. Ҡурған өлк. Горохов а. янындағы Юрғамыш й. (Тубыл й. басс.) буйындағы ҡаласыҡ (20 б. 30—40‑сы йй. К.В.Сальников тарафынан асыла) исеме м‑н аталған. Башҡортостанда Г.м. ҡомартҡылары Әй й. басс. тупланған (Абдулла ҡаласығы,...