Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ГОРОШЕК Павел Антонович

ГОРОШЕК (Горощик) Павел Антонович [10.6.1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Яңы Николаевка а. (БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны) — 19.10.1994, Минск], танкист, СССР Дәүләт именлеге ком‑ты подполковнигы. Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау танк уч‑щеһын (1945), Минск юридик ин‑тын (1951)...

ГОРСКИЙ Иван Иванович

ГОРСКИЙ Иван Иванович (31.8.1893, Ярославль губернаһы Рыбинск ҡ. — 9.7.1975, Мәскәү ҡ.), геолог, палеонтолог. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1943), геология‑минералогия фәндәре докторы (1937), профессор (1935). Петроград тау институтын тамамлағандан һуң (1920) 1960 й. тиклем шунда уҡ уҡыта (1945 й. алып...

ГОРУЛЁВ Павел Сергеевич

ГОРУЛЁВ Павел Сергеевич (13.12.1949, Ырымбур ҡ.), тренер. Педагогия фәндәре докторы (2007). Ауыр атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1993), СССР‑ҙың спорт мастеры (1972), халыҡ-ара категориялы судья (1995). БР‑ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1997). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1993)....

ГОРЧАКИ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

ГОРЧАКИ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Мәкәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Асылыкүл тәбиғи паркы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й.— 206 кеше; 1939 – 267; 1959 – 153; 1989 – 85; 2002 – 114; 2010 — 120 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Мәкәш...

ГОРЧАКОВСКИЙ Павел Леонидович

ГОРЧАКОВСКИЙ Павел Леонидович (3.1.1920, Красноярск ҡ. — 4.6.2008, Свердловск ҡ.), геоботаник. РФА академигы (1994), СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1990), биология фәндәре докторы (1953), профессор (1954). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981). Себер урман-техник институтын тамамлағандан һуң (1940) Себер...

ГОРЧИЛИН Александр Михайлович

ГОРЧИЛИН Александр Михайлович [16.9.1925, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Чесноковка а. (БР‑ҙың Өфө районы) — 6.5.1970, Өфө ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. сентябренән Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө гвардия танк армияһы 9‑сы механизацияланған...

ГОРШКОВ Василий Николаевич

ГОРШКОВ Василий Николаевич [17.12.1920, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Байгилде а. (хәҙер БР‑ҙың Дүртөйлө районы) — 31.8.1944, Украин ССР-ы Микуличин ст. янында, Заречье а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1943). Кесе лейтенант (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Кесе лейтенанттар курстарын тамамлаған (1944)....

ГОРШУНОВ Юрий Владимирович

ГОРШУНОВ Юрий Владимирович (1.8.1952, Удмурт АССР‑ы 21 Октябрь ҡсб), телсе. Филология фәндәре докторы (2000), профессор (2002). РФ‑тың халыҡ мәғарифы отличнигы (1994), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2003). Бөрө педагогия институтын тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ эшләй:...

ГОРЬКИЙ М. ИСЕМЕНДӘГЕ ТОҠОМСОЛОҠ ЗАВОДЫ

ГОРЬКИЙ М. ИСЕМЕНДӘГЕ ТОҠОМСОЛОҠ ЗАВОДЫ, ААЙ. Бәләбәй р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — М.Горький ис. тоҡомсолоҡ заводының Үҙәк усадьбаһы ауылы. Бестужев тоҡомло һыйыр малы, эре аҡ тоҡомло сусҡа, урыҫ йөк тоҡомло йылҡы үрсетеүгә махсуслаша. Составында һөт етештереү һәм эшкәртеү, йәш һыйыр малы һимертеү,...

ГОРЬКИЙ Максим

ГОРЬКИЙ Максим (ысын исеме Пешков Алексей Максимович; 16.3.1868, Түбәнге Новгород ҡ. – 18.6.1936, Мәскәү өлк. Ленинские Горки ҡсб, Г. көлө һалынған урна Мәскәүҙә Кремль диуарына ҡуйылған), яҙыусы. СССР Яҙыусылар союзы идараһының тәүге рәйесе (1934—36). “Фома Гордеев” романы (1899), “Бала саҡ” (“Детство”;...

ГОРЮНОВ Иван Михайлович

ГОРЮНОВ Иван Михайлович (18.1.1952, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (2007). ӨАИ-ны тамамлағандан һуң (1974) ӨМЭЗ эргәһендәге тәжрибә‑конструкторлыҡ бюроһында эшләй. 1978 й. алып ӨДАТУ-ла. Фәнни эшмәкәрлеге авиация һәм двигателдәр төҙөүҙәге проект-конструкторлыҡ эштәрен автоматлаштырыуға арналған....

ГОСАЧИНСКАЯ Людмила Александровна

ГОСАЧИНСКАЯ Людмила Александровна (4.4.1949, Чита өлк. Борзя ҡсб), керамика оҫтаһы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1997). Юғары художество-сәнәғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1976) 1977 й. тиклем “Пролетарий” фарфор з‑дында (Новгород өлк. Пролетарий ҡсб) эшләй, 1978—87 йй. Башҡ‑н ижади-производство...

ГОСПИТАЛДӘР

ГОСПИТАЛДӘР (лат. hospitalis — ҡунаҡсыл), яралы һәм ауырыу хәрби хеҙм‑рҙәргә һәм уларға тиңләштерелгән кешеләргә мед. ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән дауалау учреждениелары. Даими һәм ваҡытлы (һуғыш ваҡытында ғына ойошторола һәм эшләй) Г. була. Даими Г. гарнизон, округ, үҙәккә буйһонған һәм ҡораллы...

ГОТМАН Альфред Леонидович

ГОТМАН Альфред Леонидович (2.10.1947, Томск ҡ.), инженер-төҙөүсе.  Техн. ф. д-ры (1995), проф. (2008). БР-ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1997), РФ-тың почётлы төҙөүсеһе (2007). ӨНИ-не тамамлаған (1976). 1972 й. алып  БР‑ҙың Төҙөлөш комплексы ғилми-тикшеренеү проект-конструкторлыҡ һәм производство ин‑тында эшләй:...

ГОТМАН Наталья Залмановна

ГОТМАН Наталья Залмановна (19.6.1954, Өфө), инженер-төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (2004). БР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (2006). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1976) Төҙөлөш комплексы ғилми-тикшеренеү проект-конструкторлыҡ һәм производство ин‑тында эшләй: 1991 й. алып өлкән, 1994 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 2004 й. — лаб. мөдире,...

ГОЦ Сергей Степанович

ГОЦ Сергей Степанович (9.3.1954, Бәләбәй ҡ.), радиофизик. Физика-матем. ф. д‑ры (1998), проф. (1999). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1991). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) шунда уҡ эшләй (1984—88 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р). Фәнни хеҙмәттәре ярымүткәргестәр һәм диэлектриктар физикаһы, статик радиофизика, сигналдарҙы...

ГОЭЛРО планы

ГОЭЛРО планы, 1920 й. Рәсәйҙе электрлаштырыу б‑са дәүләт комиссияһы (ГОЭЛРО; ВЦИК‑тың 1920 й. 3 февр. резолюцияһына ярашлы ил иҡтисадын электрлаштырыу һәм реконструкциялау планын эшләү өсөн төҙөлә) тарафынан эшләнә. 1920 й. дек. Советтарҙың 8‑се Бөтә Рәсәй съезы тарафынан хуплана һәм ғәмәлгә индерелә;...

ГӨБӘҘИӘ

ГӨБӘҘИӘ, башҡорт аш-һыуының традицион аҙығы. Ҡатлы эслек һалып, сөсө йәки әсе ҡамырҙан бешерелгән, өҫтө ябыҡ, бейек түңәрәк бәлеш. Эслек өсөн эремсек, дөгө, туралған йомортҡа, йөҙөм, һирәгерәк күрәгә һәм ҡара емеш, ҡайһы берҙә ит фаршы ҡулланыла. Ғәҙәттә, Г. туй, бала тыуыу (ҡара: Бишек туйы, Исем ҡушыу)...

ГӨБЛӘЛӘР

ГӨБЛӘЛӘР, үлән беттәре (Aphidoidea), тигеҙ томшоҡлолар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 4—20 мең төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың урта бүлкәтендә таралған. БР‑ҙа 30‑ҙан ашыу төрө бар. Тәне аҡ, тоноҡ йәшел, аҡһыл һоро, ҡара, оҙонлоғо бер нисә мм; ҡорһағы оҙонса, 5‑се ҡорһаҡ сегментында...

ГӨБЛӨКӨСӨК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ГӨБЛӨКӨСӨК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Тәкәрлек а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 4 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 119 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1183 кеше; 1920 – 1308; 1939 – 808; 1959 – 545; 1989 – 359; 2002 – 376; 2010 – 392 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Клуб, мәсет бар. Ауылға...