Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ГӨЛӨК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ГӨЛӨК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Иҫке Байыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 14 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 149 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 435 кеше; 1920 – 560; 1939 – 456; 1959 – 304; 1989 – 188; 2002 – 202; 2010 – 181 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Ауылға Ҡазан даруғаһы...

ГӨМБӘ, Асҡын р-нындағы ауыл

ГӨМБӘ, Асҡын р-нындағы ауыл, Ҡашҡа а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнс. 47 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.-Көнс. табан 142 км алыҫлыҡта Төй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 477 кеше; 1920 – 605; 1939 – 542; 1959 – 400; 1989 – 223; 2002 – 188; 2010 – 141 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ГӨРГӨРӨЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

ГӨРГӨРӨЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Шәрип а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 24 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 54 км алыҫлыҡта Мишеҙе й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 574 кеше; 1920 – 679; 1939 – 605; 1959 – 430; 1989 — 209; 2002 – 184; 2010 – 145 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ГӨРӨЗДӘ

ГӨРӨЗДӘ, сей гөрөздә (Lactarius resimus), базидиомицеттар класының һарыҡ бәшмәге һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Евразияла таралған. Эшләпәһенең диам. 5—20 см, яҫы, аҡ, лайлалы, өлгөргән бәшмәктең эшләпәһе буранка рәүешендә, сите тыш яҡҡа төрөлгән, ҡайһы бер урындары һарғылт. Пластинкалары һалынҡы,...

ГӨТБӨР, Яңауыл р-нындағы ауыл

ГӨТБӨР, Яңауыл р-нындағы ауыл, Байғужа а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.-Көнб. 11 км алыҫлыҡта Уръя й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 623 кеше; 1920 – 598; 1939 – 471; 1959 – 334; 1989 – 270; 2002 — 239; 2010 – 247 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс...

ГРАВИРАЗВЕДКА

ГРАВИРАЗВЕДКА, гравиметрик разведка, ер өҫтөндәге йәки уға яҡын ерҙәге тәбиғи ауырлыҡ ҡырын өйрәнеүгә нигеҙләнгән разведка геофизикаһы ысулы. Гравитация ҡыры т‑дағы мәғлүмәт ер ҡатламындағы геол. есемдәрҙәге тығыҙлыҡ айырмалылығының төрлө тәрәнлектә таралыуы б‑са өйрәнелеүҙә булған майҙандарҙың төҙөлөшөн...

ГРАДИЕНТ МАТЕРИАЛДАР

ГРАДИЕНТ МАТЕРИАЛДАР, структураһы һәм үҙенсәлектәре өҫкө йөҙөнән тәрәнгә маҡсатҡа йүнәлешле үҙгәртелгән материалдар. Материалдарҙа (ҡороста, металл иретмәләрендә һ.б.) градиент структуралар пластик деформация, материалдарҙы термик ысул менән эшкәртеү юлы м‑н һәм уларҙы төрлө эҙмә-эҙлелектә ҡулланып...

ГРАЖДАНДАР ҺУҒЫШЫ

ГРАЖДАНДАР ҺУҒЫШЫ, 1917—22 йй. Рәсәйҙә була, башланыуына Беренсе донъя һуғышы һәм революция (1917) сәбәпсе була. Башҡортостанда Г.һ. үҙенсәлектәре Башҡорт милли хәрәкәтенең, ҡаҙаҡ һәм татар милли хәрәкәттәренең, Ырымбур һәм Урал казактарының әүҙемлегенә бәйле була. Көньяҡ Уралда Г.һ. Ырымбур губернаһы...

ГРАЖДАНКИН Василий Филиппович

ГРАЖДАНКИН Василий Филиппович (9.5.1911, Мәскәү — 2004, Өфө), конструктор. БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1971). Н.Э.Бауман ис. Мәскәү механика-машиналар эшләү ин‑тын тамамлағандан һуң (1939) Мәскәү з‑дтарында эшләй. 1941—50 йй. һәм 1952 й. алып (баш инженер) 161‑се дәүләт союз з‑дында (Өфө),...

ГРАЖДАНЛЫҠ

ГРАЖДАНЛЫҠ, физик шәхес м-н дәүләттең үҙ-ара хоҡуҡтар һәм бурыстар бергәлегендә сағылдырылған тотороҡло хоҡуҡи бәйләнеше. Г. эйә булыу – шәхестең закон тарафынан танылған барлыҡ хоҡуҡтар һәм иректәр м‑н тулыһынса тәьмин ителеүе, ил эсендә, ш. уҡ унан ситтә уның яҡланыуы тәүшарты. БАССР‑ҙа Г. институты...

ГРАММАТИК КАТЕГОРИЯ

ГРАММАТИК КАТЕГОРИЯ, тиң грамматик мәғәнәле бер нисә грамматик форманы (ҡара: Грамматика) ҡапма‑ҡаршы ҡуйыу системаһы. Морфологик (ҡара: Морфология) һәм синтаксик (ҡара: Синтаксис) Г.к. айырыла. Морфол. категорияларҙың эҙмә-эҙлекле сағылышы һүҙ төркөмдәрендә тулы урын таба; синтаксик категориялар (предикативлыҡ,...

ГРАММАТИКА

ГРАММАТИКА (грек телендәге grammatiké, gramma — хәреф, яҙылыш), 1) тел төҙөлөшө, йәғни уның формаль кимәле (морфологик категориялар һәм формалар, синтаксик категориялар һәм конструкциялар, һүҙьяһалыш ысулдары) системаһы, грамматик мәғәнәләрҙә, формаларҙа һәм грамматик категорияларҙа бирелә. Грамматик...

ГРАМОТА МӘКТӘПТӘРЕ

ГРАМОТА МӘКТӘПТӘРЕ, 1) Рәсәйҙә 19 б. — 20 б. башында элементар типтағы башланғыс уҡыу йорттары. Ауыл халҡының ихтыяры б‑са уларҙың аҡсаһына асыла. Халыҡ мәғарифы министрлығының 1882 й. 14 февр. циркулярына ярашлы, Г.м. тейешле танытмаһы булмаған кешеләр ҙә уҡыта алған. Дәүләт мөлкәте министрлығы һ.б....

ГРАНАТТАР

ГРАНАТТАР (латинса granatus — бөртөклө), A2+—Mg, Fe, Mn, Ca; B3+ — Al, Fe, Cr, Ti һ.б. булған A32+B23+(SiO4)3 дөйөм формулалы үҙгәреүсән составлы ортосиликат минералдар төркөмө. Алюминлыларға — пиральситтарға (пироп, альмандин, спессартин) һәм кальцийлыларға — уграндиттарға (уваровит, гроссуляр, андрадит)...

ГРАНИТ

ГРАНИТ (латинса granum — бөртөк), әсе составлы интрузив магматик тау тоҡомо. Кварцтан (20—40%, һирәгерәк — 60%‑ҡа тиклем) һәм биотит, мусковит, мөгөҙ обманкаһы һ.б. ҡушылмалары булған (5—10%‑ҡа тиклем) ялан шпатынан тора. Ялан шпаттарының составы һәм һан нисбәте буйынса калишпатлы, плагиоклазлы һ.б.,...

ГРАНОВ Лев Григорьевич

ГРАНОВ Лев Григорьевич (18.12.1906, Минск губ. Игумен ҡ. — 1997, Мәскәү), хирург. Мед. ф. д‑ры (1955), проф. (1956). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Белорус ун‑тын тамамлаған (Минск, 1928). 1959—66 йй. БДМИ‑ның госпиталь хирургияһы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге хәрби-ялан һәм дөйөм хирургия, ш. иҫ. бейек...

ГРАФ ТЕОРИЯҺЫ

ГРАФ ТЕОРИЯҺЫ, математиканың мәғлүмәт моделдәренең һәм идара итеү системаларының структураһын һәм геом. үҙенсәнлектәрен өйрәнгән бүлеге. Төп төшөнсә — граф — түбәләр һәм ҡабырғалар күмәклеге м‑н бирелә һәм хәҙ. тәбиғәт белеменең, теоретик программалаштырыуҙың, мәғлүмәт системаларын анализлауҙың төрлө...

ГРАФИКА

ГРАФИКА (гр. graphike, grapho — яҙам, һыҙам, һүрәт төшөрәм), рәсем һәм баҫма художестволы һүрәттәрҙе үҙ эсенә алған һынлы сәнғәт төрө. Г. төп һүрәтләү саралары — һыҙыҡ, штрих, тап. Тәғәйенләнеше б‑са станокта башҡарылған Г. (рәсем, акварель, эстамп, ябай һүрәт), китап графикаһы һәм гәзит-журнал Г. (иллюстрация,...

ГРАФИКА лингвистикала

ГРАФИКА лингвистикала, 1) яҙыуҙың графемалар, тыныш билдәләре, транскрипция, баҫым билдәһен һ.б. үҙ эсенә алған һыҙма саралар йыйылмаһы; графема һәм фонемалар араһындағы үҙ‑ара бәйләнеш системаһы. Алфавит һәм орфография һымаҡ уҡ, фонематик яҙыуҙың бер яғы булып тора. Башҡорт яҙыуы 1928 й. тиклем — ғәрәп...

ГРАФИТ

ГРАФИТ (гр. grapho — яҙам), минерал, углеродтың аллотроп модификацияһы, С. Һоро-ҡара төҫтәге металл ялтырауыҡлы кристаллик матдә, гексагональ-ҡатламлы структуралы; tиреү 3850°С, ҡатылығы 1—2, тығыҙлығы 2230 кг/м3, йәбешмәлеге ярайһы камил. Ҡыҙҙырыуға сыҙамлы, электр үткәреүсән, анизотроп үҙсәнлектәргә...