Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“КАРУАНҺАРАЙ”, гәзит

“КАРУАНҺАРАЙ”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — Ырымбур өлк. хөкүмәте, «“Каруанһарай” Ырымбур өлкә башҡорттары ҡоролтайы» ижт. хәрәкәте. 1993 й. мартынан Ырымбур ҡ. аҙна һайын башҡ. һәм урыҫ (айырым материалдары) телдәрендә сыға. Өлкәлә йәшәгән башҡорттарҙың ижт. һәм мәҙәни тормошон яҡтырта. Тәрж....

“КАРУАНҺАРАЙ”, йәмғиәт

“КАРУАНҺАРАЙ” Ырымбур өлкә башҡорттары ҡоролтайы, башҡорттарҙың рухи һәм матди мәҙәниәтен тергеҙеү һәм үҫтереү, милли үҙаң үҫешенә булышлыҡ итеү, башҡорт мәҙәниәтен, тарихын һәм башҡорт телен пропагандалау маҡсатында ойошторолған ижт. хәрәкәт. Ырымбур ҡ. урынлашҡан. 1989 й. “Каруанһарай” Ырымбур өлкә...

“КАРУАНҺАРАЙ”, йыр

“КАРУАНҺАРАЙ”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр М.И. Солтанов 20 б. 10‑сы йй. яҙып ала һәм үҙенең “Башҡорт һәм татар мотивтары” (“Башкирские и татарские мотивы”; 1916) китабында баҫтыра. Йырҙың артабанғы варианттары С.Агиш, М.А.Буранғолов, З.Ғ.Исмәғилев, Л.Н.Лебединский, И.В.Салтыков, А.А.Эйхенвальд,...

“КАРУАНҺАРАЙ”, сауҙа-эш комплексы

“КАРУАНҺАРАЙ” Сауҙа‑эш комплексы, ЯСЙ. Майҙандарҙы ҡуртымға биреү м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. Ер участкаһының терр‑яһы 5,5 Га, 36 мең м2 майҙанлы бинаны биләй, ш. иҫ. коммерция майҙаны — 15,5 мең м2, 450 машинаға иҫәпләнгән 12 мең м2 майҙанлы ер аҫты һәм ер өҫтө парковкалары бар. Күргәҙмәләр, йәрминкәләр,...

“КАРУАНҺАРАЙ”, фольклор‑эстрада төркөмө

“КАРУАНҺАРАЙ”, башҡ. фольклор‑эстрада төркөмө. 1989 й. Өфөлә ӨДСИ‑лә ойошторола, 1995 й. алып Башҡорт филармонияһына ҡарай; 2014 й. окт. “Каруан” исемен йөрөтә. Беренсе художество етәксеһе — БР-ҙың атҡ. артисы Ә.В.Тойғонов. Тәүге тапҡыр 1990 й. ӨДСИ‑лә сығыш яһайҙар. Репертуарында башҡ. халыҡ йырҙары...

“КАУСТИК”, предприятие

“КАУСТИК”, химия продукцияһы (хлорорганик, органик, органик булмаған матдәләр; бөтәһе 50‑нән ашыу төр) етештереү пр‑тиеһы. Стәрлетамаҡ ҡ. урынлашҡан. Составына инженерҙар үҙәге, каустик сода, хлорорганик продукттар, поливинилхлорид һәм кабель пластикаттары производстволары инә. 2011 й. 5283 кеше эшләгән....

“КАУЧУК”, предприятие

“КАУЧУК”, синтетик каучуктар, триизобутилалюмин, катализаторҙар, олигомеризат, бензин һ.б. етештереү пр‑тиеһы. 1947 й. Стәрлетамаҡ ҡ. ойошторола, 1961 й. Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дының 1‑се сираты файҙаланыуға тапшырыла, 1991 й. алып “К.” ЯАЙ, 2010 й. ябыла. 1967 й. КНФ маркалы катализаторҙар,...

“КӘМӘЛЕК”, йыр

“КӘМӘЛЕК”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр 1934 й. А.С.Ключарёв тарафынан ҡурайсы Ҡансуриндан яҙып алына, “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында Х.Ф.Әхмәтов яҙмаһында баҫтырыла. Йырҙың һәм уның варианттарының артабанғы яҙмаларын Л.Н.Лебединский, Н.Д.Шоңҡаров башҡара. Лирик‑драматик характерҙағы...

“КВАЗАР”, предприятие

“КВАЗАР”, ЯСЙ. ӨДАТУ-ла уйлап табылған техник диагностика приборҙарын, ш. иҫ. үткәргес торбалар изоляцияһы боҙолоуын эҙләү өсөн приборҙар, трасса эҙләгестәр, газ анализаторҙары етештерә. Өфөлә урынлашҡан. 1991 й. нигеҙ һалына. Составына монтажлау-йыйыу цехы инә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә...

“КВЕРТИ-МЕД”, предприятие

“КВЕРТИ-МЕД”, ЯСЙ. Мед. лаборатория техникаһын эшләү һәм етештереүҙе тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. нигеҙ һалына. Пр‑тиела РФ‑та тәүге тапҡыр ҡандағы электролит, кислота-һелте тигеҙлеге, глюкоза һәм лактат анализаторҙары эшләнә һәм сығарыла. Продукцияһын ҡулланыусылар — БР‑ҙың һәм РФ‑тың...

“КЕРАМИКА”, предприятие

“КЕРАМИКА”, ААЙ. Керамик кирбес етештерә. Бәләбәй ҡ. урынлашҡан. Составына кирбес сығарыу һәм ташыу цехтары, ҡомло балсыҡ сығарыу карьеры инә. 2011 й. 264 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1990 й. нигеҙ һалына, 1995 й. Бәләбәй керамик төҙөлөш материалдары з‑ды булараҡ...

“КИСКЕ ӨФӨ”, гәзит

“КИСКЕ ӨФӨ”, ижт.‑сәйәси һәм әҙәби‑нәфис гәзит. Ойоштороусылары — Өфө ҡ. ҡала округы хакимиәте. 2002 й. нояб. алып Өфөлә аҙнаһына 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға. Тиражы — 7 мең данаға яҡын (2012). Гәзиттә Өфөнөң һәм респ. ижт.‑сәйәси, соц.‑иҡт. һәм мәҙәни тормошо яҡтыртыла; башҡ. халҡының этнографияһы...

“КИҪЕКБАШ КИТАБЫ”, дастан

“КИҪЕКБАШ КИТАБЫ” (“Киҫелгән баш тураһындағы китап”), “Киҫекбаш”, төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы, дастан. Төрки телендә яҙылған, 13—16 бб. ҡарай. Ҡайһы бер ғалимдарҙың (И.В.Боролина, В.М.Коджатюрк һ.б.) фаразлауы б‑са, 12 б. төрөк шағиры Кирдеджи Али (был исем 1841—44 йй. башҡ. күсермәһендә лә телгә алына)...

“КИТАП”, нәшриәт

“КИТАП”, ДУП. 1919 й. окт. Башҡ‑н дәүләт нәшриәте булараҡ ойошторола, 1922 й. окт. алып китап нәшер итеү һәм “Башкнига” сауҙа пай ширҡәте, 1929 й. Башҡ‑н дәүләт нәшриәте итеп үҙгәртелә, 1936 й. алып БАССР ХКС‑ы эргәһендәге Башҡ‑н дәүләт нәшриәте, 1960 й. — Башҡ‑н китап нәшриәте, 1992 й. — Башҡортостан...

“КОБЗАРЬ”, украиндар милли‑мәҙәни үҙәге

“КОБЗАРЬ” Башҡортостан  украиндарының  республика  милли-мәҙәни  үҙәге, БР украиндарының рухи мәҙәниәтен үҫтереү, украин телен, милли традицияларҙы, йолаларҙы, Украинаның тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү, дәүләт органдарында һәм ижтимағи ойошмаларҙа украиндарҙың законлы мәнфәғәттәре исеменән эш итеү һәм...

“КОДЕКС КУМАНИКУС”, ҡулъяҙма

“КОДЕКС КУМАНИКУС” (“Ҡомандар китабы”), ҡоман теле ҡомартҡыһы. Ҡомартҡының ижад ителеү ваҡыты һәм урыны, уның тәғәйенләнеше, авторының кем булыуы асыҡланмаған. Төп нөсхәһе табылмаған, 1362 й. Ф.Петрарка тарафынан бүләк ителгән берҙән‑бер ҡулъяҙма күсермә Венеция ҡ. (Италия) Изге Марк‑Инжил соборы китапханаһында...

“КОЛОКОЛ”, гәзит

“КОЛОКОЛ” (“Ҡыңғырау”), цензураһыҙ урыҫ ижт.‑сәйәси һәм әҙәби гәзите. Нәшер итеүселәре — А.И.Герцен һәм Н.П.Огарёв. 1857 й. алып Лондонда, 1865 й. — Женева ҡ. (Швейцария) айына 1—4 тапҡыр урыҫ, 1868 й. француз телдәрендә сыға. “Под суд” (“Хөкөмгә тарттырыу”; 1859—62) һәм “Общее вече” (“Дөйөм вече”;...

“КОЛХОЗСЫ”, гәзит

“КОЛХОЗСЫ”, ижт.‑сәйәси гәзит. ВКП(б)‑ның Ҡоншаҡ район ком‑ты һәм район Советы башҡарма ком‑ты органы. 1930 й. окт. алып 1945 й. майына тиклем Ҡоншаҡ районының Ҡоншаҡ а. башҡ. телендә сыға. Һуңыраҡ урыҫ һәм татар телдәрендә, 60‑сы йй. башынан “Знамя труда” (“Хеҙмәт байрағы”) исеме м‑н урыҫ телендә нәшер...

“КОММУНАР”, предприятие

“КОММУНАР”, иген һәм малсылыҡ продукттары етештереү пр‑тиеһы. Дәүләкән р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Сергиополь ауылы. 1931 й. “К.” к‑зы булараҡ ойошторола, 1993 й. алып ЯАЙ, 2000 й. — АХПК, 2011 й. ябыла. Составына 5 үҫемлекселек бригадаһы, 4 һөтсөлөк, 1 йылҡысылыҡ һәм 1 сусҡасылыҡ фермаһы,...

“КОММУНВОДОКАНАЛПРОЕКТ”, институт

“КОММУНВОДОКАНАЛПРОЕКТ” Өфө һыу үткәргестәр һәм канализацияны проектлау институты, ЯАЙ. 1969 й. РСФСР‑ҙың Торлаҡ‑коммуналь хужалыҡ министрлығы “Гипрокоммунводоканал” ин‑тының Өфө комплекслы бүлеге булараҡ асыла, 1973 й. алып Өфө бүлексәһе, 1983 й. — Көньяҡ Урал бүлексәһе; 1991 й. — “БУТЭК” халыҡ концернының...