Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҒИЛДАНОВ Хәләф Ғилван улы

ҒИЛДАНОВ Хәләф Ғилван улы (1.2.1932, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Кесе Бишҡурай а. — 7.1.1994, шунда уҡ), Соц. Хеҙмәт Геройы (1975). БАССР‑ҙың атҡ. а.х. механизаторы (1975). 1952—92 йй. Илеш р‑нының “Коммунар” к‑зында тракторсы булып эшләй. Хеҙмәт нормаһын 3,6 тапҡырға арттырып үтәү һәм һөрөү сифатын яҡшыртыу...

ҒИЛМАНОВ Александр Йән улы

ҒИЛМАНОВ Александр Йән улы (14.2.1961, Өфө), клиник лаборатор диагностика табибы, биохимик. Мед. ф. д-ры (2001), проф. (2001). БДМИ‑ны тамамлаған (1984). 1987 й. алып БДМУ‑ла уҡыта, 1999 й. — биоорганик һәм клиник химия каф. мөдире, 2003 й. башлап БДМУ-ның дипломдан һуң белем биреү ин‑тының лаборатор...

ҒИЛМАНОВ Әмир Зариф улы

ҒИЛМАНОВ Әмир Зариф улы (24.10.1939, БАССР‑ҙың Бишбүләк районы Айыт а. — 21.7.2014, Ҡазан ҡ.), социолог. Философия фәндәре кандидаты (1977), социология фәндәре докторы (1993), профессор (1998). ТР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). Иркутск хәрби авиация‑техник училищеһын (1960), Урал педагогия институтын...

ҒИЛМАНОВ Фәнүр Мөғәмбәр улы

ҒИЛМАНОВ Фәнүр Мөғәмбәр улы (9.2.1956, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Яңы Абзан ҡсб), журналист. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2006). Журналистар союзы ағзаһы (1989). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981) “Знамя труда” гәз. хәбәрсеһе булып эшләй. 1986 й. алып “Кызыл таң” гәз. үҙ хәбәрсеһе. “Тыуған...

ҒИЛМАНОВА Рәсимә Хәмбәл ҡыҙы

ҒИЛМАНОВА Рәсимә Хәмбәл ҡыҙы (3.1.1963, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Шырлыҡ а.), географ, геоморфолог. Техник ф. д‑ры (2006), проф. (2010). БДУ‑ны тамамлаған (1986). 1980 й. алып Башҡ‑н нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект ин‑тында, 1986 й. башлап “Нефтеотдача” ҒТИ‑нда эшләй. 1991 й. алып “Нефтегазтехнология”...

ҒИЛМАНОВА Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы

ҒИЛМАНОВА Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы (1.1.1954, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Имәндәш а.), тележурналист. РФ‑тың (2005) һәм ТР‑ҙың (1997) атҡ. сәнғәт эшмәкәре, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1994). Журналистар союзы ағзаһы (1985). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1981). 1973 й. башлап Ғафури р‑нының Красноусол башланғыс мәктәбе...

ҒИЛМЕТДИНОВ Айҙар Рәшит улы

ҒИЛМЕТДИНОВ Айҙар Рәшит улы (3.5.1974, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (2007). Л.Т.Ғилметдинованың улы. БДМУ‑ны тамамлаған (1997), 2001 й. алып шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге хирургик һәм урологик профилле ауырыуҙарҙы реабилитациялау, бауыр яралары өҫтөн перитонизациялау өсөн клиник‑эксперименталь аллотрансплантант...

ҒИЛМЕТДИНОВ Әмир Тимерйән улы

ҒИЛМЕТДИНОВ Әмир Тимерйән улы (3.8.1955, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Иҫке Мортаза а.), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1977) шунда уҡ эшләй (2005 й. тиклем Стәрлетамаҡ филиалында). Фәнни хеҙмәттәре оксигенаттарҙы тикшереүгә һәм уларҙы файҙаланып альтернатив мотор яғыулыҡтары...

ҒИЛМЕТДИНОВА Лира Тәлғәт ҡыҙы

ҒИЛМЕТДИНОВА Лира Тәлғәт ҡыҙы (23.4.1953, БАССР‑ҙың Краснокама р‑ны Яңы Ҡабан а.), терапевт, кардиолог. Мед. ф. д‑ры (1998), проф. (1999). РФ‑тың (2007) һәм БР‑ҙың (2000) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Өфөнөң 1‑се ҡала дауаханаһында эшләй. 1981 й. алып БДМУ‑ла: 2000 й. — мед. реабилитацияһы...

ҒИЛМИ АРХИВ

ҒИЛМИ АРХИВ, РФА‑ның Өфө ФҮ ҡарамағында була. Өфө фәнни үҙәгенең, уның учреждениеларының документтарын, ғалимдарҙың шәхси документтарын, экспедиция материалдарын һ.б. ҡабул итеү һәм һаҡлау м‑н шөғөлләнә. 1956 й. СССР ФА БФ Президиумы эргәһендә ТТӘИ документтары базаһында ойошторола, 2018 й. алып РФА...

ҒИЛМИ БАҪМАЛАР

ҒИЛМИ БАҪМАЛАР, ғилми эҙләнеүҙәр һәм ҡаҙаныштарҙың йомғаҡтарынан, нәшер ителергә ғилми яҡтан әҙерләнгән яҙма мәҙәниәт ҡомартҡыларынан һәм тарихи документтарҙан торған баҫма төрө. Диссертация, диссертацияның авторефераты, монография, ғилми хеҙмәттәр йыйынтығы, доклад тезистары һ.б. Ғ.б. булып тора. Башҡортостанда...

ҒИЛМИ ЙӘМҒИӘТТӘР

ҒИЛМИ ЙӘМҒИӘТТӘР, фәнни тикшеренеүҙәр алып барыусы белгестәрҙең ирекле берекмәләре. Фәнни мәғлүмәттәр м‑н алмашыу, тикшеренеүҙәрҙе яраштырыу, фәнни белемде таратыу һ.б. маҡсатта ойошторолалар. Ғ.й. юғары органы — съезд (йыйылыш), съездар араһында етәкселек итеүсе — 2—5 йылға һайлана торған совет (бюро)....

ҒИЛМИ КИТАПХАНА

ҒИЛМИ КИТАПХАНА. РФА‑ның Өфө ФҮ ҡарамағында. Өфөлә урынлашҡан. 1951 й. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты китапханаһы базаһында ойошторола. Фондында 720 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. 290 мең китап, 1650 периодик баҫма (850‑һе — сит телдәрҙә), 20 мең карта, микрофильм, микрофиша, 1,7 мең диссертация...

ҒИЛМИ МӘКТӘПТӘР

ҒИЛМИ МӘКТӘПТӘР. Ғалимдарҙың Ғ.м. сиктәрендәге эшмәкәрлеге түбәндәге шарттарҙа ғәмәлгә ашырыла: остаз‑шәкерт бәйләнешендә бер нисә быуын мәктәбенең етәксеһе — дөйөм лидер берләштергән фәнни йүнәлеш тотороҡлолоғо, тикшеренеүҙәрҙең фәнни әһәмиәте һәм һөҙөмтәләрҙең нәшер ителгән хеҙмәттәр, патенттар һ.б....

ҒИЛМИ МЕДИЦИНА КИТАПХАНАҺЫ

ҒИЛМИ МЕДИЦИНА КИТАПХАНАҺЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1953 й. Өфө санитария мәғарифы йорто (ҡара: Медицина үҙәктәре) китапханаһы базаһында ойошторола, 2003 й. алып Медицина мәғлүмәт‑аналитика үҙәгенең Ғ.м.к. фондында 120 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. мед. б‑са 230 һирәк китап, 200‑ҙән ашыу периодик баҫма...

ҒИЛМИ-ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ

ҒИЛМИ‑ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ, фән һәм производствоны берләштереүҙе ойоштороу формаһы. Ғилми‑тикшеренеү, проект‑конструкторлыҡ, технологик ойошмаларҙы, тәжрибә производстволарын һәм заводтарҙы берләштергән берҙәм ғилми- производство һәм хужалыҡ итеү комплексы. ҒПБ‑ларҙа төп роль ғилми-техник йәмғиәттәргә...

ҒИЛМИ-ПРОИЗВОДСТВО ҮҘӘГЕ

ҒИЛМИ‑ПРОИЗВОДСТВО ҮҘӘГЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1984 й. БАССР Мәҙәниәт министрлығы эргәһендә Ҡомартҡыларҙы һаҡлау производство төркөмө булараҡ ойошторола, 1990 й. алып Тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау һәм файҙаланыу б‑са Ғ.‑п.ү., 2001 й. — Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы һәм файҙаланыуы...

ҒИЛМИ-ТЕХНИК ЙӘМҒИӘТТӘР

ҒИЛМИ‑ТЕХНИК ЙӘМҒИӘТТӘР, инженер‑техник хеҙм‑рҙәрҙең, производство новаторҙарының һәм ғалимдарҙың производствоны камиллаштырыуға һәм фәнни‑техник прогресты тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеүсе ирекле ойошмалары. Рәсәйҙә Ғ.‑т.й. 19 б. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә. 1921 й. РСФСР Хөкүмәте тарафынан ғилми йәмғиәттәргә...

ҒИЛМИЙӘРОВА Софья Григорьевна

ҒИЛМИЙӘРОВА Софья Григорьевна (12.9.1951, Бөрө ҡ.), педагог. Пед. ф. д‑ры (2003). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2005). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) Өфөнөң 8‑се мәктәбе уҡытыусыһы, 1976 й. алып БАХИ‑ла эшләй. 1987 й. — БДПУ уҡытыусыһы. Фәнни тикшеренеүҙәре экология б‑са белем биреү проблемаларына арналған....

ҒИЛМИЙӘРОВА Фрида Насир ҡыҙы

ҒИЛМИЙӘРОВА Фрида Насир ҡыҙы (5.6.1937, Өфө), биохимик. Мед. ф. д‑ры (1976), проф. (1979). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1997), РСФСР- ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1984). БДМИ‑ны тамамлаған (1961). 1964 й. алып Һамар мед. ин‑тында эшләй (1985 й. башлап лаб. диагностика м‑н фундаменталь һәм клиник биохимия...