Список материалов
ДӘҮЛӘКӘН ИГЕН ПРОДУКТТАРЫ КОМБИНАТЫ №2
ДӘҮЛӘКӘН ИГЕН ПРОДУКТТАРЫ КОМБИНАТЫ №2, он, ҡатнаш мал аҙығы һ.б. етештереү пр‑тиеһы. 1905 й. “Якорь” тирмәне булараҡ ойошторола, 1908 й. файҙаланыуға тапшырыла (хужалары: А.Петерс, Г.Пеннер, Г.Тиссен; 1920 й. һуң национализациялана). 20‑се йй. аҙағынан “Союзхлеб” берекмәһе Башҡ‑н өлкә контораһының...
ДӘҮЛӘКӘН ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ
ДӘҮЛӘКӘН ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ, 1907 й. тиклем Бәләбәй өйәҙе Этҡол а. (хәҙ. Дәүләкән ҡ. эсендә) ошо ауыл кешеләре тарафынан сауҙагәрҙәр Н.Ғ.Кәримов, ағалы‑ҡустылы А. һәм М. Үтәмешевтәр аҡсаһына төҙөлә. БР Диниә назараты ҡарамағында. Мәсет (25,0×12,9×4,8 м) бер ҡатлы, 2 яҡлы ҡыйыҡлы; стенаһы аҡ таштан һалынған...
ДӘҮЛӘКӘН КИРБЕС ЗАВОДЫ
ДӘҮЛӘКӘН КИРБЕС ЗАВОДЫ, ЯСЙ. Составы: кирбес (1991 й. нигеҙләнгән), йөҙләү плиткаһы (1996) цехтары. 2010 й. 172 кеше эшләгән. Продукцияһы БР-ҙа һатыла.
1929 й. Ануфрий һөнәрселек-балсыҡтан әйберҙәр яһау производствоһы (1905) нигеҙендә “Красный железняк” балсыҡтан әйберҙәр яһау-кирбес артеле булараҡ...
ДӘҮЛӘКӘН ҠӘБЕРЛЕГЕ
ДӘҮЛӘКӘН ҠӘБЕРЛЕГЕ, бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 2‑се мең йыллыҡтың 3‑сө сирегенә ҡарай. Дәүләкән ҡ. төньяҡ-көнсығыш ситендә урынлашҡан. 1962 й. БДУ экспедицияһы (етәксеһе Г.И.Матвеева) тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Ҡурғанлы ҡәберлектәр иҫәбенә инә. Тупраҡ өйөп яһалған 6 ҡурғандан (диам....
ДӘҮЛӘКӘН ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ
ДӘҮЛӘКӘН ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1930 й. нигеҙ һалына. 1955 й. Бәләбәй пед. уч‑щеһы составына инә (ҡара: Бәләбәй педагогия колледжы). Көндөҙгө уҡыу бүлектәре эшләгән: башҡ. һәм татар, 1939 й. алып урыҫ (1945 й. тиклем ситтән тороп уҡыу). Урыҫ бүлегендә 1939—45 йй. экстернат булған. Училище башланғыс класс...
ДӘҮЛӘКӘН РАЙОНЫ
ДӘҮЛӘКӘН РАЙОНЫ, БР‑ҙың көнбайышында урынлашҡан. Төньяҡта —Благовар, төньяҡ-көнсығышта — Шишмә һәм Ҡырмыҫҡалы, көнсығышта — Ауырғазы, көньяҡта һәм көньяҡ-көнбайышта — Әлшәй, көнбайышта — Бәләбәй, төньяҡ-көнбайышта Бүздәк р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Бәләбәй кантоны...
ДӘҮЛӘКӘН СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ
ДӘҮЛӘКӘН СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ, Башҡортостандың Урал алды дала зонаһы шарттарында үҫтереү өсөн иген культураларының, ҡуҙаҡлы иген культураларының һәм мал аҙығы культураларының сорттарын һынау, сорттарын һәм гибридтарын һайлап алыу һәм үҫтерергә тәҡдим итеү м‑н шөғөлләнә. 1937 й. ойошторола. Дәүләкән...
ДӘҮЛӘКӘН СЫР ЯҺАУ КОМБИНАТЫ
ДӘҮЛӘКӘН СЫР ЯҺАУ КОМБИНАТЫ, 1929 й. май з-ды булараҡ нигеҙ һалына, 1975 й. алып Д.с.я.к., 1996 й. — ААЙ, 2003 й. ябыла. Составына сыр яһау (1965 й. нигеҙләнгән), айыртылмаған һөт продукцияһы (1966), ҡоро сыворотка (1979) цехтары; сыр һаҡлағыс (1965), ҡабул итеү пункты (Дәүләкән р‑ны Хотимля а.) ингән...
ДӘҮЛӘКӘН ЯНҒЫНҒА ҠАРШЫ ҠОРАМАЛДАР ЗАВОДЫ
ДӘҮЛӘКӘН ЯНҒЫНҒА ҠАРШЫ ҠОРАМАЛДАР ЗАВОДЫ, 1974 й. нигеҙ һалына, 1976 й. Дәүләкән янғын һүндереү техникаһы эшләү һәм ремонтлау з-ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1983 й. алып Д.я.ҡ.ҡ.з., 1993 й. — ЯАЙ, 2002 й. ябыла. Составына етештереү (1979 й. нигеҙләнгән), ут һүндергестәр (1980), инструменттар,...
ДӘҮЛӘКӘН, археологик мәҙәниәттәре
ДӘҮЛӘКӘН, таш быуат — тимер быуат археологик мәҙәниәттәре. Б.э.т. 12‑се мең йыллыҡҡа — б.э.т. 17—16 бб. ҡарай. Дәүләкән ҡ. төньяҡ-көнсығыш ситендә Дим й. һул ярында урынлашҡан. 1962 й. Г.И.Матвеева тарафынан асыла, 1962—69 йй. Г.Н.Матюшин, В.С.Стоколос, Э.А.Фёдорова-Давыдова өйрәнә. 589 м2 ер ҡаҙылған....
ДӘҮЛӘКӘН, ауыл Дәүләкән эсендә
ДӘҮЛӘКӘН, ауыл, 20 б. башынан Дәүләкән ҡалаһы эсендә.
Ауылға 18 б. 30—50-се йй. Нуғай даруғаһы Ҡырҡ‑Өйлө‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Дәүләкән Сыртланов исеме м-н аталған. 1795 й. 33 йортта 184 кеше йәшәгән; 1865 й. 83 йортта — 388 кеше. Малс-ҡ, умарт‑ҡ, игенселек...
ДӘҮЛӘКӘН, ҡала
ДӘҮЛӘКӘН, БР-ҙағы ҡала һәм тимер юл станцияһы, Дәүләкән р‑нының адм. үҙәге (1930 й. алып). Өфөнән көньяҡ-көнбайышҡа табан 105 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Майҙаны — 41 км2. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 1,2; 1920 — 5,9; 1939 — 13,8; 1959 — 17,1; 1989 — 21,2; 2002 — 23,9; 2010 — 24,1. Милли...
ДӘҮЛӘТ ГЕРБЫ
ДӘҮЛӘТ ГЕРБЫ, дәүләттең геральдика ҡағиҙәләренә ярашлы эшләнгән һәм билдәле тәртиптә раҫланған рәсми эмблемаһы. БАССР-ҙа беренсе тапҡыр 1925 й. раҫлана (ҡара: Гербтар). Д.г. ғәмәлдәге һүрәте 1993 й. 12 окт. “БР-ҙың дәүләт гербы тураһында” БР Законы м-н раҫлана, авторы — рәссам Ф.Ф.Ислахов. БР Конституцияһы...
ДӘҮЛӘТ ГИМНЫ
ДӘҮЛӘТ ГИМНЫ, дәүләт флагы һәм дәүләт гербы м-н бер рәттән дәүләттең рәсми символы булып тора. БР-ҙа беренсе тапҡыр 1993 й. 12 окт. “Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимны тураһында” БР Законы м-н раҫлана (1999 й. көсөн юғалта). Рәсми ҡулланыу тәртибе 1999 й. 6 июлендәге “Башҡортостан Республикаһының...
ДӘҮЛӘТ ДУМАҺЫ
ДӘҮЛӘТ ДУМАҺЫ, 1) Рәсәйҙә закондар сығарыусы вәкәләтле учреждение (1906—1917). 1905 й. 6 авг. Манифесы (“Дәүләт думаһын ойоштороу тураһында”) м‑н кәңәш биреүсе вәкәләтле орган булараҡ ойошторолған, 1905 й. 17 окт. Манифесына (“Дәүләт тәртибен камиллаштырыу тураһында”) ярашлы закондар сығарған вәкәләтле...
ДӘҮЛӘТ ДУМАҺЫНЫҢ МОСОЛМАН ФРАКЦИЯҺЫ
ДӘҮЛӘТ ДУМАҺЫНЫҢ МОСОЛМАН ФРАКЦИЯҺЫ, Рәсәйҙә 1906—17 йй. парламент төркөмө. Башлыса төрки халыҡ вәкилдәренән (башҡорттар, ҡаҙаҡтар, татарҙар, әзербайжандар һ.б.) торған. Дәүләт думаһында мосолмандарҙың иҡт., милли, мәҙәниәт һәм дин мәсьәләләрен хәл итеү, уларҙың хоҡуҡтарын сикләүсе закон акттарын ғәмәлдән...
ДӘҮЛӘТ ИМЕНЛЕГЕ ОРГАНДАРЫ
ДӘҮЛӘТ ИМЕНЛЕГЕ ОРГАНДАРЫ, дәүләт хоҡуҡ һаҡлау системаһының ҡушма өлөшө. Д.и.о. эшмәкәрлеге ғәмәлдәге дәүләт (конституцион) ҡоролошона ҡаршы енәйәттәргә юл ҡуймауға һәм уларҙы асыуға, дәүләттең тышҡы һәм эске именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Д.и.о. норматив-хоҡуҡи базаһын РФ Конституцияһы, РФ‑тың...
ДӘҮЛӘТ КРӘҪТИӘНДӘРЕ
ДӘҮЛӘТ КРӘҪТИӘНДӘРЕ, 18—19 бб. Рәсәйҙә крепостнойлыҡҡа ҡарамаған ер эшкәртеүсе халыҡ араһынан формалашҡан крәҫтиәндәр категорияһы. Д.к. дәүләт ерҙәрендә йәшәгән, үҙҙәренә бүлеп бирелгән ер м‑н файҙаланған, йән башына һалым һәм 40 тинлек оброк түләгән, йөкләмәләр үтәгән (1850 й. йөкләмәләрҙең бер өлөшө...
ДӘҮЛӘТ ҠАРАМАҒЫНДА БУЛМАҒАН УҠЫУ ЙОРТТАРЫ
ДӘҮЛӘТ ҠАРАМАҒЫНДА БУЛМАҒАН УҠЫУ ЙОРТТАРЫ, юридик йәки физик шәхестәр тарафынан ойошторолған белем биреү учреждениелары. “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы законға (2012) ярашлы, лицензия һәм дәүләт аккредитацияһы нигеҙендә эш итәләр; белем биреү учреждениелары өсөн билдәләнгән тәртиптә даими...
ДӘҮЛӘТ НАГРАДАЛАРЫ
ДӘҮЛӘТ НАГРАДАЛАРЫ Башҡортостан Республикаһының, респ. һәм уның күп милләтле халҡы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн граждандарҙы дәртләндереүҙең юғары формаһы. БР-ҙың “Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәре тураһында” 2005 й. 30 дек. Законына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы...