Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“КОММУНИЗМ ӨСӨН”, гәзит

“КОММУНИЗМ ӨСӨН”, ижт.-сәйәси гәзит. КПСС‑тың Матрай район ком‑ты һәм Хеҙмәтсәндәр депутаттары советы органы. 1937 й. июленән 1956 й. июненә тиклем Матрай районының Юлдыбай а. аҙнаһына 2 тапҡыр башҡ. телендә сыға. Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов  

“КОММУНИЗМ ЮЛЫ”, гәзит

“КОММУНИЗМ ЮЛЫ”, ижт.‑сәйәси гәзит. КПСС‑тың Боҙаяҙ район ком‑ты һәм Хеҙмәтсәндәр депутаттары советы органы. Боҙаяҙ районының Боҙаяҙ а. аҙнаһына 2 тапҡыр сыҡҡан. 1935 й. мартынан татар телендә “Сталин юлынан”, 1956 й. март— июлендә “К.ю.” исеме м‑н нәшер ителә. Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов...

“КОМПЬЮТЕР ЭЛЕМТӘҺЕ”, предприятие

“КОМПЬЮТЕР ЭЛЕМТӘҺЕ” ғилми-производство лабораторияһы, ЯСЙ. Радиоэлектрон аппаратура проектлау, эшләү һәм монтажлау м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. ойошторола. Составында монтажлау-йыйыу һәм баҫыу платаһы производстволары бар. Пр‑тиела телеграф элемтәһе комплекстары, нефть һәм газ сәнәғәте...

“КОНДИ”, предприятие

“КОНДИ”, ЯАЙ. Кондитер изделиелары (кәнфит, печенье, вафля, перәник, лоҡом, зефир һ.б.) етештергән. Өфөлә урынлашҡан. Составына бисквит, шоколад, ҡатырға, карамель, кәнфит цехтары (бөтәһе лә 1977 й. ойошторолған) ингән. 2003 й. 557 кеше эшләгән. Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған....

“КОНСЕРВАЛАР”, предприятие

“КОНСЕРВАЛАР”, йәшелсә-емеш консервалары һәм кондитер изделиелары етештереү пр‑тиеһы. 1960 й. “Башплодоовощпром” берекмәһенең Өфө консерва з‑ды булараҡ ойошторола, 1990 й. “К.” производство кооперативына үҙгәртелә, 1994 й. алып ААЙ, 2001 й. — ЯАЙ, 2006 й. ябыла. Айына 180 тубҡа тиклем консервалар (томат...

“КОНТАКТ”, предприятие

“КОНТАКТ”, металл эшкәртеү ҡорамалдары һ.б. етештереү пр‑тиеһы. 1977 й. Сибай ҡ. “Уралцветметремонт” тресының (Екатеринбург ҡ.) Башҡ‑н махсуслаштырылған ремонт-төҙөлөш идаралығы булараҡ ойошторола, 1990 й. алып “Металлургшахтострой” ПБ‑ның (Мәскәү) “Металлургшахтообслуживание” идаралығы, 1992 й. — “К.”...

“КОППЕЛИЯ”, балет

“КОППЕЛИЯ”, Э.Гофмандың “Ҡом кешеһе” (“Песочный человек”) повесть‑әкиәте мотивтары б‑са ижад ителгән Л.Делибтың 2 шаршаулы балеты. 1870 й. яҙылған. Премьераһы шул уҡ йылда Париж Операһында үтә (Ш.Нюитер һәм А.Сен-Леон либреттоһы, балетм. Сен-Леон, сценографтары Ш.Камбон, Э.Деплешен, Лавастр). Опера...

“КОРКОН”, предприятие

“КОРКОН”, ЯСЙ. Металл конструкциялар (автомобиль һәм трактор тағылмаларына фургондар, ярым тағылмалар, төрлө тәғәйенләнешле мобиль биналар, сауҙа павильондары һ.б.) етештереү һәм монтажлау м‑н шөғөлләнә. Октябрьский ҡ. урынлашҡан. 1991 й. мартында “К.” Совет-Австрия-Венгрия берлектәге пр‑тиеһының Октябрьский...

“КОРУНД”, предприятие

“КОРУНД”, ЯСЙ. Биналар һәм йорттар төҙөү, капиталь ремонтлау; ҡом-цемент ҡатышмалары, тигеҙләүсе штукатурка, газлы бетон һәм плиткалар өсөн елем һ.б. етештереү эштәре м‑н шөғөлләнә. Бәләбәй ҡ. урынлашҡан. 1993 й. ойошторола. Составына ҡоро ҡатышмалар етештереү цехы инә. Хеҙмәттәрен ҡулланыусылар — БР...

“КОХАВ", йәһүд йәмәғәт ойошмаһы

“КОХАВ” (“Йондоҙ”) Башҡортостан Республикаһының төбәк йәһүд йәмәғәт ойошмаһы, БР йәһүдтәренең рухи мәҙәниәтен, община эсендәге бәйләнештәрен тергеҙеү һәм үҫтереү, милләт‑ара татыулыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу маҡсатында ойошторола. Өфөлә урынлашҡан. 1988 й. “Штерн” йәһүд мәҙәниәтен һөйөүселәр йәмғиәте...

“КӨНГӘК”, гәзит

“КӨНГӘК”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Көнгәк” редакция-нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Мәләүез ҡ. 2002 й. ғин. алып аҙнаһына 3 тапҡыр башҡ. телендә сыға. Мәләүездең һәм Мәләүез р‑нының ижт.‑сәйәси, соц.‑иҡт. һәм мәҙәни тормошон яҡтырта. Тәрж....

“КӨНКҮРЕШ ТЕХНИКАҺЫ СЕРВИСЫ”, предприятие

“КӨНКҮРЕШ ТЕХНИКАҺЫ СЕРВИСЫ”, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү, ш. иҫ. көнкүреш техникаһын гарантиялы хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау, ювелир, металл изделиелар (асҡыстар, ишектәр, гараждар, рәшәткәләр, ситәндәр, ҡойоп яһалған әйберҙәр) эшләү һәм ремонтлау һ.б. пр‑тиеһы. 1970 й. Өфө металл көнкүреш изделиеларын...

“КРАЕВЕДЧЕСКИЙ СБОРНИК”, журнал

“КРАЕВЕДЧЕСКИЙ СБОРНИК” (“Тыуған яҡты өйрәнеү йыйынтығы”), Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте журналы. Өфөлә урыҫ телендә сыға. 1926—27 йй. “Башкирский краеведческий сборник” (“Башҡортостан тыуған яҡты өйрәнеү йыйынтығы”); 1930 й. “К.с.” исеме м‑н нәшер ителә. Бөтәһе 4 һаны донъя күрә. Башҡорттарҙың һәм...

“КРАН-СЕРВИС”, предприятие

“КРАН-СЕРВИС” предприятиеһы, ЯАЙ. Йөк күтәреү техникаһын проектлау, етештереү, монтажлау һәм хеҙмәтләндереү эштәрен тормошҡа ашыра, күтәреү ҡоролмаларының сәнәғәт хәүефһеҙлеге б‑са экспертизалар үткәрә. Өфөлә урынлашҡан. Составына крандар, күтәргестәр, ҙур габаритлы йөк күтәреү крандары етештереү цехтары;...

“КРАСНАЯ БАШКИРИЯ", кооператив

“КРАСНАЯ БАШКИРИЯ", АХПК. Әбйәлил р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Красная Башкирия ауылы. Составына 2 һөтсөлөк фермаһы, 2 йәш һыйыр малын һимертеү фермаһы, умарталыҡ һ.б. инә. 2011 й. 171 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 15,7 мең га тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 13,3 мең га....

“КРАСНАЯ ЕВРОПА”, гәзит

“КРАСНАЯ ЕВРОПА” (“Ҡыҙыл Европа”) — “Voros Europa” — “Rotes Europa”, ижт.‑сәйәси гәзит. Өфө сит ил коммунистары ойошмаһының органы. 1919 й. февр. — мартында Өфөлә (барлығы 4 һаны донъя күрә) урыҫ, венгр, немец телдәрендә нәшер ителә. Илдәге сәйәси хәл, Өфө губернаһындағы хәрби хәрәкәттәр барышы яҡтыртыла,...

“КРАСНОЕ ЗНАМЯ”, гәзит

“КРАСНОЕ ЗНАМЯ” (“Ҡыҙыл байраҡ”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Ҡыҙыл байраҡ” гәзите редакцияһы» ДУП‑ы. 1965 й. апр. Нефтекама ҡ. аҙнаһына 5 тапҡыр урыҫ телендә нәшер ителә. 2007 й. алып ай һайын башҡ. телендә “Кама тулҡындары” ҡушымтаһын...

“КРАСНОКАМСКИЕ ЗОРИ”, гәзит

“КРАСНОКАМСКИЕ ЗОРИ” (“Краснокама таңдары”),ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары – БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Краснокама р‑нының Николо-Берёзовка а. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ һәм татар (“Кама таңнары”) телдәрендә сыға. 1935 й....

“КРАСНОУСОЛ”, шифахана

“КРАСНОУСОЛ”, бальнеология шифаханаһы. Ғафури р‑нында, Аҡкүл т. юл ст. 36 км һәм Красноусол а. төньяҡ-көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра −15°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 20°С). 1924 й. асыла (1939—44 йй. бальнеология тәж. станцияһы),...

“КРАСНОХОЛМСКНЕФТЬ”, предприятие

“КРАСНОХОЛМСКНЕФТЬ” нефть һәм газ сығарыу идаралығы, ЯСЙ. Игровка, Уръябаш, Борай нефть ятҡылыҡтарын һәм Ҡалтасы, Тәтешле, Яңауыл р‑ндары терр‑яһындағы башҡа нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм файҙаланыу м‑н шөғөлләнгән. Яңауыл ҡ. урынлашҡан. Составына 6 нефть һәм газ сығарыу цехы, ҡатламда баҫымды тотоу,...