Список материалов
ДЕНДРОЛОГИЯ
ДЕНДРОЛОГИЯ (гр. dendron – ағас һәм ...логия), ботаниканың ағас үҫемлектәрҙе (ағас, ҡыуаҡ, ваҡ ҡыуаҡлыҡ һ.б.) өйрәнеүсе бүлеге. Д. төп маҡсаттары: ағас үҫемлектәрҙең систематикаһын, морфологияһын, биологияһын, экологияһын, геогр. таралыуын, уларҙы торама пункттарҙың санитар-гигиена торошон яҡшыртыу...
ДЕНЕБ
ДЕНЕБ, Аҡҡош α‑һы, ифрат гигант аҡ йондоҙ. Визуаль йондоҙ дәүмәле 1m,26. Радиусы Ҡояштыҡынан яҡынса 40 тапҡырға ҙурыраҡ. Ерҙән 1400 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Төньяҡ ярымшар йондоҙлоғона ҡарай. Альтаир һәм Вега м‑н бергә ҙур йәйге өсмөйөштө барлыҡҡа килтерә. БР терр‑яһында байымай торған яҡтыртҡыс,...
ДЕНИС, Фёдоровка р‑нындағы ауыл
ДЕНИС, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Денис а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 23 км һәм Мәләүез т. юл станцияһынан. Т.‑Көнб. табан 83 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 909 кеше; 1920 — 1008; 1939 — 825; 1959 — 843; 1989 — 610; 2002 — 660; 2010 — 637 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта...
ДЕНИСОВ Владимир Владимирович
ДЕНИСОВ Владимир Владимирович (10.4.1953, Свердловск ҡ.), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1988). М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1987). 1994 й. алып Өфөлә йәшәй һәм эшләй. 1997—99 йй. һәм 2011—13 йй. “Истоки” гәз. баш мөхәррир урынбаҫары, 1999—2010 йй. “Нефть Башкортостана” гәз. мөхәррире....
ДЕНИСОВ Дмитрий Витальевич
ДЕНИСОВ Дмитрий Витальевич (5.7.1970, Өфө ҡ.), спортсы. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). Силәбе физик культура институтын тамамлаған (1994). “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары В.Н.Денисов, Ф.С.Карюков). “Салауат...
ДЕНИСОВ Евгений Тимофеевич
ДЕНИСОВ Евгений Тимофеевич (19.6.1930, Калуга ҡ. — 13.10.2017, Черноголовка ҡ.), физик-химик. Химия фәндәре докторы (1966), профессор (1970). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001). Фәнни эшмәкәрлеге радикал‑сылбырлы реакцияларҙың кинетикаһын һәм механизмдарын тикшереүгә, атомдарҙың, молекулаларҙың һәм...
ДЕНИСОВ Олег Львович
ДЕНИСОВ Олег Львович (19.1.1952, Өфө), инженер-төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (1997). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1974) “НИИпромстрой”ҙа (1978 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р), 1982 й. башлап БАХИ‑ла эшләй (1986—87 йй. гидромелиорация эштәре технологияһы һәм уларҙы ойоштороу каф....
ДЕНИТРИФИКАЦИЯ
ДЕНИТРИФИКАЦИЯ (дe... һәм нитрификация), азоттың окисланған берләшмәләренең (нитраттар, нитриттар) — молекуляр азот, ҡайһы берҙә уның оксидтары хәленә кире ҡайтыу микробиол. процесы. Д. факультатив анаэробтар булған бактерияларҙың тереклек итеүе һөҙөмтәһендә, ирекле кислород булмағанда тормошҡа ашырыла....
ДЕНУДАЦИЯ
ДЕНУДАЦИЯ (лат. denudatio — яланғасланыу, асылыу), тау тоҡомдары ашалыуы ҡалдыҡтарының ҡалҡыу урындарҙан уйһыулыҡтарға күсеү һәм тупланыу процестары йыйыл маһы. Башлыса Д. ерҙең рельефын барлыҡҡа килтереүсе һәм үҙгәртеүсе экзоген процесс иҫәпләнә. Д. процестары нигеҙендә Ерҙең тартыу көсө ята, ш. уҡ...
ДЕОНТОЛОГИЯ
ДЕОНТОЛОГИЯ (гр. deon, эйәлек килештә deontos – тейешле һәм ...логия), медицинала: мед. хеҙм‑рҙәре тәртибенең юридик, проф., этик нормалары һәм ҡағиҙәләре т‑дағы ғилем. Мед. проф. этикаһының ҡушма өлөшө булып тора. Табип серен һаҡлауҙы, ауырыуҙың ғүмере һәм һаулығы өсөн мед. хеҙм‑рҙәренең яуаплылығын...
ДЕРБЕНЁВ ҠУРҒАНДАРЫ
ДЕРБЕНЁВ ҠУРҒАНДАРЫ, Сармат мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 2—3 бб. ҡарай. Мәләүез р‑ны Йомаҡ а. көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта Ергән й. (Ағиҙел й. басс.) уң ярында урынлашҡан. Дербенёв утары (хәҙ. көндә юҡ) исеме м‑н аталған. 1982 й. В.С.Горбунов тарафынан асыла, 1983 й. ТТӘИ экспедицияһы (етәкс....
ДЕРБЕТЕВ Иван Никитич
ДЕРБЕТЕВ Иван (Оло) Никитич (? — 1767, Мәскәү), Ставрополь ҡалмыҡ корпусының суҡындырылған ҡалмыҡтарынан Уложенный комиссия депутаты. Ставрополь провинцияһының ҡалмыҡ старшиналарынан. Ставрополь ҡалмыҡ корпусында хеҙмәт иткән, полковник. Комиссияға корпус старшиналарына дворян хоҡуҡтары биреү, корпуста...
ДЕРБЕТЕВ Фёдор Иванович
ДЕРБЕТЕВ Фёдор Иванович (1740 — 24.5.1774), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Ставрополь провинцияһының суҡындырылған ҡалмыҡтарынан. И.Н.Дербетевтың улы. 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта ҡатнашыусы. Ставрополь ҡалмыҡ корпусында хеҙмәт итә, квартирмейстер. Ҡалмыҡтарҙан...
ДЕРБЁШКА ҠӘБЕРЛЕГЕ
ДЕРБЁШКА ҠӘБЕРЛЕГЕ, Сейәлек мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 113—14 бб. ҡарай. ТР‑ҙың Аҡтаныш р‑ны Бүләк а. төньяҡ‑көнсығышта урынлашҡан. Дербёшка ҡасабаһы (хәҙ. көндә юҡ) исеме м‑н аталған. 1963 й. П.Н.Старостин тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1984—89 йй. Т.К.Ютина һәм Н.Л.Решетников тикшерә. Ҡурғанһыҙ...
ДЕРБИШЕВА Рәйсә Нәзиб ҡыҙы
ДЕРБИШЕВА Рәйсә Нәжиб ҡыҙы (24.1.1921, Чистополь ҡ. — 10.2.01987, Өфө), балет артисы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1975). Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1941; педагогы Е.В.Ширипина) БДОБТ солисы, 1971 й. алып Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. цирк студияһының педагог‑репетиторы, 1973 й....
ДЕРВИЗ Сергей Павлович фон
ДЕРВИЗ Сергей Павлович фон [1857 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1863) ― 7.11.1943, Канн ҡ., Франция], ер биләүсе. Действительный статский советник (1905), камергер (1904). Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1892). Киев һәм Рязань губ. ер биләмәләре һәм заводтары була. Инйәр заводына (1890—98 йй. хужаһы була),...
ДЕРГАЧЁВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл
ДЕРГАЧЁВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 48 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 112 кеше; 1920 — 218; 1939 — 237; 1959 — 143; 1989 — 228; 2002 — 345; 2010 — 298 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы,...
ДЕРГУН Сергей Кириллович
ДЕРГУН Сергей Кириллович (21.10.1951, БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Вознесенка а.), рәссам. Рәссамдар союзыағзаһы (1989). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). Кубань ун‑тын тамамлаған (Краснодар ҡ., 1974). 1976 й. алып БДПИ‑ла, 1990—2010 йй. Тольятти ун‑тында уҡыта. 1970‑се йй. аҙ. башлап реалистик...
ДЕРЖАВИН Гаврила Романович
ДЕРЖАВИН Гаврила Романович [3.7.1743, Ҡазан губ. Кармачи а. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Сокуры а.) — 8.7.1816, Новгород губ. Званка а., ш. уҡ губернаның Хутынь монастырында ерләнгән; 1959 й. Новгород ҡ. күсереп ерләнгән], дәүләт эшмәкәре, шағир. Балалыҡ йылдарын Ырымбур губернаһында үткәрә. Тайный советник...
ДЕРКАЧ Василий Павлович
ДЕРКАЧ Василий Павлович (31.5.1954, Өфө – 4.1.2006, шунда уҡ), тренер. Шайбалы хоккей б-са РСФСР-ҙың атҡ. тренеры (1991). Киев физик культура ин‑тын тамамлаған (1978). 1979—95 йй. “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ы тренеры. Д. етәкс. “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ының үҫмерҙәр командаһы СССР беренселегенең бронза...